Стивен Уильям Хокинг (ингл. Stephen William Hawking; 8 ғинуар 1942 йыл — 14 март 2018 йыл) — инглиз физик-теоретигы, космолог һәм астрофизигы, яҙыусы, Кембридж университетының Теоретик космология үҙәгенең фәнни эштәр буйынса директоры.
Бер нисә фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән Роджер Пенроуз менән бергә дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы сиктәрендә гравитация сингулярлығы тураһында теорема буйынса һәм йыш ҡына Хокинг нурланышы тип аталған ҡара упҡындың нурланыш бүлеүе тураһында теоретик күрәҙәлек авторы. Хокинг беренселәрҙән булып дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы һәм квант механикаһы күҙеллеуҙары берләшкән космологик теорияны аңлата. Әүҙем хупланы интерпретация многомировой Квант механикаһын төрлө яҡлап аңлатыуҙы әүҙем хуплай.
Хокинг Король сәнғәт йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, Папа фәндәр академияһының ғүмерлек ағзаһы, АҠШ граждандары өсөн иң юғары награда булып һаналған Азатлыҡ президент миҙалына лайыҡ була. 2002 йылда Би-би-си-ҙың бөтә замандарҙың иң бөйөк британлыларын билдәләү буйынса үткәргән һорау алыу һөҙөмтәһендә Хокинг 25-се урын биләй. Ғалим 1979—2009 йылдарҙа Кембридж университетында математиканың Лукас профессоры була, космологияла үҙенең теориялары тураһында фекер йөрөткән фәнни-популяр әҫәрҙәре арҡаһында коммерцияла уңышҡа өлгәшә. Хокингтың «Краткая история времени» китабы Британияның «The sunday times» баҫмаһының рекордлы 237 аҙнаһы буйына бестселлер баҫмалар исемлегенә инә.
Хокингта һирәк осраған мотор нейрондарының яй үҫешкән сир формаһы була (амиотрофик склероз йәки Лу Герига сире булараҡ та билдәле), ул уны тиҫтә йылдар дауамында яйлап хәрәкәтһеҙ итә. Телдн яҙғас та Хокинг телмәр синтезаторы ярҙамында аралашырға һәләтле була. Стивен Хокинг 2018 йылдың 14 мартында 76 йәшендә вафат була.
Стивен Хокинг Викиөҙөмтәлә | |
Стивен Хокинг Викимилектә | |
Стивен Хокинг Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Хокинг Стивен, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.