Ейәнсура Районы

Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.

Майҙаны — 3 342 км2. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.

Ейәнсура районы
Ейәнсура районы
Флаг[d]
Ейәнсура РайоныЕйәнсура Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Ейәнсура Районы Рәсәй
Административ үҙәк Иҫәнғол
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 27 626 кеше (2010)
Майҙан 3342,35 км²
Почта индексы 4533ХХ
Рәсми сайт zianchura.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34785
Ейәнсура Районы Ейәнсура районы Викимилектә

Географик урынлашыуы һәм климаты

Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. Тупрағы, ер өҫтө төҙөлөшө формаһына ҡарап, төрлөсә: һелтеһеҙләнгән һәм көлһыу-ҡара, ҡара-һоро урман һәм йоҡа ҡаты. Үҫемлектәр донъяһы урман-дала яғына оҡшаш. Урмандар (йүкә, имән, cаған, ҡайын, уҫаҡ) район майзанының 35 % самаһын биләй.

Тарихы

1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1934 йылдың аҙағында райондың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәре, район үҙәге- Ейәнсура ауылы менән бергә Ырымбур өлкәһенә бүленеп бирелә. Шул уҡ һанда район мөһим торлаҡ пункты Ҡыуандыҡ ҡасабаһын (урындағы тимер юл станцияһы менән ҡуша) юғалтты.

Исеме

Булат Аҡмановтың «Ейәнсурамы, әллә Йәнсурамы?» тигән мәҡәләһенә («Башҡортостан», 24.01.2014) туҡталып үтмәксемен. Автор «беҙҙең районатамаһының башҡортса дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы Йәнсура булырға тейештер» тигән фекерҙә. Быға дәлил итеп Бөйөк Ватан һуғышына тиклем район Йәнсура тип йөрөтөлә ине, заманында был атама урыҫсанан башҡортсаға яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға йән ћүҙен әйтеүе ауырыраҡ, тимәксе. Шуға өҫтәп «сура» һүҙенә бары тик йән һүҙе генә ҡушылған исемдәр яһалыр булған тип, ошо фекерҙе раҫлаусы күп кенә миҫалдар килтерә. Бер ҡарағанда, хөрмәтле Булат ағай хаҡлы ла кеүек. Ләкин уның ейән ћүҙе менән исемдәр яһалыу мөмкинлеген инҡар итеүе менән бер ҙә килешеп булмай. Башҡортта уның Йәнсураһы ла, Ейәнсураһы ла, Йәнбайы ла, Ейәнбайы ла булған тип раҫлай алам. Бына минең «Заманалар ҡиссаһы» тигән тарихи хеҙмәтемдең геройы — Әлшәй Мәргәндең, бишенсе быуын тыуаһы буламы икән, үҙе хаҡында: «1908 йылдың 2 мартында Сурайға ҡунаҡҡа барған ваҡытта тыуғанмын. Шуның өсөн Ейәнбай тип ҡушҡандар исемде. Атаның йортонда мин — ейән. Ә паспортта Янбай тип яҙылған», — тип таныштырғайны. (Ҡарағыҙ: Быуаттар аманаты. Өфө: Китап. 2002. 353-сө бит). Тарихи документтарҙа (урыҫ телендә) Зьянгул, Джианбек, Зианбай, Джианбай, Джианчура, Дзианчура, Зианчура, Зьянчура, Зиянгул тигән («Материалы по истории БАССР», III том) әллә күпме кеше исеме теркәлгән. Хәҙер ҙә ана Иршат Зианбердин тигән бер тикшеренеүсебеҙ бар. Уның фамилияһын да мин башҡортса Ейәнбирҙин булырға тейеш тип иҫәпләйем. Шунан сығып ҡарағанда, әлеге райондың (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендәге элек Ейәнсура тигән ауыл да булған) исеме урыҫ телендә нәҡ ана шул Ейәнсура тигәндән Зианчурино, Зианчуринский тип алынған булыуы шик тыуҙырмай. Һәр хәлдә, «Йәнсура» булғандыр ул тигән версияны раҫлар өсөн дәлилдәр етерлек түгел.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 34 268
1959 29 825
1970 33 871
Йыл Халыҡ һаны
1979 30 103
1989 27 169
2002 30 091
Йыл Халыҡ һаны
2010 27 626
2018 25 311
2019 24 980

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 8 кеше. Районда 83 ауыл бар. Халҡының күбеһе — башҡорттар (71,5 %)

Билдәле шәхестәр

Хәрбиҙәр

Cәйәсмәндәр

Ғалимдәр

Хужалыҡтың төрлө тармаҡ алдынғылары

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре

Артистар

Композиторҙар

Йырсылар

Шағирҙар һәм яҙыусылар

Журналистар

Спортсылар

Дин әһелдәре

Административ төҙөлөшө

2008 йылдың ноябренә ҡарата 15 ауыл биләмәһе бар:

  1. Абҙан ауыл советы — Абҙан ауылы
  2. Әбүләис ауыл советы — Малиновка ауылы
  3. Байыш ауыл советы — Байыш ауылы
  4. Байдәүләт ауыл советы — Сирғол ауылы
  5. Бикбау ауыл советы — Бикбау ауылы
  6. Иҫәнғол ауыл советы — Иҫәнғол ауылы
  7. Ҡаҙанболаҡ ауыл советы — Иҙелбәк ауылы
  8. Муйнаҡ ауыл советы — Үрге Муйнаҡ ауылы
  9. Яңы Петровка ауыл советы — Яңы Петровка ауылы
  10. Яңы Себенле ауыл советы — Ишемғол ауылы
  11. Һаҡмар ауыл советы — Һаҡмар ауылы
  12. Һүрәм ауыл советы — Күгәрсен ауылы
  13. Таҙлар ауыл советы — Таҙлар ауылы
  14. Үтәғол ауыл советы — Үтәғол ауылы
  15. Яңыбай ауыл советы — Яңыбай ауылы

Иҡтисад

Район иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы, ул мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслашҡан. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә.Районда һөт, кирбес, асфальт заводтары, юл һалыу-ремонтлау төҙөлөш идаралығы, механизацияланған күсмә колонна, урман хужалығы, «Агропромхимия», район электр селтәре берекмәләре эшләй. Ауыл хужлығы техникалары Иҫәнғол, Таҙлар һәм Абҙан ауылдарында ремонтлана.

Транспорт

Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Һарыҡташ тимер юл станцияһы аша район Көньяҡ Урал тимер юл магистраленә сыға. Автомобиль юлдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Баймаҡ, Сибай ҡалалары менән тоташтыра.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Ейәнсура Районы Географик урынлашыуы һәм климатыЕйәнсура Районы ТарихыЕйәнсура Районы ИсемеЕйәнсура Районы Халыҡ һаныЕйәнсура Районы Билдәле шәхестәрЕйәнсура Районы Административ төҙөлөшөЕйәнсура Районы ИҡтисадЕйәнсура Районы ТранспортЕйәнсура Районы ИҫкәрмәләрЕйәнсура Районы ҺылтанмаларЕйәнсура РайоныБашҡортостанИҫәнғолӨфө

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Рәсәй ФедерацияһыТөрки халыҡтарАнгелина Прасковья НикитичнаКеплер (телескоп)Натрий карбонатыНазар НәжмиХөсәйенбәк кәшәнәһеБашҡорт теленең диалекттарыУрал батырБикбаев Рауил Төхфәт улыҺунарсы башҡортЕңеү көнөБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеШығайБелоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944)ЛаосХанлыҡИраҡ тарихыҺүҙ төркөмдәреМиокард инфаркты1985 йылАфған һуғышыИкенсе донъя һуғышыМәхмүт (Салауат районы)Корла Август КоцорКарл МарксМәскәүНеодимМиҙиәкБашҡорт алфавитыВикиЛайка (космонавт-эт)Башҡорт телеХалҡым өсөн (Ш. Бабич)АнтонимЭске яныулы двигательРИА НовостиСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)2020 йылСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеБлаватский Владимир ДмитриевичНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)2005 йылГазпром Нефтехим СалауатМәсетле районыИҫәкәй (Бишбүләк районы)Татар дәүләт гуманитар-педагогия университетыШүрәлеПавел РомановАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыБереговой Георгий ТимофеевичНурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улыАбдуллина Лариса Хашим ҡыҙыРязанский Сергей НиколаевичКарл ЛиннейҒүмәров Вил Бәшир улыМайкл ДжексонАкротири һәм ДекелияБраузерҠунафин Мөнир Сәхиулла улыВикиөҙөмтә🡆 More