Әзербайжа́н теле (үҙатамаһы: Azərbaycan dili, آذربايجان ديلی, Азәрбајҹан дили) — алтай телдәр ғаиләһенә ҡараған, шул уҡ ваҡытта ҡыпсаҡ ареалына ҡараған ҡыпсаҡ телдәре һыҙаттары булған, төрөк телдәренең көньяҡ-көнбайыш тармағына, уғыҙ телдәренең уғыҙ төркөмсәһенә ҡараған тел, әзербайжан халҡының теле.
Әзербайжан теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | Azərbaycan dili, |
---|---|
Илдәр | Әзербайжан, Иран, Ираҡ, Грузия, Рәсәй Федерацияһы, Афғанстан, Украина, Төркиә, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан (1988 йылға тиклем), Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан |
Регионы | Иран: Көнбайыш Әзербайжан, Көнсығыш Әзербайжан, Ардебиль, Зенджан, Казвин, Хамадан, Кум; өлөшләтә Үҙәк Меркези, Гилян, Курдистан; Мазендеранда һәм Хөрәсән-Резавиҙағы анклавтар; Тәһран, Кередж, Мәшһәд ҡалаларында. |
Рәсми статусы | |
Идара итеүсе ойошма | |
Был телдә һөйләшеүселәр | 25—30 млн. |
Телде белеүселәр | 30 |
Классификация | |
Категория | Евразия телдәре |
Алтай телдәре (гипотетик ғаилә)
| |
Әлифба | латиница (Әзербайжанда) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 | азе 025 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | aze, azj, azb, qxq, slq |
Был телдә Википедия | |
Морфологик төҙөлөшө буйынса әзербайжан теле агглютинатив, синтетик тел. Әзербайжан теленең лексикаһы һәм фонетикаһына фарсы теле һәм ғәрәп теле ҙур йоғонто яһаған.
XX быуат дауамында әзербайжан яҙмаһы дүрт тапҡыр үҙгәргән. Хәҙерге ваҡытта әзербайжандар өс төрлө яҙма менән файҙаланалар: Иранда ғәрәп яҙмаһы, — Әзербайжанда — латиница һәм Дағстанда (Рәсәй) — кириллица.
Әзербайжандың дәүләт теле һәм Дағстандың (Рәсәй) дәүләт телдәренең береһе булып тора. Әзербайжандарҙың компакт йәшәгән урындарында, Иранда (Иран Әзербайжаны) һәм Грузияла (Квемо-Картли) таралған. Әзербайжан телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 25—30 миллион кеше булған.
1. Александр Ҡасим улы Казембәк. «Төрөк-татар теле грамматикаһы» (1846) 2. Мирза Шафи Вазех һәм Тифлис гимназияһының көнсығыш телдәре уҡытыусыһы Иван Григорьев төҙөгән «Әзербайжан һөйләше (наречиеһы) татар хрестоматияһы»ның бер бите (1852 йыл) |
Рәсәй империяһында бөтөн төрөк телдәре, шуның эсендә әзербайжан теле лә, ғәҙәттә татар теле тип аталған. Тағы ла «ҡаф тауы татар теле» тигәне лә осрай. XIX быуат баштарында бындай атаманан бер аҙ тайпылыш күҙәтелә башлаған. Үҙенең 1831 йылда Николай Алексеевич Полевойға хатында рус яҙыусыһы Александр Александрович Бестужев-Марлинский «адербиджан-татар» һүҙлеген бер ерҙән дә таба алмауы хаҡында яҙған. Санкт-Петербург университеты Көнсығыш факультетының беренсе деканы Казембәк Александр Ҡасим улы (Мирза Казембәк) XIX быуаттың беренсе яртыһында тәүге тапҡыр «әзербайжан теле» тигән терминды ғилми нигеҙләгән һәм ҡулланған, шуның менән бергә «адербиджан теле» тип яҙған.
1852 йылда шағир Мирза Шафи Вазех Тифлис гимназияһы көнсығыш телдәре уҡытыусыһы Иван Григорьев менән хеҙмәттәшлектә "Әдербейжан теленең (наречиеһының) татар хрестоматияһы"н төҙөгән. Шул уҡ йылда Төньяҡ Фарсыстан буйлап сәйәхәт иткән Илья Николаевич Березин ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр яҙып ҡалдырған. «Әдербейджан наречиеһы» тигән термин менән бер рәттән ул шулай уҡ: «Иран Әдербайжанында өлкәнең атамаһын йөрөткән төрөк теленең үҙенсәлекле наречиеһы өҫтөнлөк итә» тип яҙған. 1857 йылда Лазарь Захарович Будаговтың «Төрөк-татар әдербәйжан наречиеһына ғәмәли ҡулланма»һы баҫылып сыға. Новочеркасск гимназияһының Көнсығыш телдәре уҡытыусыһы Мирза Абулғасан Везиров төҙөгән һәм 1859 йылда яҙылған «Татар-әдербижан наречиеһы дәреслеге» баҫылып сыға. Ҡайһы бер интеллигенция вәкилдәре телде тейешенсә дөрөҫ атау яҡлы булып сығыш яһаған. Мәҫәлән, Кешкюль (Kəşkül jurnal)ын сығарыусы, тифлис кадет корпусы мөғәллиме Джалал Эфенди Унсизаде (Cəlal Ünsizadə) рәсәй властарына уға «Әзербайжан» атамалы гәзитен сығарыуҙы рөхсәт итеүҙәрен һораған, һәм был теләктең төп сәбәбен аңлата
Ҡаф тауы артында йәшәгән төп мосолман халҡы әзербайжан наречиеһы тип аталған телдә һөйләшә һәм ҡырым татарҙары һәм ҡазан татарҙары һөйләшкән телде аңламай, ә сттән килгән халыҡтың аҙ ғына өлөшө фарсы һәм ғәрәп телендә һөйләшә … Был мохтажлыҡты ҡәнәғәтләндереү өсөн, Тифлис ҡалаһында, көн элгәре цензураны рөхсәт иткән, «Әзербайжан» тип аталған һәм ябай халыҡсан әзербайжан телендә сыҡҡан гәзит формаһындағы хәҙерге заман баҫмаһы кәрәк.
XIX—XX быуаттың башында шулай уҡ әзербайжан-татар теле тигән атама ла ҡулланылған, ләкин ундай атама юғала барған һәм эҙмә-эҙлекле: төрөк, әзербайжан-төрөк һәм әзербайжан терминдары менән алмаштырылған. Ираника Энциклопедияһы авторҙары фекере буйынса, Иосиф Сталин телде төрөк атамаһынан әзербайжан тигәнгә күсереү тураһында күрһәтмә биргән. Әзербайжан Халыҡ фронты идара иткән йылдарҙа дәүләт кимәлендә «әзербайжан» атамаһын «төрөк» тигән атамаға алмаштырыу сәйәсәте үткәрелгән. Шулай, 1992 йылдың декабрендә парламент дәүләт теле тураһында закон ҡабул иткән, һәм уны әзербайжан түгел, төрөк тип атау тәҡдим ителгән. 1993 йыл аҙағында власҡа Гейдар Алиев килеү менән дәүләт теле элеккесә әзербайжан тип атала башлаған (1995 йылғы Конституция).
Инглиз телендәге Ираника энциклопедияһы (Encyclopædia Iranica) әзербайжан телен «Azeri Turkish» (әзербайжан төрөк) йәки ябай ғына «Azeri» тип атаған.
Әзербайжан теле башлыса 98 % халыҡтың туған теле булған Әзербайжан илендә, һәм Ирандың төньяҡ-көнбайыш провинцияларында (иң тәүҙә Көнбайыш Әзербайжанда һәм Көнсығыш Әзербайжанда, шулай уҡ Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнсығыш яр буйында: Галуга) һәм төньяҡ Ираҡта (мәҫәлән, Киркукта таралған).
Юғарыла күрһәтелгән илдәрҙән тыш, әзербайжан теле шулай уҡ әзербайжандарҙың компакт йәшәгән ерҙәрендә: Грузияла (Квемо-Картли крайы), Рәсәйҙә (Дағстан), төрөк провинциялары Карс һәм Ыгдыр илдәрендәге әзербайжан диаспораһы араһында таралған. 2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә әзербайжан телендә һөйләшеүселәр һаны 473,044 кеше тәшкил иткән, шуларҙан тик 368,173 кеше генә әзербайжан (әзербайжандарҙың дөйөм һаны 603,070 кеше тәшкил иткән).
Ҡаф тауындағы әзербайжан теленең 4 диалект төркөмө бар:
Профессор М. А. Ширалиев әзербайжан теленең алты диалект төркөмөн айыра:
Ирандағы әзербайжан теле диалекттары: тебриз, урмий, хой, кушчи (Үҙәк остан), марагин, меренд, урьянтепин (Көнбайыш Әзербайжан), туркменчай (Көнсығыш Әзербайжан), ардебиль, сараб, миан, ә шулай уҡ анклавлы: галугях (Мазендеран) һәм Лотфабад һәм Дергез (Хөрәсән-Резави) диалекттары.
Бынан тыш, күсеүсән һөйләштәр — геокчай (көнсығыш һәм көнбайыш диалект төркөмдәренең үҙенсәлектәрен берләштерә), агдаш (көнсығыш һәм төньяҡ диалект төркөмдәренең үҙенсәлектәрен берләштерә) һәм джебраиль (көнсығыш һәм көньяҡ диалект төркөмдәренең үҙенсәлектәрен берләштерә).
Генетик билдәһе буйынса әзербайжан теленең ике диалект тибы айырыла: уғыҙ (көнбайыш һәм көньяҡ группы диалекттар һәм һөйләштәр төркөмө) һәм ҡыпсаҡ (көнсығыш һәм төньяҡ диалекттар һәм һөйләштәр төркөмө). Диалектах араһындағы айырымлыҡ башлыса фонетикала һәм лексикала сағыла. Мудрак Олег Алексеевич, глоттохронология методтары ярҙамында төрөк телдәрен морфология һәм тарихи фонетикаға нигеҙләнеп төркөмләгәндә, телдәр араһындағы айырымлыҡтың проценттарҙағы анализы һөҙөмтәләре дөйөм әзербайжан теленән нухин диалектын айырып сығарыу Тамерлан (Тимур) дәүеренә тура килгәнлеген иҫбатлаған (~1360 г.)
Бынан тыш, Иран, Төркиә һәм башҡа илдәр территорияларында әзербайжан теле диалекттарына ҡаратылған наречиелар бар (мәҫәлән, афшар теле, кашкай наречиеһы, айналлу теле, баят (уғыҙ), шахсевен, каджарҙар (халыҡ) һ.б.).
Әзербайжан теле үҙенең тамыры менән VII—X быуаттарҙағы хәҙерге төрөк телдәренең уғыҙ тел тармағы өсөн тәүтел булып торған Үҙәк Азия уғыҙ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Төрөктәрҙең айырым төркөмдәре хәҙерге Әзербайжан территорияһына Урта быуаттарҙа килеп урынлашҡан (хазарҙар, болғарҙар, ҡыпсаҡтар (половцы) һ.б.), ләкин тәүләп төрөк-уғыҙҙарҙың ҙур төркөмө Ҡаф тауы артына XI—XIII быуаттарҙа сельджук баҫып алыуҙар дәүерендә килгән. Әзербайжан теле Әзербайжан территорияһында, уғыҙ элементтары өҫтөнлөклө булған, уғыҙ һәм ҡыпсаҡ ҡәбилә телдәренә нигеҙләнеп формалашҡан. Диалекттарҙан юғарыраҡ торған (лингвистика) койне фольклор материалдарында сағылған, мәҫәлән «Минең Ҡорҡот олатайым китабы»]].
Совет көнсығышты өйрәнеүсе тарихсы Сумбатзаде Али Сойбат Сумбатович әзербайжан теле ул ваҡытта «күпселеген уғыҙ төркөмө характерындағы тел булған һәм нигеҙҙә әзербайжандарға ла, төркмәндәргә һәм төрөктәргә лә аңлашылған» ти. Немец төркиәтсеһе Герхард Дёрфер (инглизсә яҙылышта: Gerhard Doerfer), үҙ сиратында, башланғыс периодта әзербайжан һәм төрөк телдәре араһында айырма бик аҙ булған, ти.
Әзербайжан әҙәби теле үҫешендә төркиәтсе һәм этнограф Николай Александрович Баскаков өс период айырған:
«Көнсығыш тарихы» хеҙмәтендә Анатолий Петрович Новосельцев үҙ аллы әзербайжан теленең айырылып сығыу ваҡыты итеп XIV быуатты билдәләй. Илья Павлович Петрушевский фекеренсә, был периодта әзербайжан телендә көньяҡ Әзербайжан халҡының бик күп өлөшө һөйләшкән инде. А. С. Сумбатзаде фекеренсә, әзербайжан теленең бүтән уғыҙ телдәренән айырылыуы XVIII быуатҡа тамамланған.
Әҙәбиәт әзербайжан теленең үҫешендә мөһим роль уйнаған. Әзербайжан теле — иҫке яҙма төрөк телдәренең береһе. Яҙма, классик әзербайжан әҙәбиәтенең башы монгол баҫып алыуынан һуң башлаған. Әзербайжан теленең тәүге яҙма һәйкәлдәре XIII быуатҡа ҡарай. Килеп еткән әҙәби әҫәрҙәрҙең иң иртә авторы XIII быуат аҙағында—XIV быуат башында йәшәгән шәйех Ғасаноғлы Иззеддин («Пуре-Гасан») булған. Шул периодтан шиғриәт үҫешә башлаған. Ғасаноғлының замандашы — XIV быуат башында ижад иткән баҡы шағиры Насирҙың төрөк (әзербайжан) телендәге шиғыры (бишюллыҡ) беҙҙең көндәргә саҡлы килеп еткән. XIV быуат аҙағы—XV быуат башы шағиры Нәсими, әзербайжан шиғриәтенең беренсе шедеврҙарын ижад итеп, әзербайжан әҙәби теленә нигеҙ һалған. Әҙәби телде байытыр өсөн ул халыҡсан йәнле һөйләү теленән һәм ауыҙ-тел ижадынан алынған ғибрәтле хикәйәләр (притчалар), тәрән мәғәнәле фекерҙәр (изречения), миҫалдар, идиомалар һ.б. киң файҙаланған. Британника Энциклопедияһына ярашлы, әзербайжан әҙәби теле XV быуатта үҫешә башлаған һәм XVI быуатта юғары үҫеш кимәленә еткән.
XVI—XIX быуаттың башында Әзербайжандың күп өлөшө Сефевид дәүләтенә, ә артабан сығышы менән төрки телле иран шаһтары династияһы идара иткән Каджар Иранына ингән. Бер йөҙйыллыҡҡа яҡын аралыҡта Сефевидтар Дәүләтендә әзербайжан теле һарай, армия һәм хөкөм теле булып хеҙмәт иткән. Әҙәби әзербайжан теле һәм әҙәбиәте үҫешенә үҙенең шиғырҙарын Хатаи псевдонимы менән яҙған шаһ Исмаил I ҙур өлөш индергән. Шаһтың лексикаһын тикшереүсе М. Джавадова билдәләүенсә, Хатаи «XVI быуаттың беренсе сирегендә әзербайжан әҙәби телен формалаштырыуҙа, раҫлауҙа һәм байытыуҙа мөһим роль уйнаған. Ул әзербайжан теленең бөтөн нескәлектәрен һәм һүҙлек фондын файҙаланған оҫта шағир булған. Был яҡтан уның „Дех-намэ“ әҫәре, үҙенең һүҙлек үҙенсәлектәре буйынса беҙҙең телебеҙ тарихындағы иң өлгөлө әҫәренең береһе, ҙур ҡиммәткә эйә». Шағир үҙе, Исмаил шаһ, әҙәбиәтселәрҙе ҡанат аҫтына алған һәм һарайында шағирҙар элитаһын йыйған, улар араһында әзербайжан телендә яҙған Хәбиби, Сурури, Матеми, Шаһи, Ғасими, Кишвәри булған.
XVIII быуаттың икенсе яртыһында әзербайжан теле Кубин ханлығының дәүләт акттары, идара учреждениеларының рәсми яҙышыу теленә әүерелгән.
XVI—XVII быуаттарҙан башлап Мөхәммәт Физули, Ковси Табризи һәм башҡа әзербайжан авторҙары хеҙмәттәрендә әзербайжан әҙәби телнең һәм йәнле һөйләү теленең яҡынайыуы башлана, тип билдәләй Н. Г. Волкова. Уның фекеренсә, XIX йөҙйыллыҡтың икенсе яртыһында әзербайжан әҙәби теле йәнле һөйләш теле менән тулыһынса яҡынайған
XIX быуатта Рәсәйгә ҡушылғанға саҡлы яҙма әҙәби тел ике өлкәлә үҫешкән: Көньяҡ Әзербайжанда (үҙәге Тебризда) һәм Ширванда (үҙәге Шәмәхәлә). Шуның менән бәйле ул ваҡытта Көньяҡ Әзербайжанда баҫылып сыҡҡан төрлө әҙәбиәттә (ғилми, нәфис, дини) ошо регион диалекты элементтары өҫтөнлөк иткән, ә Ширванда — ширван төркөмө диалекттары элементтары. XIX быуаттың уртаһында уҡ баҡы һәм шәмәхә диалекттары базаһында хәҙерге әҙәби әзербайжан теле формалашҡан. Әгәр Ҡаф тауы мосолмандары араһында фарсы телен аңлау ҡыйынлыҡ тыуҙырғанын һәм урындағы әзербайжан телендә яңы әҙәбиәт тә үҫешкәнен иғтибарға алһаң, Мирза Шафи Вазех (Мирза Шафи) һәм Григорьевтың йәнле һәм аңлайышлы телдә рус, әзербайжан һәм фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәренең иң яҡшы өлгөләре 1852 йылда сығарған «Хрестоматия»һында бирелеүе бәхәсһеҙ. Шулай уҡ әйтергә кәрәк, 1852 йылдың башында уҡ Григорьевтың һәм Мирза Шафиҙың «татар-рус» һүҙлеге тамамланған.
XIX быуаттың икенсе яртыһы осоро әзербайжан әҙәби теленең әүҙем үҫеше менән характерлана. Шуның менән бергә уның ҡулланыу сфераһы киңәйгән. Тап шуға, әзербайжан телен өйәҙ һәм ҡала училищеларының уҡыу пландарына индергәндәр. 1878 йылда, әзербайжан интеллигенцияһы вәкилдәренең талабы буйынса, Горий семинарияһы эргәһендә әзербайжан бүлеге асылған. Бының һөҙөмтәһе булып, уҡытыу яңы (усули-йәҙит) методы менән туған телдә алып барылған әзербайжан мәктәптәре барлыҡҡа килгән . 1882 йылда әзербайжан телендә «Вэтэн дили» тип аталған тәүге дәреслек баҫылып сыҡҡан. XIX быуат һуңында уҡытыу ике телдә алып барылған рус-татар (йәғни рус-әзербайжан) мәктәптәре асылған. Уларҙа әзербайжан телен уҡытыу 1914 йылға тиклем дауам иткән, артабан, 1913/1914 йылдарҙан башлап, туған телдә уҡытыу тәүге ике класҡа ғына бирелгән. Китаптарҙың тиражы һәм атамалары һанына ҡарағанда, революцияға тиклемге периодта улар бик күп булмаған. Улар, күпселек халыҡтың китап уҡыу мөмкинселеге булмаған саҡта, башлыса, йәмғиәттең өҫтөнлөклө ҡатламына тәғәйенләнгән булған. 1913 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Әзербайжанда дөйөм тиражы 173 мең экземпляр тәшкил иткән 273 баҫма берәмек сыҡҡан, тираждың тик 32 % ғына әзербайжан телендә баҫылған.
Күп быуаттар дауамында әзербайжан теле бөтөн Фарсыстанда, Ҡаф тауында һәм көньяҡ-көнсығыш Дағстанда сауҙа һәм этник-ара мөнәсәбәттәрен лингва франка сифатында хеҙмәтләндергән. Уның трансрегиональ тәьҫире һәр хәлдә XVIII быуатҡа тиклем дауам иткән.
Үткән заманда әзербайжан теле Ҡаф тауында киң таралған булған. 1836 йылда сыҡҡан «Ҡаф тауы артындағы рәсәй биләмәләренә күҙәтеү»ҙә: «Ширванда өҫтөнлөк иткән тел Адербийжанда (Әзербайжанда) ҡулланылған һәм ғәҙәттә беҙҙә татар теле тип йөрөтөлгән туркоман теле … Ҡаф тауы артында был тел төрки, йәғни төрөк тип атала … яғымлылығы, музыкаллеге менән айырылып тора һәм тағы ла уны өйрәнеү еңеллеген дә ҡушһаң, уның был ерҙә ҡулланылышын Европала француз теленең ҡулланылышы менән сағыштырыуға бер ҙә аптырарлыҡ түгел» тип билдәләнгән.
Әзербайжан теленең милләт-ара аралашыу теле булараҡ өҫтөнлөклө хәле XIX быуаттың икенсе яртыһында көсәйҙе.
Быуаттар дауамында әзербайжан теле көньяҡ Дағстанда лингва франка (милләт-ара аралашыу теле) хеҙмәтен үтәгән., XVI—XVII быуаттарҙа ла ул Дағстанда һаман таралған булған әле. XVIII—XIX быуаттарҙа әзербайжан теле Дағстан өлкәһенең Самур округында киң таралған; Самурская үҙәнендә ул милләт-ара аралашыу теле булараҡ ҡулланылған. XIX быуатҡа саҡлы әзербайжан теле, ҡумыҡ һәм авар телдәре менән бер рәттән, тау итәгендәге һәм уйһыу ерле Дағстанда шулай уҡ лингва-франка булып хеҙмәт иткән.
XIX быуат һуңында Дағстанға килгән К. Ф. Ган «бөтөн Дағстанда тиерлек төрөк-татар теле, әйтер кәрәк, интернациональ тел булыуы раҫ (факт)» тип яҙған. Көньяҡ Дағстанда әзербайжан теле XX быуат урталарына саҡлы үҙенең милләт-ара аралашыу теле статусын һаҡлап ҡалған. Шулай, 1950-се йылдарҙа Леонид Иванович Лавров: «Көньяҡ Дағсстандың бөтөн ерендә тиерлек әзербайжан теле икенсе тел булып һанала»тип билдәләгән. Мәҫәлән, рутулдар «өйҙә, эштә һәм йыйылышта үҙҙәренең туған теле менән файҙалана, ләкин әгәр йыйылышта был телде белмәгән башҡа халыҡ (лезгиндар, цахурҙар һ.б.) булһа, ораторҙар йыш ҡына әзербайжан телендә һөйләшәләр» тип хәбәр иткән. Рутулдар өсөн яҙма төҙөүҙең «маҡсатҡа ярашһыҙлығының» бер сәбәбе булып, Л. И. Лавров билдәләгәнсә, «һәр рутулдың әзербайжан теле кеүек үҫешкән телде яҡшы белеүе торған». Агулдарҙың тик «Әзербайжанға эшкә килеп йөрөүсе сифатындағылары ғына» әзербайжан телен белгән.
Бынан тыш, әзербайжан теле күрше халыҡтарҙың туған телдәрен аралашыуҙан ҡыҫырыҡлап сығарған. Мәҫәлән, 1890—1907 йылдарҙа Брокгауз һәм Ефрон Энциклопедик һүҙлегендә «күрше булып йәшәгәнлектән һәм даими аралашҡанлыҡтан, табасарандар әзербайжандарҙың телен өйрәнгәндәр һәм аҙ-аҙлап үҙҙәренең туған телен оноталар»тип билдәләнгән (в настоящий момент в табасаранской лексике много заимствований из азербайджанского языка). Кавказ телдәрен өйрәнеүсе Адольф Дирр табасаран теле буйынса хеҙмәт баҫтырып сығарған, һәм әзербайжан теленең табасаран теленә йоғонтоһо «һүҙлегендә генә түгел, хатта грамматикаһында ла күренә» тигән һығымта яһаған. Көньяҡ Дағстан буйлап йөрөгән Беккер түбәндәгене хәбәр иткән:
Төрки-әзербейжан наречиеһы тат телен ҡыҫырыҡлай бирә; Дербент халҡы һәм сиктәш ҡаф тауы арты мосолман провинциялары менән аралашырға теләгән тау халҡы әзербайжан телен теләп өйрәнә; йыш ҡына шул наречиеға оҡшаһа ла, тәү ҡарауҙан бик аңлашылмаған телдә һөйләшкән башҡа тау халҡы ла әзербайжан телендә аралаша. |
Дағстандан тыш, әзербайжан теле шулай уҡ ҡаф тауы арты халҡы араһында киң таралған. Ф. Т. Марков Әрмәнстандағы ассирийлылар үҙ-ара яңы арамей(айсор) телендә һөйләшкән, тип билдәләй «ә башҡа милләттәр менән аралашҡанда татар (йәғни әзербайжан телен)», Эриван өйәҙендә таралған дөйөм телде ҡулланалар. Әзербайжандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге байтаҡ ултыраҡтарҙа әзербайжан теле аварҙар һәм цахурҙарҙың үҙ-ара аралашыу теленә әйләнде (мәҫәлән, Юхары Чардахлар ауылында). Г. А. Эзов үҙенең «Бөйөк Петрҙың әрмәндәр менән бәйләнеше» тигән китабында, әрмән документтарына аңлатмаһында «күпселеген татар (әзербайжан) һүҙҙәре менән сыбарланған әрмән йәнле һөйләү телендә яҙылған» тип билдәләгән, был яҙмалар әрмән теле диалекттарын өйрәнгәндә файҙаланырлыҡ материал була алыр ине.
1861 йылдың 26 сентябрендә Ахты биләмәһендә Самур округында рус һәм әзербайжан телдәрен өйрәтеүсе донъяуи мәктәп асылған све. 1923—1928 йылдарҙа әзербайжан теле дағстан мәктәптәрендә уҡытыу маҡсатында ҡулланылған берҙән-бер рәсми тел булған. 1952 йылға саҡлы рутуль мәктәптәрендә уҡытыу әзербайжан телендә алып барылған. Цахурҙарҙың 1938 йылдан 1952 йылға, уны рус теле менән алмаштырғанға саҡлы, әзербайжан теле шулай уҡ мәктәптә уҡытыу теле булған.
.
1918 йылдың майында көньяҡ-көнсығыш Ҡаф тауы арты территорияһында бойондороҡһоҙ Әзербайжан Демократик Республикаһы (ӘДР) иғлан ителгән. Яңы барлыҡҡа килгән дәүләттә ниндәй тел — төрөкмө әллә әзербайжанмы — дәүләт теле булыуын хәл итерлек уртаҡ ҡараш булмаған, но уже 27 июня государственным языком АДР был провозглашён тюркский (азербайджанский) язык.
Әзербайжанда Совет власы урынлаштырылғандан һуң әзербайжан теле күп яҡлы үҫеш алған. 1920 йылдың 16 авгусында Азревком «1 һәм 2 баҫҡыс мәктәптәрендә телдәр уҡытыу тураһында» тигән Декрет ҡабул иткән. Шуның менән төрөк (әзербайжан) телен 2 баҫҡыслы мәктәптәрҙә тәүге уҡыу йылынан башлап (уҡыуҙың алтынсы йылы) аҙнаға 4 сәғәт мотлаҡ уҡытыла торған дәрестәр рәтенә индергәндәр. 1921 йылдың июлендә (Ҡаф тауы арты Үҙәк Башҡарма Комитеты) ЗакЦИК-тың икенсе сессияһы ҡайһы бер юғары типтағы мәктәптәрҙә, шулай уҡ техникумдарҙа Ҡаф тауы арты халыҡтарының төп телдәрен һәм уларҙың тарихын һәм көнкүрешен мотлаҡ өйрәнеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Икенсе көндә үк Әзербайжан ССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) республиканың дәүләт учреждениеларын хосуси милектән дәүләт милкенә күсереү буйынса, шул иҫәптән республиканың дәүләт органдарында ҡағыҙ эштәрен һәм хат аша хәбәрләшеүҙе әзербайжан телендә алып барыу тураһындағы декрет ҡабул иткән. АзЦИК эргәһендә әзербайжан телендәге фәнни терминологияны эшләү буйынса Үҙәк комиссия булдырылған.
Совет заманында Ҡаф тауы артында тик Әрмәнстан һәм Грузия ғына үҙ конституцияларына дәүләт теле тураһындағы статьяларҙы индерә алған, шул уҡ ваҡытта Совет Әзербайжанында XX быуаттың икенсе яртыһына саҡлы әзербайжан теле ниндәй ҙә булһа статусҡа эйә булмаған. 1940-сы йылдар аҙағында — 1950-се йылдар башында, Әзербайжан ССР-ы етәксеһе Мир Джафар Багиров дәүерендә әзербайжан телен дәүләт теле итеп иғлан итеүгә ынтылыш яһалған. Хатта бөтөн республиканың учреждениеларын һәм предприятиеларын әзербайжан теленә күсереүҙе тәьмин итергә тейешле комиссия ла ойошторолған булған, ләкин Багировты эштән бушатыу һәм артабан уны ҡулға алыу менән бәйле, был эш туҡтап ҡалған. Тик 1956 йылдың 21 авгусында ғына Әзербайжан ССР-ының 1937 йылғы Конституцияһына дәүләт теле тураһындағы статья өҫтәлгән, һәм әзербайжан теле республикала дәүләт теле тип иғлан ителгән. Джамиль Поладхан оғлы Ғасанлы әзербайжан телен киң һәм бөтөн ерҙә, дәүләт учреждениеларында, эш башҡарыуҙа, шулай уҡ уҡыу һәм мәҙәниәт йорттарында ҡулланыу «милли үҙаңдың үҫешенә этәргес бирҙе» тип уйлай. Әзербайжан ССР-ының 1978 йылғы артабанғы Конституцияһының Ст. 73-сө статьяһы шулай уҡ әзербайжан телен дәүләт теле тип иғлан иткән. Әзербайжан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, әзербайжан теле Әзербайжан Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителде.
Ирандағы 1905—1911 йылдарҙағы Конституцион революцияһы йылдарында Иран Әзербайжанында әзербайжан телендә демократик гәзиттәр баҫылып сыға башлаған, яңы методлы әзербайжан мәктәптәре һаны күбәйгән. 1925 йылда Каджарҙар урынына килгән Пехлеви династияһы әзербайжан телен мәғарифта, матбуғатта һәм эш башҡарыуҙа файҙаланыуҙы тыйған. Бының өҫтәүенә, ул саҡтағы ирандың идара итеүсе даирәләренең күп вәкилдәре әзербайжан теленең барлығын да танымаған. Уларҙың ҡайһы берҙәре әзербайжан телен фарсы теле диалекты тип раҫлағандар, икенселәре әзербайжандар сит ил баҫып алыусылары көсләп таҡҡан телдәрен оноторға тейеш тигән талап ҡуйғандар.
1941 йылдың авгусында совет-инглиз ғәскәрҙәре Иранға баҫып инеп, илдең төньяғын һәм көньяғын оккупациялағандан һуң, ситуация үҙгәргән. Әзербайжандар туған телендә һөйләшеү һәм гәзит сығарыу мөмкинлеген алған. 1945 йылдың ноябрендә совет ғәскәрҙәре яулаған территорияларҙа 1946 йылдың 6 ғинуарында әзербайжан телен Көньяҡ Әзербайжандың дәүләт теле тип иғлан иткән Әзербайжан Милли хөкүмәте барлыҡҡа килгән. Мәктәптәрҙең тәүге ете кластары өсөн әзербайжан телендә дәреслектәр әҙерләнгән һәм баҫылып сыҡҡан. Шул йылдың июнендә, үҙәк власть һәм әзербайжан демократтары араһындағы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән килешеү Әзербайжанда «урта һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыу ике телдә — фарсы һәм әзербайжан» телендә алып барылыуын күҙ уңында тотҡан. Әммә Милли хөкүмәт түңкәрелгәс, әзербайжан телен халыҡ алдында асыҡ файҙаланыу тағы ла тыйылған. Ирандағы 1979 йылғы Ислам революцияһынан һуң Ирандың яңы Конституцияһының 15 статьяһы «урындағы милли телдәр фарсы теле менән бер рәттән матбуғатта, башҡа киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ мәктәптә милли әҙәбиәтте уҡытыуҙа ирекле ҡулланыла ала» тип иғлан иткән.
[[Файл:South Azeri Turks (in Iran) uses the Arabic script.jpg|left|thumb|upright|[[Иран әзербайжандары йәки Көньяҡ әзербайжандар ғәрәп яҙмаһын файҙалана. Иллюстрацияла әзербайжан шағиры Ғүмри Дарбанди китабы Mirzə Məhəmməd Tağı Qumri (1819—1891). Китаптың атамаһы — әзерб. کتاب کلیات کنز المصائب — قمری دربندی مرحوم]] ХХ быуат дауамында әзербайжан теленең яҙмаһы дүрт тапҡыр үҙгәреш кисергән. 1922 йылға саҡлы әзербайжандар, төрөк телдәренә хас үҙенсәлекле билдәләр (ڭ, گ, ۋ, ﭺ, پ, ژ) өҫтәлгән ғәрәп алфавиты менән файҙаланған. Был байтаҡ ҡатмарлы график система булған, һәм уның был сифатына әзербайжан мәҙәниәте вәкилдәре ҡайһы берҙә иғтибар иткәндәр. Мәҫәлән, XVI быуатта уҡ шағир Физули ғәрәп яҙмаһының ҡатмарлылығын билдәләгән. Тәүгеләрҙән булып, алфавит реформаһы проекты менән фәйләсүф-материалист һәм яҙыусы-драматург Мирза Фатали Ахундов сығыш яһаған. 1857 йылда ул ғәрәп алфавиты реформаһының тәүге проектын төҙөгән һәм, уға таяныс эҙләп, Константинополгә барған, әммә уның проектын кире ҡаҡҡандар. Уңыш ҡаҙанмаған тырышлыҡтарҙан һуң ахырҙа, 1873 йылда, латин һәм рус алфавиттарына таянып, силлабик ғәрәп алфавитын тулыһынса алмаштырған һәм әзербайжан теленең өн үҙенсәлектәренә ҡулайлашҡан алфавит төҙөгән. Һуңғыһы 42 билдәнән торған. Әзербайжан алфавитын латинлаштырыу мәсьәләһе 1906 йылда ла ҡуҙғатылған.
Тик Рәсәйҙә Граждандар һуғышы тамамланғандан һәм Ҡаф тауында һәм Урта Азияла Совет власы урынлаштырылғандан һуң ғына, ғәрәп алфавитын латин алфавиты менән алмаштырыу маҡсатында көрәш башланған. СССР-ҙа милли алфавиттарҙы латинлаштырыуҙың башында Әзербайжан торған. 1925 йылда Баҡыла Әзербайжан ССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) рәйесе Самед Аға Ағамалы оғлы етәкселегендәге яңы алфавиттың Бөтә Союз үҙәк комитеты (ВЦКНА) булдырылған. 1926 йылдың мартында Баҡыла үткән I Бөтә союз төрки телдәрен өйрәнеүселәр (тюркология) съезында төрки телдәрҙе сиратлап (этаплап) латинлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
1929 йылда ғәрәп алфавиты латиница нигеҙендәге яңәлиф менән алмаштырылған (Бойондороҡһоҙ Әзербайжан Демократик Республикаһы (АДР) заманында, 1918—1920 йылдарҙа уҡ, планлаштырылған булған).
A a | B b | C c | Ç ç | D d | E e | Ə ə |
F f | G g | Ğ ğ | H h | X x | I ı | İ i |
J j | K k | Q q | L l | M m | N n | O o |
Ö ö | P p | R r | S s | Ş ş | T t | U u |
Ü ü | V v | Y y | Z z |
1939 йылда кириллица индерелгән (кириллизация процесы СССР-ҙың бөтөн төрөк халыҡтары телдәренә таралған), ә 1958 йылда был алфавит, әзербайжан телнең ихтыяждарына тура килтереп, үҙгәртелгән. 1991 йылда, 1929-39 йылдарҙағы тәүге вариантынан айырмалы булған, ләкин төрөк теленең орфографик нормаларына яҡынайтылған, латин нигеҙле алфавитҡа күсерелгән.
А а | Б б | В в | Г г | Ғ ғ | Д д | Е е |
Ә ә | Ж ж | З з | И и | Ј ј | К к | Ҝ ҝ |
Л л | М м | Н н | О о | Ө ө | П п | Р р |
С с | Т т | У у | Ү ү | Ф ф | Х х | Һ һ |
Ч ч | Ҹ ҹ | Ш ш | Ы ы | ' |
Хәҙерге ваҡытта яҙманың бер нисә варианты файҙаланыла — Әзербайжан Республикаһында латиница нигеҙендә, Иран Әзербайжанында ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә һәм Дағстанда кириллица нигеҙендә.
Хәҙерге әзербайжан әлифбәһе төрөк әлифбәһе нигеҙендә төҙөлгән. Ул 32 хәрәфтән тора. Шул иҫәптән 29 хәрәф төрөк әлифбәһенән, 3 хәреф телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Х Х, Q q хәрефтәре.
Әзербайжан теле төрөк телдәренең көньяҡ-көнбайыш тармағының уғыҙ телдәре төркөмсәһенә ҡарай. Шул төркөмсәгә ғағауз, ҡырым татар теленең көньяҡ яры диалекты, үзбәк теле уғыҙ диалекты, салар, төрөк һәм төркмән телдәре ҡарай. Әзербайжан теленең ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәре уны үзбәк, нуғай һәм ҡумыҡ телдәре менән яҡынайта.
Фарсыстан провинцияһында йәшәгән ҡашҡай ҡәбиләләре һөйләшкән ҡашҡай наречиеһы әзербайжан теленә бик яҡын тора. Василий Владимирович Бартольд, 1914 йылда А. Ромаскевич яҙып алған йырҙарҙан сығып, ҡашҡайҙар теле төркмән һәм әзербайжан теленә яҡын булған төрөк теленең көньяҡ диалекты тигән. Гаррод, ҡашҡайҙар араһында тел буйынса материал йыйған көнсығышты өйрәнгән швед ғалимы Ярринг ҡашҡай телен тулыһынса тиерлек әзербайжан теленә тура килә, тип иҫәпләй тигән. Герхард Дёрфер фекеренсә, айналлу һәм ҡашҡай телдәре шул тиклем әзербайжан теленә яҡын, хатта уларҙыәзербайжан теленең диалекты тип уйларға урын бар. Ҡашҡай, сонҡор-төрөк телдәре һәм айналлу әзербайжан теле һәм хөрәсән-төрөк теле араһында торған тел формалары тип һанай.
Әзербайжан телендә 9 һуҙынҡы һәм 23 тартынҡы фонема бар. Түбәндәге тартынҡы фонемалар бар (ҡыя һыҙыҡ араһында — МФА фонемалары; мөйөшлө йәйәләрҙә — кириллица һәм латиница хәрефтәре):
Иренләшкән тартынҡылар | Теш тартынҡылары | Постальвеоляр тартынҡылар | Палаталь тартынҡылар | Веляр тартынҡылар | Глотталь тартынҡылар | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Танау тартынҡылары | /m/ ⟨м⟩ ⟨m⟩ | /n/ ⟨н⟩ ⟨n⟩ | ||||||||||
Шартлаулы тартынҡылар | /p/ ⟨п⟩ ⟨p⟩ | /b/ ⟨б⟩ ⟨b⟩ | /t/ ⟨т⟩ ⟨t⟩ | /d/ ⟨д⟩ ⟨d⟩ | /t͡ʃ/ ⟨ч⟩ ⟨ç⟩ | /d͡ʒ/ ⟨ҹ⟩ ⟨c⟩ | /c/ ⟨к⟩ ⟨k⟩ | /ɟ/ ⟨ҝ⟩ ⟨g⟩ | /k/ ⟨к⟩ ⟨k⟩ | /ɡ/ ⟨г⟩ ⟨q⟩ | ||
Фрикатив тартынҡылар | /f/ ⟨ф⟩ ⟨f⟩ | /v/ ⟨в⟩ ⟨v⟩ | /s/ ⟨с⟩ ⟨s⟩ | /z/ ⟨з⟩ ⟨z⟩ | /ʃ/ ⟨ш⟩ ⟨ş⟩ | /ʒ/ ⟨ж⟩ ⟨j⟩ | /x/ ⟨х⟩ ⟨x⟩ | /ɣ/ ⟨ғ⟩ ⟨ğ⟩ | /h/ ⟨һ⟩ ⟨h⟩ | |||
Аппроксиманттар | /l/ ⟨л⟩ ⟨l⟩ | /j/ ⟨ј⟩ ⟨y⟩ | ||||||||||
Ҡалтырауыҡ тартынҡылар/ Бер баҫымлы тартынҡылар | /r~ɾ/ ⟨р⟩ ⟨r⟩ |
Алғы рәт һуҙынҡылары | Артҡы рәт һуҙынҡылары | |||
---|---|---|---|---|
Иренләшмәгән | Иренләшкән | Иренләшмәгән | Иренләшкән | |
Юғары күтәрелеш һуҙынҡылары | /i/ ⟨и⟩ ⟨i⟩ | /y/ ⟨ү⟩ ⟨ü⟩ | /ɯ/ ⟨ы⟩ ⟨ı⟩ | /u/ ⟨у⟩ ⟨u⟩ |
Урта күтәрелеш һуҙынҡылары | /e/ ⟨е⟩ ⟨e⟩ | /ø/ ⟨ө⟩ ⟨ö⟩ | /o/ ⟨о⟩ ⟨o⟩ | |
Түбән күтәрелеш һуҙынҡылары | /æ/ ⟨ә⟩ ⟨ə⟩ | /ɑ/ ⟨а⟩ ⟨a⟩ |
Юғарыла һанап киткән фонемаларҙан тыш, ҡайһы бер диалекттарҙа һәм һөйләштәрҙә ц и дз аффрикаттары, шулай уҡ теш-теш ∂ (башҡорт һәм төркмән телендәге кеүек) һәм веляр һыҙғыслы танау өнө н (мәҫәлән, немец һүҙендәге кеүек dinge)
Әзербайжан телендә түбәндәге үҙаллы һүҙ төркөмдәре бар: исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, рәүеш; ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләр, мөнәсәбәт (модаль) һүҙҙәр; һәм ымлыҡтар.
Әзербайжан телендә исем һан, эйәлек төшөнсәһе, килеш һәм хәбәрлек грамматик категорияларына эйә. Шул уҡ ваҡытта род, класс һәм йәнлелек категориялары юҡ. Әзербайжан телендә яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр бар. Бер төрлө предметтарҙың һәм уларға тура килгән төшөнсәләрҙең дөйөм атамаларын белдергән һүҙҙәр исемдәрҙең төп массаһын тәшкил итә. Бынан тыш, исемдәр конкрет һәм ситләштерелгән була. Тәүгеләре һиҙеү органдарыбыҙ аша ҡабул итһә (миҫал daş — таш, ayaq — аяҡ, palıd — имән), һуңғылары сифат, хәл-торош, эш-хәрәкәт йәки дөйөм бер төшөнсә (миҫал sözlük — һүҙлек, acizlik — көсһөҙлөк, inanış — ышаныс) аңлаталар. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең функциялары булып айырым индивидуумдарҙы һәм берәмек предметтарҙы башҡа оҡшаш йә бер төрлө йән эйәләренән, ваҡиғаларҙан һәм предметтарҙан айырыу маҡсаты тора.
Әзербайжан телендә 6 килеш бар.
Тарихтың төрлө периодтарында әзербайжан теле грамматика дәреслектәрендә килештәрҙең төрлө һаны күрһәтелгән булған
Әзербайжан теленең төп лексик фондын төп әзербайжан һүҙҙәре тәшкил итә, уларҙың күбеһе туғандаш төрки телдәргә тура килә (туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен, хайуандар атамаларын, тән өлөштәрен аңлатҡан һүҙҙәр, һандар, сифаттар, зат алмаштары, ҡылымдар һ.б)>.
Урта быуаттарҙа әзербайжан китап теленә байтаҡ ғәрәп һүҙҙәре үтеп ингән. Каир университетының ғәрәп теле һәм әҙәбиәте профессоры Хани ас-Сиси әзербайжан телендә ғәрәп тамырлы 10 меңгә яҡын һүҙ бар тип билдәләне (2009). Әзербайжан телендә ғәрәптәр үҙҙәре лә ҡулланмаған боронғо ғәрәп һүҙҙәре осрай икән. Иранизмдар ҙа осрай. Шулай ҙа ғәрәп-фарсы һүҙҙәре менән бер рәттән әзербайжан һүҙ-синонимдары ла байтаҡ: ölçü 'үлсәм' (әзерб.) — мигjас (ғәрәп), incə 'нәҙек' (әзерб.) — назик (фарс.).
«Китаби Деде Коркуд» уғыҙ героик эпосы XIII—XV быуаттарҙа тулыһынса формалашып бөткән. Ул иртә эпоха дөйөм уғыҙ әҙәби традицияһына ҡарай, һәм төрөк, үзбәк, төркмән һ.б. төрки халыҡтарының дөйөм әҙәби байлығы ла.
Әҙәби әзербайжан теле әзербайжан халҡы формалашыуы менән йәнәшә барған. Әзербайжан төркиҙәре телендәге әҙәбиәткә XIV—XV быуаттарҙа нигеҙ һалынған. Әзербайжан телендәге автор әҙәбиәте һәйкәленең һаҡланып ҡалған иң иртә өлгөһө XIV быуатҡа ҡарай — ул Изеддин Ғасаноғлының газеле — шиғри юлы. Хәҙерге заман әзербайжан әҙәби теле, Мирза Фаталм Ахундов, Джалил Гусейнкули оғлы Мамедкулизаде, М. А. Сабир кеүек алдынғы ҡарашлы әҙәбиәт эшмәкәрҙәре һәм мәғрифәтселәренең тырышлығына таянып, формалашҡан; уның яңы үҫеш этабы 1918 йылда Әзербайжан Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеүенә һәм милләттең консолидацияһына бәйләнгән.
Әзербайжан телендә гәзит-журналдар 1820—1830 йылдарҙа баҫыла башлаған.
Әзербайжан теле Әзербайжан Республикаһының дәүләт теле һәм Дағстан Республикаһының рәсми телдәренең береһе. Дағстан]] (Рәсәй).
2001 йылдың 18 июнендә Әзербайжан президенты Гейдар Алиев «Дәүләт телен ҡулланыуҙы камиллаштырыу тураһында» тигән Указына ҡул ҡуя, 2001 йылдың 1 авгусында бөтөн ерҙә лә әзербайжан алфавитын латин графикаһына алмаштырыу башҡарылған. 2001 йылдың 9 авгусында «Әзербайжан алфавиты һәм теле» тигән Указ сыҡҡандан башлап, 1 август Әзербайжан алфавиты һәм теле көнө байрамы итеп билдәләнә.
ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ, Әзербайжанда, Грузияла, Дағстанда, Үзбәкстанда, Төркмәнстанда, Ҡаҙағстанда һәм Украинала, шулай уҡ Иранда һәм Ираҡта йәшәгән әзербайжандарҙың теле. Элекке СССР территорияһында говорит около 2,94 млн. кеше әзербайжан телендә һөйләшкән (1959; 1965 йыл башына 3,6 млн, баһа). Әзербайжан теле төрөк телдәренең көньяҡ-көнбайышы тармағына ҡарай.
Оригинал текст (рус.)Профессором Мирзой Казем-Беком написано более 110 научных трудов, многие из них трактуют об общественно-политических и философских течениях на Востоке; в особенности следует отметить исследования Казем-Бека в изучении азербайджанского языка. Мирза Казем-Бек, более, чем 100 лет тому назад, создал основные принципы научной грамматики азербайджанского языка. Следует также отметить, что именно он впервые научно обосновал и употреблял термин «азербайджанский язык». Причем он писал «адербиджанский» Говоря о своих исследованиях в области изучения азербайджанского языка, Казем-Бек писал: «Я счастлив тем, что первый мог писать так пространно об этом предмете. Я сделал теперь для русского поколения молодых ориенталистов, сколько дозволили мне мои досуги».
Then, by the order of Joseph Stalin, the name of the formal language of Azerbaijan was changed from Turkish to Azeri. Both the adoption of Azerbaijan for the region and Azeri for the language of the new entity are historically and linguistically questionable (for detail discussion of these developments in the 19th and early 20th centuries, see Tadeusz Swietochowski, Russian and Azerbaijan: A Borderland in Transition, New York, 1995; Idem, Russian Azerbaijan 1905-1920: The Shaping of National Identity in a Muslim Community, Cambridge, 1985, Repr. 2005).
По схеме проф. М. А. Ширалисва в А. я. различаются следующие шесть диалектальных групп: 1) восточная (кубинский, бакинский, шемахинский, сальянский и ленкоранский диалекты); 2) западная [газахский (не смешивать с казахским языком Казахской ССР), борчалинский и айрумский диалекты]; 3) северная (нухинский, закатальский и куткашенский диалекты); 4) южная (нахичеванский, ордубадский, ереванский диалекты); 5) центральная (кировабадский и карабахский диалекты); 6) диалекты Южного Азербайджана (за пределами СССР).
Ләкин халыҡтың төркиләшеүе башланыуҙың хәл иткес рубежы - XI быуат. Ошо ваҡытта Әзербайжанға баҫып алыусыларҙың яңы тулҡыны ябырыла. Хәҙер инде Урта Азиянан килгән төрөк-сельджуктар булған. Улар Византия менән уңышлы һуғыша һәм, 1071 йылда Манцикирт янында еңгәс, Ҡаф тауы арты территорияһының күпселек өлөшөн үҙҙәренә буйһондорғандар. Именно с этих пор население Северного Азербайджана подверглось интенсивной тюркизации.
The early Azeri texts are a part of the Old Osmanli literature (the difference between Azeri and Turkish was then extremely small). The oldest poet of the Azeri literature known so far (and indubitably of Azeri, not of East Anatolian of Khorasani, origin) is ʿEmād-al-dīn Nasīmī (about 1369—1404, q.v.).
Проникновение тюрок в Восточное Закавказье постепенно привело к тюркизации значительной части местного населения, что положило именно в ХI-ХIII вв. начало формированию тюркоязычной азербайджанской народности. Однако отделять тюрок Азербайджана и Восточного Закавказья от малоазиатских до XV-XVI вв. вряд ли правомерно, хотя уже к XIV в. восточнотюркские наречия этого малоазиатско-западноиранско-закавказского региона выделились как самостоятельные. Знаменитый поэт Несими, живший в арабских странах, считается одним из ранних азербайджанских писателей.
A written, classical Azeri Turkish literature began after the Mongol invasion, and developed strongly in the 16th century after the Safavid dynasty established its dominance in Iran.
It was in the 13th and 14th centuries that a stylized poetry began to develop, partly due to Eastern Turkic traditions brought from Khorasan during the Mongol occupation. An early example is a couple of verses of Turkish and Persian poetry attributed to the late-13th-century minor poet Sheikh ʿEzz-al-Din Esfarāʾini, known as Ḥasanoḡlu or Pur-e Ḥasan (cf. Heyʾat, 1979, p. 26).
An Azerbaijani literary language began to develop in the 15th century.
...
Azerbaijani reached a high level of development in the 16th century.
In the 16th century, the Turcophone Safavid family of Ardabil in Azerbaijan, probably of Turkicized Iranian (perhaps Kurdish), origin, conquered Iran and established Turkic, the language of the court and the military, as a high-status vernacular and a widespread contact language, influencing spoken Persian, while written Persian, the language of high literature and civil administration, remained virtually unaffected in status and content.
Перевод: В XVI веке тюркоязычная семья Сефевидов из Ардебиля в Азербайджане, вероятно, тюркизированного иранского (возможно, курдского) происхождения, завоевала Иран и установила тюркский — язык судопроизводства и армии, в качестве разговорного языка элиты и широко распространённого в общении, который повлиял на разговорный персидский; в то время как письменный персидский — язык высокой литературы и гражданской администрации, остался практически в неизменном состоянии.
qizilbash normally spoke Azari brand of Turkish at court, as did the Safavid shahs themselves; lack of familiarity with the Persian language may have contributed to the decline from the pure classical standards of former times
Safavid power with its distinctive Persian-Shi'i culture, however, remained a middle ground between its two mighty Turkish neighbors. The Safavid state, which lasted at least until 1722, was essentially a "Turkish" dynasty, with Azeri Turkish (Azerbaijan being the family's home base) as the language of the rulers and the court as well as the Qizilbash military establishment. Shah Ismail wrote poetry in Turkish. The administration nevertheless was Persian, and the Persian language was the vehicle of diplomatic correspondence (insha'), of belles-lettres (adab), and of history (tarikh).
Әзербайжан әҙәби теле нигеҙҙә уғыҙ һәм ҡыпсаҡ ҡәбилә телдәре базаһында үҫешкән, әммә ғәрәп һәм фарсы телдәренең ҙур йоғонтоһо күҙгә ташлана. Әзербайжан әҙәби теленең ғәрәп-фарсы лексикаһы менән туҡланыуы уны халыҡсан һөйләш теленән байтаҡҡа алыҫлаштырған. Әзербайжан әҙәби теленең тарихы яҡынса XIII быуатта башланһа ла, хатта XIV—XVI быуаттарҙа ла әҫәрҙәр башлыса фарсы телендә ижад ителгән. В XVI—XVII вв. более заметно начинает проявляться тенденция сближения литературного языка с разговорным азербайджанским: в творениях Мухаммеда Физули, Говси Тебризи и др. В произведениях поэта XVIII в. Вагифа эта тенденция сближения литературного языка с разговорным проявилась ещё ярче. Таким образом, длительное время в Азербайджане существовало два литературных языка: 1) на азербайджанской основе и 2) на арабско-персидской, с элементами азербайджанского языка. Первый применялся в основном в ашугской поэзии, второй — в юридической литературе, исторических сочинениях и т. п. В 70—80-х годах прошлого столетия завершается процесс оформления азербайджанского литературного языка, который освобождается от многих арабизмов, некоторых тяжёлых арабско-персидских оборотов и тем самым ещё заметнее сближается с разговорным. Большую роль в ускорении этого процесса сыграло творчество М. Ф. Ахундова, Г. Зардаби и др.
Languages used at present or in the past as lingua franca in the Caucasus
Azeri in Southern Daghestan
Kumyk in Northern Daghestan
Avar in Western Daghestan
Nogay in Northern Daghestan
Circassian in Western Caucasus
Russian across the Caucasus (since the second half on the 19th c.)
...
In the 16th- 17th centuries Azeri started to be used as a lingua franca in southern Daghestan by such peoples as Budukh, Kryz, Khinalug, Udi, Tsakhur, Rutul, Tabasaran, Lezgi, partially Avar ad Lak. In the Samur valley of Daghestan, until 1960s, the Rutuls, Tsakhurs, Lezgis and Laks have used a local Azeri koine for mutual communication
1923 […] saw the beginnings of a strong anti-religion movement in Daghestan, emanating from the Party Government. A crucial part of this movement was the campaign against Arabic. Initially, this meant a move toward Azerbaijani, which was declared the sole language of instruction in 1923, a status that continued only briefly, until 1928, when it was replaced by Kumyk in schools.
Перевод: В 1923 году […] началось мощное движение против религии в Дагестане, исходящее из партийного правительства. Важнейшей частью этого движения являлась кампания против арабского языка. Первоначально это означало переход к азербайджанскому, который был объявлен единственным языком обучения в 1923 году. Этим статусом он пользовался недолго, до 1928 года, когда он был заменён в школах на кумыкский
Мало того, поначалу в Азербайджане даже не было согласия относительно того, какой язык положить в основу литературного языка нового государства — турецкий или азербайджанский (Swietochowski, 1991. Р. 57—61; 1995. Р. 68-69, 79). Название «азербайджанцы» входило в обиход постепенно. Даже в 1920-е годы применялись термины «азербайджанские тюрки» или «азербайджанские татары», и это было официально зафиксировано на Всесоюзном тюркологическом съезде в 1926 года Например, первый председатель Совнаркома Азербайджанской Республики Н. Нариманов (1870—1925) до конца своих дней называл себя «тюрком». Только после 1936 году термин «азербайджанцы» полностью обрел право на существование
With the fall of Pīšavārī’s government, the ban against the public use of Azeri was renewed, a ban that was in force for more than half a century overall.
Ҡалып:Wiktionarycat Ҡалып:Wikiquote
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Әзербайжан теле, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.