Ҡалтасы Районы

Ҡалтасы районы (рус. Калтасинский район) Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан район.

Үҙәге - Ҡалтасы ауылы.

Ҡалтасы районы
Ҡалтасы районы
Флаг[d]
Ҡалтасы РайоныҠалтасы Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Ҡалтасы Районы Рәсәй
Административ үҙәк Ҡалтасы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 22 634 кеше (1 ғинуар 2019)
Сиктәш Яңауыл районы, Борай районы, Дүртөйлө районы һәм Краснокама районы
Майҙан 1548,35 км²
Почта индексы 4528ХХ
Рәсми сайт kaltasin.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34779
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Калтасинском районе[d]
Ҡалтасы Районы Ҡалтасы районы Викимилектә

Географик урыны

  • Район биләмәләре Тере Танып һәм Беүә йылғалары араһында ята. Дөйөм алғанда, климаты йылы, уртаса дымлы. Урман зонаһында ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар 60308 гектар майҙан биләй.
  • Ҡалтасы ауылы Өфө ҡалаһынан 210 км, Яңауыл тимер юл станцияһынан 50 км, Нефтекама ҡалаһынан 40 км йыраҡлыҡта урынлаша. Төньяҡта - Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта — Краснокама райондары менән сиктәш.
  • Район аша республика әһәмиәтендә ӨфөБөрөНефтекама автомагистрале үтә.
  • Район ерҙәре буйлап Тере Танып, Гәрәй, Кейебәк, Ҡалтасы, Тиктәм, Кәлтәй, Урья, Әмзә, Березовка йылғалары һәм 119 шишмә, бәләкәй йылғалар аға. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 469.7 км, шул иҫәптән Тере Танып йылғаһы — 37 км. Йылға-һыу фондының дөйөм майҙаны 66 гектар.
  • Район территорияһында 17 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 23.2 гектар.
  • Районда нефть, кирбес-керамзит сырьеһы, ҡом ятҡылыҡтары өйрәнелгән.

Билдәле шәхестәр

  • Алеев Виталий Шамшеевич (10.11.1948), совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Ҡалтасы ауылынан.
  • Беляев Николай Ильич (13.02.1903—28.10.1966), совет хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1952—1960 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы. 1955—1958 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары, 1957—1960 йылдарҙа Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Күтәрем ауылынан.
  • Иҫәнбаев Николай Иҫәнбай улы (27.02.1929), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
  • Панфилов Александр Вячеславович (3.06.1959), хәрби эшмәкәр, ғалим-инженер, генерал‑майор (2007). 1986—1987 йылдарҙа Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә һәм 1999—2004 йылдарҙа Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Надеждин ауылынан.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 47 011
1959 47 044
1970 71 494
Йыл Халыҡ һаны
1979 32 743
1989 27 705
2002 28 881
Йыл Халыҡ һаны
2010 26 268
2017 23 613
2018 23 063
Йыл Халыҡ һаны
2019 22 634

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Ҡалтасы Районы Географик урыныҠалтасы Районы Билдәле шәхестәрҠалтасы Районы Халыҡ һаныҠалтасы Районы ИҫкәрмәләрҠалтасы Районы ҺылтанмаларҠалтасы РайоныБашҡортостанРус телеҠалтасы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Йоһанн Вольфганг фон ГётеИраҡКарфаген14 февральБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреФлоридаТарих1988 йылКонгресс китапханаһыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыСтокгольм22 февральАрхеология9 ноябрьМария-АнтуанеттаАсыҡ контентУкраинаБашҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығыОктябрь Революцияһы орденыАбай ҠонанбаевЯпонияМагнит ҡырыКавказИнженерлыҡ эшеҺауа торошо1959 йылИнтернетЭске тулайым продуктАҡмуллаБашҡортостандың халыҡ шағирыТанау28 март1995 йыл24 июньЧечен РеспубликаһыБашҡорттарАлмаш (һүҙ төркөмө)АвгустДонецк Халыҡ Республикаһы2016 йылКислородАмстердамБашҡорт энциклопедияһыЛабораторияҠуҡрауыҡ шарлауығыАнглия30 майҮтәғолов Зөбәй Төхвәт улыШиғыйҙар28 февральБлогДетройтАҡмесджитҒәрәбстан ярымутрауыУрыҫ теле«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалыТултырыусыПарфия батшалығыХәбиров Фәрит Барый улыЭякуляцияҠырымАят әл-КурсиАбдуллин Азат Хаммат улыКамалов Ринат Әлтәф улыISO 4217🡆 More