Болгарҙар: көньяҡ славян халҡы, Болгарияның төп халҡы

Болга́ры (болгарҙар) экзоэтнонимы (болгар теле българи) — көньяҡ славян телле, иртә Урта Быуаттар дәүерендә болғар һәм славян ҡәбиләләре урындағы халыҡ, Балҡан, иң элек фракийҙар ҡалдыҡтары менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән халыҡ.

Болгарияның төп халҡы.

Болгарҙар
Тел

Болгар теле

Болгарҙар: Этногенезы, Теле, Этнографик һәм субэтник төркөмдәр
Болгар халыҡ бейеүе
Болгарҙар: Этногенезы, Теле, Этнографик һәм субэтник төркөмдәр
Бургас районы кукерҙары
Болгарҙар: Этногенезы, Теле, Этнографик һәм субэтник төркөмдәр
Габр ҡыҙҙары Лазарование байрамында. София өлкәһе
Болгарҙар: Этногенезы, Теле, Этнографик һәм субэтник төркөмдәр
Урта быуат боронғо болгар Кириллицаһы

Болгарҙар Украина һәм Молдавияның көньяғында, Болгария менән сиктәш райондарҙа, Төньяҡ Македония, Греция, Сербия, Румыния райондарында, шулай уҡ АҠШ-та, Канадала, Көньяҡ Америкала һәм Австралияла йәшәй. 2011 йылда Болгария халҡының 85%-н тәшкил иткән.

Теле — болгар теле. Яҙмаһы нигеҙендә — кириллица.

Дингә ышаныусыларҙың төп өлөшө — православие динендәгеләр, шулай уҡ мосолмандар, католиктар һәм протестанттар бар (ҡара: Рәсәйҙә болгарҙар), Ҡаҙағстанда, АҠШ-та, Канадала, Австралияла һ. б. илдәрҙә лә бар. Дөйөм һаны 7 млн тирәһе.

Этногенезы

Ҡара: Антропологические и генетические исследования болгар (Антропологични и генетични проучвания на българите)

Хәҙерге заман болгарҙары бында алдараҡ йәшәгән, VII быуатта Ҡара диңгеҙ буйы далаларынан күсеп килгән өс этностың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә, хәҙерге Болгария ерҙәрендә йәшәгән боронғо славяндар ҡәбиләләренән, һәм славяндар килгәнгә тиклем шул ерҙәрҙә йәшәгән фракийҙарҙан, барлыҡҡа килгән.

1917 йылдың октябрь башына Рәсәй империяһы территорияһында 300 меңгә яҡын болгар-колонистар йәшәгән. Улар Рәсәйгә нигеҙҙә XVIII—XIX быуаттың беренсе яртыһында, болгар ерҙәре Оттоман империяһы власы аҫтында булған осорҙа килгән: 15 меңгә яҡын йәшелсә үҫтерегә ялланған сезон ауыл хужалығы эшселәре һәм 1,5 меңдән артыҡ хәрби әсирҙәр һәм тотҡонланғандар (интернированные).

Болгар генетиктары Болгарияның өс некрополендә ерләнгән VIII—X быуаттарҙа йәшәгән ун өс кешенең митохондриаль гаплотөркөмдәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә, боронғо болгарҙар менән хәҙерге болгарҙар араһындағы генетик оҡшашлыҡты тапты. Боронғо болгар митохондриаль гаплотөркөмдәренә оҡшаған мәғлүмәт хәҙерге осор Европа һәм Көнбайыш Евразия популяцияларында табылды. Хәҙерге заман болгарҙарында 41,9 % йышлыҡҡа эйә митохондриаль гаплотөркөм H (мтДНК) — H гаплогруппаһы 13 протоболгар өлгөһөнөң 7-һендә табылған. Болгарияла йәшәп килгән ир-ат һыҙыҡтарын ҙур репрезентатив тикшереү болгарҙарҙа таралған Y-хромосом гаплотөркөмдәрҙе — I2Y-a1b-M423 (20,2 %), E1b1b1a1b (Y-ДНК) (E1b1b1a1b-V13) гаплотөркөмдәрҙе (18,1 %), R1a1a (Y-ДНК) (R1a1a-M17/M198) гаплотөркөмдәрҙе (10,0 %), R1a1a1b1-M458 (7,5 %), R1b1a2a-L23* (5,2 %), I1 (Y-ДНК) (I1-M253) гаплотөркөмдәрҙе (4,3 %), J-M241 (J2b2-M241) гаплотөркөмдәрҙе (3,8 %), J2a-M530 (2,4 %), E1b1b1c1-M34 (1,9 %), G2a2b2a1b-L497 (1,9 %), J2a1-Page55* (1,7 %), T1a-M70 (1,6 %) күрһәткән. Хәҙерге заман болгарҙары бронза быуаты йәки ямный мигранттары (ВАВ) һәм иртә Европа игенселәре (EEF) ҡушылмаларында булмаған өҫтәлмә кавказ ҡатламын күрһәтә. Хәҙерге болгарҙарҙың кавказ ҡатышмаһын өс компонентҡа бүлә алдылар. Хәҙерге заман болгарҙарын башҡа балҡан халыҡтарынан айырыусы иң көслө кавказ компоненты протоболгарҙарға салт-маяҡ мәҙәниәтенә ҡараған аландарҙан күскән. Хәҙерге заман болгарҙары миной компонентын нигеҙҙә Византия менән халыҡтарҙы алмашыу иҫәбенә, ә бронза быуаты фракий компонентын — иртә урта быуат славяндары менән ҡатнашыу арҡаһында үҙләштергән.

Теле

Болгар теле һинд-европа тел ғаиләһенең славян төркөмөнә ҡараған көньяҡ төркөмсәһенә ҡарай. Донъяла болгар телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 9 миллиондан ашыу кеше.

Яҙмала кириллицаға нигеҙләнгән болгар алфавиты ҡулланыла. Унда «Э», «Ы» һәм «Ё» хәрефтәре юҡ, ә «Ъ» хәрефе «табор» рус һүҙендәге баҫымһыҙ өнгә яҡын яңғырау [ɤ] өнөн аңлата.

Күпселек славян телдәренән айырмалы рәүештә, болгар телендә килештәр юғалған, уның ҡарауы «нулевой» тип аталған айырым билдәлелек артиклы ҡулланыла.

Блогар теленең фонетикаһы башҡа славян телдәре менән сағыштырғанда нәҙегәйтелгән (палатализованный) тартынҡыларҙың булмауы менән айырыла.

Лексикаһы буйынса болгар теле боронғо славян (старославянский) һәм македон телдәренә ныҡ яҡын, һәм хәҙерге көнгә тиклем көнсығыш славян телдәрендә архаик тип һаналған күп һанлы һүҙҙәрҙән тора.

Күп быуаттар дауамында төрөк бойондороҡлоғо аҫтында йәшәргә тура килгәнлектән, болгар телендә төрки сығышлы һүҙҙәр күп.

Болгар теле — Болгария Республикаһының рәсми теле. Болгар телендә күп нәфис әҙәбиәт һәм ғилми хеҙмәттәр яҙылған. Бессарабия Украинаһында һәм Молдавияла ул болгар общинаһының рәсми теле булып тора.

Этнографик һәм субэтник төркөмдәр

Элек болгарҙар төрлө төбәк: диалект, конфессиональ, мәҙәни һәм көнкүреш билдәләре менән айырылған, һәм был күренеш әле лә һаҡлана. Теге йәки был төбәктә болгар халҡының айырымланған: рупцы, полянцы, балканджии, шопы, македонцы, тракийцы, добруджанцы һәм башҡа этнографик һәм субэтник төркөмдәр барлыҡҡа килгән.

Карталар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Банат болгарҙары
  • Бессарабия болгарҙары
  • Бөйөк Британияла болгарҙар
  • Славяндарҙың туй йырҙары
  • Болгарҙарҙың туй йырҙары

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Болгарҙар ЭтногенезыБолгарҙар ТелеБолгарҙар Этнографик һәм субэтник төркөмдәрБолгарҙар КарталарБолгарҙар Шулай уҡ ҡарағыҙБолгарҙар ӘҙәбиәтБолгарҙар ҺылтанмаларБолгарҙар ИҫкәрмәләрБолгарҙарБалҡан ярымутрауыБолгарияБолғарҙарХалыҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улыТажетдин Ялсығол әл-БашҡордиӘзербайжан телеНиколаевка ауыл Советы (Өфө районы)БүреИр енес ағзаһыЕте йыллыҡ һуғышТель-АвивКөнсығышИнженерлыҡ эшеЕвразия берлегеКүлдәкНиколай ЕжовБиләнХалыҡ иҫәбен алыуШтрих-кодАналитик химияКонькиҙа шыуыу21 апрель7 ноябрьЯҫы селәүсендәр1 мартТеләүембәтов Иршат Әнүәр улы.adОш (Ҡырғыҙстан ҡалаһы)КиевМальта архипелагыЭдинбургПланетаБашҡорт теленең диалекттарыМорат IIҒаләмЛос-АнджелесМәскәү дәүләт матбуғат университетыБутанИшмырҙаМолдавияВенесуэлаТулыланыусы энергияМаһисәрүәр (йыр)Башҡорт халыҡ йырҙарыҠуштауҠушыуНавальный Алексей АнатольевичБахрейнҠыҫалаБайконурАҠШ-тың Виргин утрауҙарыДанте АлигьериЭукариоттарӘрзинжан (провинция)ГрецияБашҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығыГрек алфавитыҒафуров Ренат Зәйтүн улыQR-кодТемәс башҡорт педагогия училищеһыБелоруссияның рельефыБашҡорт милли кейемеГрузин телеИспан телеҠояшШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыМораҙым (Бөрйән районы)Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы1850 йылҠыҙылҡомКорей теле25 ноябрьХундертвассер йорто🡆 More