Ҡышҡы Олимпия уйындары — спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса донъялағы иң эре ярыштар.
Халыҡ-ара олимпия комитеты эгидаһы менән 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ҡышҡы Олимпия уйындары 1924 йылдан алып йәйге Олимпия уйындарына өҫтәлмә булараҡ үткәрелә башлай. Ҡайһы бер ҡышҡы спорт төрҙәре йәйге Олимпия уйындарына тағы ла иртәрәк — 1908 һәм 1920 йылдарҙа индерелгән була. 1924 йылдан 1992 йылғаса ҡышҡы Олимпия уйындары йәйге уйындар менән бер үк йылда уҙғарылған. 1994 йылдан башлап улар йәйге Олимпиаданан ике йылға һуңлатып үткәрелә.
Башҡа исемдәре: ҡышҡы Олимпиада, Аҡ олимпиада.
1924—2014 йылдарҙа үткән 22 ҡышҡы Олимпия уйындарында дөйөм команда иҫәбе буйынса еңеүселәр исемлеге:
Союз/Федерация | Спорт төрө | Уҙғарыла башланыуы | Дисциплина |
---|---|---|---|
FIS | Тау саңғыһы | 1936 | Тиҙлеккә төшөү, супергигант, слалом-гигант, слалом, күпбәйге |
Саңғы ярышы | 1924 | Шәхси спринт, командалы спринт, айырым стартлы ярыш, масс-старт, эстафета, скиатлон | |
Трамплиндан саңғыла һикереү | 1924 | K120 шәхси беренселеге, K120 командалы беренселеге, K90 шәхси беренселеге | |
Саңғы буйынса икебәйге | 1924 | Шәхси ярыштар, спринт, эстафета | |
Фристайл | 1992 | Могул, саңғы акробатикаһы, ски-кросс, хафпайп, слоупстайл | |
Сноуборд | 1998 | Биг-эйр, параллель слалом-гигант, слоупстайл, сноуборд-кросс, хафпайп | |
IBU | Биатлон | 1960 | Спринт, шәхси уҙыш, пасьют, масс-старт, эстафета, ҡатнаш эстафета |
ISU | Конькиҙа фигуралы шыуыу | 1908/1924 | Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым, шәхси фигуралы шыуыу, парлы фигуралы шыуыу, боҙҙа бейеүҙәр, команда ярыштары |
Конькиҙа ярышыу | 1924 | 500 м, 1000 м, 1500 м, 3000 м, 5000 м, 10000 м, команда ярышы | |
Шорт-трек | 1992 | 500 м, 1000 м, 1500 м, эстафета | |
FIBT | Бобслей | 1924 | Ике урынлы боб, дүрт урынлы боб |
Скелетон | 1928/1948/2002 | ||
FIL | Санала шыуыу | 1964 | Шәхси ярыштар, парлы уҙыштар, командалар эстафетаһы |
IIHF | Шайбалы хоккей | 1920/1924 | |
WCF | Кёрлинг | 1924/1998 |
Уйындар | Йыл | Ҡала | Дәүләт | Иҫәбе | Иҫәбе | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|
ҡатнашыусы илдәр | ҡатнашыусы спортсылар | спорт дисциплиналары | спорт төрҙәре | ||||
I | 1924 | Шамони | Франция | 16 | 280 | 14 | 4 |
II | 1928 | Санкт-Мориц | Швейцария | 25 | 464 | 14 | 4 |
III | 1932 | Лейк-Плэсид | АҠШ | 17 | 252 | 14 | 4 |
IV | 1936 | Гармиш-Партенкирхен | Германия | 28 | 646 | 17 | 4 |
—(1) | 1940 | Гармиш-Партенкирхен | Германия | ||||
—(1) | 1944 | Кортина д’Ампеццо | Италия | ||||
V | 1948 | Санкт-Мориц | Швейцария | 28 | 669 | 22 | 4 |
VI | 1952 | Осло | Норвегия | 30 | 694 | 22 | 4 |
VII | 1956 | Кортина д’Ампеццо | Италия | 32 | 821 | 24 | 4 |
VIII | 1960 | Скво-Вэлли | АҠШ | 30 | 665 | 27 | 4(2) |
IX | 1964 | Инсбрук | Австрия | 36 | 1091 | 34 | 6(3) |
X | 1968 | Гренобль | Франция | 37 | 1158 | 35 | 6 |
XI | 1972 | Саппоро | Япония | 35 | 1006 | 35 | 6 |
XII | 1976 | Инсбрук | Австрия(4) | 37 | 1123 | 37 | 6 |
XIII | 1980 | Лейк-Плэсид | АҠШ | 37 | 1072 | 38 | 6 |
XIV | 1984 | Сараево | Югославия | 49 | 1272 | 39 | 6 |
XV | 1988 | Калгари | Канада | 57 | 1423 | 46 | 6 |
XVI | 1992 | Альбервиль | Франция | 64 | 1801 | 57 | 6 |
XVII | 1994(5) | Лиллехаммер | Норвегия | 67 | 1739 | 61 | 6 |
XVIII | 1998 | Нагано | Япония | 72 | 2302 | 68 | 7(6) |
XIX | 2002 | Солт-Лейк-Сити | АҠШ | 77 | 2399 | 78 | 7 |
XX | 2006 | Турин | Италия | 80 | 2508 | 84 | 7 |
XXI | 2010 | Ванкувер | Канада | 82 | 2766 | 86 | 7 |
XXII | 2014 | Сочи | Рәсәй Федерацияһы | 88 | 2800 | 98 | 7 |
XXIII | 2018 | Пхёнчхан | Корея республикаһы | ||||
XXIV | 2022 | Пекин | Ҡытай |
Ҡышҡы Олимпия уйындары Викимилектә | |
Ҡышҡы Олимпия уйындары Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡышҡы Олимпия уйындары, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.