Копенгаген: Данияның баш ҡалаһы

Копенга́ген (дан.

Тарихи ҡаланың халҡы 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, ҡала яны биҫтәләре менән бергә 1,3 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ҡаланың бер өлөшө үҙ-үҙен иғлан иткән Христиания ирекле ҡалаһы өлөшләтә үҙидаралыҡта тора.

Ҡала
Копенгаген
дан. København
Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы
Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, ХалҡыКопенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы
Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы
Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Дания

Өлкә

Ховедстаден

Коммуна

Копенгаген

Координаталар

HGЯO

Башлыҡ

Софи Хесторп Андерсен[d]

Нигеҙләнгән

1167

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XI быуат

Ҡала с

XIII быуат

Майҙаны

86,40 км²

Климат тибы

диңгеҙ

Халҡы

615 993 кеше (2018)

Тығыҙлығы

6214,7 кеше/км²

Этнохороним

копенгагенлы

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+45

Почта индексы

1050–1778, 2100, 2150, 2200, 2300, 2400, 2450

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

kk.dk
 (дан.) (инг.)

Копенгаген (Дания)
Копенгаген
Копенгаген

Ҡала Данияның мәҙәни, иҡтисади һәм хөкүмәт үҙәге, Копенгаген фонд биржаһы менән Төньяҡ Европаның иң ҙур финанс үҙәктәренең береһе булып тора. Эресунн күпере төҙөлөп бөткәс, Копенгаген Швецияның Скания провинцияһы һәм уның иң ҙур ҡалаһы Мальме менән тығыҙ интеграциялана, Эресунн төбәген барлыҡҡа килтерә.

1479 йылда нигеҙләнгән Копенгаген университеты Данияның иң боронғо университеты булып тора.

Этимологияһы

1043 йылда хәҙерге ҡала урынында Хавн (дан. havn — «пристань») балыҡсылар ауылы, уның янында 1167 йылда замок төҙөлә. Был ауылдан һәм замоктан үҫкән ҡаланы 1231 йылда Кьобмансхавн (Kjobrmannshavn — «сауҙагәрҙәр пристане», kjobmann — «сауҙагәр, һатыусы», һәм havn — «пристань»), ә һуңынан Кьобенхавн (Kjøbenhavn) тип атайҙар. Хәҙерге дан формаһы — Кёбенхавн (дан. København); «Копенгаген» атамаһы Копенха́ген (Kopenhagen) топонимының немец формаһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән.

Тарихы

Копенгаген урынында XII быуатта ҙур булмаған Хавн ауылы булған, уны епископ Абсалон 1167 йылда замок төҙөлгәндән һуң нығытмалы ҡала тип үҙгәрткән. 1254 йылда Копенгаген беренсе ҡала привилегияларын ала. 1416 йылда король Эрик Померанский Копенгагенды яулап ала һәм 1433 йылда уны үҙенең резиденцияһы иткән.

Граф һуғышы ваҡытында Копенгаген ҡаты ҡамауға дусар була, ә 1658-1659 йылдарҙа Швеция ғәскәренән батырҙарса һаҡлап ҡалына.

1728 йылда Копенгаген янғыны ҡала ҡоролмаларының дүрттән бер өлөшөн юҡ итә.

Копенгаген XIX быуатта

1807 йылда Копенгаген инглиздәрҙең бомбаға тотоуынан ныҡ зыян күрә, ә алты йыл элек ҡала янында билдәле диңгеҙ алышы була.

Кастеллет цитаделе ғына һаҡланып ҡалған иҫке нығытмалар урынында бульварҙар төҙөлә, уларға тиҙ үҫкән биҫтәләр (Вестербро, Нерребро һәм Эстербро) тоташа, һуңғы йылдарҙа улар ҡала менән ҡушылған тиерлек. Көнбайышта Фредериксберг (46 954 кеше), төньяҡ-көнбайышта Уттерслев (2596 кеше) һәм Амагере утрауында Зундбьерне (13310 кеше) ҡалалары хужалыҡ йәһәтенән Копенгаген менән бер бөтөн булып тора. Копенгаген ҡеүәтле диңгеҙ форттары менән нығытылған.

Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы 
Копенгаген картаһы, 1844 йыл.

XIX быуат башындағы бәлә-ҡазаларға ҡарамаҫтан, Копенгаген Данияның «Алтын быуаты» булараҡ билдле булған интенсив мәҙәни ижад осорон кисерә.

Копенгаген XX быуатта

XX быуат башына ҡарай Копенгаген сәскә атҡан сәнәғәт һәм административ ҡалаға әйләнә. Яңы ратуша һәм тимер юл вокзалы төҙөлгәндән һуң үҙәк көнбайышҡа күсә. Амагерҙың Төньяҡ өлөшө Һәм Велби шулай уҡ 1901-1902 йылдарҙа Копенгаген составына индерелә. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Данияның нейтралитеты Һөҙөмтәһендә Копенгаген Бөйөк Британия һәм Германия менән сауҙа итеүҙән сәскә ата, ә ҡаланы һуғыш ваҡытында яҡынса 40 000 һалдат һаҡлай.

1920-се йылдарҙа халыҡ өсөн тауарҙар һәм торлаҡ йорттар етмәүе күҙәтелә. Кристиансхавндың иҫке өлөшөн емереп, ҡаланың иң насар ярлы йорттарынан ҡотолорға ниәтләйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, тик 1930-сы йылдарҙа ғына, 5 ҙур торлаҡ йорт төҙөү өсөн, Кристианхавендағы Torvegade урамының бер яғы емерелә.

Копенгаген XXI быуатта

2013 йылда Британияның Monocle журналы төҙөгән донъялағы йәшәү өсөн иң ҡулай ҡалалар рейтингында Копенгаген беренсе урынды биләй.

Халҡы

Копенгаген — Данияның иң күп халыҡ йәшәгән ҡалаһы һәм Скандинавия илдәренең иң ҙур ҡалаларҙың береһе. Копенгаген муниципалитеты төп ҡалала — 591 481 кеше (2016 йылдың 1 ғинуарынан). XXI быуаттың 1990-сы һәм XXI быуаттың беренсе ун йыллығында демографик шартлау була, был башлыса Данияға иммиграциялауға бәйле була.

Административ бүленеше

Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы 
Индре Бю
Ҡала округтары Башҡа зоналар
  1. Индре Бю (ҡала үҙәге) (Зеландия һәм Амагер утрауҙарында, Кристианхаун районында, шул иҫәптән Христиания ирекле ҡалаһында, Холмерҙа урынлашҡан)
  2. Эстербро
  3. Нёрребро
  4. Вестербро
  5. Вальбю
  6. Ванлёсе
  7. Брёнсхёй-Хусум (шул иҫәптән Тинбъерг)
  8. Биспебъерг
  9. Амагер Эст
  10. Амагер Вест (шул иҫәптән Эрестад районы)
  • Фредериксберг (ҡала эсендәге ҡала)

Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы 

Климаты

Ҡала климаты — уртаса диңгеҙ климаты. Копенгаген климаты өсөн температураның бик аҙ йыллыҡ тирбәлеүе хас. Йәй бик һалҡын, ҡыш бик йомшаҡ.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 10,9 15,8 20,8 26,2 28,5 32,7 33,0 33,8 29,8 23,2 16,6 12,5 33,8
Уртаса максимум, °C 3,2 3,4 6,1 11,3 16,4 19,3 22,0 21,7 17,4 12,6 7,6 4,3 12,1
Уртаса температура, °C 1,3 1,2 3,3 7,5 12,3 15,5 18,0 17,6 13,9 9,7 5,4 2,5 9,0
Уртаса минимум, °C −0,9 −0,9 0,5 3,7 8,2 11,6 14,1 14,1 10,9 7,2 3,4 0,4 6,0
Абсолют минимум, °C −24,2 −20 −18,5 −8,8 −3,4 1,0 4,0 0,6 −3,2 −7 −15,2 −16 −24,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 46 30 39 34 50 64 61 70 62 59 53 50 618
Һыу температураһы, °C 5 4 5 8 12 15 16 17 15 12 8 5 10
Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 2,7 2,8 6,7 12,2 16,8 19,8 22,7 21,8 18,2 12,7 8,2 4,7 12,4
Уртаса температура, °C 1,1 0,9 3,8 8,2 12,6 15,8 18,7 18,0 14,9 10,4 6,5 3,1 9,5
Уртаса минимум, °C −0,5 −0,9 0,8 4,2 8,5 11,8 14,7 14,3 11,7 8,0 4,9 1,6 6,6
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Иҫтәлекле урындары

Копенгаген: Этимологияһы, Тарихы, Халҡы 
Һыуһылыуҙың һәйкәле — бөә донъяға билдәле ҡаланың символы

Төп ғибәҙәтханалары

  • Ҡотҡарыусы сиркәүе (90 метр бейеклектәге башняһы менән);
  • Богородица сиркәүе (дан. Vor Frue Kirke, 1807 йылда инглиздәр тарафынан бомбаға тотоу ваҡытында емерелгән Һәм 1811-1829 йылдарҙа Ганзен тарафынан базилика стилендә, колоннадаһы һәм Торвальдсендың билдәле әҫәрҙәре (Христос, 12 апостол) менән яңынан төҙөлгән;
  • Фредерик cиркәүе
  • Грундтвиг cиркәүе
  • Александр Невскийҙың православие сиркәүе;
  • Копенгагендың ҙур мәсете (Хәмәдә бин Хәлифә цивилизация үҙәге).

Һарайҙар, замоктар һәм парктар

Һарайҙар: Христиансборг элекке король резиденцияһы (1884 йылда яна; һарай сиркәүе генә һаҡланған һәм картиналар галереяһы ҡотҡарылған); Амалиенборг (ҡышҡы резиденция), Людовик XV стилендә; Розенборг (нидерланд ренессансы стилендә), парк һәм Ханс Кристиан Андерсен статуяһы менән. Шулай уҡ Копенгаген университеты биналары (тарихи фрескалар менән), «Бристоль» ҡунаҡханаһы, Берсен биржаһы (нидерланд ренессансы стилендә), ратуша, художество музейы иғтибарға лайыҡ. Ҡала үҙәгендә Үҙәк вокзал янында Тиволи паркы урынлашҡан. Копенгагендан төньяҡта, Клампенборгта, Баккен күңел асыу паркы урынлашҡан. Парк 1583 йылда асыла. Парктың тулы исеме Dyrehavsbakken («Убалағы болан паркы» тип тәржемә ителә). Паркка инеү бушлай.

Копенгаген тирәһендә Бернсторф һәм Фреденсборг король замоктары (Дания монархтарының резиденцияһы), Дания король фарфор мануфактураһы урынлашҡан. Ҡаланан көнбайышта Фредериксборг урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Копенгаген ЭтимологияһыКопенгаген ТарихыКопенгаген ХалҡыКопенгаген Административ бүленешеКопенгаген КлиматыКопенгаген Иҫтәлекле урындарыКопенгаген ИҫкәрмәләрКопенгаген ӘҙәбиәтКопенгаген ҺылтанмаларКопенгагенDa-København.oggДан телеДанияЗеландия (утрау)Латин телеФайл:Da-København.oggХалыҡ-ара фонетик алфавит

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Бөйөк Ватан һуғышыОкеанияКәкүкИсем (һүҙ төркөмө)Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыМайИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыИзраильЭске тулайым продуктЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыКорея РеспубликаһыРун яҙмаһыБаязит Бикбай2 августВикимилекАрыҫлан петроглифтарыИндонезияДиего ВеласкесБашҡортостан күлдәреВикиАуылИнглиз телеБиблияЯмал-Ненец автономиялы округыБернсдорф (район Цвиккау)ИхтиандрТаралған йондоҙҙар тупланмаһыТәбиғәт17 сентябрьДинамо (хоккей клубы, Минск)Икенсе донъя һуғышыЙәйәләрЕрәнсә сәсәнСыуаш милли кейемеОрёл өлкәһеСыуаштарКаспаров Гарри КимовичАвстралияСиләбе өлкәһеПрограммалау телеАсыу тәлгәштәреДонъя илдәре һәм территорияларыФТанзанияМакроиҡтисадСалауат (Ислам)25 мартБашҡорт алфавитыДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыФутболЯнцзы1991 йылБалыҡсы турғайБейсболҠош юлыБашҡорт дәүләт академия драма театрыМалиновский Родион ЯковлевичТүбәнге Новгород өлкәһеХәбиров Фәрит Барый улыМария-АнтуанеттаБүреҮҫемлектәрТәкәләр (ырыу)XVI быуатСловакияСүриә теле🡆 More