ризыҡ
Йомортҡа | |
Тауыҡ йомортҡаһы | |
Компоненттар | |
---|---|
Төп | йомортҡа |
Викимилектә медиафайлдар Йомортҡа |
Йышыраҡ тауыҡ, үрҙәк (өйрәк), ҡаҙ йомортҡаһы ашарға тотонола. Шулай уҡ күркә, бүҙәнә, страус һәм башҡа ҡоштарҙың да йомортҡалары ашарға яраҡлы һанала. Ҡоштарҙыҡынан тыш, ташбаҡа (гөбөргәйел) йомортҡаһы ла, аҙыҡ булараҡ, ҡулланылыуы билдәле. Тауыҡтың төрөнә ҡарап, уларҙың йомортҡалары ла төрлө төҫтә була. Әммә йомортҡаның сифаты уның ҡабығының төҫөнә ҡарап баһаланмай.
Йомортҡаның төрө | Йомортҡаның уртаса ауырлығы, г | Йомортҡаның һатыуға яраҡлы минималь ауырлығы, г |
---|---|---|
Тауыҡ | 55 | 35 |
Бүҙәнә | 10-12 | 10 |
Үрҙәк | 95 | 75 |
Ҡаҙ | 200 | 160 |
Күркә | 75 | 60 |
Фазан | 60 | |
Страус | 1000 | 650 |
Эму | 780 | |
Цесарка, мысыр тауығы | 43-48 | 36 |
Рәсәй стандарттары буйынса тауыҡ фабрикаһында етештерелгән йомортҡаның һәр береһендә билдә ҡуйылған булырға тейеш. Беренсе хәреф һаҡлау срогын күрһәтә:
Икенсе билдә, ауырлығына ҡарап, йомортҡаның категорияһын күрһәтә:
Шулай итеп, маркировка буйынса, «СВ» — ашханалар өсөн юғары категориялы йомортҡа, «Д1» — беренсе категориялы диетик йомортҡа. Тауыҡ йомортҡаһының категорияһынан тыш, етештереүселәр уларға төрлө сифаттар ҙа өҫтәй ала. Мәҫәлән, һатыуға йомортҡаның һарыһын сағыуыраҡ төҫтәгеһен, йә булмаһа, селен һәм йод менән байытылған ике һарылыһын тәҡдим итеүҙәре мөмкин.
Йоморо килеш һыуҙа бешереү. Ошолай бешергәндә, ҡабығы сатнаһа, ағып сыҡмаһын өсөн һыуға тоҙ һалалар. Был ысул менән бешергән йомортҡаны, әрсеп, шул килеш ашайҙар, йә булмаһа, сэндвич, төрлө турамаларҙа ҡулланалар:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Йомортҡа (ризыҡ), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.