Зәңге

Зәңге лат. scorbutus, урыҫса цинга һүҙенән ауҙарылған — кеше организмында С витамины (аскорбин кислотаһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла.

Зәңге
Ауырыу ваҡытында ҡаҙналарҙың зарарланыуы
Ауырыу ваҡытында ҡаҙналарҙың зарарланыуы
МКБ-10

E5454.

МКБ-9

267267

OMIM

240400

DiseasesDB

13930

MedlinePlus

000355

eMedicine

med/2086 

Зәңге Зәңге Викимилектә

Тарихы

Был ауырыу тураһында тәүге ышаныслы мәғлүмәттәр тәре походтары дәүеренә, атап әйткәндә, XIII быуат башына ҡарай һәм карап экипаждары араһындағы ауырыуҙарға ҡағыла. «Диңгеҙ скорбуты» тип аталған ауырыу XV быуаттың икенсе яртыһында донъя буйлап сәйәхәт дәүерендә тағы ла киңерәк тарала. Мәҫәлән, Васко да Гама карабы, 1495 йылда Һиндостанға юл тотҡанда, экспедицияның 160 ағзаһынан йөҙҙән ашыуын юғалта. Капитан Кук команданың туҡланыу рационына бик күп емеш индерә, шулай итеп, бөтә ауырыуҙарҙы дауалай алалар. Медицина тарихсылары баһалауынса, 1600 йылдан алып 1800 йылға тиклем миллионға яҡын матрос зәңгенән вафат була. Был бөтә диңгеҙ һуғыштарында кеше юғалтыуҙарынан да күберәк. Материкта, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа: ҡамауҙа ҡалған ҡәлғәләрҙә, төрмәләрҙә, алыҫ ауылдарҙа күпләп ауырығандар.

Сирҙең йоғошло булыуы тураһында теорияһы элек-электән чума, тиф һәм башҡа ауыр сирҙәр тураһында белгән кешеләр араһында өҫтөнлөк итә. Әммә диңгеҙселәр үҙҙәренең сәйәхәттәрендә цитрус емештәре ашамлыҡтарҙың байтаҡ өлөшөн тәшкил иткән караптарҙа зәңгенән юғалтыуҙар күпкә әҙерәк булыуын белеп ҡала. Шуға күрә тиҙҙән флотта хеҙмәт итеүселәр ғәҙәти хәрби паёктан шаҡтай айырылған паёк ала башлай. Пётр I, 1703 йылда Рәсәй флотын булдыра башлағас, Голландияла суднолар төҙөүҙе өйрәнә һәм диңгеҙселәр өсөн голланд рационын, шул иҫәптән Европаның көньяғынан килтерелгән лимон һәм апельсиндарҙы индерә. Тоҙло кәбеҫтә, мүк еләге Рәсәйҙы был проблеманы еңел генә хәл итә алыр ине.

1747 йылда Дәүләт порты хәрби-диңгеҙ госпиталенең баш табибы Джеймс Линд донъяла беренсе клиник тикшеренеү үткәрә, йәшелсә һәм цитрус емештәре зәңгене иҫкәртергә һәләтле булыуын иҫбатлай. Был сирҙең йоғошло тәбиғәте тураһындағы фекер өҫтөнлөк иткәнгә, Линд оҙаҡ ваҡыт күренекле британ табиптары тарафынан тәнҡиткә дусар була.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы антарктик экспедициялар (Р. Скотт, Э. Шаклетон һәм башҡалар) зәңгене иҫкәртеү өсөн туҡланыу рационына рационға, мөмкинлеккә ҡарап, ҡоштарҙың һәм диңгеҙ хайуандарының яңы һуйылған итен индерәләр. XX быуат башындағы Арктиканы буйһондороусылар ҙа (атап әйткәндә, Брусилов, Седов, Русанов экспедициялары командалары) зәңге менән ауырый. Ул саҡта төп иҫкәртеү сараһы булараҡ айыуҙың йылы ҡанын эскәндәр.

1895 йылда рус патофизиологы Виктор Васильевич Пашутин (1845—1901) зәңгенең тәбиғәтен тулыһынса туҡланмауҙан тип раҫлай. Ауырыу организмдың үҙендә синтезланмай, әммә үҫемлек продукттарында булған ҡайһы бер органик матдәләрҙең (һуңынан витаминдар тип атала) етешмәүенән барлыҡҡа килә, ти. Артабан уның һығымталары тулыһынса раҫлана. 1932 йылда америка ғалимдары төркөмө ауырыу тик С витамины етешмәүҙән килеп сығыуын иҫбатлай. Был асыш 1937 йылда физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.

Дөйөм ҡулланылыштағы синтетик витаминдары барлыҡҡа килгәс, зәңге бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта зәңгенең 1 дәрәжәһе тип йөрөтөлгән еңел гиповитаминоз өлкәндәрҙең эҙемтәләрһеҙ үтә, ә ауыр өҙлөгөүҙәр осрамай тиерлек.

Сәбәптәре

Йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө менән бергә килә.

Төп симптомдары

Дөйөм хәлһеҙлек, гингивит, теш ҡаҙнаһының ҡанауы, тештәрҙең бушауы һәм төшөүе, мускулдарға, быуындарға, тире аҫты күҙәнәктәренә һәм эске ағзаларға ҡан һауыуы, һигеҙгүҙ һөйәгендә һәм аяҡ-ҡулдарҙа (бигерәк тә, аяҡтарҙа) ревматоид ауыртыуҙар. Диагностика өсөн анамнез, С витаминына ҡан һәм бәүел анализдары мәғлүмәттәре файҙаланыла.

Дауалау

Дауалау һәм иҫкәртеү кеше организмын яҡшы аҙыҡ (яңы өлгөргән емеш-еләк һәм йәшелсә), составында С, шулай уҡ Р витамины булған медикаментоз препараттар менән нормаль тәьмин итеүҙән тора. Аскорбин кислотаһының физиологик ихтыяжы — көнөнә 30 — 90 мг.

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күреү һәләтен юғалтыу, быуын ҡатыу, лайлалы тиресәләрҙән һәм эске ағзаларҙан ҡан китеү һ.б.

Иҫкәртеү

Яҡшы аҙыҡ менән туҡланыу. 20-се быуаттың 30‑сы йылдарында БДМИ‑ла ҡымыҙҙа С витамины миҡдары (уны әсетеү оҙайлығына бәйле) һәм организмда С витамины етешмәгәндә ҡымыҙ менән дауалау һөҙөмтәлелеге (Б. В.Сөләймәнов), дарыу үҫемлектәрендә һәм витаминлы үҫемлектәрҙә аскорбин кислотаһы миҡдары (И. А. Лерман, Л. М. Сольц, Я. А. Фиалков һ.б.) өйрәнелә.

40‑сы йылдарҙа Өфө витамин заводында үҫемлектәрҙән алына торған С витамины, ылыҫ эшкәртеү, синтетик аскорбин кислотаһы цехтары ойошторола, уларҙа завод һәм Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү витамин институты хеҙмәткәрҙәре (Ленинград; Г. И. Краснокутский, В. Г. Кристаллинская) тарафынан эшләнгән технологиялар ҡулланыла. 50‑се йылдарҙа Ботаника баҡсаһында (ҡара: Ботаника баҡса-институты) 150‑нән ашыу төр үҫемлектә С витамины миҡдары тикшерелә (Е. Н. Клобукова-Алисова).

Хайуандарҙа С гиповитаминозы

Был ауырыу йышыраҡ сусҡаларҙа, эттәрҙә, ҡиммәтле тирелеләрҙә һәм эре мөгөҙлө малда, һирәгерәк йылҡыларҙа һәм һарыҡтарҙа теркәлә. Ауырыу рационда витаминлы үлән булмаған һәм ҡатнаш аҙыҡ менән туҡланыу өҫтөнлөк иткәндә барлыҡҡа килә. С гиповитаминозы менән сирләгән хайуандар ауырый, аппетиты насарая, етештереүсәнлек кәмей, үҫмәй. Ауырыу башланғанда һәм ваҡытында дауаланғанда тиҙ шәбәйә.

Йәш хайуандар башлыса ҡышын һәм яҙын аҙбарҙа аҫрау осоронда ауырый. Диагноз рационды, клиник һәм патоморфологик билдәләрҙе, шул уҡ ҡанда һәм бәүелдә С витаминын химик юл менән билдәләү мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Зәңге 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «цинга» мәҡәләһе бар

Tags:

Зәңге ТарихыЗәңге СәбәптәреЗәңге Төп симптомдарыЗәңге ДауалауЗәңге ИҫкәртеүЗәңге Хайуандарҙа С гиповитаминозыЗәңге ИҫкәрмәләрЗәңге ҺылтанмаларЗәңгеЛатин телеУрыҫ теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Совет Социалистик Республикалар СоюзыСалауат (Ислам)КомиксАмерика Ҡушма ШтаттарыФранц Петер ШубертБатыршаЭукариоттарҒабдулла ТуҡайIKEAҠояшБеляев Павел Иванович25 мартИҫке славян телеБиохимияДоткомдар ҡыуығы19 августТверь өлкәһеБашҡортостан тарихыЕмешФинанстарБахрейнАрхеологияКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыАсыу тәлгәштәреТөмән өлкәһеГаз27 мартКәкүкАдольф ГитлерГеорг Вильгельм Фридрих ГегельТултырыусыБашҡортостан байрамдарыБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыВикимилекНидерланд телеҺарытауHTMLЯн ВермеерЯнцзыМуса ЙәлилҺүҙ төркөмдәре21 мартБашҡорт ВикипедияһыТанзиматТәкәләр (ырыу)Назар НәжмиГеографик координаталарГазпром Нефтехим СалауатҠаҙағстанУрду телеБарабанВикиҠуштауӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыЯпонияУрал батырФлоридаХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөЭҙләүҙе оптималлаштырыуЕкатерина II🡆 More