Хоҡуҡ — юриспруденция төшөнсәһе, йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүҙең бер төрө; йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, йәмғиәттәге мотлаҡ үтәлергә тейешле, формаль рәүештә билдәләнгән, тәғәйен тәртиптә ҡабул ителгән, дәүләт тарафынан гарантияланған тәртип ҡағиҙәләре системаһы .
Хоҡуҡ | |
Ҡайҙа өйрәнелә | хоҡуҡ фәне[d] һәм хоҡуҡ ғилеме[d] |
---|---|
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | data.europa.eu/euodp/en/… |
Һештег | law |
Вики-проект | Проект:Хоҡуҡ[d] |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/… |
Stack Exchange сайты | law.stackexchange.com |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Хоҡуҡ Викимилектә |
Хоҡуҡтың конкрет билдәләмәһе теге, йәки был ғалимдың хоҡуҡты аңлау төрөнә бәйле. Төрлө мәктәптәр биргән билдәләмәләр хоҡуҡты тулыраҡ күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә хоҡуҡ фәненең үҫеше өсөн плюрализмдың әһәмиәте бик ҙур, ләкин был фән өлкәһенең дәүләт власына яҡын тороуы сәбәпле быға өлгәшеүе бик ауырға тура килә.
Ҡайһы бер билдәләмә йәки контекстарҙа хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы (объектив хоҡуҡ йәки ҡануниәт) менән ҡушылып китә. Был осраҡта хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы булараҡ хоҡуҡ сығанаҡтарында сағылыш таба , ә уның хоҡуҡи эстәлеге хоҡуҡ нормалары менән билдәләнә . Хоҡуҡты хоҡуҡ ситемаһы итеп күҙ алдына килтергәндә, хоҡуҡ системаһынан тыш ғәҙәттә башҡа хоҡуҡи күренештәр ҙә: хоҡуҡи мәҙәниәт, хоҡуҡи аң һәм хоҡуҡты тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола.
Ғалимдар түбәндәге хоҡуҡ билдәләрен атай:
Юриспруденцияның (хоҡуҡ ғилеме) меңәр йыллыҡ тарихында универсаль аңлатмалар табырға тырышмаҫҡа кәрәклеге әйтелеп килә, хәҙерге заман фәнендә лә бөтәһенә лә оҡшаған бер аңлатма булдырылмаған.
Брокгауз һәм Ефрон һүҙлегендә бирелгән аңлатма буйынса:
Ҙур совет энциклопедияһында марксизм-ленинизм хоҡуҡ фәнендә ҡабул ителгән аңлатма бирелә (норматив- позитивистар позицияһынан сығып):
Оригинал текст (рус.)
|
Либертар-юридик концепция:
Оригинал текст (рус.)
|
Хоҡуҡҡа формаль-юридик ысул ҡулланып, уның бөтә төп билдәләрен һанап, аңлатма биреп була.
Ғалимдарҙың хоҡуҡты аңлауын бер системаға һалыу өсөн, хоҡуҡты аңлауҙың һәм төшөнсәләрҙең системаһы төҙөлә.
Был классификацияларҙың күбеһе хоҡуҡҡа позитивистар һәм хоҡуҡ философияһы күҙлегенән ҡарауға бәйле. В. А. Четвернин уларҙы потестар һәм потестар булмағанға бүлеп ҡарай, О. Э. Лейст хоҡуҡты норматив һәм әхлаҡи аңлау, В. С. Нерсесянц хоҡуҡты легистик һәм юридик аңлау яҡлы .
Позитивистар өсөн хоҡуҡ- власть тарафынан билдәләнгән, мәжбүри нормалар, власть ул нормаларҙы үтәргә мәжбүр итеү сараларына эйә . Был нормаларҙың айырым эстәлеге түгел, ә мәжбүрилеге позитивистар тарафынан хоҡуҡтың иң мөһим билдәһе тип атала.
Позитивистар фекеренсә,хоҡуҡ— формаль- йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, дәүләт системаһы тарафынан мәжбүрләү менән тәьмин ителгән, дәүләт тарафынан билдәләнгән, йәки санкцияланған дөйөм мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре (хоҡуҡ нормалары) системаһы.
Мәҫәлән, Марксистар мәктәбе хаҡимлыҡ итеүсе синыфтың ҡанунға әйләндерелгән ихтыяры һәм шулай уҡ хоҡуҡ нормалары тураһында фекер йөрөтә. Хоҡуҡ — дәүләт эшмәкәрлеге продукты, дәүләт власы тарафынан билдәләнә һәм дәүләттең мәжбүр итеү ихтыяры аша һаҡлана, хоҡуҡ һәм ҡанун (хоҡуҡ уның сығанағы, формаһы) позитивистар өсөн бер үк әйбер.
Позитивистар күҙлегенән ҡарағанда, власть тарафынан мәжбүрилек — хоҡуҡтың берҙән-бер төп билдәһе . Томас Гоббс әйткәнсә: « Ҡанундың хоҡуҡи көсө суверендың бойороғо булыуынан ғына тора». Ошондай уҡ фекерҙе XIX быуатта юрист Д. Остин, Ш. Амос , Г. Ф. Шершеневич яҡлай.
Властың тәүге институт формалары һәм дөйөм мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре йәмғиәт үҫешенең тәүтормош осоронда формалашҡан. Был дәүерҙә сәйәси власть һәм дәүләт институттары булмаған. Был осорҙа ижтимағи нормалар йола, традициялар, йола ғәҙәттәре һәм тыйыуҙар (табу) формаһында йәшәй. Был нормаларҙы хоҡуҡ тип, йәки хоҡуҡҡа тиклемге тип иҫәпләргәме тигән һорау фәндә әле булһа бәхәсле булып иҫәпләнә.
Тәүтормош йәмғиәте ағзалары бер тигеҙ булған, улар идара итеүселәргә һәм идара ителеүселәргә бүленмәгән, шуға ла бындай йәмғиәттә беҙ белеп-аңлаған сәйәси власть бөтөнләй булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, тәүтормош йәмғиәтендә лә власть институттары бары бер булған: йәмғиәт ағзалары ырыу башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға (юлбашсыларға, ҡорбаштарына, башлыҡтарға) бойһонғандар. Әммә бындай бойһоноу тәү сиратта был кешеләрҙең шәхси авторитетына һәм абруйына нигеҙләнгән булған, икенсе яҡтан уларҙың был сифаттары бойһонорға теләмәгәндәргә ҡарата көс ҡулланыу мөмкинлеге менән дә нығытылған булған.
Тәүтормош йәмғиәтендәге көндәлек тормош уның бар яҡлы сағылышында ла (аҙыҡ-түлек табыу, кешеләр араһындағы төрлө мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ғаилә, беҙҙең замандағы никах килешеүенең нәҡ ул ваҡыттағы формалары) бер нисек тә тәртипһеҙ, сыуалсыҡ һәм буталсыҡ булмаған, улар билдәле йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә бойһонған. Уларҙа кешелектең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә алда әйтелгән теге йәки был йола-ғәҙәттәр менән бергә ҡаты ғына тыйыуҙар (табу) һәм кешеләрҙең төрлө шарттарҙағы тәртип ҡағиҙәләре нығытылып килгән.
Был нормалар, ҡағиҙә булараҡ, һәр ерҙә һәм һәр кем тарафынан ирекле нигеҙҙә үтәлгән: бер яҡтан был ғәҙәт һымаҡ булһә, икенсенән, һәр кем уларҙы үтәгән йәмғиәттең башҡа ағзаларынан өлгө һәм үрнәк алған, һәм инде, өсөнсөнән, дөйөм алғанда улар көндәоек эшмәкәрлек өсөн кәрәкле һәм файҙалы булған. Был нормаларҙы үтәмәй йә тупаҫ боҙоу ниндәйҙер язаға алып килгән, уларҙың иң ауыры, әлбиттә, тәртип боҙоусыны йәмғиәттән ситкә ҡыуыу булған, был иһә ғәмәлдә ул шарртарҙа ҡыуылыусының үлемен аңлатҡан.
Традицияға нигеҙләнгән был ҡағиҙәләрҙе Рәсәй ғалимдары ниндәйҙер хоҡуҡ системаһы барлыҡҡа килтерә тип һанамағанда, башҡа илдәрҙең был өлкә белгестәре был үҙенсәлекле нормалар системаһын хоҡуҡ аңлатмаһына индерә.
Хоҡуҡ нормаһы айырым төр ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләй, дәүләт тарафынан билдәләнгән, йәки санкцияланған, үҙенең тәьҫир итеү өлкәһендә дөйөм мәжбүри, дәүләттең мәжбүр итеү көсө менән тәьмин ителгән һәм хоҡуҡ сығанағында теркәп ҡуйылған тәртип ҡағиҙәләрен үҙ эсенә ала.
Хоҡуҡ нормалары билдәләре:
Хоҡуҡ нормаһының структураһы:
Хоҡуҡ нормалары барыһы бергә хоҡуҡ системаһын , ә айырым ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе нормалар— хоҡуҡ өлкәһен тәшкил итә. Хоҡуҡ өлкәһе эсендәге нормалар хоҡуҡ институттары тип атала.
Портал «Право» | |
Право Викидәреслектә | |
Право Викимилектә | |
Право Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Право» |
Ҡалып:Право Ҡалып:ТГП
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Хоҡуҡ, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.