Макроиҡтисад: иҡтисад теорияһы бүлеге

Макроиҡтисад ( бор.

грек. μακρός — «оҙон», «ҙур», οἶκος — «өй» һәм νόμος — «ҡанун») — иҡтисад теорияһы бүлеге; иҡтисадты дөйөм, иҡтисад системаһының бер бөтөн булараҡ эшләүен, иҡтисади күренештәр йыйылмаһы булараҡ өйрәнеүсе фән. Төбәк, милли һәм глобаль иҡтисадтарҙы үҙ эсенә ала .

Макроиҡтисад
Рәсем
Өйрәнеү объекты эске тулайым продукт, инфляция, Иҡтисад үҫеүе һәм Иҡтисад циклдары[d]
Ҡапма-ҡаршыһы микроэкономика[d]
Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы Макроиҡтисад Викимилектә

Термин Рагнар Фриш тарафынан тәүге тапҡыр 1934 йылдың 14 авгусында ҡулланылған. Хәҙерге заман макроиҡтисад теорияһына нигеҙ һалыусы булып «Дөйөм мәшғүллек теорияһы, процент һәм аҡса» китабы авторы Джон Мейнард Кейнс иҫәпләнә (1936, ингл. The General Theory of Employment, Interest, and Money).

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы
Макроиҡтисад теорияһына нигеҙ һалыусы, Джон Мейнард Кейнс

Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре

Макроиҡтисад фәне микроиҡтисад кимәлендә яуабы булмаған мәсьәләләр менән шөғөлләнә. Макроиҡтисад тарафынан өйрәнелгән мәсьәләләр дөйөм алғанда иҡтисад өсөн уртаҡ булып тора. Макроиҡтисад мәсьәләләре тип түбәндәгеләрҙе атарға мөмкин:

  • Иҡтисади үҫеш, иҡтисади циклдар: Нимә ул иҡтисади үҫеш? Иҡтисади үҫеш темптарын нисек билдәләргә? Иҡтисади үҫешкә ниндәй факторҙар йоғонто яһай ала? Иҡтисади үҫеш илдең үҫешенә нисек йоғонто яһай?
  • Эшһеҙлек: Эшһеҙҙәр кемдәр ул? Эшһеҙлек иҡтисад өсөн ыңғай йәки зарарлы фактор булып торамы? Эшһеҙлек менән нисек көрәшергә? Илдәге эшһеҙлек кимәлен нисек билдәләргә мөмкин? Эшһеҙлек нимәгә йоғонто яһай?
  • Хаҡтарҙың дөйөм кимәле: Хаҡтарҙың дөйөм кимәле аҫтында нимәне күҙ уңында тоталар? Хаҡтар кимәлендәге үҙгәрештәр иҡтисад торошона нисек йоғонто яһай? Инфляция нимә ул? Ниндәй инфляция файҙалы, ә ниндәй зарарлы?
  • Аҡса әйләнеше, процент ставкаһы кимәле: Макроиҡтисадта аҡсаның роле ниндәй? Дөйөм процент ставкаһына нимә йоғонто яһай һәм ул иҡтисадта нимәгә йоғонто яһай?
  • Дәүләт бюджеты: Дәүләт нисек үҙ килемдәрен һәм сығымдарын көйләй? Йәмғиәттең именлеге йәки илдә бизнес үҫеше дәүләт бюджетындағы үҙгәрештәргә бәйлеме?
  • Сауҙа балансы: Ил башҡа илдәр менән нисек халыҡ-ара сауҙа алып бара? Экспорт һәм импорттағы үҙгәрештәр валюта курсына, илдең үҫешенә, донъя иҡтисады торошона нисек йоғонто яһай?

Макроиҡтисад фәне тарихы

Макроиҡтисад фән булараҡ сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән. Егерменсе быуаттың 30-сы йылдарына тиклем был терминдың үҙе лә булмаған. 1940 йылдан 1977 йылға тиклем был фәнде ғилми нигеҙләү бара, ә 1980-се йылдарҙан башлап макроиҡтисад фәненең һиҙелерлек үҫеше башлана.

Шуға ҡарамаҫтан, быға тиклем күпкә алдан иҡтисадтың тәртибен, уның үҫеше өсөн теге йәки был иҡтисади сәйәсәтте файҙаланырға мөмкин булған йәки ҡулланырға ярамаған сәбәптәрҙе, иҡтисадта оҙайлы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы осорҙар араһындағы айырманы һәм башҡа факторҙарҙы аңлатҡан яңынан-яңы макроиҡтисади идеялар тыуып торған. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡапма-ҡаршы нигеҙле. Шулай итеп, төрлө ҡарашлы бихисап макроиҡтисади ағымдар, макроиҡтисад ғилеменең тотош мәктәптәре барлыҡҡа килә.

Макроиҡтисад тураһында тәүге күҙаллауҙар

Меркантилизмдан алып марксизмға тиклем

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Карл Маркс

Макроиҡтисадтың сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, иҡтисадты макрокимәлдә өйрәнеү Кейнсиан революцияһына тиклем үк башлана.

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Жан Батист Кольбер

XV быуатта меркантилизм, иҡтисади ҡарашлы беренсе ағым, ғилми мәктәп барлыҡҡа килә. Уның үҫешенә Антуан де Монкретьен, Уильям Стаффорд, Томас Ман, Жан Батист Кольбер һиҙелерлек йоғонто яһай . Ил менән идара итеүселәрҙең рәсми ҡарарҙар нигеҙендә иҡтисадҡа йоғонто яһауы, аҡса менән тәьмин итеүҙе арттырыу йәки кәметеү, илдә етештерелгән тауарҙарҙы экспортлау һәм импортты сикләү иҫәбенә сауҙа балансын яҡлау кеүек мәсьәләләр ҡарала. Меркантилистар аҡса әйләнеше өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә.

XVIII быуат уртаһында физиократтар мәктәбе барлыҡҡа килә (Франсуа Кенэ, Анн Робер Жак Тюрго, Виктор Мирабо һәм Пьер Поль Мерсье де Ла Ривьер). Уларҙың ғилми ҡарашы иҡтисадта ауыл хужалығының төп роленә нигеҙләнә. Мәҫәлән, иң тәүге һәм билдәле иҡтисади моделдәрҙең береһе, Кенэ таблицаһы, бөтә йәмғиәтте етештереүселәргә, нәтижәһеҙҙәргә һәм милекселәргә бүлеп, «милли тулайым бол» ( ингл. Net national product) әйләнешен ауыл хужалығы күҙлегенән генә сығып аңлата.

XIX быуатта марксизм һәм марксистик сәйәси иҡтисад мәктәбе барлыҡҡа килә. Был ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусылар булып Карл Маркс һәм Фридрих Энгельс тора. Маркстың иҡтисади тәғлимәте макроиҡтисад теорияһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Өҫтәмә ҡиммәт, етештереү мөнәсәбәттәре, ябай һәм киңәйтелгән яңынан етештереү кеүек яңы төшөнсәләр индерелә һәм әүҙем үҫешә.

Классик мәктәп

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Бөйөк депрессия үҙ-үҙен көйләүсе классик иҡтисадҡа ышанысты ҡаҡшата

Үҙ-үҙен көйләүсе иҡтисад яҡлыларҙы классик йәки неоклассик макроиҡтисад вәкилдәре тип иҫәпләйҙәр. Был ғилми мәктәп ун етенсе быуатта уҡ нигеҙләнә. XVIII быуат аҙағында классик иҡтисад теорияһы үҫешенең икенсе этабы башлана. Был осорҙа Адам Смит үҙенең «күренмәгән ҡул принцибы» менән макроиҡтисад фәненә көслө йоғонтоһо яһай.

Иҡтисадтың мәңгелек тотороҡлоғо тураһында гипотезалар барлыҡҡа килә, «ҡыҫылмаусанлыҡ тәғлимәте» тыуа. Был тәғлимәт барлыҡ баҙарҙарҙа ла камил конкуренция эшләй, ихтыяж һәм тәҡдимдәр торошона бәйле бөтә хаҡтар ҙа даими үҙгәрә, баҙар үҙ аллы тотороҡло хәлгә килә тип иҫбатлай.

Ун туғыҙын быуат Давид Рикардо һәм Томас Мальтус кеүек иҡтисадсылар менән билдәле. Тап ошо осорҙа макроиҡтисадта дөйөм ихтыяж һәм тәҡдимдәрҙең дисбалансы булыуы мөмкин түгел тигән фараз яһала, сөнки тәҡдим үҙе ихтыяж тыуҙыра тиелә. Был раҫлауҙы күренекле француз иҡтисадсыһы Жан Батист Сэй яһай һәм Сэй законы тип атала .

Классик модель яҡлылар өсөн иҡтисадта ресурстарҙың сикләнгән булыуы төп проблема тыуҙыра һәм XX быуат башына ғәмәлдән сыға. Икенсе донъя һуғышы һәм 1930-сы йылдарҙағы Бөйөк депрессия ваҡытында донъя иҡтисады үҙ-үҙен көйләй алмай.

Неоклассик макроиҡтисади фекерҙең төп вәкилдәре булып Альфред Маршалл, Леон Вальрас, Артур Пигу һәм башҡалар тора.

Австрия мәктәбе
Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Ойген фон бем-баверк

XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килгән Австрия иҡтисад мәктәбе вәкилдәре баҙар хаҡтары механизмының үҙ-үҙен көйләүсе ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был ҡараштың нигеҙендә кеше ҡылығының үҙенсәләктәре һәм баҙар торошоның даими үҙгәреүе иҡтисадта математик моделләштереүҙе ҡатмарлаштыра тигән раҫлау тора. Макроиҡтисад мәсьәләләрен, шул иҫәптән аҡса циклын өйрәнгәндә иҡтисадсылар капиталдың гетерогенлығына һәм ваҡытлы структуралы булыуына баҫым яһай.

Австрия мәктәбенең төп вәкилдәре тип Карл Менгер, Ойген фон Бём-Баверк, Людвиг фон Мизес һанала. XX быуат Австрия мәктәбенә ҡараған билдәле иҡтисадсылар иҫәбенә шулай уҡ Генри Хэзлитт, Мюррей Ротбард һәм Фридрих фон Хайек инә.

«Кейнсиан революцияһы»һәм заманса макроиҡтисадтың барлыҡҡа килеүе

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Бәй Бернанка — Кейнсиан мәктәп вәкилдәренең береһе
Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Грегори Мэнкью

Кейнсиан иҡтисад мәктәбенә 1939 йылда Британия иҡтисадсыһы Джон Мейнард Кейнс нигеҙ һала. Ул үҙенең «Дөйөм мәшғүллек теорияһы, процент һәм аҡса» китабын баҫтырып сығара. Был ваҡытҡа Бөйөк Депрессия классик, йәки үҙ-үҙен көйләүсе иҡтисадҡа ышанысты ҡаҡшата. 1929-1933 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышы һәм Бөйөк Депрессия тәжрибәһенән сығып, Кейнс классик иҡтисад идеяларын тулыһынса тиерлек инҡар иткән һығымта яһай.

Беренсенән, ул баҙарҙа тик камил конкуренция ғына эшләй алмаясағын күрһәтә. Икенсенән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хаҡтарҙың үҙгәрешһеҙ булыуы ихтимал, тип фаразлай. Кейнсиан ағымы вәкилдәре әйтеүенсә иҡтисад тотороҡһоҙ булыуы ихтимал. Ҡайһы бер осраҡта, баҙар үҙен көйләй алмағанда, ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән ваҡытта дәүләт иҡтисадҡа ҡыҫылырға тейеш, тип билдәләй Кейнс. Шулай итеп, Кейнс ҡатнаш иҡтисади система вәкиле булып таныла.

Тиҙҙән Кейнстың иҡтисад теорияһына эйәреүселәр күбәйә. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында неокейнсианлыҡ һәм «яңы кейнсианлыҡ» тип аталған ҡараштар барлыҡҡа килә. Уларҙың маҡсаты - кейнсианлыҡты заманса иҡтисади анализ стандарттарына һыйҙырыу һәм бынан алда булған неоклассик идеялар менән бәйләү тора. Кейнсиан макроиҡтисад мәктәбенең популярлығы 2007 йылда донъя финанс көрсөгө ваҡытында һиҙелерлек арта. Был мәктәптең төп вәкилдәре итеп Уильям Филипс, Бен Бернанке, Джеймс Тобин һәм Грегори Мэнкьюҙы атарға мөмкин.

XX быуаттың икенсе яртыһы

Монетарлыҡ

Монетарлыҡ ҡараш егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында барлыҡҡа килә. Был мәктәп иҡтисадты етәрлек аҡса менән тәьмин итеү уның үҫешенең төп критерийы булып тора, тип иҫәпләй. Монетаристар фекеренсә, даими арта барған аҡса әйләнеше киңәйә барған ихтияжды ҡаплаясаҡ, шул уҡ ваҡытта инфляцияның үҫешен туҡтатасаҡ. Был иҡтисадтың тотороҡло булыуын, ресурстарҙың тулы ҡулланыуын тәьмин итә Шулай уҡ, монетарлыҡ мәктәбе вәкилдәре оҙайлы осор иҡтисад өсөн яҡшыраҡ, тип иҫәпләй. Монетарлыҡ мәктәбенең мөһим өлөштәренең береһе булған Аҡсаның һан теорияһы тигеҙләмәһе (MV = PQ) Ирвинг Фишер тарафынан нигеҙләнә.

Монетаристар йыш ҡына кейнсианлылар менән монетар һәм фискаль сәйәсәттәр үткәреү һөҙөмтәлелеге тураһында бәхәсләшә. Һуңғылары, аҡсаға ихтыяж процент ставкаһына бик һиҙгер, шуға күрә аҡса тәҡдименең артыуы дөйөм етештереү күләмен арттырырға ярҙам итмәй, фискаль сәйәсәт монетар сәйәсәткә ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк, тип иҫәпләй.

Монетаристар, киреһенсә, монетар сәйәсәт һөҙөмтәлелегенә ышана, фискаль сәйәсәтттән шикләнә, аҡса ихтыяжы процент ставкаһына һиҙгер түгел, тип иҫәпләй. Фискаль сәйәсәт үткәреү өсөн йыш ҡына дәүләт тарафынан тауар һәм хеҙмәттәр һатып алыу күләмен арттырыу талап ителә. Бының өсөн дәүләткә аҡса күберәк кәрәк: заем аҡсаһына ихтыяж арта, был төп процент ставкаһын үҫетерә. Монетаристар фекеренсә, процент ставкалары артыуы шәхси инвестицияларҙың ҡырҡа кәмеүенә килтерә, был, үҙ сиратында, дөйөм тәҡдимдәрҙең артыуын һиҙелерлек тотҡарлай.

Бындай күренеш шәхси инвестицияларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу эффекты тип атала (ингл.Crowding-out Effect). Шулай итеп, Монетатристар фекеренсә фискаль сәйәсәт һөҙөмтәһеҙ. Милтон Фридман һәм Эдмунд Фелпс кеүек билдәле иҡтисадсылар монетаристар вәкиле тип һанала .

1970 йылдар: яңы классик макроиҡтисад

Яңы классик макроиҡтисад 1970-се йылдарҙа Америка иҡтисадсыһы Роберт Лукас менән бәйле барлыҡҡа килә. Рациональ өмөттәр мәктәбенең төп вәкилдәренең береһе булып шулай уҡ Томас Сарджент тора.

Яңы классиктар идеялары башлыса мәғлүмәттең асимметриялығы һәм макроиҡтисад агенттарының рационаллек принциптарына нигеҙләнә: дөйөм алғанда ҡулланылған иҡтисади мәғлүмәттең сифаты иҡтисад үҙгәрешенең төп критерийы булып тора. Әгәр бөтә иҡтисади агенттар үҙ ғәмәлдәрен рациональ башҡарһалар, әгәр улар идеаль мәғлүмәт ҡулланһа, ул саҡта иҡтисад тотороҡһоҙ була алмай, тип фаразлай яңы классик макроиҡтисадсылар.

Шулай уҡ, улар фекеренсә, кешеләр үҙҙәрен рациональ тота, бер үк хатаны ике тапҡыр ҡабатламай, теләһә ниндәй иҡтисади хәлгә тиҙ яраҡлаша ала, тип иҫәпләй. Һөҙөмтәлә, дәүләт иҡтисадты тотороҡландырыуҙың бер үк ысулдарын ҡулланһа, бөтә агенттар ҙа нимә буласағын фаразларға һәләтле, тип билдәләй.

XX быуат аҙағы: яңы кейнсианлыҡ

Яңы кейнсианлыҡ кейнсианлыҡтың тармағы булып тора. Ул 1991 йылда Грегори Мэнкью, Дэвид Ромер, Оливье Бланшар һәм Стэнли Фишер кеүек абруйлы иҡтисадсылар хеҙмәте арҡаһында барлыҡҡа килгән. Шул уҡ йылда Мэнкью һәм Ромер редакцияһы аҫтында ике томлыҡ «Яңы кейнсиан иҡтисады» (ингл. New Keynesian Economics) китабы баҫылып сыға.

Был иҡтисади мәктәп төп кейнсианлыҡтан бик ныҡ айырылмай. Яңы кейнсанлылар шулай уҡ хаҡтарҙың ҡыҫҡа ваҡыт арауығында үҙгәрешһеҙ ҡалыу ихтималлығын билдәләй, «ҡыҫылмаусанлыҡ тәғлимәтен» ҡаты тәнҡитләй. Әммә, кейнсиандарҙан айырмалы, иҡтисади мәғлүмәттең камил булмауы тураһындағы фараздар менән тулыландырыла.

Тәҡдимдәр иҡтисады

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Роберт Манделл
Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
«Саплай-сайдерҙар» араһында иң билдәле моделдәрҙең береһе: «Лаффер кәкреһе» һалым ставкаһының артыуы башта бюджет килемдәренең артыуын, һуңынан кире һөҙөмтә биреүен күрһәтә.

Тәҡдим иҡтисады идеяһы, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1970-се йылдарҙың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Терминды тәүге тапҡыр 1976 йылда АҠШ президенты Ричард Никсондың элекке кәңәшсеһе Герберт Штейн ҡуллана.

Тәҡдим иҡтисады теорияһы үҫешенә (ингл. Supply-side economics) Артур Лаффер һәм Роберт Манделл кеүек иҡтисадсылар ҙур өлөш индерә. Был мәктәп яҡлыларҙы ҡайһы берҙә «саплай-сайдерҙар» тип йөрөтәләр.

Тәҡдим иҡтисады вәкилдәре фекеренсә, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе һөҙөмтәле етештереү өсөн бөтә шарттар булдырырға кәрәк. Эшсе көстәрҙең һәм капиталдың тәҡдимдәрен дәртләндереү иҡтисад үҫешенең мөһим критерийы була. Ҡағиҙә булараҡ, «саплай-сайдерҙар» дәүләт тарафынан һалымдарҙы кәметеүҙе хуплай, сөнки күпселек осраҡта фирмалар һалымдарҙы продукцияның һәр өҫтәмә берәмегенә өҫтәмә сығымдар итеп ҡарай. Һалымдарҙы арттырыу дөйөм тәҡдимдең кәмеүенә, был, үҙ сиратында, стагфляция һәм сығымдар инфляцияһы кеүек эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

XXI быуат башы: донъя финанс кризисы

2000-се йылдарҙың икенсе яртыһы бөтә донъяла финанс көрсөгө башланыуы менән билдәләнә, был күп кенә иҡтисадсыларҙы уның сәбәптәре тураһында етди уйланырға мәжбүр итә. Финан көрсөктөң сәбәбе иҡтисади ҡыуыҡ булыуы асыҡлана. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың күп булыуы, уларҙың реаль хаҡынан күпкә юғарыраҡ хаҡҡа һатылыуы иҡтисади ҡыуыҡ тип аңлатыла. Быға тиклем бер генә иҡтисади мәктәп тә иҡтисади ҡыуыҡ мәсьәләһен, уның үҙенсәлектәрен билдәләмәгән, бындай хәлдән ҡотолоу юлдарын тәҡдим итмәгән.

Финанс көрсөгө тәжрибәһе макроиҡтисади фекер үҫешендә байтаҡ уңыштарға килтерә, фискаль һәм монетар сәйәсәтен ҡулланыу һөҙөмтәлелеге тураһындағы бәхәстәрҙе яңынан тергеҙә. «Кейнсианц» һәм «Яңы классик иҡтисад» мәктәптәре вәкилдәре ҡасандыр бергәләп, бизнес-циклдарҙы тоторорҡлау өсөн монетар сәйәсәте ҡулланылырға мөмкин, тигән һығымтаға килгән була. Әммә иҡтисадттағы финанс көрсөк был тема буйынса бәхәстәрҙе яңынан башлата.

Заманса макроиҡтисад теорияһы

Анализ

Макроиҡтисад социаль фән булып иҫәпләнә. Шуға күрә иҡтисади күренештәрҙе алдан теүәл фаразлап булмай, ә ни бары ағымдағы күҙәтеүҙәр нигеҙендә иҡтисад торошон билдәләргә мөмкин. Иҡтисади модель дөйөм иҡтисадты өйрәнеү өсөн ябайлаштырылған формаһы булып тора. Күп кенә иҡтисади моделдәр етди етешһеҙлектәргә эйә һәм бихисап мөһим факторҙарҙы иҫәпкә алмай.

Иҡтисад торошо графиктар, таблицалар, схемалар, математик функциялар ярҙамында анализлана. Макроиҡтисад торошо үҙгәреүсән дәүмәлдәр аша өйрәнелә. Үҙгәреүсән дәүмәлдәр ике төрҙә: экзоген, йәғни иҡтисад модельнан ситтә, йәки эндоген, иҡтисад моделе эсендә барлыҡҡа килә.

Барлыҡ макроиҡтисад параметрҙары билдәле бер ваҡыт арауығында йә иһә билдәле бер ваҡытҡа бәйле була.

Шулай итеп, макроиҡтисадтағы бөтә үҙгәреүсән дәүмәлдәр ике төркөмгә бүленә:

  • Ағымдар үҙгәреүсән дәүмәл, билдәле бер ваҡыт арауығында, мәҫәлән, йыл эсендә ҡарала. Ағымдарға инвестициялар, дәүләт бюджеты торошо (профицит йәки дефицит), экспорт һәм импорт, тулайым эске продукт кеүек параметрҙарҙы индерергә мөмкин.
  • Запастар — билдәле ваҡытҡа ҡарата күләмде билдәләүсе һан күрһәткестәре. Запастарға байлыҡ күләме, дәүләт бурысы, эшһеҙҙәр һаны кеүек һан күрһәткестәрен индерергә мөмкин

Макроиҡтисад күрһәткестәрен анализлау ике төркөмгә бүленә: ыңғай анализ һәм норматив анализ. Беренсеһе иҡтисадтың ҡылығын билдәләй һәм аңлата, киләсәккә иҡтисади күҙаллауҙар өсөн нигеҙ булып тора. Норматив анализ ниндәй иҡтисади үҙгәртеүҙәр кәрәклеген күрһәтә, сәйәси күҙлектән үткәрелгән тикшеренеүҙәр иҫәбенә инә. Макроиҡтисад тикшеренеүҙәр үҙгәреүсән бер дәүмәлде тикшергәндә башҡа дәүмәлдәр үҙгәрешһеҙ ҡалыу шартында үткәрелә.

Иҡтисадтың мөһим өлөштәре

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Иҡтисадтың дүрт секторлы моделе. Милли килем (national income — Y) ҡулланыусылар сығымдарын (consumption spending — С) һәм улар туплаған аҡса (S) күләмен күрһәтә. Дәүләт — тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып ала (government spending — G), бөтәһенә лә һалым түләргә йөкләмә бирә һәм трансферттар түләй (transfers — Tr). Дәүләт бюджетының торошона ҡарап финанс баҙарында дәүләт йә бурысҡа биреүсе (кредитор), йә бурысҡ алыусы (заемсы) булып сығыш яһай ала.

Һәр иҡтисад моделе баҙарҙарҙан һәм иҡтисади агенттарҙан тора. Теорияла өс баҙар һәм дүрт макроиҡтисади агент айырып күрһәтелә. Иҡтисадтың бөтә өлөштәре үҙ-ара сығымдар, килемдәр һәм реаль ҡиммәттәр әйләнеше менән бәйләнгән.

Макроиҡтисад баҙарҙары

    Етештереү факторҙары баҙары

Иҡтисади ресурстар (йәки етештереү факторҙары) тип ер, эшсе көсө (хеҙмәт баҙары), физик һәм финанс капиталы һанала. Ҡайһы бер иҡтисадсылар шулай уҡ был исемлеккә кеше капиталын, етештереүсәнлекте арттырырға мөмкинлек биргән кеше һәләттәрен, таланттарын өҫтәй.

    Тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙары

Тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙарында дөйөм ихтыяж һәм тәҡдимдәр формалаша. Бөтә макроиҡтисади агенттар тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ихтыяж белдерә, ә етештереүселәр уларҙы тәҡдим итә. Был осраҡта ысын (реаль) ҡиммәттәр алмашынғанлыҡтан, уны шулай уҡ ысын (реаль) баҙар тип тә атайҙар.

    Финанс баҙары

Финанс баҙары түбәндәгеләрҙән тора:

  • Аҡса баҙары — аҡсаға ихтыяж һәм тәҡдим формалаша, әйләнештәге аҡса күләменә ҡарап аҡса алып торған өсөн процент ставкаһы билдәләнә.
  • Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары — аҡсаны алмаштырыусы акциялар һәм облигациялар кеүек финанс активтар баҙары.

Макроиҡтисади агенттар

Макроиҡтисадта дүрт иҡтисади агент ҡарала:

  • Йорт хужалыҡтары — иҡтисади ресурстарҙың (етештереү факторҙарының) төп өлөшө булған эшсе көсө булдырыусылар, тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең төп ҡулланыусылары. Килем сифатында фирмаларҙан эш хаҡы, ололар пенсия, студенттар стипендия, эшһеҙҙәр пособие, һәм ошондай башҡа төрлө түләүҙәр ала. Дәүләткә һалым һәм башҡа төрлө мотлаҡ иғәнәләр түләүҙәр. .
  • Фирмалар — реаль баҙарҙа төп тауар һәм хеҙмәттәр етештереүселәр, аҡса һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында төп заемсылар булып тора. Төп маҡсаты үҙ табышын арттырыу, быға ул инвестициялар аша өлгөшә. Фирмаларҙың төп сығымдары булып һалымдар, инвестициялар һәм йорт хужалыҡтарына эшсе көсө өсөн түләүҙәр тора.

Йорт хужалыҡтары һәм фирмалар иҡтисадтың шәхси секторын барлыҡҡа килтерә.

  • Дәүләт — йәмәғәт байлыҡтарын етештереүсе, милли килемде бүлеүсе, макроиҡтисад агенттарның һәм баҙарҙарҙың әүҙемлеген көйләүсе. Төп килем сығанағы булған һалымдарҙы йыя, йорт хужалыҡтарына пособиялар һәм фирмаларға субсидиялар түләй. Үҙ мәнфәғәтендә реаль баҙарҙа тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып ала. Финанс баҙарын көйләүсе булараҡ сығыш яһай.

Шәхси сектор һәм дәүләт ябыҡ иҡтисад барлыҡҡа килтерә.

  • Сит ил секторы — халыҡ-ара сауҙа итә, капитал һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнешен булдыра.

Дүрт макроиҡтисади агент асыҡ иҡтисад барлыҡҡа килтерә.

Макроиҡтисад теорияһының төп параметрҙары

Макроиҡтисад теорияһында түбәндәге төп параметрҙар ҡарала:

  • Ҡулланыусылар сығымдары (С) Йорт хужалыҡтарының тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә сығымдары.
  • Йорт хужалыҡтарының һаҡлыҡ аҡсалары (S) — йорт хужалыҡтарының депозиттарҙан өҫтәмә килем алыу маҡсатында банктарҙа һаҡлаған аҡсалары.
  • Инвестициялар (I) — Фирмалар тауар етештереүҙе йәки хеҙмәттәр күрһәтеүҙе арттырыу аша килемде күбәйтеү маҡсатында өҫтәмә капитал йәлеп итеү.
  • Дәүләт мәнфәғәтендә тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыу (G) — дәүләт инвестициялары, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү һәм башҡа дәүләт сығымдары..
  • Саф һалымдар (T) — һалымдар һәм трансферттар араһындағы айырма. Дәүләт мәнфәғәтендә һатып алыуҙар һәм саф һалымдар нисбәте дәүләт бюджетының торошон күрһәтә. Әгәр дәүләт һатып алыуҙары саф һалымдарҙан артып китеүе илдә дәүләт бюджеты дефицитын, һәм киреһенсә, саф һалымдар дәүләт һатып алыуҙары күләменән артып китеүе бюджет профицитын аңлата.
  • Саф экспорт (Xn йәки NX) — экспорт һәм импорт араһындағы айырма. Экспорт һәм импорт нисбәте сауҙа балансы торошон күрһәтә. Әгәр экспорт импорттан күберәк булһа илдә сауҙа балансы профицитлы, импорт экспорттан күберәк булһа — сауҙа балансы дефицитлы тип атала.
  • Тулайым сығарыу (Y)

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы  —- Асыҡ иҡтисад өсөн тулайым сығарыу формулаһы. Ябыҡ иҡтисад шарттарында саф экспорт иҫәпкә алынмай, шәхси сектор өсөн тулайым сығарыуға дәүләт мәнфәғәтендә тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыу күләме индерелмәй.

Тулайым сығарыу функцияһы тулайым ихтыяж кәкрелеген билдәләй (ингл. Aggregate Demand —- А.D.). Тулайым ихтыяж кәкрелеге менән Тулайым тәҡдим (AS) кәкрелектәре киҫешкән нөктә (ҡыҫҡа һәм оҙайлы осорҙа) иҡтисадт тотороҡлоғон, күрһәтә: тотороҡло хаҡтар кимәлен һәм тулайым сығарыуҙың ысын ҡиммәтен күрһәтә.

Тулайым сығарыу формулаһы шулай уҡ эске тулайым продуктты сығымдар аша иҫәпләү формулаһы ла булып тора.

Милли иҫәптәр системаһы

Макроиҡтисадтың төп параметрҙары йыйылмаһы продукттар, килемдәр һәм сығымдар әйләнешен барлыҡҡа килтерә. Әйләнеш моделе милли иҫәптәр системаһының (ҡыҫҡ. СНС) нигеҙе булып тора. Ул 1920-се йылдар аҙағында америка ғалимдары тарафынан ҡулланышҡа индерелгән, Саймон Кузнец шуларҙың береһе. СНС-тың төп параметрҙары булып: тулайым эске продукт (ВВП), тулайым милли килем (ВНД), саф эске продукт (ЧВП), саф милли килем (ЧНД), тулайым милли ҡулланып булған килем, тулайым милли һаҡланған байлыҡ тора. Милли иҫәптәр системаһында (СНС) тулайым эске продукт (ВВП) һәм тулайым милли килем (ВНД) күрһәткестәре киң ҡулланыла.

  • ВВП — йыл дауамында илдә етештерелгән бөтә тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең тулайым баҙар хаҡы.
  • ВНД — ил резиденттары тарафынан йыйылған тулайым килем.

Саф эске продукт һәм милли килем ВВП һәм ВНД кеүек иҫәпләнә, әммә тотонолған төп капиталдың ҡиммәтен (амортизация) иҫәпкә алмай.

Милли иҫәптәр системаһы күрһәткестәре илдә дөйөм килемде һәм сығарыуҙы иҫәпләү өсөн генә ҡулланылмай. Улар шулай уҡ халыҡтың тормош кимәлен, йәғни илдең матди, социаль, мәҙәни, рухи, экология һәм башҡа уңайлыҡтар менән тәьмин ителеүен яҡынса баһалау өсөн дә ҡулланыла. Бының өсөн йән башына ВВП күләме, йән башына милли килем кимәле, ҡулланыусылар хаҡтары индексы кеүек параметрҙар ҡулланыла. Бер үк ваҡытта был күрһәткестәр тормоштоң барлыҡ критерийҙарҙы, әйтәйек, йән башына тура иклгән килемде, иҫәпкә алып бөтөрмәй.

Макроиҡтисад методологияһы

Макроиҡтисад фәне иҡтисади процестарҙы дөйөм һәм үҙенсәлекле ысулдар ярҙамында өйрәнә. Дөйөм фәнни ысулдарға: фәнни абстракция, анализ һәм синтез, тарихи һәм логик берҙәмлек, системалы эшмәкәрлек анализы, иҡтисадты математик моделләү, норматив һәм ыңғай тәжрибәләрҙе ҡатнаштырыу кеүек ысылдар инә.

Макроиҡтисадтың иң сағыу үҙенсәлекле ысулы булып макроиҡтисади агрегация, ваҡиғаларҙы һәм процестарҙы бер бөтөнгә берләштереү тора. Агрегацияланған дәүмәлдәр баҙар конъюнктураһын һәм уның үҙгәреүен билдәләй. Был дәүмәлдәргә ВВП, ВНП, инфляция кимәле, эшһеҙлек инә. Макроиҡтисади агрегация йорт хужалыҡтары, фирмалар, дәүләт, сит ил партнерҙары кеүек иҡтисад агенттарына һәм тауарҙар, хеҙмәттәр, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, аҡса, хеҙмәт көсө, реаль капитал, валюта баҙарҙарына ҡағыла.

Шулай уҡ иҡтисади ысынбарлыҡтың абстракт сағылышы булған башҡа макроиҡтисади моделдәр киң ҡулланыла. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы барлыҡ макроиҡдисадтты үҙ эсенә ала алмай, шуға күрә айырым критерийҙар буйынса классификациялана.

Макроиҡтисад һәм дәүләт сәйәсәте

Макроиҡтисадта бизнес-циклдар

Макроиҡтисад: Макроиҡтисадтың төп мәсьәләләре, Макроиҡтисад фәне тарихы, Заманса макроиҡтисад теорияһы 
Иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты Финн Кидланд

Һәр ҡайһы иҡтисади системала цикллы тирбәлеүҙәрҙе : иҡтисадта тулайым ихтыяж һәм тулайым тәҡдим шаңҡыуҙары нигеҙендә тыуған әүҙемләшеүҙе йәки һүлпәнәйеүҙе күрергә мөмкин. Улар бизнес циклдар, иҡтисади йәки эшлекле циклдар тип атала. Бизнес-цикл фазалары булып әүҙемләшеү, юғары нөктә, һүлпәнәйеү (рецессия) һәм түбәнге нөктә (көрсөк) тора. Иң тәрән рецессияны депрессия тип атайҙар. Йыш ҡына эшлекле әүҙемлектең бындай тирбәлеүҙәре алдан күҙалланмай һәм даими булмай. Эшлекле әүҙемлек циклдары ваҡыт оҙайлығы, ҡабаланыу йышлығы һәм күләме буйынса төрлө булыуы ихтимал. Уртаса 3-4 йыл булған циклдар Китчин циклдары, ете йылдан алып ун бер йылға тиклем дауам иткәндере Жюйлер циклдары тип атала. булып тора. Кузнец ритмы кеүек циклдар 15-20 йыл, Кондратьев циклдары кеүек оҙайлылары 45 йылдан 60 йылға тиклем дауам итә .

Иҡтисади циклдарҙың сәбәптәре төрлө : һуғыш, революция, технологик процесс, инвесторҙар ҡылығынан башлап магнитлы дауылдар һаны һәм макроиҡтисад агенттарҙың урынлы эшмәкәрлегенә тиклем булыуы мөмкин. Дөйөм алғанда, иҡтисадтың бындай тотороҡһоҙ ҡылығы тулайым ихтыяж һәм тәҡдим, дөйөм етештереү сығымдары һәм күләме араһындағы даими дисбаланс менән аңлатыла. Бизнес-циклдар теорияһы Америка иҡтисадсыһы Уильям Нордхаус менән бәйле ҙур популярлыҡ яулай. Эшлекле циклдар теорияһы үҫешенә шулай уҡ Роберт Лукас, Финн Кидланд, Эдвард Прескотт һәм Йозеф Шумпетер ҙур өлөш индерә.

Иҡтисад циклдарның тәбиғәте һәм характеры туранан-тура макроиҡтисадтың төп проблемалары: инфляция һәм эшһеҙлек менән бәйле. Иҡтисадтың үтә ныҡ әүҙемләшеүе, йәғни илдең иҡтисади мөмкинлектәренең иң юғары нөктәһендә тороуы йыш ҡына юғары инфляцияға, йәғни хаҡтарҙың йылдам үҫеүенә килтерә. Оҙайлы рецессия, үҙ сиратында, юғары эшһеҙлек менән янай. Сөнки, эш биреүселәр ҡағиҙә булараҡ, иҡтисадта эш әүҙемлеге кәмеү ваҡытында эш хаҡына сығымдар юғары булыу сәбәпле эшсе көстәрен ҡулланыуҙы кәметә.

Ҡағиҙә булараҡ, дәүләт сәйәсәте был илдең иҡтисады торошона, йәғни илдең ниндәй цикл фазаһында тороуына бәйле. Әгәр ил рецессияла булһа, властар илде көрсөктән сығарыу маҡсатында дәртләндереүсе иҡтисади сәйәсәт үткәрә. Әгәр ил күтәрелеш кисерһә, хөкүмәт, илдә юғары темплы инфляцияға юл ҡуймаҫ өсөн, тотҡарлаусы иҡтисади сәйәсәт үткәрә. Иҡтисад теорияһы дәүләттең иҡтисади сәйәсәтен ике төргә, фискаль һәм монетар сәйәсәткә бүлә.

Фискаль сәйәсәт

Дәүләттең тотороҡландырыу сәйәсәте дөйөм сығымдар параметрҙарын үҙгәртеү ярҙамында иҡтисади циклдарҙы йомшартыу маҡсатында ойошторола. Был сәйәсәттең төп ҡоралы булып саф һалымдар һәм дәүләттең тауар һәм хеҙмәттәр һатып алыуы тора. Әгәр илдә рецессия булһа, хөкүмәт йә һатып алыуҙарҙы арттыра, йә һалымдарҙы кәметә. Әгәр иҡтисадта артыҡ үҫеш йәки әүҙемлек булһа, киреһенсә, һатып алыуҙы кәметә йәки һалымдарҙы арттыра.

Дәүләт өсөн фискаль сәйәсәтте үткәреү монетар сәйәсәткә ҡарағанда күпкә еңелерәк, сөнки уның өсөн хөкүмәт махсус, айырым ҡарарҙар ҡабул итмәй. Шулай уҡ, кейнсиан мәктәбе вәкилдәре: монетар сәйәсәте үткәргәндә процент ставкаһы менән идара итеү еңелерәк, әммә инвестициялар бик ныҡ үҙгәрмәй, - тип билдәләй. Былар фискаль сәйәсәттең яңғай яҡтары булып иҫәпләнә.

Фискаль сәйәсәттең кире яҡтары ла бар. Дәүләт, макроиҡтисади агент булараҡ, зыян күреүе ихтимал, йәғни дәүләт бюджеты дефицитлы була. Артыҡ аҡса күләме лә дәүләткә зарар килтерә. Фискаль сәйәсәтте булдыҡһыҙ ҡулланыу дәүләт бюджетының етди дисбалансына әйләнеүе ихтимал. Иҡтисадсылар фискаль сәйәсәттең төп проблемаһы итеп ҡыҫырыҡлап сығарыу Crowding-out эффектын билдәләй. Был осраҡта дәүләт сығымдары үҫә, илдә инвестициялар күләме кәмей һәм илдең үҫеш темпы һүлпәнәйә.

Монетар сәйәсәт

Дәүләттең макроиҡтисадты тотороҡландырыусы монетар сәйәсәте Үҙәк банк тарафынан әйләнештәге тәҡдим ителгән аҡса күләмен арттырыу йәки кәметеү аша үткәрелә. Иҡтисади циклдарҙы тигеҙләү маҡсатында Үҙәк Банк коммерция банктары өсөн мотлаҡ резерв нормаһын үҙгәртә, дәүләт облигацияларын һата йәки һатып ала, өҫтәмә аҡса баҫтырып сығара .

Монетар сәйәсәтенең өҫтөнлөгө банк системаһының монетар сәйәсәт ваҡытында тиҙерек һөҙөмтә биреүендә. Дәүләттең монетар сәйәсәте халыҡҡа ғына түгел, шулай уҡ коммерция банктарына ла файҙалы, сөнки әйләнештәге аҡса күләме артҡанда банктар күберәк кредит бирә ала.

Монетар сәйәсәтенең етешһеҙлеге әйләнештә тәҡдим ителгән аҡса күләме Үҙәк Банк менән генә түгел, ә коммерция банктары һәм йорт хужалыҡтары менән дә бәйле булыуында. Уларҙың аҡса баҙарындағы ҡылыҡтары йыш ҡына монетар сәйәсәттең һөҙөмтәлеген фискаль сәйәсәткә ҡарағанда оҙайлыраҡ итә.

Иҡтисади үҫеш

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Агапова Т. А., Серёгина С. Ф. Макроэкономика. — М.: Дело и Сервис, 2004. — 447 с.
  • Бегг Д., Фишер С., Дорнбуш Р. Economics. — 8-е изд. — Ҡалып:N.-Y.: McGraw-Hill, 2005. — С. 549—560. — 674 с. — ISBN 978-007710775-8.
  • Блюмин И. Г. Кризис «теории равновесия» // Критика буржуазной политической экономии: В 3 томах. — М.: Изд-во АН СССР, 1962. — Т. III. Кризис современной буржуазной политической экономии. — С. 77—83. — 379 с. — 3200 экз.
  • Бункина М. К., Семёнов А. М., Семёнов В. А. Макроэкономика. — М.: Дело и Сервис, 2000. — 285 с.
  • Галаева Е. В. и др. Макроэкономика. — М.: Московский международный институт эконометрики, информатики, финансов и права, 2002. — 267 с.
  • Замулин О. Макроэкономика: общий обзор. Lenta.ru (22 ноябрь 2010). Дата обращения: 17 декабрь 2010.
  • Ивашковский С. Н. Макроэкономика. — 2-е изд. — Дело, 2002. — 472 с.
  • Матвеева Т. Ю. Введение в макроэкономику. — М.: Издательский дом ГУ-ВШЭ, 2007. — 511 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7598-0611-0.
  • Мэнкью Г. Макроэкономика. — М.: Изд-во МГУ, 1994. — 734 с.
  • Самуэльсон П., Нордхаус В. Макроэкономика. — 18-е изд. — Вильямс, 2009. — 542 с. — ISBN 978-5-8459-1526-9.
  • Тарасевич Л. С., Гребенников П. И., Леусский А. И. Макроэкономика. — М.: Москва, 2006. — С. 654.
  • Туманова Е. А., Шагас Н. Л. Макроэкономика. — М.: Инфа-М, 2004. — 400 с.
  • Шагас Н. Л., Туманова Е. А. Макроэкономика - 2. — М.: Изд-во МГУ, 2006. — ISBN 5-7218-0869-1.
  • Асемоглу Д. Введение в теорию современного экономического роста / Пер. с англ = Introduction to Modern Economic Growth (2009). В 2 книгах. — М.: Издательский дом «Дело» РАНХиГС, 2018. — 930+738 с. — ISBN 978-5-7749-1264-3.
  • Шараев Ю. В. Теория экономического роста. — М.: Издательский дом ГУ ВШЭ, 2006. — 254 с. — ISBN 5-7598-0323-9.
  • Туманова Е. А., Шагас Н. Л. Макроэкономика. Элементы продвинутого подхода. — М.: ИНФРА-М, 2004. — 400 с. — ISBN 5-1600-1864-6.
  • Bradley Schiller, Karen Gebhardt. . — P. 544.
  • Нуреев Р. М. Экономика развития: модели становления рыночной экономики. — М.: НОРМА, 2008. — 367 с. — ISBN 978-5-468-00159-2.

Tags:

Макроиҡтисад тың төп мәсьәләләреМакроиҡтисад фәне тарихыМакроиҡтисад Заманса макроиҡтисад теорияһыМакроиҡтисад методологияһыМакроиҡтисад һәм дәүләт сәйәсәтеМакроиҡтисад Шулай уҡ ҡарағыҙМакроиҡтисад ИҫкәрмәләрМакроиҡтисад ӘҙәбиәтМакроиҡтисадДонъя иҡтисадыЭкономика (фән)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЛюксембургХангыльИкенсе донъя һуғышыҠыҙыл бөрлөгәнРудольф ДжулианиРәсәй БанкыҺыу баҫыуФеодосия тыуған яҡты өйрәнеү музейыСовет Социалистик Республикалар СоюзыГрац14 июньАвстралияҮпкә13 апрельКөньяҡ Африка РеспубликаһыБаш битАсыҡ контентЭнди УорхолҘур сәпсәүБашҡортостан РеспубликаһыКалашников Михаил ТимофеевичТәүратБикбаев Рауил Төхфәт улыИльясов Ғәзим Ғәлим улыСолтанғол (Күгәрсен районы)20 июньҺинд-европа телдәре15 ғинуарГражданлыҡГуанчжоуГустав Малер16 апрельКорея РеспубликаһыБашҡорт алфавиты2010 йылHTMLЕнси акт16 ноябрь2006 йылБөйөк БританияДжимми УэйлсАят әл-КүрсиТәбиғәтОрскИр енес ағзаһыГрузияХалыҡ-ара фонетик алфавитБеренсе донъя һуғышыМонакоҒәззә секторыИндонезияЭлектрРобин УильямсЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыЯңы Усман (Бөрйән районы)Дезик һәм СиғанЭҙләүҙе оптималлаштырыуҠалдарСиднейБоҙборсаҡ🡆 More