Ҡалып:TwinCYR
Япон теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | 日本語 |
---|---|
Илдәр | |
Рәсми статусы | |
Идара итеүсе ойошма | юҡ, Япония хөкүмәте ҙур йоғонто яһай |
Был телдә һөйләшеүселәр | 125 млн |
Телде белеүселәр | 9 |
Классификация | |
Категория | |
Япон-рюкю телдәре | |
Әлифба | канджи, кана, катакана. |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 | япо 870 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Япон теле (үҙ атамаһы 日本語, ниһонго) — япондарҙың теле, Японияның рәсми дәүләт теле. 140 миллионға яҡын кеше япон телендә ирекле аралаша, 125 млн кеше өсөн ул туған тел (донъяла 9-сы урын). Япон теленең генетик бәйләнештәре ахырына тиклем асылып бөтмәгән. Лексикаһының ике, береһе алтай телдәренә, икенесеһе — австронезий телдәренә параллель булған ике ҡатламы бар; алтай ҡатламы ысыныраҡтыр, моғайын.
Башҡа телдәр араһында япон теленең аналогы юҡ, иң яҡын булыу сәбәпле, уны Алтай телдәренә индерәләр.
Япон теле — идеография һәм ижек фонографияһын берләштергән оригинал яҙыулы агглютинатив тел.
Япон теленең ике атамаһы ҡулланыла. Донъяның башҡа телдәре контексында, сит илдәрҙә япон телен башҡа милләт кешеләренә уҡытҡанда, нихонго (日本語), йәғни һүҙмә-һүҙ «япон теле» атамаһы ҡулланыла. Әммә Однако милли мәҙәниәт өлөшө, Японила уҡытыу предметы, туған тел һәм дәүләт теле булараҡ, ғәҙәттә кокуго (国語), йәғни һүҙмә-һүҙ «ил теле» йәки «милли тел» (термин япон теленә генә ҡулланылмауы мөмкин, ләкин билдәле булыуынса, тап япон теле хаҡында һүҙ бара) тигәнде аңлата.
Япон теллеләрҙең күпселеге Япон архипелагында йәшәй. Элек Япония яулаған ерҙәрҙә лә япон теле ҡулланыла (Корея, Тайвань, Ҡытай өлөшө). Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала япон эмигранттары әлеге телдә аралаша. Шулай уҡ телде Азия һәм Океанлыҡ мәктәптәрендә өйрәнәләр.
Аниме тип аталған жанр тәҫъирендә бөтөн донъяла япон теле ҙур популярлыҡ яулай һәм әүҙем өйрәнелә.
Япон теленең генетик бәйләнештәре ахырына тиклем асылып бөтмәгән. Япон теле ғәҙәттә айырымланған изолированный тел (әгәр уны если включать его в одну рюк телдәре менән бер төркөмгә индергәндә — япон-рюк телдәре) һымаҡ ҡабул ителә. Бар фараздарҙың иң көслөһө — корей теле менән яҡынлығында (япон теленең грамматик структураһы корей теленә бик яҡын, Когурё дәүләте һүҙҙәре күп кенә, кәмерәге, башҡа, пуёс телдәренән, боронғо япон теле менән параллелдәр табыла); шулай уҡ австронезий лексик тел субстраты һәм алтай грамматик суперстраты барлығына ишаралана; япон теленең алтай теленә яҡынлығы хаҡындағы фараз таралған.
Системалаштырыу кеүек үк, япон теленең иртә тарихы — бик бәхәсле. Япон теленең алтай (пуёск) сығышлы булыуы яҡлылар уның формалашыуын Япон утрауҙарын алтайҙар (пуёск ҡәбиләләре) баҫып алғандан һуң — автохтон австроазиаттар азия континентынан килеүселәр (туғанлығы Тайвань аборигендарына яҡыныраҡ) телдәренә йоғонто яһаған ти.
Яҡынса б. э. т. VI быуатта (бәлки, алдараҡтыр ҙа) япон хакимдары Ямато дәүерендә илселек мөнәсәбәттәре арҡаһында, Японияға континенталь (ҡытай) мәҙәниәтен индереү буйынса мөһим үҙәк булған Ҡытай һәм боронғо корей дәүләте Пэкче яғынан ҡытай мәҙәниәтен әүҙем индереүе күҙәтелгән. Дәүләт ҡоролошо, һөнәрселек, мәҙәниәт һәм сәнғәт, буддизм килеүе м енән бергә Японияла яҙма барлыҡҡа килгән. «Кодзики» һәм «Нихон Сёки» — тәүге ҙур япон әҙәби әҫәрҙәре. Был осорҙа япон теле күп һанлы ҡытай һүҙҙәрен үҙләштерә, һәм бөгөнгө көндә лә һүҙлек запасының 60 % ҡытаизм йәки ҡытай теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән тора.
Ҡытай яҙыуын индереү, музыкаль баҫым, тондарҙы ҡулланыу, ике телдең морфологияһы һәм синтаксисы менән бәйле айырымлыҡтар мәсьәләһен килтереп сығарҙы. VII быуаттан бирле ҡытай иероглифтары япон теле, япон морфологияһы һәм синтаксисы форматын иҫәпкә алып ҡулланыла. Баштараҡ манъёгана — ижек азбукаһы ролен үтәүсе һайлап алынған ҡытай иероглифтары булған. (Европа илдәренә оҡшатып) япон әлифбаһын булдырырға маташҡанда, япон ижек азбукаһы катакана һәм хирагана барлыҡҡа килгән. Будда монахы ҡытай иероглифтарына нигеҙләнеп, хәҙерге заман катаканаһын, ә VIII быуатта киото дворян нәҫеленә ҡараған Хэйан исемле ҡатын-ҡыҙ, поэмалар, новелла һәм көндәлектәр яҙыу өсөн ижек әлифбаһы азбукаһы — хирагананы барлыҡҡа килтергән. Был ике әлифбаны кемдәр уйлап сығарыуы тураһында мәғлүмәт бик ҡырыҫ булһа ла, кананы асыуҙы тарихсылар Кукайға ҡайтарып ҡалдыра. Хәҙерге япон телендә бер аҙ үҙгәртелгән ижек әлифбаһы бар. XII быуатта «Хэйкэ Моногатари» эпосын яҙған осорҙа катаканаға, хираганаға һәм иероглифтарға нигеҙләнгән япон яҙмаһы формалашҡан.
Телдән япон телмәре түбәндәге осорҙарға бүленә: боронғо (б. э. VIII быуатты үҙ эсенә алып), һуңғы боронғо, йәки классик япон теле (IX—XI бб.), урта (XIII—XVI бб.) һәм хәҙерге (XVII быуаттан алып беҙҙең көндәргә тиклем). Эҙмә-эҙлекле үҙгәрештәр нигеҙҙә фонетикаға ҡағыла: баштағы 8 һуҙынҡынан хәҙерге япон телендә тик 5 һуҙынҡы һаҡланған, үҙгәрештәр шулай уҡ морфологияға һәм лексикаға ҡағылған. Телдең синтаксик үҙенсәлектәре үҙгәрмәгән тиерлек.
Японияла борондан бик күп диалекттар булған. VI быуатта Хэйан-кё төп диалект булған (Киото). XII быуатта Камакура (хәҙерге Токио янында) диалекты төп диалект булған. Был дәүерҙә дәүләттә хәрби власть урынлашҡан. Шул осорҙан бирле токио диалекты — япон теленең төп диалекты.
XX быуатҡа тиклем япон теленең әйҙәүсе әҙәби формаһы булып, XIX быуат уртаһында ҡулланыуҙан сыҡҡан камбунды («ҡытай яҙмаһы»; ҡытай вэньяненең япон классик «извод»ы: ҡытайса һүҙҙәр тәртибе һәм билдәләре менән, тексты японса уҡыу мөмкинлеген биргәнде) һанамағанда, Хэйан осорона ҡараған классик япон теленең грамматик нормаларына йүнәлтелгән, ләкин аҙаҡҡы быуаттарҙың фонетик һәм лексик үҙгәрештәрен үҙ эсенә алған бунго («яҙма тел») тора.
XVI быуатта Сэнгоку осоронда португалдар һәм башҡа европлылар Японияға килгән, улар технологиялар, дин килтергән, япон телендә португал үҙләштермәләре барлыҡҡа килгән. Бер аҙ һуңғараҡ ҙур сәйәси эшмәкәр Тоётоми Хидэёси Кореянан шыуҙырма литерлы типография пресын алып ҡайтҡан. Токугава дәүерендә китап баҫыу эше, халыҡтың грамотаға ынтылышы үҫешкән, яйлап диалекттар араһындағы айырма тигеҙләнгән. 1603 йылда власҡа Токугава Иэясу килгәндән һуң, Япония Сакоку (ябыҡ ил) тип иғлан ителгән, властар христианлыҡты һәм сит ил кешеләре менән бәйләнештәрҙе (Нагасакиҙа бары тик голланд сауҙагәрҙәре генә ҡалған) тыйған.
Мэйдзи Реставрацияһынан һуң, Япония Европа һәм АҠШ менән бәйләнештәрен яңынан асҡан, бөтә ил буйынса европа технологияларын индереү бара. Япон телендә инглиз, немец һәм башҡа европа телдәренән үҙләштермәләр барлыҡҡа килә, уларҙың әйтелешен япон их произношения фонологияһына яраҡлаштыралар. XIX быуат аҙағында Иокогаманың «Яматэ (халыҡ-ара ултыраҡ)» контакт теле, иокогам-япон пиджины («иокогама диалекты» булараҡ та билдәле. Ул 1910-сы йылдарға юғала. Мэйдзи осоронда Японияла әҙәбиәт көслө үҫешә, телдән һәм яҙма телдең ҡытыршылыҡтары төҙәтелә; «һөйләү теле өсөн» хәрәкәте (кого) 1910-сы йылдарға боронғо яҙма тел (бунго) рәсми документтарҙан тыш (унда 1945 й. саҡлы ҡалған).
Япония, хәрби державаға әйләнә барып, Кореяны, ә Икенсе донъя һуғышында — Ҡытайҙың, Филиппиндың һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның байтаҡ биләмәләрен баҫып алған. Был территорияларҙа япон теле көсләп тағыла. Баҫып алынған илдәрҙең өлкән быуынының күпселеге япон телен белә, һәм был илдәрҙең телдәрендә япон үҙләштермәләре һаҡланған.
Икенсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң, Японияны гитлерға ҡаршы коалицияның хәрби көстәре оккупациялай. Улар, латиницаға күсергәндә, бик ҡатмарлы япон яҙмаһын ябайлаштырыу тәҡдимен индергән. Улай эшләнмәһә лә, Японияның Мәғариф Министрлығы 1946 йылда был иероглифтарҙы ҡабаттан ҡарап тикшереп сыҡҡан, һөҙөмтәлә 1850 норматив иероглифтар исемлеге төҙөлгән. Шунан бирле хөкүмәт тел һәм уны уҡытыу буйынса ҡаты үҙәкләштерелгән күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра.
Хәҙерге ваҡытта, инглиз теленең һәм көнбайыш мәҙәниәтенең күп йоғонтоһо арҡаһында өлкән һәм йәш быуын араһында айырылғанлыҡ барлыҡҡа килде. Япондарҙың яңы быуыны нейтраль, формаль булмаған телгә өҫтөнлөк бирә речь, традицион япон теленә хас яғымлы телмәрҙе һәм япон телендәге енес айырымлыҡтарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡулланмайҙар. Киң мәғлүмәт саралары йоғонтоһонда яйлап диалекттар араһындағы айырмалыҡтар кәмей бара, шулай ҙа, төбәк үҙаңы онотторорға бирмәгәнлектәндер, диалекттар XXI быуатта ла һаҡлана, шулай уҡ төбәк сленгын байыта.
Японияның географик үҙенсәлектәре сәбәпле, япон теленең тиҫтәләп диалекты бар. Улар һүҙлек составы, морфология, ҡайһы бер осраҡтарҙа һөйләм буйынса айырыла. Иң киң таралған диалекттар араһында ҡансай-бен (関西弁), тохоку-бен (東北弁) һәм канто-бен (関東弁) кеүек диалекттарҙы атап була.
Һәр япон кешеһе төп япон телен белә, ләкин төрлө диалект вәкилдәре бер-береһен аңламауы мөмкин.
Япон телендә дифтонгтар юҡ. Биш һуҙынҡы, шулай уҡ һуҙынҡыларҙың ҡыҫҡалыҡ — оҙонлоҡ категорияһы: 叔父さん (одзисан, бабай) һәм お爺さん (одзи: сан, олатай) бар.
Хирагана | Халыҡ-ара фонетик алфавит (МФА) | Поливанова транскрипцияһы | Аңлатмалары |
---|---|---|---|
あ | [ä] | а | Урта рәт аҫҡы һуҙынҡы, яҡынса рус «а»-һына тура килә. |
い | [i] | и | Алғы рәт үрге һуҙынҡы, яҡынса рус «и»-һенә тура килә. |
う | [ɯ] йә [ü͍] прослушать | у | Ябыҡ артҡы , бер ни тиклем үҙәктә торған, рус «у»-һын әйткәндәге кеүек түңәрәкләндермәй, иренде ҡымтып әйтелгән һуҙынҡы. Шулай уҡ [ɯ] өнөнә 100 % тура килмәй, әйткәндә ирендәр ситкә йәйелдерелә. IPA-ла ирендәрҙе ҡымтыу символы булмағанлыҡтан, «[u͍]» символы индерелгән — түңәрәк һуҙынҡы йәйелдереү диакритика комбинацияһы менән. Уҡытыу практикаһында рус «ы»-һын әйткәндәге кеүек ишетелә. |
え | [e̞] | э | Алғы рәт урта күтәрелеш һуҙынҡыһы. Рус телендәге «э» кеүегерәк әйтелә. |
お | Иренләшкән алғы рәт урта күтәрелеш һуҙынҡыһы |[o̞]прослушать | о | Артҡы рәт урта күтәрелеш һуҙынҡыһы. Рус «о»-һы кеүегерәк әйтелә, ләкин ирендәр бик аҙ дәрәжәлә түңәрәкләнә. |
Ирен | Альвеоляр | Палаталь | Веляр | Увуляр | Глотталь | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Танау | [m]? — м | [n]? — н | [ɲ]? — н | [ŋ]? — г | [ɴ]? — н | |||||||
Шартлаулы | [p]? — п | [b]? — б | [t]? — т | [d]? — д | [k]? — к | [g]? — г | ||||||
Аффрикаттар | [ts]? — ц | [dz]? — дз | [tɕ]? — т | [dʑ]? — дз | ||||||||
Фрикативтар | [ɸ]? — ф | [s]? — с | [z]? — дз | [ɕ]? — с | [ʑ]? — дз | [h]? — х | ||||||
Аппроксиманттар | [ɺ]? — р | [ç]? — х | [j]? — й | [w]? — в | ||||||||
Бер баҫымлылар |
Поливанова системаһында [ɕ]?, [tɕ]?, [(d)ʑ]? и [ç]? өндәренә арттарынан түбәндәге и, я, ю, ё билдәләре менән килгән с, т, дз, х билдәләре ҡуйыла. Әгәр улар артынан а, у, э, о килһә, шул уҡ билдәләр [s]?, [t]?, [(d)z]?, [h]? тартынҡыларына тап киләләр. Өн процестары тураһында шулай уҡ "Фонологик процестар" бүлегенән ҡарағыҙ.
Тартынҡыларға ҡағылған процестар:
Һуҙынҡыларға ҡағылған процестар:
Япон яҙыуы өс төп өлөштән — кандзиҙан (Ҡытайҙан үҙләштерелгән иероглифтар), һәм ике ижек әлифбаһынан — Японияла кандзиға нигеҙләнеп булдырылған кананан — катакананан һәм хирагананан тора. Был яҙмаларҙың һәр бер төрө хәҙерге заман яҙмаһында үҙенең традицион урынын тапҡан.
Һүҙҙәрҙең күпселеге иероглифтар менән яҙыла: һандар, исемдәр, ҡылымдар, сифаттар, рәүештәр, ҡайһы бер алмаштар, ярҙамсы һүҙ төркөмдәре башлыса хирагана менән яҙыла. Һүҙҙәр бер: 木 (ки, ағас), ике: 教員 (кё: ин, уҡытыусы үҙе тураһында), өс: 新幹線 (синкансэн, япон тиҙ йөрөшлө тимер юлы) һәм хатта дүрт 高等数学 (ко: то: су: гаку, юғары математика) иероглифтан тороуы мөмкин. Фән һәм техник терминдар күберәк тә билдәләр булыуы мөмкин: 熱原子核反応 (нэцугэнсикаку-ханно:, термо-ядро реакцияһы).
Катакана, ҡытай һәм корей теленән үҙләштерелгәндәрҙән тыш, башлыса сит ил исемдәрен һәм ғөмүмән сит илдән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе гайрайго (外来語) яҙыу өсөн ҡулланыла. Шулай итеп, япон телендә бөтә сит ил исемдәре: アンナ (анна, Анна), дәүләт исемдәре: ロシア (росиа, Рәсәй), ҡалалар: クラスノヤルスク (курасуноярусуку, Красноярск) катакана менән яҙыла. Сит ил кешеләренең күпселеге төп әйтелеште бик ныҡ боҙоп әйтегә иғтибар итеүҙәрен белдерәләр. Был япон әлифбаһының ижекле булыуы менән бәйле, һәм тартынҡыларҙн бары тик ん(н) ғына ижекһеҙ була. Другой случай использования Катакананы ҡулланыуҙың икенсе осрағы — хирагана урынына, текстың (европа курсивына йә ярым ҡалын шрифтына оҡшатып) өлөшөн айырымлау маҡсатында. Катакана Япония территорияһында япон телендә яҙылған телеграммалар тексында (был осраҡта, адресатты һәм йәшәгән урынын табыуҙы еңеләйтеү өсөн адрес иероглиф менән яҙылырға тейеш булған) ҡулланыла. Бынан тыш, катакананың һүҙлектәренең күбеһендә иероглифтарҙы онъёми йә онных (ҡытайса) яҙыу һәм уҡыу ҡулланыла.
Хирагана башлыса һүҙҙәрҙең суффикстарын яҙыуҙа ҡулланыла. Некоторые слова японского происхождения, не имеющие Иероглиф менән яҙылмаған ҡайһы бер япон сығышлы һүҙҙәр ҙә: башлыса бл ярҙамсы һүҙҙәр: や (я, һәм), まだ (мада, тағы), шулай уҡ алмаштарҙың күпселеге: これ (корэ, был) хирагана менән яҙыла. Бынан тыш, иероглиф яҙылышлы, ләкин өйрәнелгәнсә традиционно хирагана менән яҙылыусы бер төркөм һүҙҙәр бар: おいしい (оисий, тәмле, иероглифта — 美味しい), ありがとう (аригато:, рәхмәт, иероглифта — 有リ難う). Хирагана, шулай уҡ йыш ромадзи (латиницала) ҡабатланыусы япон тимер юл станциялары атамаларын яҙыр өсөн ҡулланыла. Яңы ғына уҡый башлаған балалар өсөн бер генә кана ҡулланылған әҙәбиәт нәшер ителә.
Кана һәм иероглифтар "винегрет"ы — ниһонго|«ҡатнаш яҙыу»|漢字仮字交じり文|кандзи-кана-мадзири-бун| һәм уны «иероглифтар кана менән аралашҡан яҙма» тип тәржемә итергә була, һәм был төп өлөшө иероглифтарҙан торған хәҙерге япон яҙмаһының нормаһы булып тора.
Ҡайһы берҙәр (мәҫәлән, Е. В. Маевский) япон яҙмаһының элементы тип, хәҙерге япон телендә яҙмаларҙың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, уның роле күпкә аҙ булһа ла, Японияла үҙләшеп киткән латиницаны ла иҫәпләй. Ромадзи япон телендә яҙылған халыҡ-ара телеграммаларҙа һәм ҡайһы берҙә электрон почтала ҡулланыла. Японияла шулай уҡ күпмелер ромадзиға тулыһынса күсеү яҡлылар ҙа бар; ромадзиҙа күп булмаған һандағы китаптар, гәзит һәм журналдар нәшер ителә.
Ҡайһы бер япон-инглиз һәм хатта япон-рус һүҙлектәрендә ромадзи ҡулланыла, һәм был латин алфавитының ғәҙәти тәртибендә һүҙҙәрҙе төркөмләү мөминлеген бирә. Был ромадзи үҙе менән хәрефле, кана — силлабик (ижекле) яҙманы кәүҙәләндереүе менән аңлатыла.
Япондар традиция буйынса ҡытай яҙмаһы ысулын ҡулланған — символдар өҫтән аҫҡа, ә бағаналар уңдан һулға табан бара. Был ысул нәфис әҙәбиттә һәм гәзиттәрҙә киң ҡулланылыуын дауам итә. Әммә фәнни әҙәбиәттә, йышыраҡ осраҡта европа яҙыу ысулы ҡулланыла — символдар һулдан уңға, ә юлдар өҫтән аҫҡа теҙелә. Фәнни текстарҙа йыш ҡына башҡа телдәрҙәге һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы, шулай уҡ математик һәм химик формулаларҙы ҡуйырға тура килеү менән бәйле. Вертикаль текста был бик уңайһыҙ.
Һулдан уңға горизонталь яҙыу рәсми рәүештә фәҡәт 1959 йылда ғына ҡабул ителгән. ә быға саҡлы текстарҙың күп төрҙәре уңдан һулға йыйылған булған.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан хатта хәҙер ҙә уңдан һулға йүнәлтелгән горизонталь яҙманы иғландарҙа һәм лозунгыларҙа осратырға мөмкин — был, ҡәтғи әйткәндә, һәр бағанаһы бер билдәнән торған вертикаль яҙманың төрсәһе.
Бөтә япон иероглифтары тиерлек ҡытай теленән үҙләштерелгәнлектән, үҙләштермәләр барлыҡҡа килгән мәлгә япон телендә ҡытай телендә уҡығанға оҡшағандары — онъёми-онные уҡылған иероглифтар һаҡланған. Бындай уҡыуҙар, үҙләштерелгән осорҙа сиктә периферийный урынлашҡанлыҡтан, төньяҡ ҡытай диалекттарынан килеп сыҡҡанлыҡтан, хәҙерге ҡытай телендә уҡығандарҙан бик ныҡ айырыла. Онные уҡыуҙары хәҙерге ҡытай телендә был иероглифтарҙы уҡыуға хаккаға яҡын, аҙ дәрәжәлә — юэ (кантон телендә). Икенсе яҡтан, бер үк ваҡытта шул иероглифтарға кунъёми - кунные уҡыу, йәғни һүҙҙәрҙе ысын япон әйтелешендә уҡыу тигән атама нығынған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатмарлы һүҙҙәрҙә иероглифтар онные уҡылғанда, иероглифтар, үҙ аллы һүҙ булараҡ, кунные уҡыла.
Иероглиф | Ҡытай телендә уҡыу | Хаккала уҡыу | Онные уҡыу | Кунные уҡыу |
---|---|---|---|---|
日 | rì/жи | ngit | нити, дзицу: 一日 (итинити, көн буйы) | хи: 日 (хи (ひ), көн) |
生 | shēng/шэн | sên | сэй, сё:: 人生 (дзинсэй, кеше ғүмере) | и: 生きる (икиру, йәшәргә) |
大 | dà/да | thai | тай: 大変 (тайхэн, бик) | оо: 大きい (оокий, ҙур), 大いに (оой-ни, ғәйәт, ифрат) |
Япон теле флективизация процестары башланған агглютинатив грамматик төҙөлөшкә эйә. Классик агглютинатив телдәрҙән (төрөк, монгол) уны ҡылымының ике спряжениеһы булыуы, һәм 2-се һәм 3-сө заттарҙа төп һүҙ менән бәйле дөрөҫ түгел ҡылымдары, бары тик お- (о-) йәки ご- (го-) приставкалары булған притяжательный килешле үҫешмәгән аффикстар системаһы менән сикләнеүе, һәм шулай уҡ сифаттарҙың өс төркөмө булыуы менән айырыла. Ҡытай теленең көслө йоғонтоһо һөҙөмтәһендә япон теле иҫәпле суффикстары, -的 (-тэки) тамамланған ҡытай сифаттары булыуы менән ҡылыҡһырлана. Һүҙҙәрҙең тамамланған грамматик формаларын барлыҡҡа килтереүсе нигеҙ булған сифат һәм ҡылымдарҙың спряжениеһы япон теленең үҙенсәлекле һыҙаты булып тора.
Япон һөйләменә түбәндәге принциптар хас:
Исемдәрҙә род категорияһы юҡ, шулай уҡ күплек һанын барлыҡҡа килтереүсе аныҡ ҡына грамматик формулировкаһы юҡ. Артиклдәре юҡ.
Күплек һанын барлыҡҡа килтергәндә ҡулланылыуы мөмкин:
Япон телендә исемдең килеш системаһы үҫешкән. Бөтә исемдәр өсөн дә килеш суффикстары йыйылмаһы бер төрлө.
Кана | Уҡыу | Килештәр | Һорауы | Миҫал | Транскрипция | Тәржемә |
---|---|---|---|---|---|---|
— | — | Исем килеше (төп, һүҙлек) | Кем? Нимә? | 私は学生です | Ватаси-ва гакусэй дэсу | Мин студент |
-は | -ва | Тематик күрһәткес¹ | Кем? Нимә? | 田中さんは軍人です | Танака-сан-ва гундзин дэсу | Танака әфәнде — хәрби |
-が | -га | Төп килеш (рематик эйәнеке)² | Кем? Нимә? | 私は日本語を勉強するのが好きです | Ватаси-ва нихонго-о бэнкё: суру но-га суки десу | Мин япон теле менән шөғөлләнергә яратам |
-を | -о | Төшөм килеш | Кемде? Нимәне? | 本を読みます | Хон-о ёмимасу | Китап уҡыйым |
-の | -но | Эйәлек килеш | Кемдеке? Кемдең? Нимәнең? | 父の家 | Тити-но иэ | Атайымдың йорто |
-に | -ни | Төбәү килеш | Кемгә? Нимәгә? | 本を学生に上げます | Хон-о гакусэй-ни агэмасу | Китапты студентҡа бирәм |
-に | -ни | Торош ҡылымдары янында урынды күрһәтеүсе | Ҡайҙа? | 部屋に机があります | Хэя-ни цукуэ-га аримасу | Бүлмәлә — өҫтәл |
-に | -ни | Маҡсат килеше | Ҡайҙа? Ни өсөн? | 勉強に行きます | Бэнкё: ни икимасу | Уҡырға барам |
-に | -ни | Транслатив (Әүерелдереү ) килеш | Кем булам? Нимә булам? | 学者になります | Гакуся-ни наримасу | Ғалим булам |
-へ | -э | Йүнәлеш килеше | Ҡайҙа? | 会社へ行きます | Кайся-э икимасу | Фирмаға барам |
-で | -дэ | Ҡорал, хәрәкәт урыны | Кем менән? Нимә менән? Ҡайҙа? | 箱を家で作ります | Хако-о иэ-дэ цукуримасу | Йәшникте өйҙә эшләйем |
-から | -кара | Сығанаҡ килеш | Ҡайҙан? Ниндәй урындан? Ҡайһы ваҡыттан? | ウラジオストクから来ました | Урадзиосутоку-кара кимасита | Владивостоктан килде |
-まで | -мадэ | Сик килеше | Ҡайҙа тиклем? Ниндәй урынға тиклем? Ҡайһы ваҡытҡа тиклем? | ロケットは星まで飛びます | Рокэтто-ва хоси-мадэ тобимасу | Ракеталар йондоҙҙарға тиклем осоп етер |
-より | -ёри | Сағыштырыу килеше | Нимәнән кем? Нимәнән нимә? Кем менән сағыштырғанда (Нимә менән сағыштырғанда)? | 外は内より涼しいです | Сото-ва ути-ёри судзусий дэсу | Өйгә ҡарағанда тышта һалҡыныраҡ |
-と | -то | Бергәлек килеше | Кем менән? Нимә менән? | 友達と映画館へ行きます | Томодати-то эйгакан-э икимасу | Дуҫым менән киноға барам |
-も | -мо | Бәйләүсе килеш | Һәм кем? Һәм нимә? | 私もそう思います | Ватаси-мо со: омоимасу | Мин дә шулай уйлайым |
Япон телендә берәй кешегә өндәшкәндә, башҡа телдәрҙәге «әфәнде», «сэр», «иптәш», «мадам», «сударыня» тигән өндәшеү һүҙҙәренә тап килгән исем суффикстары ҡулланыла: Танака-сан (япон. 田中さん , Танака әфәнде/ханым), Ямамото-сэнсэй (япон. 山本先生 , Ямамото әфәнде (табипҡа йәки уҡытыусыға өндәшеү), Кавада-кун (япон. 川田君 , коллега Кавада).
Арауыҡ, ваҡыт һәм башҡа мәғәнәүи үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе билдәләү маҡсатында япон ялғауҙары ҡулланыла.
Япон телендә сифат килеш менән үҙгәрмәй, ә заман һәм һөйкәлеш менән үҙгәрә. Ҡылымдар кеүек үк, сифаттар артабанғы грамматик формалар барлыҡҡа килеүсе нигеҙгә эйә.
Япон телендә сифаттарҙың 3 категорияһы бар:
Предикатив сифаттарҙың үҙгәреүе -い (-й) суффиксының тап килгән нигеҙ суффикстарына бер тапҡыр үҙгәреүҙән тора. Миҫал өсөн — 赤い (акай, ҡыҙыл) сифаты
I нигеҙ (Һүҙлек) | II нигеҙ (Һүҙьяһалыш) | III нигеҙ (Рәүеш-берләштергес) | IV нигеҙ (Шартлы) | V нигеҙ (Ихтималлыҡлы) |
---|---|---|---|---|
-い (-й) | — | -く (-ку) | -けれ (-кэрэ) | -かろう (-каро:) |
Миҫал | ||||
赤い (акай) | 赤 (ака) | 赤く (акаку) | 赤けれ (акакэрэ) | 赤かろう (акакаро:) |
Япон телендә ҡылымдарҙың һан һәм зат менән үҙгәреүе юҡ. Шуның менән бергә япон телендә ҡылымдың рус телендә булмаған шундай формалары бар, һәм уларҙы тәржемә итер өсөн аналитик конструкциялар, йәғни өҫтәмә һүҙҙәр ҡулланырға тура килә. Ҡылымдар биш нигеҙ буйынса үҙгәреүе мөмкин. Ҡылымдың ике төрлө үҙгәреше һәм дөрөҫ булмаған үҙгәрешле ике ҡылым бар:
Биш нигеҙҙән башҡа, үткән заман формалары һәм I спряжение ҡылымдарынан хәл ҡылым төрлөсә яһала. I спряжение спряжение ҡылымдарының нигеҙ буйынса үҙгәреүе ижекле әлифбалағы билдәләрҙең барыуын ҡабатлай. Түбәндә ҡылымдарҙың биш нигеҙ һәм өҫтәмә формалар буйынса үҙгәреш таблицаһы килтерелгән:
I нигеҙ (Тиҫкәре) | II нигеҙ (Һүҙьяһалыш) | III нигеҙ (Һүҙлек) | IV нигеҙ (Шартлы-бойороу) | V нигеҙ (Ихтималлылыҡ-саҡырыу) | Үткән заман время | Деепричастие |
---|---|---|---|---|---|---|
I Спряжение | ||||||
-わ- (-ва-) | -い- (-й-) | -う (-у) | -え (-э) | -おう (-о:) | -った (-тта) | -って (-ттэ) |
-た- (-та-) | -ち- (-ти-) | -つ (-цу) | -て (-тэ) | -とう (-то:) | -った (-тта) | -って (-ттэ) |
-ら- (-ра-) | -り- (-ри-) | -る (-ру) | -れ (-рэ) | -ろう (-ро:) | -った (-тта) | -って (-ттэ) |
-な- (-на-) | -に- (-ни-) | -ぬ (-ну) | -ね (-нэ) | -のう (-но:) | -んだ (-нда) | -んで (-ндэ) |
-ば- (-ба-) | -び- (-би-) | -ぶ (-бу) | -べ (-бэ) | -ぼう (-бо:) | -んだ (-нда) | -んで (-ндэ) |
-ま- (-ма-) | -み- (-ми-) | -む (-му) | -め (-мэ) | -もう (-мо:) | -んだ (-нда) | -んで (-ндэ) |
-か- (-ка-) | -き- (-ки-) | -く (-ку) | -け (-кэ) | -こう (-ко:) | -いた (-йта) | -いて (-йтэ) |
-が- (-га-) | -ぎ- (-ги-) | -ぐ (-гу) | -げ (-гэ) | -ごう (-го:) | -いだ (-йда) | -いで (-йдэ) |
-さ- (-са-) | -し- (-си-) | -す (-су) | -せ (-сэ) | -そう (-со:) | -した (-сита) | -して (-ситэ) |
いか- (ика-) | いき- (ики-) | いく (ику) | いけ (икэ) | いこう (ико:) | いった (итта) | いって (иттэ) |
II Спряжение | ||||||
— (-) | — (-) | -る (-ру) | -れ (-рэ) | -よう (-ё:) | -た (-та) | -て (-тэ) |
Дөрөҫ булмаған ҡылымдар | ||||||
し-, せ-, さ- (си-, сэ-, са-) | し- (си-) | する (суру) | すれ (сурэ) | しよう (сиё:) | した (сита) | して (ситэ) |
こ- (ко-) | き- (ки-) | くる (куру) | くれ (курэ) | こよう (коё:) | きた (кита) | きて (китэ) |
Япон ҡылымының II нигеҙенең төп функцияһы — хәбәр һөйкәлешенең кеселекле формалары барлыҡҡа килеүе. Бының менән бәйле, ҡылымдың II нигеҙенә ҡушылған дүрт суффиксы бар. Үҙгәреү миҫалы сифатында — 急ぐ (исогу, ашығырға, ҡабаланырға) ҡылымдары һәм 食べる (табэру, бар):
Был формалар башлыса нейтраль-кеселекле телмәрҙә ҡулланыла. Ихтирамлы-кеселекле телмәрҙә ярҙамсы ҡылымдар һәм айырым кеселекле һүҙҙәр, кэйго, менән ҡатмарлыраҡ конструкциялар ҡулланыла.
Япон телендә затына, родына, һанына һәм телмәр стиленә ярашлы зат алмаштары төрлө була. Был класс ваҡытта даими түгел һәм алмаштарҙың бик күп архаик формалары бар. Исемдәр һымаҡ, килеш менән үҙгәрәләр. Бынан тыш хәҙерге япон телмәрендә икенсе зат алмаштарын ҡулланмаҫҡа тырышалар. Исеме, йә вазифаһы буйынса ихтирамлы өндәшәләр, ә мөмкин булмаған осраҡта, диалог «ҡатнашыусыһы»на мөрәжәғәт итәләр. Шуның арҡаһында икенсе зат алмашын дөрөҫ һайлауҙа ҡыйынлыҡтар тыуыуы мөмкин.
Зат | ябай телмәр | нейтраль-кеселекле телмәр | ихтирамлы-кеселекле телмәр |
---|---|---|---|
беренсе | 僕 (боку, ир-ат) あたし (атаси, ҡатын-ҡыҙ) 私 (ватаси, ҡатын-ҡыҙ) 俺 (орэ, ир-егет) | 私 (ватаси) | 私 (ватакуси) |
икенсе | 君 (кими) お前 (омаэ) | 貴方 (аната) そちら (сотира) | 貴方様 (аната-сама) |
өсөнсө | 彼 (карэ, ир-ат) 彼女 (канодзё, ҡатын-ҡыҙ) | あの人 (анохито), あの方 (аноката) |
I зат алмаштары:
II зат алмаштары:
III зат алмаштары:
Һорау алмаштары:
Япон телендә күрһәтеү алмаштары алыҫлығының өс категорияһы бар:
ど- (до-) тамыры ярҙамында ярашлы һорау алмаштары яһала.
こ- (ко-) | そ- (со-) | あ- (а-) | ど- (до-) | |
---|---|---|---|---|
-れ (-рэ) | これ (корэ), был | それ (сорэ), теге | あれ (арэ), ана теге | どれ (дорэ), нимә? |
-の (-но) | この (коно), был | その (соно), теге | あの (ано), ана теге | どの (доно), ҡайһы? который? |
-んな (-нна) | こんな (конна), быныһы кеүек | そんな (сонна), тегенеһе кеүек | あんな (анна), ана тегенеһе кеүек | どんな (донна), ниндәй? |
-こ (-ко) | ここ (коко), был урын, бында | そこ (соко) теге урын, тегендә | あそこ (асоко) ана теге урын, ана тегендә | どこ (доко), ҡайҙа? |
-ちら (-тира) | こちら (котира) был вариант, бында | そちら (сотира) быныһы, теге вариант, бвнда, тегендә | あちら (атира) теге вариант, тегендә | どちら (дотира), какой вариант? где? |
-う (оҙайтыу) | こう (ко:), шулай, был ысул менән | そう (со:), шулай, бының менән, теге ысул менән | ああ (а:), шулай, теге ысул менән | どう (до:), нисек? ниндәй юл менән? |
Япон телендә һандарҙың ике категорияһы — бөтә һандар ҙа ҡытай һандары менән бирелә, һәм ысын япон, аҙ ҡулланылған, һандар, фәҡәт 1—10 һәм 20 һандары өсөн ҡулланыла. Ҡытай һәм япон һандарының сағыштырмаса таблицаһы:
Һан | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 20 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡытай варианты | 一 (ити) | 二 (ни) | 三 (сан) | 四 (си) | 五 (го) | 六 (року) | 七 (сити) | 八 (хати) | 九 (ку, кю:) | 十 (дзю:) | 二十 (нидзю:) |
Япон варианты | 一つ (хитоцу) | 二つ (футацу) | 三つ (мицу) | 四つ (ёцу) | 五つ (ицуцу) | 六つ (муцу) | 七つ (нанацу) | 八つ (яцу) | 九つ (коконоцу) | 十 (то:) | 二十 (хатати) |
Йәнле һөйләш телендә 四 һаны өсөн (си) тип уҡыр урынына, йыш ҡына 死 (си, үлем) иероглифына оҡшаған һүҙ килеп сыҡҡанлыҡтан, Кунъёми - кунный уҡыу (ён) ҡулланыла. Шул уҡ сәбәп менән 七 һаны сити урынына йыш ҡына нана тип уҡыла.
Төркөмдәр барлыҡҡа килтерер өсөн түбәндәге һандар ҡулланыла: 十 (дзю:, 10) — 二十 (нидзю:, 20), 百 (хяку, 100) — 五百 (гохяку, 500), 千 (сэн, 1000) — 九千 (кю: сэн, 9000), 万 (ман, 10000) — 三万 (самман, 30000).
Япон һандарының кластары, рус телендәге кеүек, өс төркөмдән тормай, ә, дүрт төркөмдән тора. Шуның өсөн миллион японса: 百万 (хякуман), һүҙмә-һүҙ, «унар меңләп йөҙ» тигәнде аңлата. Һандарҙың юғары кластарын билдәләү өсөн 億 (оку, йөҙ миллион), 兆 (тё:, триллион) һүҙҙәре ҡулланыла.
Үрҙә билдәләгәнсә, иероглифтарҙың онные һәм кунные уҡыуҙар бар. VI быуатта яҙма барлыҡҡа килгән осорҙа ҡытай теленән үҙләштерелмәгән ысын япон һүҙҙәре (ваго) (和語) төркөмөн, шул уҡ ваҡытта онный уҡыуға ҡараған үҙләштерелгән һүҙҙәр япон телендәге ҡытай төркөмөн (канго) (漢語) төркөмөн тәшкил итә.
онный уҡыуға ҡараған үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡытаизмдар йәғни ваго төркөмө һүҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ, бер иероглифик тамырға эйә: 皿 (сара, тәрилкә), 美しい (уцукусий, матур), 見える (миэру, күренергә), кунный уҡыуҙа:花火 (ханаби, фейерверк)уҡылған иероглифтар ойоштормаһынан тороуы мөмкин.
Слова из группы Канго төркөмөнән булған һүҙҙәр, онный уҡыуҙа әйтелгән берәмек иероглифтар булһа ла, 本 (хон, китап), 書 (сё, яҙыу , китап), 禁じる (киндзиру, тыйырға), ҡағиҙә булараҡ, күп тамырлылар (бер нисә иероглифтан тора).
Ҡытай һәм япон телдәрендә ҡайһы бер ҡатмарлы һүҙҙәр бер төрлө яҙыла һәм оҡшаш мәғәнәгә эйә: 教室 (кё: сицу, ҡыт. jiàoshì/цзяоши, аудитория), 同志 (до: си, ҡыт. tóngzhì/тунчжи, иптәш), 学生 (гакусэй, ҡыт. xuésheng/сюэшэн, студент). Ҡатмарлы һүҙҙәргә төрлө моделдәр ҡулланыла. Бына иң күп таралғандары:
Булған һүҙҙәргә яңы һүҙҙәр яһаусы аффикстар ҡушылыуы мөмкин:
Япон телендә үҙләштермәләрҙең, бигерәк тә инглиз теленән, ҙур пласты бар. Был һүҙҙәр инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең фәҡәт уҡылышын ғына, әммә яҙылышын түгел, ҡабатлайҙар: ジュース (дзю: су, һут, ингл. juice [dʒu: s]), ワイフ (вайфу, ҡатын, ингл. wife [waɪf]), センター (сэнта:, үҙәк, ингл. center ['sɛntə]).
Япон телмәрендә теге йәки был грамматик һәм лексик сараларҙы ҡылыҡһырлаған стилистик төрҙәр бар. Бына иң киң ҡулланылған телмәр стилдәре:
Портал «Япония» | |
японский язык Викиһүҙлектә | |
Япон теле Викидәреслектә | |
Япон теле Викимилектә | |
Япон теле Викияңылыҡтарҙа | |
Япон теле Викигид |
Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Япон теле, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.