биш Таған

Википедияның биш тағаны.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:5Т

Төп ҡағиҙәләр һәм принциптар

биш Таған Википедия — ул энциклопедия, йәғни мәғлүмәт йыйынтығы. Бында бөтә мәғлүмәт темалар буйынса ойошторола. Был һеҙҙең шәхси фекерегеҙ өсөн урын түгел, бында ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
 
биш Таған Википедияла объектив булыуығыҙ һорала. Ниндәй булһа ла айырым бер фекергә өҫтөнлөк бирергә ярамай — бөтә фекерҙәргә уртаҡ ҡарашта булырға тейешһегеҙ.
 
биш Таған Википедияла урынлаштырылған бар мәғлүмәт ирекле тарала. Бында һәр кем яҙа ала. Бер кемдең дә үҙ мәҡәләләре юк. Мәҡәләләр яҙғанда авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ.
 
биш Таған Википедияла үҙегеҙҙе тотоу ҡағиҙәләре бар. Башҡа ҡатнашыусыларҙы хөрмәт итегеҙ.
 
биш Таған Ошо биш ҡағиҙәнән башҡа Википедияла ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын үҙгәртергә ҡурҡмағыҙ — бында һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.

Википедияла, һәр бер тел бүлеге өсөн мотлаҡ булған, төп биш ҡағиҙә бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән һәм һәр бер тел бүлеге өсөн үҙенсәлекле.

Википедия тигән һүҙ ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө ул энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның бөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған биш ҡағиҙәнең беренсеһе.

Теләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра ала. Шулай уҡ Википедияла әлегә тиклем булмаған яңы төшөнсә буйынса мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия эстәлеген камиллаштырғанда, мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был шарт Википедияның бөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған икенсе төп ҡағиҙә.

Википедиялағы булған бар мәғлүмәт теләге булған һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла, камиллаштырыла. Шуға күрә Википедияла мәҡәләләрҙең айырым авторы юҡ. Мәҡәлә авторҙары булып ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы иҫәпләнә. Википедияла мәҡәләләр тулыландырып, камиллаштырып торғанлыҡтан, кемдеңдер авторлығында яҙылған мәғлүмәттең бермә-бер күсермәһен ҡуйырға ярамай. Әммә ул авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап, Википедияға яңы эстәлек индерергә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтары булған әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айырым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ — был Википедияның төп биш ҡағиҙәнең өсөнсөһө.

Википедия менән тәҡдим ителгән ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә ҡулланған кешеләр булыуы ихтимал, әммә уларҙың ҡылығы яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. «Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ» тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.

Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һәр кеше үҙ тәҡдимен индереп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырҙан тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.

Tags:

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠазанНаполеон IЕрәнсә сәсәнГлобаль йылыныуБашҡортостанХалыҡ-ара фонетик алфавитБанкнота25 апрельГордеев Михаил ВикторовичГеорг Вильгельм Фридрих ГегельӘстәғәфируллаһХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыЕмешБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреФашизмЭҙләүҙе оптималлаштырыуҠошсо кантоныСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)ФутболҠушма һөйләмБаш битСовет Социалистик Республикалар СоюзыДиего Веласкес27 мартУйынсыҡСалауат (Ислам)БеларусьЖан РасинПортугалияУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыБөжәктәрНефтьКүбәләк (ырыу)24 ғинуарИсламда фәрештәФинанстарИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыИр енес ағзаһы1884 йылШвейцария26 апрельМаскатБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыАд-Духә сүрәһеБиблияБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыСалауат Юлаев музейы14 ноябрьБашҡорттарОтто фон БисмаркКәкүк (мифологияла)БүреИтБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыҠояшМайСәсәнИндонезияҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеЯн Вермеер🡆 More