Неон

Неон (Ne, лат. neon) —Менделеевтың периодик таблицаһының 2-се осоро, 18-се төркөм элементы.

Тәртип номеры — 10. Аҫыл газ.

Неон
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған новизна[d]
Масса 20,1797 ± 0,0006 Массаның атом берәмеге
Асыусы йәки уйлап табыусы Уильям Рамзай[d] һәм Траверс, Морис Уильям[d]
Асыу датаһы 1898
Табылыу урыны Бөйөк Британия
Сопряжённая кислота ион неонония[d]
Элемент символы Ne
Химик формула Ne
Каноническая формула SMILES [Ne]
Атом һаны 10
Электронная конфигурация 1s² 2s² 2p⁶ һәм [He] 2s² 2p⁶
Стандартная молярная энтропия 146,2 ± 0,05 Дж / (моль·К)
Тығыҙлыҡ 1,444 грамм на кубический сантиметр, 1,204 грамм на кубический сантиметр һәм 0,90035 килограмм на кубический метр
Иреү температураһы −248,6 °C
Ҡайнау нөктәһе −246 °C
Скорость звука 435 ± 1 метр в секунду
Неон Неон Викимилектә

Символы

Неон элементының символы — Ne (Неон тип уҡыла).

Тарихы

Таралыуы буйынса Ғаләмдә водород, гелий, кислород һәм углеродтан ҡала бишенсе элемент булып тора. Инерт, бер атомлы төҫө һәм еҫе булмаған аҫыл газ. 1898 йылдаһауанан шыйыҡ водород, кислород, аргон һәм углекислый газ сығарған ваҡытта асыҡланған.

Неон 1898 йылдың июнендә инглиз химиктары Уильям Рамзай һәм Морис Траверс тарафынан табылған. Улар кислород, азот, аргон һәм һауаның ауыр компоненттарын шыйығайтҡандан һуң инерт газ тороп ҡалыуы асыҡлай. 1910 йылдың декабрендә француз уйлап табыусыһы Жорж Клод неон тултырып газлы лампа булдыра.

Этимологияһы

Атамаһы грекса neon — яңы тип тәржемә ителә.

Элементҡа Рамзайҙың ун өс йәшлек улы Вилли исем биргән тигән риүәйәт бар, ул атаһына лат. novum (яңы) тигән исем бирергә тәҡдим иткән. Атаһына был идея оҡшай, тик ул грек синонимына ярашлы neon исеме матурыраҡ яңғыраясаҡ тип һанап, шуны ҡалдыра.

Таралыуы

Йыһанда

Донъя материяһында неон тигеҙ бүленмәгән, әммә Ғаләмдә таралыуы буйынса ул бөтә элементтар араһында бишенсе урында тора — массаһы буйынса 0,13 %-ҡа яҡын. Ҡояшта һәм башҡа ҡыҙыу йондоҙҙарҙа, газ томандарында, Ҡояш системаһында булған гигант планеталар: Юпитер, Сатурн, Уран, Нептун атмосфераларында ҙур концентрация күҙәтелә. Күп кенә йондоҙҙар атмосфераһында неон водород һәм гелийҙан һуң өсөнсө урынды биләй

Ер ҡабығында

Икенсе осор бөтә тотороҡло элементтарҙан неон — Ерҙә иң әҙ таралғаны. 18-се төркөм сиктәрендә ер ҡабығы йөкмәткеһендә аргон һәм гелийҙан ҡала өсөнсө урынды биләй . Ҡайһы бер газ томанлыҡтарында һәм йондоҙҙарҙа неон ерҙәгенән күп тапҡыр картығыраҡ.

Неон лампалар маяҡтарҙа һәм аэродромдарҙа сигналдар өсөн ҡулланыла, сөнки уларҙың ҡыҙыл төҫөн томан һәм ҡараңғылыҡ бик ҡаплай алмай.

Ҡулланыу

Неон 
«Неон» вывеска

Шыйыҡ неонды криоген ҡоролмаларҙа һыуытыусы сифатында файҙаланалар. Элегерәк неон сәнәғәттә инерт мөхит булараҡ ҡулланылған, ләкин хәҙер арзаныраҡ аргон менән алыштырған. Неонды газ лампаларында, радио йыһаздарындағы сигнал лампаларында, фотоэлементтарҙа һәм турайтҡыстарҙа ҡулланыла. Неон һәм гелий ҡатнашмаһы газ лазерҙарында (гелий-неон лазеры) эшсе мөхит булараҡ ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Неон// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 17-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Tags:

Неон СимволыНеон ТарихыНеон ТаралыуыНеон ИҫкәрмәләрНеон ӘҙәбиәтНеон ҺылтанмаларНеонЛатин телеМенделеевтың периодик таблицаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

АҡмуллаМәҙәниәт хеҙмәткәре көнөКатолик сиркәүеКөйшәүселәрҠояш торошоФранцияЕнси актУраҙаБөйөк Константин IДжо БайденЙәһүд автономиялы өлкәһеПеруАҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улыҒәззәЫрымбур өлкәһеФлагТаганрог кондитер фабрикаһыНамаҙАмазонкаларБашҡорт шәжәрәһеGoogleЯһалма интеллектИбн Хордадбех23 мартЮлдашбаев Юлай Хәйрулла улыYouTubeАмбрас ҡәлғәһеГрузин аш-һыуыЛондонНью-Йорк (штат)Тайвань (утрау)ВикиКонго Демократик РеспубликаһыЛара ФабианГданьскИталияЙондоҙҙарВикипедияХанлыҡНазаров Павел СтепановичИзге Рим империяһыДиего МарадонаЖюль ВернДор ШабашевицОльштынБемольШарль де ГолльФутболИордания4 сентябрьЗәңгәр2003 йыл🡆 More