Радио Юлдаш

«Юлдаш» (рус. Радио Юлдаш) — Башҡортостан Республикаһының «FM» йышлығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дәүләт радиоһы.

2000 йылдың 25 сентябрендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы составында ойошторола. Радиостанция тапшырыуҙары мәғлүмәт, йыр-моң, күңел асыу программаларынан тора, уларҙың төп өлөшө башҡорт телендә алып барыла, көн һайын өс сәғәт татар телендәге тапышырыуҙарға бирелә. «Юлдаш»ты Башҡортостандан тыш Ҡурған, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә, Татарстан һәм Удмурт Республикаларында, 2015 йылдың июненән Пермь крайында, интернет аша донъяның һәр мөйөшөндә лә тыңларға була.

Юлдаш радиоһы
Радио Юлдаш
Ҡала

Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Слоган

Беҙ бергә!!!

Тапшырыуҙар теле

башҡорт һәм татар

Йышлыҡ

105,5 Өфө, 103,8 Стәрлетамаҡ

Тапшырыу ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Тапшырыу зонаһы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан,
Ырымбур өлкәһе Ырымбур өлкәһе,
Силәбе өлкәһе Силәбе өлкәһе,
Ҡурған өлкәһе Ҡурған өлкәһе

Эшләй башлаған ваҡыт

25 сентябрь 2000

Етәксеһе

Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Йәғәфәрова

Сайт

http://yuldashfm.ru

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә (22 июнь 2015 йыл), Пермь крайы Барҙа районында «Юлдаш» радиоһы тапшырғысы эш башланы. Хәҙер бында йәшәүсе башҡорттар үҙ туған телдәрендә тапшырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тыңлаясаҡ.

Хазина ансамбле Башҡортостан Республикаһының «Ашҡаҙар», «Юлдаш» Дәүләт радиоларында Көньяҡ Урал башҡорттары кейемдәренең тарихы буйынса 21 тапшырыуҙа, «Милли биҙәүестәр» темаһына 4 тапшырыу әҙерләнгән.

Йышлыҡтары

Уңыштары һәм бүләктәре

  • 2013 йыл, март — Журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһына «Юлдаш» радиоһының «Төркауаз» тапшырыуы авторы Самиға Ғафарова лайыҡ булды.
  • 2014 йыл, июнь — Радиотапшырыуҙар өлкәһендә «Radiostation Awards» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы тип танылды.
  • 2015 йыл, июнь — «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы икенсе йыл рәттән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылды.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Радио Юлдаш ЙышлыҡтарыРадио Юлдаш Уңыштары һәм бүләктәреРадио Юлдаш ИҫкәрмәләрРадио Юлдаш ҺылтанмаларРадио ЮлдашБашҡорт телеБашҡортостанБашҡортостан РеспубликаһыПермь крайыРус телеСиләбе өлкәһеТатар телеТатарстан РеспубликаһыУдмурт РеспубликаһыЫрымбур өлкәһеҠурған өлкәһеҺамар өлкәһе

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ШаршамбыТәбиғәтҠошсоБөрйән районыХуннуҙар (Һуннуҙар)ЖурналистикаСыуаш телеКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыӨфөОктябрь (Ҡарасай)МакроиҡтисадВаҡытБарабанӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыБашҡортостан РеспубликаһыФранцияЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыБатанов Бәхетғәлей НиколаевичХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыLinuxИхтиандрШарль де ГолльЕмеш2010 йылТатарстан РеспубликаһыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыЭякуляцияЕнси актБашҡортостанСайтГригориан стилеУкраинаФранц Петер ШубертОло ӘбешНилӨфө «Нур» татар дәүләт театрыНазар НәжмиСифатНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыИслам тарихыАтлантик океан1992 йылВикимилекБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыБикбаев Рауил Төхфәт улыБилл ГейтсИстанбулИсем (һүҙ төркөмө)23 апрельГеографик координаталарҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүГренландияВоронеж өлкәһеАвтомобиль9 июльЯнышев Фәнис Фәтих улыЭҙләүҙе оптималлаштырыу2 августҒәйнәШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыМоро ислам азат итеү фронтыГәрәев Муса Ғайса улы🡆 More