Асҡын Районы

Асҡын районы — Ҡариҙел йылғаһының уң ярында, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан.

Үҙәге — Асҡын ауылы. Өфөгә 213 км һәм иң яҡын Щучье Озеро тимер юл станцияһы (Пермь өлкәһе) — 50 км. Район 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 2542  км². Халҡы 23 337 (2010) кеше (1970— 34,4, 1979 — 28,3, 1989 — 23,5 мең, 1995 — 24,2 мең). Күпселек башҡорттар, татарҙар, урыҫтар. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1  км². 9 кеше. Иң ҙур ауылдар: Асҡын (1989 — 5,8 мең кеше) һәм Ҡубыяҙ (1,4 мең кеше).

Асҡын районы
Асҡын районы
Флаг
Асҡын РайоныАсҡын Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Дәүләт Асҡын Районы Рәсәй
Административ үҙәк Асҡын
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 18 115 кеше (1 ғинуар 2019)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 183 метр
Сиктәш Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Ҡариҙел районы, Дыуан районы, Тәтешле районы һәм Балтаc районы
Майҙан 2542 км²
Рәсми сайт askino.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Асҡын районында ерләнгәндәр[d]
Асҡын Районы Асҡын районы Викимилектә

Географияһы

Район территорияһының көнсығыш өлөшө Өфө яйлаһының көнбайыш сигенә тура килә, йылғалар һәм йырғанаҡтар менән бүлгеләнгән. Көнбайыш рельефына түбәлектәр хас (Асҡын яҫы таулығы). Климаты уртаса йылы, ярайһы уҡ дымлы. Асҡын метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, абсолют максималь температура +36С, абсолют минималь −54С тәшкил итә. Район територияһы буйлап Ҡариҙелдең ҡушылдығы Төй (Һарыҫ ҡушылдығы) һәм Аяҙ йылғалары аға. Көлһыу тупраҡ, көлһыулығы һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡара тупраҡ һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Территория шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән урмандар зонаһына инә.

Ләкин улар киң япраҡлы ағастарға (бигерәк тә йүкә), шыршы, аҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ урмандарына алышынған. 1963 йылда райондың көньяҡ.-көнбайышында тайга зонаһы йәнлектәрен (шәшке, мышы, һыуһар, ҡама, һеләүһен һ.б.) һаҡлау өсөн Асҡын дәүләт заказнигы ойошторолған.

Геотектоник йәһәттән район територияһы Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Запастары күп булмаған Ҡәйүм, Степановка, Көнгәк, Бейәбаш нефть ятҡылыҡтары, шулай уҡ Яңы Ҡаҙансы һәм Кубияҙ газ ятҡылыҡтары табылған. Эзбизташ, төҙөлөш ташы, доломит, балсыҡ, ангидрит ятҡылыҡтары ярайһы уҡ күп. Агрономик рудалар осрай. Урындағы ихтыяж өсөн төҙөлөш ташы (Урмияҙ, Анастасьино), ҡырсын таш (Гөмбә), эзбизташ (Ҡаҙансы) сығарыу карьерҙары асылған.

«Башплодородие» ПБ балансында 10-ға яҡын агроруда ятҡылығы бар: Ҡышлауйылға торф-туф (990 мең т), Любимовка йомшаҡ эзбизташы (880 мең т), Мутабаш күл-һаҙлыҡ эзбизы (686 мең т) ятҡылыҡтары.

Иҡтисад

Район иҡтисадына аграр-урман сәнәғәте йүнәлеше хас. Ауыл хужалығы ерҙәре 92,8 мең га (райондың дөйөм майҙаны 36,7 %), шуның 66,7 мең га өлөшөн һөрөнтө ерҙәр, 18,7 мең га — көтөүлектәр тәшкил итә.

Ауыл хужалығында ужым арышы, яҙғы бойҙай, картуф үҫтерелә, һөт-ит малы һәм сусҡа үрсетелә. ауыл хужалығы предприятиелары араһында «Урмияҙ», «Төй» һәм «Дружба» малсылыҡ совхоздары айырылып тора.

Асҡын ауылында йәшелсә киптереү, май-сыр заводтары, РТП эшләй. Асҡын лесхозы биләгән 126 мең га урманда 16981 мең м³ ағас (шул иҫәптән 6300 мең м³ылыҫлы ағастар) бар. Шуларҙың 8700 мең м³ өлгөргән һәм ҡартайған ағас. Башлыса Һарыҫ—Аяҙ йылғалары араһындағы урман ҡырҡылауылы Бында Асҡын леспромхозының урман пункты эшләй. Төй йылғаһының урта ағымындағы урмандарҙа ағас әҙерләү менән Талог леспромхозының урман пункттары шөғөлләнә.

Транспорт бәйләнеше Асҡын—Яугилде автомоб. юлы менән (артабан Бөрө һәм Благовещен аша) ғәмәлгә ашырыла. Суднолар йөрөгән миҙгелдә тимер һәм автомоб. юлдарынан алыҫта ятҡан көньяҡ-көнсығыш тау-тайга төбәктәре йылға транспорты менән файҙалана.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны:

Йыл Халыҡ һаны
1939 40 199
1959 37 368
Йыл Халыҡ һаны
1970 34 440
1979 28 452
Йыл Халыҡ һаны
1989 23 458
2002 23 928
Йыл Халыҡ һаны
2010 21 272
2019 18 115

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 51 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 15 урта мәктәп; Асҡын ПУ, 29 китапхана, 54 клуб, 4 дауахана бар. Башҡортса «Йәнтөйәк», урыҫса «Аскинская новь», татарса «Ышаныч» исемле район гәзиттәре сыға.

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Асҡын Районы  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Tags:

Асҡын Районы ГеографияһыАсҡын Районы ИҡтисадАсҡын Районы Халыҡ һаныАсҡын Районы Социаль-мәҙәни өлкәАсҡын Районы Билдәле шәхестәреАсҡын Районы ИҫкәрмәләрАсҡын Районы ҺылтанмаларАсҡын РайоныАсҡын (Асҡын районы)БашҡорттарПермь крайыСвердловск өлкәһеТатарҙарУрыҫтарҠариҙелҠубыяҙ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

29 апрельАуылАбдуллин Әнүәр Абдулла улыДонецк Халыҡ Республикаһы12 апрельБалыҡтарСәнәғәтЛатин алфавитыГәрәев Муса Ғaйса улыӘхмәтзәки Вәлиди Туған25 февральЛуи АрмстронгСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)ӘллатСыйырсыҡҺабантуйУкраинаШвеция28 ғинуар9 февральСүриәИммануил КантФлоридаМальтаКарл ЛиннейПабло ПикассоҠөрьәнКаталонияКавказФредерик Шопен22 февраль14 февральПарфия батшалығы26 ғинуарБиология10 апрель1994 йылПриматтарҠырым татарҙарыЫрымбур башҡорт педагогия техникумыБритан энциклопедияһыX быуатҠурайИнженерлыҡ эшеОстготтарОдри ХепбёрнРәсәйБиологик ҡоралӘһәмәниҙәр дәүләтеЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыНатрий карбонаты10 ноябрь«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалыБеренсе донъя һуғышыҠатнаш көрәш сәнғәтеМультипликацияБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыXVIII быуат1914 йылИндонезияӘхмәтшин Марс Әһлиулла улыЛаборатория4 июльБостон🡆 More