Инфля́ция (лат. inflatio «күбеү») — тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың дөйөм кимәле күтәрелеүе.
Инфляция | |
Ҡайҙа өйрәнелә | Макроиҡтисад һәм финансовая экономика[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | дефляция[d] |
Инфляция Викимилектә |
Инфляция ваҡытында тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтары даими арта бара, бер үк аҡсаға уларҙы элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ һатып алып була. Асылда, аҡсаның һатып алыу һәләте кәмей, уның ҡиммәте арзаная. Аҡсаның арзанайыуы баҙар иҡтисадында хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә. Хужалыҡ итеүҙең административ-команда системаһында аҡсаның арзанайыуы хаҡтар үҫеүенә килтермәүе лә ихтимал, әммә ул ваҡытта тауар дефициты күҙәтелә.
Инфляция оҙайлы, тотороҡло процесс булараҡ ҡарала. Инфляция бөтә хаҡтарҙың да бер ваҡытта күтәрелеүен аңлатмай, сөнки айырым тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың түбәнәйеүе йәки үҙгәрешһеҙ ҡалыуы ихтимал. Хаҡтарҙың дөйөм кимәле, йәғни ВВП дефляторы үҫеүе инфляцияға килтерә.
Иҡтисад фәнендә инфляцияның түбәндәге сәбәптәре билдәләнә:
Инфляцияны үлсәүҙең иң киң таралған ысулы булып ҡулланыусылар хаҡтары индексы (ИПЦ) тора. Ул алдан билдәләнгән тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар кимәлен даими күҙәтеү аша иҫәпләнә. Билдәләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр исемлеге ҡулланыусылар кәрзине тип атала. Ҡулланыусылар кәрзиненең дөйөм хаҡы үлсәнә һәм алдағы осорға ҡарата үҙгереү индексы билдәләнә.
Рәсәйҙә Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте инфляция кимәлен даими күҙәтә, ҡулланыусылар хаҡтары индексын иҫәпләй һәм рәсми баҫтырып сығара. Рәсми индекстар йыш ҡына кешеләр мәнфәғәтендә төҙәтеү коэффициенттары булараҡ, мәҫәлән, компенсация, зыян күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла.
Был индекстан тыш, шулай уҡ ҡулланыусылар хаҡтарының база индекстары (БИПЦ) ла иҫәпләнә. База инфляцияһы индексы ҡулланыусылар хаҡтары индексына инә. Был индекс хаҡтарҙың административ, осраҡлы ваҡиға, миҙгел йоғонтоһо аҫтында хаҡтарҙың ҡыҫҡа осорҙа киҫкен үҙгәрештәренән тыш иҫәпләнә. БИПЦ ғәҙәти ИПЦ кеүек, үк шул уҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр кәрзине өсөн иҫәпләнә. Әммә, хаҡтарҙың ваҡытлыса үҙгәреүенә йоғонтоло тауарҙар һәм хеҙмәттәр иҫәпкә алынмай.
Ҡулланыусылар хаҡтары индексынан тыш инфляцияны иҫәпләүҙең башҡа ысулдар ла бар. Ҡағиҙә булараҡ, бер нисә төп ысул ҡулланыла:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Инфляция, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.