Фермий

Фермий (лат. Fermium, Fm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы.

Тәртип номеры — 100.

Фермий
Рәсем
Масса 257,095 массаның атом берәмеге
Кем хөрмәтенә аталған Энрико Ферми
Асыусы йәки уйлап табыусы Гленн Теодор Сиборг[d]
Асыу датаһы декабрь 1952
Элемент символы Fm
Химик формула Fm
Каноническая формула SMILES [Fm]
Атом һаны 100
Электр кирелеге 1,3
Схематичная иллюстрация
Фермий Фермий Викимилектә

Радиоактив трансуран, актиноидтар төркөмөнә ҡарай. Плутонийҙан ауырыраҡ башҡа элементтар кеүек, тәбиғәттә табылмай, бөтә билдәле изотоптары яһалма юл менән алынған.

Символы

Фермий элементының символы — Fm (Фермий тип уҡыла).

Тарихы

Был трансуран элемент 1953 йылда көтмәгәндә тиерлек асылған. 1952 йылдың ноябрендә Тымыҡ океан утрауҙарының береһендә АҠШ ғалимдары ҙур масштаблы термоядро шартлатыуы («Майк» операцияһы) үткәрәләр. Был шартлау продукттарының ҡайһы берҙәре шартлау болото аша осоусы пилотһыҙ осҡостарға ҡуйылған ҡағыҙ фильтрҙар менән тотола, ҡалған өлөшө шартлау урыны янындағы соҡорға төшә. Ике продукт та АҠШ-тың бер нисә лабораторияһында анализланған. Соҡорҙа бик юғары молекуляр ауырлыҡтағы уран атомдары табыла, сөнки уран шартлау ваҡытында шунда уҡ 17 нейтронға тиклем эләктереп ала.

Эниветок атоллында үткәрелгән беренсе термоядро шартлауынан һуң ҡалған туҙандан беренсе тапҡыр фермийҙы 1952 йылдың аҙағында америкалы А. Гиорсо һәм Лос-Аламо лабораторияһының башҡа ғалимдары айырып алған 255Fm изотобы рәүешендә алынған.

Исеменең килеп сығышы

Исеме италия-америка физигы Энрико Ферми хөрмәтенә бирелгән.

Сығарып алыу

Фермийҙы циклотронда алыу барышында торий, уран йәки плутоний иондары сәптәрен неон, кислород йәки углерод иондары менән нурландырып алалар. Фермий алыуҙың икенсе ысулы булып атом реакторында плутоний, кюрий йәки калифорний изотоптары ҡатнашмаһы нейтрондары менән нурландырыу тора. Иң ҙур күләмдәрҙә, йылына 109 атом, 257Fm изотобы етештерәләр.

Биологик әһәмиәте

Бөтә билдәле фермий изотоптары радиоактив ағыулы.

Ҡулланыу

Fm атомдарынан сәптәр атом физикаһында ауырыраҡ элементтар алыу өсөн ҡулланыла.

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

Tags:

Фермий СимволыФермий ТарихыФермий Исеменең килеп сығышыФермий Сығарып алыуФермий Биологик әһәмиәтеФермий ҠулланыуФермий ИҫкәрмәФермий ҺылтанмаларФермийЛатин телеМенделеевтың периодик таблицаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1985 йылАдольф ГитлерОперацион системаҺарыҡты кем ашаған?1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыИнтернетХанлыҡБелоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944)БАССР Юғары СоветыЙогаISO 4217Никола ТеслаЙәрмәкәй районыХалыҡ-ара фонетик алфавитРәүешТимербай ҡурайсыЦиблиев Василий ВасильевичАуырғазы районыӨфөСөнниҙәрҠылымЙыландарНатрий карбонатыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыЩетинков Евгений СергеевичӘл-Харам мәсетеОзеров Николай Николаевич (комментатор)Блаватский Владимир ДмитриевичМиокард инфарктыСалауат ЮлаевЕңеү көнөАнтонимАнамнияларӘз-Зәлзәлә сүрәһеЙен Зигмунд1880 йылТиҙләнешЫрымбур губернаһыОвидийШығайКлеопатра VIIБайдин Николай АнатольевичҠаҙағстанШығай (Силәбе өлкәһе)Яңы КаледонияАҠШ долларыШтрих-кодВаҡытНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)ЙәнГорькийҙың әҙәби-мемориаль музейы (Ҡазан)Ярам-Халета-ЯхаБоланутЧатыр-ТауКеплер (телескоп)Ультрафиолет нурланышӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы1893 йылҺүҙ төркөмдәреАфған һуғышыБерлин🡆 More