Сербтар

Сербтар (сер.

Дөйөм һаны 12-13 млн кеше. Төп дине — православие. Теле — серб.

Сербы
Үҙ атамаһы

сер. Срби

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: ≈12-13 млн

Сербия Сербия 6 212 838
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина 1 239 019
Швейцария Швейцария 191 500
Австрия Австрия 177 300
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ более 170 000
Канада Канада 100 000-125 000
Швеция Швеция 100 000
Австралия Австралия 95 000
Франция Франция 80 000
Италия Италия 78 174
Словения Словения 38 000
Төньяҡ Македония Төньяҡ Македония 35 939
Румыния Румыния 22 518
Греция Греция 10 000
Венгрия Венгрия 7350

Тел

Серб

Дин

Православие

Халыҡ

көньяҡ славяндар

Туғандаш халыҡтар

хорваттар, боснаҡтар, черногорҙар, словендар, македондар, болгарҙар

Этногенез

Сербтар 
VII быуат аҙағында славяндарҙың һәм улырҙың күршеләренең таралыу картаһы

Серб халҡының килеп сығышы турыһында бер нисә теория бар.

Сербтарҙы беренсе мәртәбә Плиний Старший телгә ала, шулай уҡ Клавдий Птолемей беҙҙең эраның 2-се быуатында үҙенең «География»һында Төньяҡ Кавказ һәм Түбәнге Волга буйында йәшәүсе сармат ҡәбиләһе тип яҙа. 4-се быуатта сармат сербттары башҡа славян ҡәбиләләре менән, һундар һәм аландар баҫымы аҫтында Үҙәк Европаға күсенә. Хәҙерге көнбайыш Германия һәм көнбайын Польша ерҙәрендә Аҡ Сербия өлкәһендә урынлашалар. Ҡайһы бер тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса Эльба-Зале төбәгендә, башҡа мәғлүмәт буйынса Висла Һәм Одра йылғаларының өҫкө өлөшөндә, өсөнсөләр Эльба-Зале һәм Висла төбәгенең бөтә ерҙәрендә тип иҫәпләй. Сербтар урындағы славян халыҡтары менән ҡушыла. Саксонияла хәҙерге көнгә тиклем Сорбия районы бар (Лужица, Lusatia, Sorbian Łužica, German Lausitz).

Византия императоры Константин Багрянородный II яҙмаһы буйынса, сербтар (берҙәм славян халҡы булараҡ) 7-се быуатта, Ираклий I хакимлек иткән осорҙа, хеҙерге Сербия, Македония, Черногория, Дальмация, Босния һәм Герцеговина ерҙәрендә төпләнә.

Европаны ғосман илбаҫарҙары баҫып алғас, төрөктәр баҫымы аҫтында бөлгөнлөккә төшкән күпселек сербтар Сава һәм Дунай йылғалары буйына төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күсенә, хәҙерге Воеводина, Славония, Трансильвания һәм Венгрия ерҙәре. Һуңыраҡ, XVII быуатта меңләгән сербтар Рәсәй империяһына юллана, уларға Новороссияла ерҙәр бирелә, был райондар Яңы Сербия һәм Славяносербия тип атала.

Таралышы

Сербтарҙың төп йәшәгән ареалы — Сербия, Черногория, Хорватия, Босния һәм Герцеговина. Шулай уҡ башҡа илдәрҙә лә күпләп йәшәйҙәр: Төньяҡ Македония (Куманово, Скопье), Словения (Крайна Белу), Румыния (Банат), Венгрия (Печ, Сентендра, Сегед). Күпселек илдәрҙә серб диаспоралары бар, уларҙың иң билдәләләре Германияла, Австрияла, Швейцарияла, Франция, Рәсәй, Бразилия, Канада, АҠШ , Австралия. Яңы зеландия, Көньяҡ Африка, Аргентина, Боливия, Бразилия , Чили диаспоралаы ҙур түгел, әммә юҡҡа сыҡмайҙар, киреһенсә арта баралар.

Балкан ярымутрыуынан ситтә диаспораларҙа йәшәгән сербтар һаны билдәле түгел, 1-2 миллиондан 4 миллионға тиклем тип иҫәпләй Сербия Республикаһының диаспора министрлығы. Шуға күрә донъялағы сербтар һанын да билдәләп булмай. Яҡынса 9,5 — 12 миллион тип алына. 6.5 миллион серб Сербияның өстән ике өлөшөн тишкил итә. Хәрби конфликт алдынан 1.5 млн серб Босния һәм Герцеговинала, 600 мең Хорватияла, 200 мең Черногорияла йәшәгән. 1991 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Югославиның 36 % серб булған, йәғни 8.5 миллион кеше.

Ҡала халҡы Белградта (1.54 млн серб), Ново-садта (300 мең серб), Шиштә (250 мең серб), Баня-Лукала (220 мең.), Крагуевцта (175 мең.), Сараевола (130 мең) йәшәй. Югославия сиктәренән ситтә Венала сербтар күпләп йәшәй. Чикаго, Торонто сиктәрендә һәм Лос-Анжелес серб йәмғиәте булған мегаполис булараҡ билдәле, Истанбул һәм Париж шул иҫәптә.

Tags:

АвстрияБосния һәм ГерцеговинаГерманияСерб телеСербияХорватияЧерногория

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

25 апрельМәккәПортугалияЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыHTMLЛатин телеНазар НәжмиХәйбулла районыМонархияГазКатар7 апрельИхтиандрГренландияQIWIҒәрәп теле14 октябрьҺарыҡты кем ашаған?Бөтә Донъя СелтәреБаш битҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыОкеанияХажХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыХрущёв Никита СергеевичМиңлеханов Рөстәм Нурғәли улыУрал тауҙарыКаракасБаязит БикбайХанты-Манси автономиялы округы — ЮграҠошсо кантоныКислородXVI быуатДиего ВеласкесИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыАстрономияЕмешӘбделҡадир ИнанҺүҙ төркөмдәреФранц Петер ШубертҒаләмДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыУрал батырРичард I Арыҫлан Йөрәк1732 йылАрыҫлан петроглифтарыЕрКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыИорданияҺарытауБәшмәктәрМария ЧеботарьУкраинаОтто фон БисмаркХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыСалауат ЮлаевСәлимов Ниязбай Булатбай улыАбай ҠонанбаевYouTubeИр енес ағзаһыМостай КәримМакедон телеҠаҙағстанАд-Духә сүрәһеБашҡорт дәүләт академия драма театрыКүбәләк (ырыу)Джордано Бруно🡆 More