Финики́я (грек.
Көньяҡта Финикия Израиль батшалығы, ә көнсығышта һәм төньяҡта — Сүриә менән сикләшә. Геродот әйтеүенсә, Финикия Посидийҙан алып Израиль батшалығына тиклем һуҙылған дәүләт. Селевкидала уны Орфосиянан (Нар-Берид тамағы) Нар-Зерк тамағына тиклем һуҙылған тип һанайҙар. Һуңғы географтарҙың берәүҙәре (мәҫәлән, Страбон) Финикия булып Пелусия яр буйы тулыһынса Пелусия, икенселәре уның сиктәрен Кесария һәм Кармелгә тиклем һуҙылған тип иҫәпләй. Бары тик Римдең һуңғы провинциаль бүленеше Финикия исеме менән Дамаск янына тиклемге территорияны атаған, ә һуңғараҡ Диңгеҙ яны Финикияһын Ливан территорияһынан айыра башлаған Юстиниан ваҡытында Пальмира Ливанға ҡушылған.
Финикия | |
Kĕnaʿan (Ханаан) | |
XIII век до н. э. — VIII век до н. э. | |
---|---|
Баш ҡала | Сидон, позже Тир |
Эре ҡалалары | Акко, Ахзив, Сарепта Сидонская, Берит, Библ, Триполи, Карфаген, Арвад |
Телдәр | Финикийский |
Дин | Культ городских богов-покровителей |
Идара итеү формаһы | |
Царь | |
• | См. список |
Финикия Викимилектә | |
Илдең халҡы, финикийлылар, һөнәрселеге, диңгеҙ сауҙаһы һәм мәҙәниәте ныҡ үҫешкән ҡеүәтле цивилизация барлыҡҡа килтергән. Финикия яҙмаһы тарихта билдәләнеп ҡалған иң тәүге фонетик системалы яҙмалар иҫәбендә тора. Финикия цивилизацияһының сәскә атҡан ваҡыты б. э. т. 1200—800 йылдарға тура килә.
Айырым торған финикия ултыраҡтары үҙаллы ҡала-дәүләттәргә әйләнгән. Иң баштағы дәүерендә был ролде Сидон үтәһә, һуңғы осорҙа Тир ҡалаһы ҙур әһәмиәткә эйә булған. Финикияның башҡа ҡалалары булып Акко, Ахзив, Сидон Сарептаһы , Берит (хәҙерге Бейрут), Библ (Гебал), Триполи һәм Арвад торған. Ҡайһы ваҡыт Финикиянан төньяҡта торған Угарит (хәҙерге Рас-Шамра) ҡалаһын да был илдең ҡалаһы тип иҫәпләйҙәр.
Финикия Викимилектә |
Ҡалып:Финикия
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Финикия, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.