Киншаса

Киншаса — Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы.

Конго йылғаһы буйында, Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль ҡаршыһында урынлашҡан. Ҡала агломерацияһының 2012 йылда халҡы 14 740 000 кеше тәшкил итһә лә, уның территорияһының 60%-ы кеше һирәк ултырған ауыл еренә тура килә, ул да административ сиктәргә эләгә. Тығыҙ ултырған ҡала райондары провинцияның көнбайышында ҙур булмаған өлөшөн биләй.

Ҡала
Киншаса
Kinshasa
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Демократик Республика Конго

Провинция

Киншаса

Координаталар

HGЯO

Губернатор

Андре Кимбута Янго
(2007 йыл 16 марттан башлап)

Нигеҙләнгән

1881

Элекке исеме

1966 йылға тиклем — Леопольдвиль

Майҙаны

9965 км²

Бейеклеге

240 м

Рәсми теле

француз

Халҡы

10 076 099 кеше (2009)

Тығыҙлығы

955 кеше/км²

Этнохороним

киншасалылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Телефон коды24312
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

kinshasa.cd  (фр.)

Киншаса (Ер)
Киншаса
Киншаса

Киншаса халыҡ һаны буйынса Африкала, Лагостан һәм Ҡаһирәнән ҡала, икенсе ҡала иҫәпләнә. Ул шулай уҡ донъяла француз телле халыҡ һаны буйынса беренсе урында тора (Парижды үтеп китеп). Киншаса халҡының күп өлөшө теге йәки был кимәлдә француз телен белһә лә, ул башлыса яҙма телдә ҡулланыла. Баш ҡаланың өҫтөнлөклө һөйләш теле — лингала, банту телдәре төркөмөнә ҡарай.

Фараздар буйынса, 2100 йылда ҡалала 83,5 млн кеше йәшәйәсәк.

Этимологияһы

1881 йылда Генри Мортон Стэнли тарафынан хәрби постҡа нигеҙ һалына һәм шул саҡтағы Бельгия короле Леопольд II хөрмәтенә Леопольдвиль (франц. ville — «ҡала») тип атала. 1966 йылда топонимияны африкалаштырыу процесында күптән заманса ҡалаға берләшкән батеке ҡәбиләһе ауылы атамаһы буйынса Киншаса тип атала.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Киншаса 
Киншаса һәм Конго йылғаһына күренеш

Киншаса — киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡалаһы, бында бай райондар, сауҙа зоналары һәм өс университет ныҡ ярлы өйҙәр менән күршеләш тора. Ҡала Браззавиль ҡаршыһында Конго йылғаһының көньяҡ яры буйлап урынлашҡан. Был донъяла йылғаның ҡаршы ярҙарында урынлашҡан ике баш ҡаланың туранан-тура бер-береһенә ҡараған берҙән-бер урыны.

Конго йылғаһы Африкала Нилдан ҡала икенсе, шул уҡ ваҡытта континентта иң тулы һыулы йылға булып тора, (был күрһәткес буйынса донъяла ул Амазонканан ғына ҡалыша).

Климаты

Киншаса климаты ҡыҫҡа ҡоро (июнь — сентябрь) һәм йылдың ҡалған өлөшөндә ямғырҙар миҙгеле менән субэкваториаль. Миҙгел-ара тирбәлеүҙәр аҙ беленә (ғинуарҙа уртаса температура — +26 °С, июлдә — +22,5 °С), яуым-төшөмдә күберәк беленә. Йылдың күп өлөшөндә эҫе булһа ла (ҡоро миҙгелдән тыш, ул саҡта саҡ ҡына һалҡыныраҡ була, температура +36 °С юғары күтәрелмәй. Шулай уҡ температура +14 °C төшмәй.

Киншаса климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек.
Абсолют максимум, °C 36 36 36 36 35 34 32 35 36 36 34 36
Уртаса максимум, °C 31 31 32 32 31 29 27 29 31 31 31 30
Уртаса минимум, °C 21 22 22 22 22 19 18 18 20 21 22 21
Абсолют минимум, °C 18 18 18 19 18 15 14 14 16 15 17 17
Яуым-төшөм нормаһы, мм 135 145 196 196 159 8 3 3 30 119 222 142
Сығанаҡ: BBC Weather

Тарихы

Киншаса 
30 июнь бульвары

Хәҙерге Киншаса территорияһына килгән беренсе европалылар XV быуатта португалдар була. Әммә Конгоны колониялаштырыуҙа бельгиялылар алдан өлгөрә, уларға урындағы феодаль дәүләттәрҙә үҙ-ара талаштар булышлыҡ итә. Хәҙерге Киншаса урынындағы ҡалаға 1881 йылда күренекле Африка тикшеренеүсеһе Генри Мортон Стэнли нигеҙ һала, ҡала сауҙа порты булараҡ төҙөлә. Башта ҡала Бельгия короле Леопольд II хөрмәтенә Леопольдвиль тип атала, короллеккә Конго Демократик Республикаһы урынлашҡан киң ерҙәр ҡараған.

Ҡала Конго йылғаһында Ливингстон шарлауығынан (Леопольдвилдән 300 км түбәндә тупһалар серияһы) юғары урынлашҡан беренсе караптар порты була һәм ҡаланың үҫешенә булышлыҡ итә. Тәүге ваҡыттарҙа тауарҙарҙы караптарҙа Матадиға — яр буйынан 150 км алыҫлыҡта һәм тупһаларҙан түбән ятҡан ҡалаға килтерелгән, ә аҙаҡ уларҙы йөк ташыусылар Леопольдвилгә тиклем алып барған. 1898 йылда Матади һәм Киншаса араһында төҙөлгән йөк тимер юлы тауарҙы илдең төпкөлөнә тиклем тиҙерәк һәм осһоҙға еткерергә мөмкинлек бирә, был Леопольдвилдең тиҙ үҫешенә нигеҙ булып хеҙмәт итә. 1920 йылға ҡала шул тиклем үҫешә, хатта Конго йылғаһы тамағында урынлашҡан Бома ҡалаһын алмаштырып, Бельгия Конгоһының баш ҡалаһы булып китә.

Киншаса 
Киншаса 1975 йылда. Фотографияла — Дроздов Николай Николаевич

Бельгия Конгоһы Бельгиянан бойондороҡһоҙлоҡ алғас (1960 йылдың 30 июне), нидерланд теле рәсми статусын юғалта. 1965 йылда дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә, Конгола власҡа Мобуту Сесе Секо килә. Көнбайыштың йоғонтоһон кәметеү өсөн, ул исемдәр һәм атамаларҙы африкалаштырыу сәйәсәтен үткәрә башлай. 1966 йылда Леопольдвилгә Киншаса атамаһы бирелә — элек ҡала ситендә урынлашҡан ауыл исеме буйынса. Мобуту ваҡытында бәхет эҙләп сығып киткән йәки этник таҙартыуҙарҙан ҡасып китеп, ҡабат ҡайтҡан күскенселәр иҫәбенә тиҙ ҙурая. Ҡала борондан батеке һәм бахумбу ҡәбиләләренә ҡараған территорияла урынлашһа ла, Киншасала этник-ара аралашыу теле булып (лингва франка) лингала теле тора.

1974 йылда Киншасала Джордж Форман һәм Мөхәммәт Али араһында бокс ярышы уҙа, унда Али көнәркәше өҫтөнән еңеү яулай һәм ауыр үлсәмдә чемпион титулын кире ала.

1975 йылда ҡалала Тәбиғәт һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау буйынса халыҡ-ара союзының XII Генераль ассамблеяһы (МСОП) үтә.

Административ-территориаль бүленеше

Киншаса бер үк ваҡытта ҡала ла (ville), Конго Демократик Республикаһының 26 провинцияһының (өлкәһенең) береһе булып та тора. (province). Провинция үҙе 24 коммунанан торған 4 округҡа бүленә, шулай итеп, 4-се кимәлдәге административ-территориаль берәмек булып тора.

Киншаса 
Киншаса округтары: Лукунга, Фуна, Мон-Амба, Тсангу.
Киншасаның 24 коммунаһы
Киншаса 
Браззавиль
Конго (йылға)
Малебо бөгөлө
Нгалиема (ҡултыҡ)
Гомбе
Барумбу
Киншаса (коммуна)
Лингвала
Каса-Вубу (коммуна)
Нгири-Нгири
Каламу
Бандалунгва
Кинтамбо
Нгалиема (коммуна)
Селембао
Бумбу
Макала
Нгаба
Лемба
Лимете
Матете
Кисенсо
Масина
Нджили (коммуна)
Кимбансеке
Нселе
Мон-Нгафула
Нселе
Малуку
Сокращения:
К.-В. — Каса-Вубу,
Линг. — Лингвала,
Нг.-Нг. — Нгири-Нгири

Халҡы

Киншаса халҡы 1994 йылға 4,6 млн кеше, 2012 йылға 9 464 000 кеше тәшкил итә.

Киншасала демографик үҫеш
Йыл Халҡы
1920 1600
1936 40 300
1938 35 900
1939 42 000
1947 126 100
1957 299 800
1959 402 500
1967 901 520
1968 1 052 500
1970 1 323 039
Йыл Халҡы
1974 1 990 700
1976 2 443 900
1984 2 664 309
1991 3 804 000
1994 4 655 313
2003 6 786 000
2005 7 500 000
2012 9 464 000
2021 14 740 000

Киншасала йәшәү кимәле бик түбән. Ҡала, 1991 һәм 1993 йылдарҙа илдә булып үткән бер яҡтан күпләп талауҙарҙы, һуңынан граждандар һуғышы эҙемтәләрен, икенсе яҡтан халыҡтың тормош тағы ла насарыраҡ булған ауыл ерҙәренән тәбиғи миграцияһын кисерә, сөнки ҡалала ниндәй булһа ла эш табыу мөмкинлеге бар. Ҡарауһыҙ балаларға ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлекте координациялаған Конго ойошмаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре селтәре мәғлүмәттәренә ярашлы (франц. Réseaux des éducateurs des enfants et jeunes de la rue (REEJER)), Киншасала 2006 йылда 14 меңгә яҡын ҡарауһыҙ бала иҫәпләнгән. Иң насар райондар булып Масина, Кимбансеке һәм Лимете тора.

Ҡалала халыҡтың ярлылығы менән бәйле енәйәтселек проблемалары бар. Киншасала 1959 йылда ВИЧ-1 («М» төркөмөнән) торған ҡандың иң иртә өлгөһө асыҡланған. СПИД менән көрәш бөтә Конго Демократик Республикаһында ла, шулай уҡ Киншасала ла иң мөһим проблемаларҙың береһе булып тора.

Транспорт

Киншаса 
Н’джили аэропорты

Киншаса — Конго йылғаһының һул ярындағы порт. Киншаса районында йылға Заир тип тә атала, ул үҙенең бассейнының күп өлөшө дауамында мөһим транспорт артерияһы булып тора. Конгоның күп кенә ҡушылдыҡтары ла шулай уҡ караптар йөрөрлөк. Эре йылға баржалары Киншаса һәм Кисангани (баш ҡаланан 1300 км алыҫлыҡта) араһында йөрөй. Киншаса һәм Браззавиль араһында паром кисеүе бар.

Тимер юлы Киншасаны илдең башҡа төбәктәре һәм сит ил менән бәйләй. Н’джили аэропорты Конго Демократик Республикаһында иң ҙуры. Әммә аэропорт инфраструктураһы башлыса колониаль ваҡыттан алып яңыртылмаған.

1955—1959 йылдарҙа ҡалала гиробус эшләгән.[сығанаҡ 2445  көн күрһәтелмәгән]

Сәнәғәт

Ҡалала туҡыу, аҙыҡ-тәм, химия сәнәғәте, машиналар төҙөү, химия сәнәғәте, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, мото- һәм велозаводтар, карап төҙөү, карап ремонтлау, ағас эшкәртеү, төҙөлөш материалдары заводтары бар.

Конго йылғаһы гидроэлектроэнергияның мөһим сығанағы булып тора, потенциаль рәүештә ул бөтә Африканың әлеге эквивалентлы яртыһына торошло электр энергияһы производствоһын тәьмин итә алыр ине.

Ҡалала Африка Тимер юлдары союзының штаб-фатиры урынлашҡан.

Мәҙәниәт һәм мәғариф

Киншасала илдең Милли университеты, Милли педагогия университеты, Милли нәфис сәнғәт академияһы, Урындағы көнкүреш музейы, Милли асыҡ китапхана урынлашҡан.

Киншаса университеты 1954 йылда Лованиум Университетының бер бүлексәһе кеүек ойошторола, 1971 йылда Милли Заир университетына нигеҙ һалына (франц. Université Nationale du Zaïre, UNAZA), ул 1981 йылда өс өлөшкә — Киншаса Университетының үҙе, шулай уҡ Кисангани Университетына һәм Лубумбаши Университетына бүленә.

1958 йылда Лованиум Университеты йәнәшендә Африкала беренсе ядро реакторы төҙөлә.

1967 йылда Африка союзы уның янында ядро тикшеренеүҙәренең Төбәк үҙәген ойоштора. Әлеге ваҡытта Үҙәктә ике ядро реакторы бар, TRICO I һәм TRICO II, улар фәнни тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла.

Спорт

Киншасала иң популяр спорт төрҙәре — футбол һәм баскетбол. Баш ҡала илдең ике мөһим футбол үҙәгенең береһе. Өс титуллы клубтарҙың икеһе Киншаса өсөн сығыш яһай — «Вита» һәм «Мотема Пембе» (12 тапҡыр Заирҙың/ДРК чемпиондары). Конго Демократик Республикаһы чемпионатында («Линафут») әлеге мәлдә 14 ҡатнашыусы, өс клуб («Вита», «Мотема Пембе» һәм «Ройолу») Киншаса өсөн сығыш яһай.

1938 йылда ойошторолған «Дранонс» футбол командаһы чемпионатта дүрт тапҡыр еңеү яулай, биш тапҡыр Конго ДР Кубогына эйә була һәм ике тапҡыр Африка Чемпиондары Кубогы финалына етә (хәҙер турнир — КАФ Чемпиондары лигаһы тип атала). «Содиграф» футбол клубы Конго ДР Кубогына эйә була һәм КАФ Чемпиондары лигаһы финалына етә. Киншасанан башҡа команда «Калому» дүрт тапҡыр Конго ДР Кубогына эйә була.

«Стад де Мартир» стадионы 80 мең тамашасыны һыйҙыра һәм Конго ДР милли йыйылма командаһының, «Вита» һәм «Мотема Пембе» клубтарының йорт аренаһы булып тора. 24 мең кеше һыйҙырышлы «24 ноябрь» стадионы «Дранонс» командаһы өсөн йорт аренаһы булып тора.

Киншасанан сыҡҡан күп билдәле футболсылар: уйынсылар Франция йыйылмаһы вратары Стив Манданда, ярымһаҡсылар Клод Макелеле һәм Рио Мавуба, һөжүм итеүсе Пеги Люйиндюла, Португалия йыйымла клмандаһында Жозе Бозингва сығыш яһай, Швейцария йыйылма командаһында Блез Нкуфо, ә Бельгия йыйылма командаһы составында Мбо Мпенза уйнай. Европа футболында билдәлелекте үҙенең гражданлығын алмаштырмаһа ла, Конго ДР йыйылмаһы өсөн сығыш яһаусы: һөжүм итеүселәр Ломана Трезор Луа-Луа, Дьёмерси Мбокани, Рәсәйҙә һаҡсылар Жерар Мукунку, ә Украинала — Эрве Нзело-Лемби.

1974 йылда Киншасала Мөхәммәт Али менән Джордж Форман араһында бокс алышы үтә, ул аҙаҡ «Джунглиҙа гөрһөлдәү» тигән исем ала.

Тыуған Киншасаһында 1990—2000 йылдарҙа Милли баскетбол ассоциацияһы йондоҙо Дикембе Мутомбо баскетбол менән шөғөлләнә башлай.

Киң мәғлүмәт саралары

    Ваҡытлы матбуғат (француз телендә)
  • «Кайе экономик э сосьо» (Cahiers économiques et sociaux — «Ведомости по экономическим и социальным вопросам»). Квартал һайын донъя күреүсе журнал, Милли университет тарафынан нәшер ителә.
  • «Конго-Африка» (Congo-Afrique — «Конго-Африка»). Иҡтисад һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса айлыҡ журнал. Социаль тормош тикшеренеү үҙәге тарафынан нәшер ителә.
  • «Потансьель» (Potentiel — «Потенциал»). Көндәлек гәзит.
  • «Элима» (Elima). Көндәлек киске гәзит.
    Мәғлүмәт агентлыҡтары
  • Конго матбуғат агентлығы (Agence Congolaise de Presse — ACP). Хөкүмәт мәғлүмәт агентлығы, 1960 йылдың 12 авгусында ойошторола.
    Радио һәм телевидение
  • «Конго Тауышы» (La Voix du Congo). ДРК хөкүмәте тарафынан контролдә тотолған радиостанция.
  • Милли Конго радиоһы һәм телевидениеһы (Radio-télévision nationale congolaise — RTNC).

Ҡәрҙәш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Киншаса ЭтимологияһыКиншаса Физик-географик ҡылыҡһырламаКиншаса КлиматыКиншаса ТарихыКиншаса Административ-территориаль бүленешеКиншаса ХалҡыКиншаса ТранспортКиншаса СәнәғәтКиншаса Мәҙәниәт һәм мәғарифКиншаса СпортКиншаса Киң мәғлүмәт сараларыКиншаса Ҡәрҙәш ҡалаларКиншаса ИҫкәрмәләрКиншаса2012 йылБраззавильКонго (йылға)Конго Демократик РеспубликаһыКонго Республикаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Мартин Лютер КингТалха ҒиниәтуллинИнтернет2007 йылФедерализмҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүОлойылға ауылы мәктәбеКөршәк яһауСуфый сиңерткәБерлинБашҡорт теленең диалекттарыАпартеидАмерика футболыКөньяҡ Африка РеспубликаһыЛинней, КарлБелорет районыРизаитдин Фәхретдинов21 июльШәхрезадаДегәнәкИраҡМакаоЯңы Зеландия1918 йыл26 августИталияҺөйләмДәүләт идара итеү формаһы5 октябрьӘкиәтКола (үҫемлек)СусҡаларНервы системаһыКолмогоров Андрей Николаевич26 мартЛиванРеформацияИсемҒосман империяһыНанкинФранц КафкаБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыКөҙәй кантоныГәрәев Муса Ғайса улыҠарағалпаҡтарҒәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусыларыҮҫәргән кантоныБолгар телеБаден-БаденСырХань (халыҡ)Грек телеБәләкәй БашҡортостанТултырыусы27 мартГрейс КеллиҠытайМуҡшы телеXMLРациональ һанАстероидШүлгәнташ ҡурсаулығы1924 йылӘбү-ДәбиВольтерПермь крайыБашҡортостан мәҙәниәтеҠарҡиғән6 декабрьЕр🡆 More