Умыртҡалылар (лат. Vertebrata) — умыртҡалығы булған хордалыларҙың ярым тибы.
Хордалыларҙың 95 % тирәһе төрөн үҙ эсенә ала.
Умыртҡалылар | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Vertebrata Cuvier, 1812 | |||||||||||||||||
Инфратип | |||||||||||||||||
| |||||||||||||||||
|
Умыртҡалылар бөжәктәр менән бергә, Ер йөҙөндә өҫтөнлөк итеүсе хайуандар төркөмө.Төр һаны буйынса бөжәктәрҙән ныҡ ҡалышһалар ҙа, биосфералағы әһәмиәте буйынса алдынғы урын биләйҙәр.
Башҡа хайуандарҙың бөрәһен дә умыртҡаһыҙҙар тигән йыйылма төркөмгә керетәләр. Умыртҡаһыҙҙар атамаһы систематик категория (таксон) түгел.
Умытҡалылар — төҙөлөш һәм физиологик яҡтан юғары үҫеш алған хордалыларҙың ярым тибы.
Умыртҡалыларҙа ултыраҡ тереклек иткән төр юҡ. Улар әүҙем хәрәкәт итәләр, аҙыҡ табыу өсөн һунар итәләр, үрсеү өсөн үҙ төрө эсендә икенсе енесле зат табалар.
Умыртҡалыларҙың һиҙеү ағзалары ҡатмарлашҡан. Ишетеү һәм күреү ағзалары камиллашҡан. Мускулдарҙың күп һанлы төркөмдәре хайуандарҙың хәрәкәтсәнлеген тәьмин итә. Хәрәкәтсәнлек парлы ослоҡтар ярҙамында башҡарыла. Йомоҡ ҡан тамырҙары системаһы буйынса ҡанды йөрөткән йөрәк барлыҡҡа килгән. Һыу хайуандарының һулыш алыуҙа айғолаҡтар, ер хайуандарында ысын үпкәләр ярҙамында башҡарыла. Башһөйәклеләр һыуҙа, ҡоро ерҙә йәшәйҙәр. Айырым бер өлөшө һауала осоуға һәм ер аҫтында йәшәүгә яраҡлашҡан. Башһөйәклеләр, йәки умыртҡалылар инфратибына
Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Умыртҡалылар, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.