Балаҡатай Районы

Балаҡатай районы (рус. Белокатайский район) – Башҡортостандағы муниципаль район.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән сиктәш урынлашҡан. 1930 йылда Иҫке-Балаҡатай районы ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелгән. Майҙаны — 3037 км². Район үҙәге — Яңы Балаҡатай ауылы, Өфөнән 341 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Үңкерҙенән (Силәбе өлкәһе) 35 км.

Балаҡатай районы
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Рәсәй

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

14 ауыл советы

Административ үҙәк

Яңы Балаҡатай ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Муниципаль район башлығы

Мехоношин Павел Иванович

Муниципаль район Советы рәйесе

Ҡәйүмов Нәғим Харис улы

Халҡы (2010)

21 277

Майҙаны

3037 км² (15 урын)

Балаҡатай районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Халҡы — 22,6 мең (2010) кеше (1970 — 27,5 мең; 1979 — 24,9 мең; 1989 — 22,1 мең; 1995 — 23,0 мең кеше). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселек урыҫтар һәм башҡорттар йәшәй. Районда барлығы 46 ауыл. Кешеләрҙең күбеһе (1989 халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Яңы Балаҡатай (5,3 мең), Ҡарлыхан (1,7 мең), Урғалы (1,5 мең), Ямаш (1,2 мең) ауылдарында көн итә.

Географияһы

Район территорияһы Ҡариҙел менән Әй йылғаларының түбәнге ағымы араһында ята. Диңгеҙ кимәленән 300—400 метр өҫтә. Ул ерҙәр йылға туғайҙары, ҡулауыҡтар менән ныҡ ҡына бүлгеләнгән. Көнсығыш яғын Уралдың көнбайыш битләүендәге алғы һырттар теҙмәһе (Масҡары арҡа, Ҡарауылтау, Һараяҡ, Аҡҡашҡа һ. б.) биләй. Орографик факторҙар тәьҫире арҡаһында яуым-төшөм күләме 550—600 мм-ға барып етә, йылы ваҡыт 90—100 көндән артмай.

Һоро һәм ҡарағусҡыл һоро урман тупрағы, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һоро һәм ҡарағусҡыл һоро тау-урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Райондың 46,8% ерен ҡатнаш урмандар алып тора. Ҡондоҙ, шәшке, ҡама, ҡырағай йәнлек һәм ҡош-ҡорттоң башҡа һунар-промысла төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Ҡарлыхан менән Балаҡатай заказниктары ойошторолған.

Районда ҡомташ (Яңы Балаҡатай), кирбес балсығы (Атарша), ҡом, ҡомло ҡырсынташ кеүек материалдар ҡатнашмаһы, агрономик рудалар: эзбизташ, күл эзбизе, торф туфы (Аҡсаған) ятҡылыҡтары табылған. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө урындағы ихтыяж өсөн ҡулланыла.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 34 787
1959 30 277
1970 27 546
Йыл Халыҡ һаны
1979 24 925
1989 22 069
2002 22 623
Йыл Халыҡ һаны
2010 20 169
2018 18 227
2019 17 946

Иҡтисад

Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 124,7 мең га (район територияһының 41,1%), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 84,2 мең га, сабынлыҡ — 17,2, көтөүлек — 23,3 мең га. Ауыл хужалығы малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, сусҡасылыҡ үҫешкән, Балаҡатай май-сыр комбинатыты — Районда ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе берҙән-бер предприятие. Урман ресурстары Ҡарлыхан леспромхозы, Урғалы һәм Ҡаҙыр ағас әҙерләү участкалары тарафынан файҙаланыла.

Урғалы ауылында «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең юл етештереү идаралығы (ЛПУ)урынлашҡан. Идаралыҡ Төмән өлкәһенән барған нефть һәм газ торбаларзы хеҙмәтләндерә.

Транспорт

Районды транспорт менән хеҙмәтләндереүҙә ике тимер юл станцияһы: Үңкерҙе (район территорияһынан ситтә) һәм Урғалы (район территорияһында) ҡатнаша. Үңкерҙенән Яңы Балаҡатай ауылынана автомобиль юлы бара. Яңы Балаҡатай—Үрге Ҡыйғы һәм Яңы Балаҡатай—Ҡарлыхан—Оло Устьикин автомобиль юлдары районды республика әһәмиәтендәге Өфө—Бөрө—Сулея—Һатҡы, Мәсәғүт—Красноуфимск автомобиль магистралдәре менән тоташтыра. Урғалы тимер юл станцияһында «Уренгой—Силәбе—Петровск» газ үткәргесенең газ ҡыуҙырыу станцияһы урынлашҡан. Яңы Балаҡатайҙа аэропорт эшләй.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта мәктәп; 1 музыка мәктәбе, 1 ПУ, 21 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район, 3 участка дауаханаһы бар.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Новый Белокатай» — «Яны Балакатай» гәзите сыға.

Билдәле шәхестәре

  • Горбунов Фёдор Михайлович (16.3.1928—6.03.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1960—1986 йылдарҙа К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы рәйесе. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Ләүәле ауылынан.
  • Нафиҡова Фәриҙә Низам ҡыҙы (20.08.1958), хеҙмәт ветераны, 1976—2015 йылдарҙа Калинин исемендәге колхоздың машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Әбсәләм ауылынан.
  • Пантелеев Михаил Максимович (11.10.1938), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1965—1998 йылдарҙа «Новая жизнь» район гәзите хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районы Савалда ауылынан.
  • Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.02.1973), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2015). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Фән һәм техника өлкәһендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2007). Әшәй ауылынан. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Балаҡатай Районы ГеографияһыБалаҡатай Районы Халыҡ һаныБалаҡатай Районы ИҡтисадБалаҡатай Районы ТранспортБалаҡатай Районы Социаль-мәҙәни өлкәБалаҡатай Районы Билдәле шәхестәреБалаҡатай Районы ИҫкәрмәләрБалаҡатай Районы ӘҙәбиәтБалаҡатай Районы ҺылтанмаларБалаҡатай РайоныБашҡортостанРус телеСвердловск өлкәһеСиләбе өлкәһеЯңы Балаҡатай

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАнтипин Филипп ЛукьяновичНикотинАльвин МитташБеларусьСТСҒаиләСөнниҙәрФлагЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыAkStarТимер юл транспортыАсҡар (Әбйәлил районы)ВаҡытҰУҡытыусыТуңғатарАнгелина Прасковья НикитичнаАтомДинастияСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Бабаев Юрий НиколаевичБизнесБайкова Римма ИвановнаҠобайырҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыҺессенАҡмуллаҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыРИА НовостиПутин Владимир ВладимировичДор ШабашевицНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыРязанский Сергей НиколаевичБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыАнна БобровскаяМәсетле районыҠомарлы уйынДезик һәм Сиған27 апрельВикимилекШыйыҡсаҺыуҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҠырғыҙстанЩетинков Евгений СергеевичҺаулыҡУрта быуаттарРәсәй ФедерацияһыАмниоттарНеодим1804 йылВикиөҙөмтәСалауат Юлаев музейыТанзиматТицианБолан культыҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыБашҡорт теленең лексикаһыУГАТУ-САТГазпром Нефтехим СалауатПавел РомановХөсәйенбәк кәшәнәһеЧатыр-ТауКәбиров Артур Зиннур улыСергей Ковалёв (йүнсел)🡆 More