Борай Районы

Борай районы (рус. Бураевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район.

Административ үҙәге — Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй.

Борай районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

14 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Борай ауылы

Барлыҡҡа килеүе

20 август 1930

Хакимиәт башлығы

Нурисламов Борис Шәрәфғәли улы

Муниципаль район Советы рәйесе

Вяльшин Ремил Закир улы

Халҡы (2010)

25 982

Тығыҙлығы

16 кеше/км²

Майҙаны

1 820 км² (35 урын)

Борай районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1820 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 39,2; 1989 — 29,7; 1995 — 29,2. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — км²-ға 16 кеше. Күпселек башҡорттар, удмурттар һәм татарҙар йәшәй. Район үҙәге — Борай ауылы.

Географияһы

Район территорияһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һәм Түбәнге Ағиҙел уйһыулығының бер өлөшөн биләй, төньяҡ урман-дала ауыл хужалығы зонаһына инә. Климаты йылы, аҙ ғына ҡорораҡ. Тере Танып йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары йылға селтәрен тәшкил итә. Киң япраҡлы, ылыҫлы урмандар дөйөм майҙаны 17%-тан күберәген биләй, 81 % тирәһе — ауыл хужалығы ерҙәре. Ере көлһыу ҡара, һоро урман һәм туғай тупраҡлы.

Район территорияһы геотектоник йәһәттән Бөрө биләненә һәм Башҡортостан көмбәҙенең сиктәге зонаһына ҡарай. Нефть ятҡылыҡтары асылған (Борай, Касияр, Киҙгән һ.б.), шулай уҡ Әзәк, Борай, Баҙраҡ, Казанцево һәм Мулла балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары кирбес һуғыуға яраҡлы. Запасы — 2 млн м³. Салҡаҡ һәм Вострецово ауылы араһында дөйөм запасы 7,6 млн м³ булған Ҡара Яр һәм Меңле ҡомло-ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 58 117
1959 47 761
1970 47 896
Йыл Халыҡ һаны
1979 39 204
1989 29 728
2002 28 320
Йыл Халыҡ һаны
2010 25 154
2017 22 146
2018 21 892
Йыл Халыҡ һаны
2019 21 380

Иҡтисад

Етештереүҙең төп тармағы — ауыл хужалығы. Ул иген культуралары (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, борсаҡ), картуф үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Сәнәғәте ваҡ нефть промыслалары, сыр-май, ҡатнаш мал аҙығы з-дтары һәм ремонт-техника, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеларынан тора.

Транспорт

Район терретироияһы аша Өфө—Яңауыл автомобиль юлы үтә. Ағиҙел йылғаһындағы Вострецово пристане республика йылға транспорты системаһына инә.

Соцаль-мәҙәни өлкә

Районда 63 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 дөйөм китапхана, 73 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. Тыуған яҡты өйрәнеү (Борай ауылы) һәм С. С. Вострецовтың мемориаль музейҙары эшләй.

Татар телендә «Алга» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәр

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Борай Районы ГеографияһыБорай Районы Халыҡ һаныБорай Районы ИҡтисадБорай Районы ТранспортБорай Районы Соцаль-мәҙәни өлкәБорай Районы Билдәле шәхестәрБорай Районы ИҫкәрмәләрБорай Районы ҺылтанмаларБорай РайоныБашҡортостанБорайРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Вьетнам һуғышыЗакир ҺаҙыйЕвропаLe MondeИзраильБашҡортостан ҡоштарыҠатын-ҡыҙ түшеКөнсығыш диалектАтомМаргарет ТэтчерВаршаваСүәйс (Суэц) каналыЯңы ЗеландияXIII быуатРәсәй Федерацияһының социаль картаһыАмерика футболыКеннеди Джон ФицджералдЭлвис ПреслиКариб кризисыБәшмәктәрГрек телеПоездАлбан теле2009 йылУрартуВасильева Екатерина Сергеевна (актриса)1999 йылАмбрас ҡәлғәһеКиң мәғлүмәт сараларыНАТОБөйөк Ватан һуғышыРәсәй Ҡышҡы Олимпия уйындарында 2014Арыҫлан петроглифтарыАналитик химияСССР тарҡалыуыГУЛАГАсыҡ контентСтив ДжобсГданьскРус православие сиркәүе1996 йылБарабаҒәбитов Риф Фәтих улыЙорт атыАҡъяр ауыл Советы (Хәйбулла районы)АғасАрхейҙарӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыДжимми УэйлсНью-Йорк (штат)ЙәһүдилекЯкудзаҠытай телеМиус-фронтБаш бит🡆 More