Ҡатын-Ҡыҙ: ҡатын-ҡыҙ

Ҡатын-ҡыҙ — ҡатын-ҡыҙ енесле кеше .

«Ҡатын» тип өлкән кешене атайҙар,ә бала йәки үҫмер кешене «ҡыҙыҡай» һәм «ҡыҙ» тиҙәр . Ҡайһы бер осраҡта «ҡатын» йәш айырмаһына ҡарамай ҡулланыла, мәҫәлән, «ҡатын- ҡыҙҙар хоҡуғы» (права женщин, women's rights). «Ҡатын» гендер бәйләнгәнлекте, ә енесте аңлатмай тигән фекер ҙә йәшәп килә . Ҡатын кеше енси яҡтан өлгөргәс, менопаузаға тиклем бала таба һәм имеҙә ала ,ҡайһы бер ҡатындар быны эшләй алмай— мәҫәлән, түлһеҙҙәр, трансгендер һәм интерсекс-ҡатындар (хромосомалар менән бәйле) .

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле
Сверху, слева направо: Рождение Венеры, Айседора Дункан, Лесбия; Сакагавея, Мария Кюри, Мэрилин Монро, Мата Хари; У Цзэтянь, Жанна д’Арк, Нефертити, Индира Ганди
Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле
Башҡорт ҡатыны.19 быуаттың икенсе яртыһы

Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре

Донъяла күп халыҡтарҙа электән ҡатын-ҡыҙға өндәшкәндә уның социаль статусын , гендер айырмаһын күрһәткән атамалар ҡулланылған. Бынан тыш генедер айырмаһын күрһәтмәгән һүҙҙәр ҙә ҡулланылыуы мөмкин (мәҫәлән,«иптәш»). Кейәүҙә булмаған йәки кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға төрлө һүҙҙәр ҡулланып өндәшкәндәр. Рустарҙа «барышня» (йәш ҡыҙ) һәм «барыня» , «госпожа» (кейәүҙәге, йәки оло ҡатын), «мисс» (кейәүҙә түгел) «мадам» ,«миссис» (кейәүҙә) инглиз телендә, «синьорина» (кейәүҙә түгел) һәм «синьора» (кейәүҙә) итальян телендә, башҡорт әҙәбиәтендә "туташ" (ҡыҙ кешегә өндәшкәндә), "ханым" (ир ҡатынына) кеүек һүҙҙәр осрай һ.б. Көнбайышта күп ҡатын-ҡыҙ үҙенә ундай айырма менән өндәшеүҙе хупламай. Гендер лингвистикаһы буйынса бындай айырма эшләү ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә бойондороҡло булыуын күрһәтә .

Хәҙерге заманда ҡайһы бер телдәрҙә бындай айырма эшләү әҙәпһеҙлек тип һанала, шуға күрә телдән төшөп ҡалып бара(мәҫәлән, Германияла «фройляйн» 1970 йылдарҙан башлап рәсми документтарҙа ҡулланылмай), Франция менән Бельгияла документтарҙа «мадемуазель» һүҙе ҡулланылмай.

1970 йылдарҙан башлап, Англияла «мисс» һәм «миссис» менән бер рәттән «миз» (яҙғанда— Ms.), гендер нейтраль «микс» йәки «макс» (яҙғанда — Mx.) ҡулланыла.

Биология һәм гендер

Донъяла «ҡатын-ҡыҙ» төшөнсәһе тәү сиратта биологик үҙенсәлектәр тураһында һөйләй . Икенсе яҡтан , «ҡатын-ҡыҙ» - социаль төркөм , гендер роль йәки гендер берҙәйлек , оҡшашлыҡ (идентичность). Донъяла бинар гендер системаһы һаҡланып килә, ләкин ҡайһы бер илдәрҙә быны инҡар итеүселәр һаны күбәйә бара.

Тәбиғи айырымаһы

Генетика

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Хромосомный набор человека (женский)

Генетика күҙлегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы тип парлы енси хромосомалар ике X-хромосоманан тора, ә ирҙәрҙең енси хромосомалары кариотипта бер X-хромосома һәм бер Y-хромосомалы. Ҡатын-ҡыҙҙар бер X-хромосоманы әсәһенән ала,икенсеһен— атаһынан (был хромосоманы ул әсәһенән ала). Балиғ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙа икенсе Х-хромосома ҡулса булып уралып ята (тельце Барра). Элек икенсе X-хромосома ҡулланылмай тип иҫәпләнә ине, хәҙер улай тип раҫламайҙар .

Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡараған кариотип 46 X-хромосоманан тора, ләки ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙа 47,XXX һәм 45,X кариотиптары осрай. Кариотип һәр саҡ анатомия үҫешен билдәләмәй— мәҫәлән, ҡайһы бер ике X-хромосомалы кешеләрҙең енси ағзалары төҙөлөшө ғәҙәттәге ирҙәр анатомияһындағы кеүек . Кариотип менән анатомияның бындай бәйләнеше - интерсекс-вариацияның бер төрө.

Анатомия һәм физиология

Биология күҙегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы ирҙәр организмынан бер нисә анатомик һәм һәм физиологик сифат менән айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр тәне төҙөлөшөндә беренсел һәм икенсел енси билдәләр айырып йөрөтөлә. Беренсел енси билдәләр— әсә ҡарынында саҡта уҡ барлыҡҡа килгән кешенең үрсеү органдарының үҙенсәлектәре, улар енси өлгөрөү һөҙөмтәһендә генә функциональ яҡтан әүҙемләшә. Енси өлгөрөү процесында икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килә — улар тәндең башҡа айырымлыҡтарына ҡағыла.

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Внутренние половые органы женщины

Ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһы эске һәм тышҡы енси органдарҙан ғибәрәт. Түллек биҙҙәре (Яичники) гормондар етештереүҙе көйләй һәм ҡатын-ҡыҙ гаметалары — инә күҙәнәктәр ирҙәр гаметаһы — сперматозоидтар менән аталандырылғас, эмбрион (яңы кеше организмын) булдыра. Аталандырылмаған инә күҙәнәктәр организмдан күрем (менструация) менән тышҡа сығарыла. Ҡатын-ҡыҙҙар енси органдарына баланы ҡарында йөрөтөү өсөн аналыҡ , инәлек еңсәһе һәм бер нисә өлөштән торған тышҡы енси орган «вульва» инә. Ҡатын-ҡыҙ имсәге башҡа һөтимәрҙәрҙеке кеүек үк һөт бирә ала.

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле  Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Тело женщины. Вид спереди и сзади. У данной модели удалены волосы на теле

Ҡатын-ҡыҙҙың икенсел енси билдәләре организмға гормондар (эстрадиол, эстрогендар) йоғонтоһо арҡаһында формалаша. Мәҫәлән, ҡатын ҡыҙҙарҙың буйы ирҙәрҙекенән уртаса 12 сантиметрға кәмерәк, киң янбаш һөйәге, түмһәкәй (лобковый угол) тупаҡ мөйөшлө, нәҙегерәк тауыш тембры, кәүҙә ауырлығында мускул өлөшө әҙерәк, май туҡымаһы күберәк өлөштө тәшкил итә, биттә йөн булмауы, тәндә йәндәң бик әҙ булыуы. Ҡатын-ҡыҙ организмында бер нисә осорҙо бүлеп йөрөтәләр, уларҙың һәр берһенең үҙ анатомия һәм физиология айырымлыҡтары бар :

  • балалыҡ — 12 йәшкә тиклем,
  • енси өлгөрөү ваҡыты — 12-16 лет,
  • енси яҡтан өлгөрөп еткән осор , йәки репродуктив осор — 45-47 йәшкә тиклем,
  • күсеү осоро, йәки климакс осоро — 50-52 йәштәр тирәһе,
  • күрем туҡтағандан һуңғы осор .

Енесте билдәләү һәм гендер бәйләнгәнлек

Хәҙерге заманда кешеләрҙе ике енескә генә бүлеп йөрөтөү менән риза булмағандар ҙа бар.. Ундай кешеләрҙе интерсекс, трансгендер кеше тип тә йөрөтәләр.

Тәбиғәт ике енес араһындағы кеше итеп яратҡан ҡатындарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен кем итеп тоя, шул енескә яҡын булаһы килеп, гормональ терапия үтә, төрлө хирургик процедуралар яһатып ҡарай .

Ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Екатерина Великая — Императрица Российская

Енсиәт роле (гендер роль) — кешенән гендерға (енесенә) бәйле билдәле бер тәртип талап иткән социаль өмөттәрҙең барыһы бергә. Хәҙерге донъяла бинар гендер системаһы йәшәй, уға яраҡлы кешеләр ике бер-берһенә ҡапма-ҡаршы төркөмгә бүленә : ирҙәр һәм ҡатындар, — йәмғиәт кеше енесенә ҡарап унан үҙ енесенә тура килгән гендер ролен үтәүҙе талап итә . Шулай ҙа ҡайһы бер халыҡтарҙа гендер (енсиәт) мөһим социаль категория түгел, шулай булғас, ғәҙәттәге ҡатын-ҡыҙ роле лә юҡ . Ҡайһы бер халыҡтарҙа кешене өс төркөмгә бүлеп ҡарау бар.

Айырым ҡатын-ҡыҙ енсиәт (гендер) роле булған халыҡтарҙа уның эстәлеге әкренләп үҙгәрә һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа ул төрлөсә. Мәҫәлән, Көнбайышта 1950 йылдарҙа, урта класҡа ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле унан йорт хужабикәһе булыуҙы талап итә һәм ҡатын-ҡыҙ эшкә йөрөмәҫкә тейеш була, ә эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер роле унан йәмғиәт файҙаһына эш менән өйҙәге эште берҙәй алып барыуҙы талап итә (Был ГФР һәм ГДР араһындағы айырмала ла күренә).

Гендер айырымлыҡтары

Көнбайышта борондан ҡатын-ҡыҙҙың гендер ролдәрен аңлатҡанда ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәрҙең тәбиғи айырмаларына иғтибар иткәндәр . Тәжрибә мәғлүмәттәре гендер айырымлыҡтарының эволюцион теорияларын раҫлаймай . Мәҫәлән, эмпирик тикшеренеүҙәр ҡатын-ҡыҙ партнер һайлағанда буласаҡ ғаиләне туйҙырыусы тип һайламай, а ирҙәр – тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡарамай икәнен күрһәтә. Күп ғалимдар бындай теорияларҙа булған методологик хаталарға иғтибар итә . (Подробнее см.: Биологические теории происхождения гендерных ролей.)

Әлбиттә ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһында юҡҡа сығарып булмай торған айырмалар бар. Ләкин фәнни мәғлүмәттәр буйынса ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәр араһында оҡшашлыҡ айырмаларға ҡарағанда күберәк. Шуға күрә күп ғалимдар гендер оҡшашлыҡтың төп гипотезаһы тураһында һөйләү нигеҙле булыр ине тигән фекерҙә . Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы ғалимдар эҙләп тапҡан айырымлыҡтар (Математикаға һәләт, арауыҡты танып белеп, аңлау һәм агрессив тәртип) универсаль түгел, улар гендер стереотиптары тәьҫиренә бәйле .

Енсиәт (гендер) стереотиптары

Хәҙерге заманда күп йәмғиәттәрҙә таралған енсиәт (гендер) стереотиптарына ярашлы ҡатын –ҡыҙҙарға һүлпәнлек, бойондороҡлолоҡ, тойғоға бирелеүсәнлек, ҡайғыртыусанлыҡ хас тип иҫәпләнә, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ, агрессивлыҡ күрһәтеү ғәйепләнә . Шулай итеп был йәмғиәттәрҙә бығаса йәшәп килгән гендер ролдәр, гендер тигеҙһеҙлеге һаҡлап ҡалырға тырышалар.

Мәҫәлән, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, бындай стереотиптар эш урынында ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш урынында ҡыҫырыҡлау, хоҡуҡтарын боҙоуға ярҙам итә, күренмәй торған «быяла түшәм» тәьҫирен барлыҡҡа килтерә («быяла түшәм»- ҡатын-ҡыҙ карьераһын туҡтата торған үтә күренмәле сик) .

Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Женщина-мусульманка в чадре (французская гравюра 1881/1882)

Христиан динендә

Христиан дине буйынса ҡатын-ҡыҙ кеше ир кешегә буйһонорға тейеш. Ләкин Иҫке Ғәһедтә (Евангелие) әсә әһәмиәтенең юғарылығы һәм уны хөрмәт итеү тураһында әйтелә. Балалар әсәһен атаһын хөрмәт иткән кеүек хөрмәт итергә тейеш, әсәгә хөрмәт менән ҡарамаусыны хатта нығыраҡ яза көтә. Христиан динен таратыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙур роль уйнаған, ләкин ҡатын-ҡыҙ рухани дәрәжәһен ала алмаған. Хәҙерге заманда христиан сиркәүенең ҡайһы бер ойошмаларында был ҡағиҙәне юҡҡа сығарғандар.

Исламда

Шәриғәткә ярашлы ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары араһында бик ҙур айырма бар. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә (ғәрәп илдәрендә) ҡатын-ҡыҙ ирен бер һүҙһеҙ тыңларға тейеш, уның хоҡуғы ирҙәрҙекенә ҡарағанда әҙерәк. Ҡайһы саҡта уның хәле бер хоҡуҡһыҙ ҡол хәленә тиңләшә. Исламда ҡатын-ҡыҙ аҡса табыр өсөн эшкә йөрөргә тейеш түгел, уны ире ҡарарға тейеш, айырылышҡан осраҡта уға мәһәр бирелә (ҡатындың милке тип иҫәпләнә).

Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын боҙоу

Элек күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың граждан хоҡуҡтары булмаған, әле лә ҡайһы бер илдәрҙә уларҙың һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуғы юҡ. Бөтә донъяла ла тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт органдарында бик әҙ. Мәҫәлән, АҠШ-та ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә, ләкин 109-се саҡырылыш АҠШ конгрессында барлығы 82 , Сенатта — 14 (сенаторҙарҙың 14 %), а АҠШ конгресының вәкилдәр палатаһында -68 (15,6 %) ҡатын-ҡыҙ булған.

Һуңғы ике быуатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса реформалар үтһә лә, донъяла төрлө ил парламенттарында ҡатын-ҡыҙ бик аҙ. Руанда менән Көньяҡ Африкала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн парламента квоталар ҡалдырылһа, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң элекке совет республикаларында квоталар бөтөрөлдө. Шул сәбәпле Европа илдәре менән сағыштырғанда был илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ парламентта һәм дәүләт органдарында күпкә аҙыраҡ .

Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәткә хоҡуҡтары боҙола, ҡатын-ҡыҙ эш урынында төрлө ҡыҫырыҡлауға дусар ителә. Ул вертикаль сегрегацияла («быяла түшәм», ҡатын-ҡыҙҙарға карьера баҫҡысы буйлап үрләргә бирмәү), горизонталь сегрегацияла (рәсми рәүештә йәки рәсми булмаған ҡайһы бер юғары эш хаҡы түләнгән профессияларҙа һәм профессиональ өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙға эшләргә рөхсәт итмәү), ирҙәр менән сағыштырғанда ҡатын-ҡыҙға әҙерәк эш хаҡы түләүҙә күренә.

2013 йылда 774 миллион уҡый-яҙа белмәгән кешенең өстән икеһе – ҡатын-ҡыҙ. Мәктәпкә йөрөмәгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында иң күбеһе- ҡыҙҙар .

Байрамдар

Ҡатын-ҡыҙҙы ҙурлау көндәре Боронғо Римда уҡ булған, был көндө ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәре бүләктәр биргән һәм уларҙы иғтибар менән солғап алған.

Бөгөн донъяла байрам ителгән көндәрҙең күбеһен БМО (ООН) тәҡдим иткән, ләкин уларҙың ҡай береһе , мәҫәлән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8 Март) ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәше барышында барлыҡҡа килгән.

Бөгөн донъяла билдәләнгән ҡатын- ҡыҙ байрамдары:

  • Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8 март)
  • Әсәләр көнө (Май айында икенсе ял көнө)
  • Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө (15 октябрь)
  • Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн көрәш көнө (25 ноябрь)

Һәм башҡа дини байрамдар бар.

Ҡатын
Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ
Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле  Ҡатын-ҡыҙ Викимилектә

«Ҡатын» һүҙенең этимологияһы

Ҡатын - (фарс. خاتونKhātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше, бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет, ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.

"Ҡатын (Хатун)" һүҙе  — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.

Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы.

Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:.

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле  Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 

Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.

Йөкмәткеһе үҙгәреүе

Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.

Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ

Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.

Тарихтағы атаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы

«Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәр

  • Әбей — оло ҡатын
  • Бисә — ирҙең ғаилә иптәше булған ҡатын
  • кәләш- ир ҡатыны, башлыса йәш ҡатын

Енесте аңлатҡан символика

Ҡул ишаралары символикаһы

  • Японияла «ҡатын-ҡыҙ», шулай уҡ «хужабикә» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлатҡан тыйнаҡһыҙ ишара - алған һонолған ҡулда башҡа бармаҡтарҙы бөгөп, сәтәкәйен генә тура ҡалдырып күрһәтеү .
  • Урыҫтарҙа «ҡатын-ҡыҙ» тигәнде ике тапҡыр ҡыҫҡа ғына итеп ҡул һырты менән сикәгә тейеп алыу; баш бармаҡ усҡа табан бөгөлгән була .

Ҡалып:Hiero

График символика

Ҡарағыҙ

Списки женщин категорияһы табылманы
  • Женственность / Мать / Леди
  • Феминизация
  • «Этаж наследия»
  • Гинекология
  • Мизогиния (женоненавистничество)
  • Митохондриальная Ева
  • Гендерная роль / Гендерные исследования / М→Ж транссексуальность
  • Гиноид (робот с женской внешностью)
  • Права женщин

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Женщина // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  • Шон Бёрн. Гендерная психология = The Social Psychology of Gender. — 2-е. — СПб.: Прайм-Еврознак, 2004. — 320 с. — (Секреты психологии). — 3000 экз. — ISBN 5-93878-125-6, 0-07-009182-X.
  • Routledge international encyclopedia of women, 4 vls., ed. by Cheris Kramarae and Dale Spender, Routledge 2000
  • Women in world history : a biographical encyclopedia, 17 vls., ed. by Anne Commire, Waterford, Conn. [etc.] : Yorkin Publ. [etc.], 1999—2002
  • Плосс Г., Женщина: Монография. Кн. I. — Сыктывкар-Киров, «Вятка». 1995.
  • Атлас анатомии человека. Синельников Р. Д., Синельников Я. Р. (4 тома). Изд. 5. Учебник для ВУЗов. М: Медицина. 1996 год. — 1160 стр.
  • Анатомия человека. Сапин М. Р. и др. (2 тома). Изд. 5. Учебник для ВУЗов. М: Медицина. 2001 год. — 1274 стр.
  • Нормальная физиология человека. Ткаченко Б. И. Изд. 2. Учебник для ВУЗов. М: Медицина. 2005 год. — 928 стр.
  • Гинекология. Савельева Г. М., Бреусенко В. Г. Изд. 3. Учебник для ВУЗов. М: ГЭОТАР-Медиа. 2007 год. — 432 стр. ISBN 978-5-9704-0466-9

Һылтанмалар


Ҡалып:Сексология

Ҡатын
Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 
Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ
Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле  Ҡатын-ҡыҙ Викимилектә

Ҡатын - (фарс. خاتونKhātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше, бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет, ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.

Этимологияһы

"Ҡатын (Хатун)" һүҙе  — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.

Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы.

Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:.

Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле  Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән Ҡатын-Ҡыҙ: Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре, Биология һәм гендер, Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ роле 

Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.

Йөкмәткеһе үҙгәреүе

Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.

Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ

Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.

Тарихтағы атаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы

«Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәр

  • Әбей — оло ҡатын
  • Бисә — ирҙең ғаилә иптәше булған ҡатын

Енесте аңлатҡан символика

Ҡул ишаралары символикаһы

  • Япониялажестом, означающим «ҡатын-ҡыҙ», шулай уҡ «хужабикә» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлатҡан фамильяр ишара - алған һонолған ҡулда башҡа бармаҡтарҙы бөгөп, сәтәкәйен генә тура ҡалдырып күрһәтеү .
  • Урыҫтарҙа «ҡатын-ҡыҙ» тигәнде ике тапҡыр ҡыҫҡа ғына итеп ҡул һырты менән сикәгә тейеп алыу; баш бармаҡ усҡа табан бөгөлгән була .

Ҡалып:Hiero

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Abdülkadir Özcan. Hatun // Islam Ansiklopedisi. — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1997. — Vol. 16. — P. 499—500.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ҡатын-Ҡыҙ Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәреҠатын-Ҡыҙ Биология һәм гендерҠатын-Ҡыҙ Төрлө диндә ҡатын-ҡыҙ ролеҠатын-Ҡыҙ Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын боҙоуҠатын-Ҡыҙ БайрамдарҠатын-Ҡыҙ «Ҡатын» һүҙенең этимологияһыҠатын-Ҡыҙ Йөкмәткеһе үҙгәреүеҠатын-Ҡыҙ Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҠатын-Ҡыҙ «Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәрҠатын-Ҡыҙ Енесте аңлатҡан символикаҠатын-Ҡыҙ ҠарағыҙҠатын-Ҡыҙ ИҫкәрмәләрҠатын-Ҡыҙ ӘҙәбиәтҠатын-Ҡыҙ ҺылтанмаларҠатын-Ҡыҙ ЭтимологияһыҠатын-Ҡыҙ Йөкмәткеһе үҙгәреүеҠатын-Ҡыҙ Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҠатын-Ҡыҙ «Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәрҠатын-Ҡыҙ Енесте аңлатҡан символикаҠатын-Ҡыҙ Шулай уҡ ҡарағыҙҠатын-Ҡыҙ ӘҙәбиәтҠатын-Ҡыҙ ИҫкәрмәләрҠатын-ҠыҙБалаКеше

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ваҡлап һатыуҺары мәтрүшкәГерманияДжимми УэйлсАлъяпҡыс9 мартБысраныуШарль де ГолльБөжәктәр28 ғинуарУраҙа байрамыТөркиәАзияКөньяҡ Африка РеспубликаһыИшәкҺыу баҫыуҺыуРәсәй Федерацияһы Ҡораллы КөстәреИтальян телеТүш биҙәүестәреВикиЯпонияГөлнәзирә (йыр һәм уйын)Урта КөнсығышУрал батырGoogle КарталарыГраждандар һуғышыЭзбиз (материал)Элвис ПреслиУкраиндарБетонМәжүсилекБуэнос-АйресАфрикаСиднейУмыртҡалылар2010Мартин Лютер КингӘл-Хижер сүрәһеКутаиси14 июньТәбиғәтИспан телеТаң турғайыАҠШ юстиция департаментыQIWIИнвестицияларҒәззәГеографик картаHTMLҺарытау өлкәһе🡆 More