Яңауыл Районы

Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район.

Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².

Яңауыл районы
Яңауыл районы
Флаг[d]
Яңауыл РайоныЯңауыл Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Яңауыл Районы Рәсәй
Административ үҙәк Яңауыл
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 44 911 кеше (2017)
Сиктәш Тәтешле районы, Борай районы, Краснокама районы, Ҡалтасы районы, Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы
Майҙан 2094 км²
Почта индексы 4529ХХ
Рәсми сайт yanaul.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34760
Яңауыл Районы Яңауыл районы Викимилектә

2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .

109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.

Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы). Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 66 200
1959 64 399
1970 63 551
Йыл Халыҡ һаны
1979 53 722
1989 48 572
2002 22 861
Йыл Халыҡ һаны
2010 48 134
2017 44 911
2018 44 360
Йыл Халыҡ һаны
2019 43 870
    Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса (2010): башҡорттар — 43,3 %, татарҙар — 22,8 %, удмурттар — 14,1 %, урыҫтар — 11,7 %, марыйҙар — 6,9 %, башҡа милләттәр — 1,2 %.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Яңауыл Районы Билдәле шәхестәреЯңауыл Районы Халыҡ һаныЯңауыл Районы ИҫкәрмәләрЯңауыл Районы ӘҙәбиәтЯңауыл Районы ҺылтанмаларЯңауыл РайоныБашҡортостанПермь крайыРус телеУдмурт РеспубликаһыЯңауыл

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Лос-АнджелесХәйбулла районыГәрәев Муса Ғайса улыМоро ислам азат итеү фронтыСатурн (планета)Ричард I Арыҫлан ЙөрәкУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыҮҫемлектәрАҡмуллаБашҡорттар24 ғинуарБашҡорт Википедияһы1884 йылМикрокредитлауXVIII быуатЯпонияның милли парламент китапханаһыАдольф ГитлерБилл ГейтсСалауат Юлаев музейыҠылымСыуаштарТанзания1873 йылЕсенина Татьяна СергеевнаКәбиров Артур Зиннур улыОтто фон Бисмарк14 ноябрьКилешВаҡытБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеСиләбе өлкәһе25 апрельЭтИсламБөжәктәрМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы26 майҒәйнәӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыАмерика Ҡушма ШтаттарыТверь21 февральДинамоБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыОҙон көйЭрзә телеГеорг Вильгельм Фридрих ГегельКүбәләк (ырыу)АнтарктидаБәрәңгеБашҡорт балыҠалаАстрономияГеографик координаталарӘстәғәфируллаһҠушма һөйләмЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыТау эшеНилБашҡортостан күлдәреМетаболизмӨфөАлмаш (һүҙ төркөмө)Япон телеӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы🡆 More