Гибралтар боғаҙы (исп.
Гибралтар боғаҙы | |
---|---|
исп. Estrecho de Gibraltar, ингл. the Strait of Gibraltar, ғәр. مضيق جبل طارق | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Урта диңгеҙ, Атлантик океан |
Илдәр | |
Бүлә | Пиреней ярымутрауының көньяҡ осон һәм Африканың төньяҡ-көнбайыш яр буйын |
Киңлеге | 14-45 км |
Оҙонлоғо | 59 км |
Иң тәрән урыны | 1184 м |
Strait of Gibraltar Викимилектә |
Оҙонлоғо 65 км, киңлеге 14—44 км, фарватерҙа уртаса тәрәнлек 338 м (максималь тәрәнлек 1181 м).
Гибралтар боғаҙында төрлө тәрәнлектәрҙә ағымдар ҡапма-ҡаршы яҡтарға йүнәлгән. Өҫкө ағым Атлантиканан Урта диңгеҙгә йылына уртаса 55 198 км³ һыу (уртаса температураһы 17 °C һәм тоҙлолоғо 36 ‰-дән юғарыраҡ) килтерә. Тәрәнлек ағымы Атлантик океанға 51 886 км³ һыу (уртаса температураһы 13,5 °C һәм тоҙлоғо 38 ‰) килтерә.
Гибралтар боғаҙы ҙур стратегик һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә. Боғаҙ тирәһендә Испания порттары Сеута, Ла-Линеа, Альхесирас, Марокко ҡала-порты Танжер һәм Бөйөк Британияның Гибралтар хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан.
«Гибралтар» һүҙе «Джебель Тарик» (ғәр. جبل طارق; «Тарик тауы») ғәрәп һүҙбәйләнешенең испанлаштырылған варианты булып тора. Тауға ғәрәп юлбашсыһы Тарик ибн Зиядтың исеме бирелгән.
Гибралтар боғаҙы аша тоннель йәки күпер төҙөү проекттары буйынса фекер алышыуҙар бара.
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Гибралтар боғаҙы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.