Дар-Әс-Сәләм: Танзанияның иң ҙур ҡалаһы.

Дар-әс-Сәләм (суахили һәм ингл. Dar es Salaam; ғәр.

Илдең иң бай ҡалаһы һәм мөһим иҡтисади үҙәк. Дар-әс-Сәләм төбәгенең административ үҙәге.

Дар-әс-Сәләм
Нигеҙләү датаһы 1862
Рәсем
Этнохороним Salamite
Дәүләт Дар-Әс-Сәләм: Тарихы, Халҡы, Климаты Танзания
Административ үҙәге Танзания, Танганьика[d], Танганьика Республикаһы[d], Дар-әс-Сәләм[d] һәм Герман Көнсығыш Африкаһы[d]
Административ-территориаль берәмек Дар-әс-Сәләм[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 4 715 000 кеше (2016)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 12 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Гамбург
Майҙан 1393 км²
Почта индексы 10000–19999
Дар-Әс-Сәләм: Тарихы, Халҡы, Климаты Дар-әс-Сәләм Викимилектә

2016 йылға ҡарата ҡала халҡының иҫәбе — 4 715 000 кеше.

Ҡала Африканың көнсығыш яры буйында, Һинд океаны буйында урынлашҡан. Танзанияның иң ҙур порты һәм Африканың көнсығыш яры буйында иң ҙур порттарҙың береһе булып тора. Дар-әс-Сәләм дәүләттең баш ҡалаһы була, ә 1993 йылда был статус Додомаға рәсми рәүештә бирелеүенә ҡарамаҫтан, ул элеккесә хөкүмәттең урынлашыу урыны булып тора.

Тарихы

Дар-Әс-Сәләм: Тарихы, Халҡы, Климаты 
Кайзерштрассе, Дар-әс-Сәләм, Герман Көнсығыш Африкаһы, 1905 йыл

XIX быуатта Һинд океаны яры буйында Мзизима балыҡсылар ауылы булған, уның эргәһенән диңгеҙ юлы үткән. 1859 йылда Гамбургтан Альберт Рошер Мзимаға («Сәләмәт ҡала», Дар-әс-Сәләмдең элекке исеме) килгән тәүге европалы була.

1862 йылда Занзибар солтаны Мәжит ибн Сәйет диңгеҙ буйында ҡала төҙөргә була. Әммә һарай төҙөлөшөн башлаһа ла, бина төҙөлөп бөтмәй ҡала.

1865 йәки 1866 йылда Мзима ауылы янында Мәжит ибн Сәйет ҡаланы төҙөй башлай һәм уны Дар-әс-Сәләм тип атай. Исеме bandar фарсы/ғәрәп һүҙенән — «тыныслыҡ гаване» йәки «тыныслыҡ йорто» тип тәржемә ителгән, йәки ғәрәп телендәге dar — «йорт» һәм es salaam — «тыныслыҡ» тип аңлатыла. 1871 йылда Мәжит ибн Сәйет вафат була һәм проектты тормошҡа ашырыу туҡтатыла.

Ҡаланы мөһим диңгеҙ портына әүерелдереү маҡсатында, 1876 йылда Уильям МакКиннон Дар-әс-Сәләмдән Виктория күленә тиклем тимер юлын төҙөй башлай. Әммә проект тулыһынса уңышһыҙлыҡҡа осрай.

1887 йылда Германия Көнсығыш Африка компанияһына нигеҙ һалыусы Карл Петерс пляжды баҫып ала (шул уҡ йылда компания ҡалала үҙенең офисын аса). Бынан һуң ғәрәптәр менән бәрелеш башлана, һәм 1889 йылға ҡарай немецтар уларҙың торамаһын тулыһынса яулап алған. 1891 йылда ҡала Герман Көнсығыш- Африка колонияһының административ үҙәгенә әүерелә. 1902 йылда портта йөҙөп йөрөүсе док төҙөлә. 1907 йылда ҡала Үҙәк тимер юлының башланғыс нөктәһе була. 1916 йылда ҡаланы инглиздәр баҫып ала.

Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡала йылдам үҫешә башлай. 1961 йылдың декабрендә Танганьика бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә була, Дар-әс-Сәләм уның баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

1964 йылда Танганьика менән Занзибар Танзания дәүләтен булдырғандан һуң да Дар-әс-Сәләм илдең баш ҡалаһы функцияларын үтәүҙе дауам итә. 1973 йылда баш ҡаланы Танзанияның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан Додомаға күсерергә тәҡдим ителә, ләкин күсереү һаман да тамамланмаған.

1970 йылда Дар-әс-Сәләмдә юридик, гуманитар, социаль фәндәр, медицина, ауыл хужалығы һәм башҡа факультеттары менән Танзанияның Милли университеты асыла. Университет ҡаласығы булдырылған. Белгестәрҙе шулай уҡ ҡайһы бер колледждарҙа әҙерләйҙәр.

1996 йылда Танзанияның милли ассамблеяһы йортҡа Додомаға күсә, әммә хөкүмәт учреждениеларының күпселеге әлегә тиклем Дар-әс-Сәләмдә урынлашҡан. 1998 йылда ҡалалғы Америка Ҡушма Штаттары илселеге бинаһы террористар һөжүменә дусар ителә. Һөҙөмтәлә 10 кеше (башҡа версия буйынса — 11) үлтерелә, башҡалары яралана.

Халҡы

Йыл Халыҡ иҫәбе
1927 25 000
1950 70 000
1976 517 000
1988 1 360 850
2002 2 487 288
2012 4 364 541

Ҡаланың төп халҡы — зарамо. Йылына 4,39 % Халыҡтың үҫеш тиҙлеге менән, ҡала донъяла иң тиҙ үҫешкәндәрҙең береһе һәм Африкала үҫеш тиҙлеге буйынса өсөнсө булды (Бамако һәм Лагостан һуң).

Климаты

Климаты субэкваториаль. Йыл дауамында ике ҡоро һәм ике дымлы миҙгел булыуы ҡыҙыҡлы үҙенсәлек булып тора. Төп дымлы миҙгел марттан майға тиклем дауам итә. Артабан июндән октябрь аҙағына тиклем оҙайлы ҡоро миҙгел башлана, уның барышында яуым-төшөм сағыштырмаса һирәк яуа.

Унан һуң ноябрь һәм декабрь айҙарында икенсе дымлы миҙгел башлана. Бында ямғыр йышлығы төп дымлы миҙгелгә ҡарағанда кәмерәк. Шунан һуң ғинуарҙа һәм февралдә ҡоро миҙгел дауам итә. Әммә уның барышында ла аҙыраҡ булһа ла яуым-төшөмдәр күҙәтелә.

Һауа температураһының тирбәлеүе шулай ҙа бар — июлдең (иң һыуыҡ ай) уртаса температураһы февралгә (иң йылы ай) ҡарағанда 5 градусҡа һалҡыныраҡ. Иң юғары температура шулай уҡ февраль һәм март айҙарында теркәлә, әммә һауа температураһы бер ҡасан да 39 градустан юғары күтәрелмәнегән һәм 11 градустан түбән төшмәгән.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 35,8 38,1 39,2 35,7 35,6 36,8 35,0 34,4 33,3 35,0 35,0 35,0 39,2
Уртаса максимум, °C 31,3 32,2 31,3 30,1 29,4 28,6 28,4 28,8 30,0 30,5 30,9 31,1 30,2
Уртаса температура, °C 27,8 28,0 27,3 26,1 25,3 24,0 23,3 23,6 24,4 25,5 26,6 27,4 25,8
Уртаса минимум, °C 24,8 24,3 23,9 23,0 21,9 20,1 19,0 19,0 19,2 20,9 22,4 24,0 21,9
Абсолют минимум, °C 16,8 16,7 17,0 16,8 15,5 14,0 12,4 10,8 12,0 15,0 15,6 16,0 10,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 57 57 150 217 175 34 21 28 19 69 100 113 1038
Һыу температураһы, °C 26 26 26 26 25 25 25 24 24 24 25 25 25
Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал

Архитектураһы

Дар-Әс-Сәләм: Тарихы, Халҡы, Климаты 
Дар-әс-Сәләм тимер юл станцияһы, 1973 йыл.
Дар-Әс-Сәләм: Тарихы, Халҡы, Климаты 
Дар-әс-Сәләмдә гавань

Биналарҙың күпселек өлөшө колониаль үткән дәүерҙе сағылдыра. Улар төрлө архитектура стилдәрендә, шул иҫәптән суахили, инглиз, немец һәм Азия стилдәрендә төҙөлгән. Биналарҙы яңыртыу һәм киңәйтеү һөҙөмтәһендә улар күп ҡатлыға әйләнде һәм заманса ҡиәфәт алды, шул иҫәптән дауахана комплексы, техник институт һәм юғары суд бинаһы.

Белем биреү учреждениеларынан 1961 йылда төҙөлгән Дар-әс-Сәләм университеты, бер нисә китапхана, ғилми-тикшеренеү институттары һәм милли музей урынлашҡан.

Benjamin William Mkapa Pension Tower бинаһы тағы 21 бина менән бер рәттән ул ҡала һәм илдең иң бейек йорттарының береһе булып тора.

Иҡтисады

Ҡаланың ситендә урынлашҡан ябыҡ порт аша ауыл хужалығы продукцияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалар экспортлана; порт континент эсендәге илдәрҙе — Уганда, Руанда, Бурунди, Конго Демократик Республикаһын, Замбия һәм Малавиҙы хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ Конго йылғаһында йөк күсереү пункты булып тора, уның суднолар йөрөй торған өлөшөнә — Луалабаға — тимер юл буйлап барып етергә мөмкин.

Танганьика күленән көнбайышында урынлашҡан Кигоманан Виктория күленең төньяҡ-көнбайыш яр буйында урынлашҡан Мванзаға тиклемге тимер юлының һуңғы станцияһы булып тора; ҡала порты Танзам тимер юлы (1975 йылдан алып эшләй) аша Замбия менән бәйләнеш булдырылған. Дар-әс-Сәләм халыҡ-ара аэропорты эске һәм халыҡ-ара рейстар яһай.

Гавань хозурлығы, матур пляждар һәм сәскә атҡан төнгө тормош ярҙамында ҡала туристар өсөн популяр ял урынына әүерелде. Бында һабын, буяуҙар, тәмәке, аҙыҡ-түлек продукттары, металдан, быяланан һәм ағастан эшләнгән изделиелар, туҡыма, аяҡ кейемдәре етештерелә.

Дар-әс-Сәләмдә Air Tanzania милли авиакомпанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Мәғариф

Ҡалала бер нисә университет, шул иҫәптән Дар-әс-Сәләм университеты, Ардхи университеты һәм башҡалар эшләй.

Туғандаш ҡалалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Дар-әс-Сәләм (Мысыр)
  • Бруней-Даруссалам

Иҫкәрмәләр

  • 10,0 10,1 [leksika.com.ua/19950218/ure/dar-es-salam Дар-ес-Салам (укр.)] // [leksika.com.ua/ure/ Украинская советская энциклопедия] / Бажан Микола Платонович. — К..
  • Столицы государств мира — Дар-эс-Салам. Clow.ru. Дата обращения: 13 декабрь 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  • Dar es Salaam // The Columbia Encyclopedia / Lagassé, Paul. — 6th. — Columbia University Press, 2000. — 3156 p. (инг.)
  • Дар-эс-Салам // Большая советская энциклопедия / Шмидт О. Ю.. — 1-е изд.. — М.: Советская энциклопедия, 1930. — Т. XX: Гурьевка-Дейки. — С. 493. — 877 с.
  • Дар-эс-Салам // Большая советская энциклопедия / Введенский Б. А.. — 2-е изд.. — М.: Большая советская энциклопедия, 1952. — Т. XIII: Гроза-Демос. — С. 390. — 669 с. — 300 000 экз.
  • 15,0 15,1 GeoHive — Tanzania population statistics 2016 йыл 18 декабрь архивланған. (инг.)
  • Распределение населения по административным единицам, Объединённая Республика Танзания, 2013 (ингл.) (недоступная ссылка — история). Nbs.go.tz. Дата обращения: 25 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  • Dar es Salaam — All buildings (ингл.). emporis.com. Дата обращения: 26 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  • Air Tanzania (ингл.). Дата обращения: 26 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  • Darüsselam — T.C. Samsun Büyükükşehir Belediyesi (төр.) (недоступная ссылка — история). Samsun.bel.tr. Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
  • Dar es Salaam, Städtpartnerstadt, Tansania, Hamburg — Stadt Hamburg (нем.). Hamburg.de. Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2013 йыл 22 июнь архивланған.
  • Сығанаҡтар

    This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Дар-әс-Сәләм, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
    ®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.

    Tags:

    Дар-Әс-Сәләм ТарихыДар-Әс-Сәләм ХалҡыДар-Әс-Сәләм КлиматыДар-Әс-Сәләм АрхитектураһыДар-Әс-Сәләм ИҡтисадыДар-Әс-Сәләм МәғарифДар-Әс-Сәләм Туғандаш ҡалаларДар-Әс-Сәләм Шулай уҡ ҡарағыҙДар-Әс-Сәләм ИҫкәрмәләрДар-Әс-Сәләм СығанаҡтарДар-Әс-СәләмИнглиз телеСуахилиТанзанияҒәрәп теле

    🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

    Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы1847 йылМолдавияГрек алфавитыАксаков Анатолий ГеннадьевичБыуатНизами ГәнжәүиҒинуарСәлмәнов Салауат Рафиҡ улы29 апрельБашҡорт халыҡ йырҙарыЭлектротехникаКлеопатра VIIҠылымҘур шартлауЙома1982 йылПунаАзия олимпия советыТатар телеМең дә бер кисәКүтаһья (Төркиә)Малакка ярымутрауыӘзербайжандарБеларусьБалалар әҙәбиәтеСауҙаБалтырғанИнсультВислаЛейпцигХәбиров Фәрит Барый улыӨфө губернаһыӘр-РиядАдольф ГитлерЫрымбурҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыРәсәй ФедерацияһыМузыкаМальта архипелагыБеренсе йөк ташыу компанияһыМагон БаркидИң эре йондоҙҙар исемлегеЕнси актИлеш районыУолт ДиснейКаспаров Гарри КимовичМольерИшәй (Ишембай районы)Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улыБельгияМуҡшы телеПанасюк Раиса ВасильевнаМемуарАджинджал Иван АндреевичЭквадорХәсән НазарСәнәғәт инҡилабыҠуштауЭнциклопедия1866 йылОмск өлкәһеҺыуКоклеБеким СейрановичУрта Көнсығыш🡆 More