Элис Энн Манро (шулай уҡ Мунро, ингл. Alice Ann Munro; 10 июль 1931, Канаданың Онтарио провинцияһы Уингем ҡалаһы) — Канада яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (2013) һәм халыҡ-ара Букер премияһы (2009) лауреаты, Канаданың нәфис әҙәбиәт өлкәһендәге генерал-губернатор премияһы менән өс тапҡыр бүләкләнгән, О.Генри премияһының өс тапҡыр лауреаты һәм Китап тәнҡитселәре милли даирәһе премияһы лауреаты.
Элис Манро | |
ингл. Alice Munro | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[…] |
---|---|
Гражданлыҡ | Канада[…] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Alice Ann Munro |
Тыуған көнө | 10 июль 1931[…] (92 йәш) |
Тыуған урыны | Уингем[d], North Huron[d], Гурон[d], Онтарио[d], Канада[…] |
Хәләл ефете | билдәһеҙ һәм Gerald Fremlin[d] |
Туған тел | инглизсә |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | яҙыусы, сценарий яҙыусы, романист, новеллист, журналист |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәби эшмәкәрлек[d] һәм проза |
Уҡыу йорто | Университет Западного Онтарио[d] |
Әүҙемлек урыны | Клинтон[d] |
Ойошма ағзаһы | Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Король әҙәби йәмғиәте[d] |
Жанр | хикәйә |
Йоғонто яһаусы | Джон Хойер Апдайк[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Элис Манро Викимилектә |
Манро фермер Роберт Эрик Лейдлоу менән мәктәп уҡытыусыһы Энн Кларк Лейдлоу ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағынан яҙыша башлай. Тәүге хикәйәһен 1950 йылда Көнбайыш Онтарио университетында уҡығанда баҫтыра. Был ваҡытта ул официант булып эшләй. 1951 йылда университетты ташлай (1949 йылдан инглиз теле буйынса махсуслашҡан була), Джеймс Манроға кейәүгә сыға һәм Ванкуверға күсә. Өс ҡыҙҙары тыуа (Шейла, Кэтрин һәм Дженни, 1953, 1955 һәм 1957 йылғылар), әммә Кэтрин донъяға килгәс 15 сәғәттән мәрхүм була. 1963 йылда ғаилә Викторияға күсә, бында улар «Манро китаптары» тигән китап магазины аса. 1966 йылда тағы бер ҡыҙҙары була, уға Андреа тип исем ҡушалар. Элис Манро менән Джеймс 1972 йылда айырылыша. Элис Онтариоға ҡайта. 1976 йылда географ Джеральд Фремлинға бара. Улар Клинтон эргәһендәге фермала йәшәй башлай, һуңыраҡ ҡабат ҡалаға күсәләр.
Элис Манроның «Бәхетле шәүләләр бейеүе» тигән тәүге йыйынтығы (1968) юғары баһа ала, уның өсөн Манро Канаданың иң абруйлы әҙәби бүләге булған генерал-губернатор премияһына лайыҡ була.
1978 йылда «Ә кем һуң әле һин?» тигән йыйынтығын баҫтыра, уның өсөн Элис генерал-губернатор премияһы менән икенсе тапҡыр бүләкләнә. 1979—1982 йылдарҙа Австралия, Ҡытай һәм Скандинавия буйлап ижади сәфәрҙәрҙә йөрөй. 1980 йылда Манро Британ Колумбияһы университетында һәм Кливсленд университетында яҙыусы-резидент вазифаһын биләй. 1980-се һәм 1990-сы йылдарҙа Манро яҡынса дүрт йыл һайын бер йыйынтыҡ сығарып тора. 2002 йылда ҡыҙы Шейла Манро бала сағы һәм әсәһенең тормошо тураһында мемуарҙарын нәшер итә.
2009 йылда яҙыусыға Букер премияһы бирелә.
2013 йылда Элис Манроға «хәҙерге заман хикәйә оҫтаһына» тигән формулировка менән әҙәбиәт буйынса Нобель премияһын тапшыралар. Ул ошо премияны алған беренсе Канада яҙыусыһы була.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Элис Манро, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.