Күләм

Күләм — есем йәки матдә биләгән арауыҡтың һанлы характеристикаһы.

Күләм
Үлсәнеш

L3

Үлсәү берәмеге
СИ

м3

СГС

см3

Күләм
Күләм иҫәпләүгә миҫалдар:
Кубтың күләме өс үлсәменең ҡабатландығына тигеҙ
Күләм
Пирамиданың күләме нигеҙенең майҙаны һәм бейеклеге ҡабатландығының өстән бер өлөшөнә тигеҙ
Күләм
Конустың нигеҙенең майҙаны һәм бейеклеге ҡабатландығының өстән бер өлөшөнә тигеҙ
Күләм
Цилиндрҙың күләме нигеҙенең майҙаны һәм бейеклеге ҡабатландығына тигеҙ
Күләм
Шарҙың күләме Пи һанының шар радиусы кубына ҡабатландығының өстән дүрт өлөшөнә тигеҙ
Күләм
Тетраэдрҙың күләме ҡабырғаһының кубының ун икенән тамыр аҫтында икегә ҡабатландығына тигеҙ
Видеодәрес: күләм

Есемдең күләме йәки һауыттың һыйҙырышлылығы уның формаһы һәм һыҙыҡлы үлсәмдәре менән билдәләнә. Күләм төшөнсәһе менән һыйҙырышлылыҡ, йәғни һауыттың, төрөү йәшнигенең һ. б. эске арауығы күләме, төшөнсәһе тығыҙ бәйләнгән.

Күләм үлсәү берәмеге СИ системаһында — куб метр; унан куб сантиметр, куб дециметр (литр) һәм башҡалар кеүек сығарылма берәмектәр яһала. Төрлө илдәрҙә шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләр өсөн системанан тыш төрлө күләм берәмектәре ҡулланыла — галлон, баррель.

Формулаларҙа күләмде тамғалау өсөн баш латин хәрефе V ҡулланыла, ул лат. volume — «күләм», «тултырыу» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған.

«Күләм» һүҙен шулай уҡ күсмә мәғәнәлә дөйөм һанды йәки ағымдағы дәүмәлде билдәләү өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, «ихтыяж күләме», «хәтер күләме», «эш күләме». Һынлы сәнғәттә күләм тип һүрәтләнгән предметтың арауыҡ характеристикаһын художестволы саралар менән иллюзор биреү атала.

Күләмде иҫәпләү

Практикала есемдең яҡынса күләмен, шул иҫәптән ҡатмарлы формалағы есемдең күләмен, был есемде шыйыҡлыҡҡа батырып табып була. Ҡыҫырыҡлап сығарылған шыйыҡлыҡтың күләме шыйыҡлыҡҡа батырылған есемдең күләменә тигеҙ.

Математик ысул

Ябай формалағы есемдәрҙең күләмен иҫәпләү өсөн махсус формулалар бар. Мәҫәлән, ҡабырғаһы Күләм  булған кубтың күләме Күләм .

Ҡатмарлы формалағы есемдең күләме уны ябай формалағы айырым өлөштәргә бүлеп һәм был өлөштәрҙең күләмдәрен ҡушып табыла. Интеграль иҫәпләмәлә бөтә есемдең күләмен төҙөүсе өлөштәрҙең күләмдәре сикһеҙ бәләкәй дәүмәлдәр итеп ҡарала.

Тығыҙлыҡ аша

Есемдең (m) массаһын һәм (ρ) тығыҙлығын белгән хәлдә, уның күләме түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә: Күләм 

Шыйыҡлыҡтарҙың күләм үлсәү берәмектәре

  • 1 л = 1,76 пинта = 0,23 галлон

Инглизсә

  • 1 пинта = 0,58 литр.
  • 1 кварта = 2 пинта = 1,23 литр
  • 1 галлон = 8 пинта = 4,55 литр
  • 1 галлон (амер.) = 3,785 литр

Боронғо

  • Котила = 0,275 литр

Боронғо йәһүдсә

  • Эйфа = 24,9 литр
  • Гин = 1/6 эйфа = 4,15 литр
  • Омер = 1/10 эйфа = 2,49 литр
  • Кав = 1/3 гин = 1,38 литр

Урыҫса

  • Мискә = 40 биҙрә = 492 литр
  • Биҙрә (күләм берәмеге) = 12,3 литр

Бөртөклө матдәләрҙең күләм үлсәү берәмектәре

Инглизсә

  • 1 бушель = 8 галлон = 36,37 литр
  • 1 баррель = 163,65 литр

Урыҫса

  • Четверик = 26,24 литр (1 бот иген)
  • Гарнец = 3,28 литр

Башҡа берәмектәр

  • 1 унция (ингл.) = 2,841·10−5 м³
  • 1 унция (амер.) = 2,957·10−5 м³
  • 1 куб дюйм = 1,64·10−5 м³
  • 1 куб фут = 2,83·10−2 м³
  • 1 куб ярд = 0,765 м³
  • 1 куб астрономик берәмек =3,348·1024 км³
  • 1 куб яҡтылыҡ йылы = 8,466·1038 км³
  • 1 куб парсек = 2,938·1040 км³
  • 1 куб килопарсек = 1 000 000 000 пк³ = 2,938·1049 км³

Иҫкәрмәләр

Күләм 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «объём» мәҡәләһе бар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Күләм де иҫәпләүКүләм Шыйыҡлыҡтарҙың күләм үлсәү берәмектәреКүләм Бөртөклө матдәләрҙең күләм үлсәү берәмектәреКүләм Башҡа берәмектәрКүләм ИҫкәрмәләрКүләм ӘҙәбиәтКүләм ҺылтанмаларКүләм

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ВикимилекБатанов Бәхетғәлей НиколаевичМонгол империяһы6 ноябрьМостай КәримЛос-АнджелесXML14 октябрьҠош юлыИсмәғилев Заһир Ғариф улыБаш битЕрәнсә сәсәнДжордано БруноМетаболизмЧернов Иван Логинович2 августАстрономияАнглияЭукариоттарСанкт-Петербург26 апрельБарабанЭске тулайым продуктЛатин телеҠояш1884 йылХәйбуллин Ишморат Нәзир улыАпрельКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыХәсән НазарӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанУкраина2017 йыл21 мартКәкүкАд-Духә сүрәһеҠара гөбөргәйелЙәйәләрГлобаль йылыныуЫрыу (биология)Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүБейсболБилл ГейтсҺуғышМәжит ҒафуриХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыКәбиров Артур Зиннур улыБәшмәктәрПрограммалау телеАҠШ долларыБлогГазпром Нефтехим СалауатСәғитов Әхәт Ҡәйүм улыЭкологияҠораллы КөстәрБашҡорт шәжәрәһеӨфө губернаһыБашҡорт ВикипедияһыЖурналистикаМуса ЙәлилСәлимов Ниязбай Булатбай улыИсем (һүҙ төркөмө)Таралған йондоҙҙар тупланмаһыВики11 ноябрь«Аждаһа» (шиғыр)🡆 More