Исем (урыҫ имя существительное) — төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын (кеше, әйбер, үҫемлек, хайуан, тәбиғәт күренештәре һ.б.) белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө.
Ул кем, нимә, ни, кемдәр, нимәләр һорауҙарына яуап бирә. Мәҫәлән: Ҡар яуа (нимә яуа? ҡар. Ҡар -исем). Бала йоҡлай (кем йоҡлай? бала. Бала — исем).
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар, ҡушаматтар, хайуан, китап-журнал исемдәре, географик атамалар инә. Улар баш хәреф менән яҙыла.
Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә керә. Улар, әгәр һөйләм башында килмәһә, бәләкәй хәреф менән яҙыла.
Исемдәр һан буйынса берлектә һәм күплектә торалар.
Исемдәрҙең эйәлек заты теге йәки был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата. Миҫалдар: туғаным, минең туғаным, балаларыбыҙ, һинең олатайың, уның күлдәге, ағайымдың машинаһы, был ҡәләм һеңлемдеке һ.б.
Эйәлек заты ишетелгәнсә яҙыла.
Иҫкәрмә:
Башҡорт теле грамматикаһында алты килеш бар.
Килештәр | Килеш һорауҙары | |||||
Төп килеш | Кем? Нимә? | |||||
Эйәлек килеш | Кемдең?Нимәнең? | |||||
Төбәү килеш | Кемгә? Нимәгә? Нигә? Ҡайҙа? | |||||
Төшөм килеш | Кемде? Нимәне? Ниҙе? | |||||
Урын-ваҡыт килеш | Кемдә?Нимәлә? Ниҙә? Ҡасан? | |||||
Сығанаҡ килеш | Кемдән? Нимәнән? Ниҙән? Ҡайҙан? |
Башҡорт телендә исемдәр хәбәр булып та килә. Һөйләмдең хәбәре функцияһын үтәгән исемдәр ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын ҡабул итеүе лә, итмәүе лә мөмкин. Мин 5-се класс уҡыусыһымын
Махсус электрон ҡулайлама: Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше 2017 йыл 19 ноябрь архивланған.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Исем (һүҙ төркөмө), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.