Биология Енес

Биологик енес — репродуктив үҙенсәлектәр буйынса организмдың  айырмаһы. 

Биология Енес
Ҡырғауыл: һул яҡтан — инә, уң яҡта — ата

Ике биологик төр ҡабул ителгән: ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, әммә тәбиғәттә өс төрлө үрсеү юлы бар: изогамия, гетерогамия, оогамия. Бөтә осраҡтарҙа ла енес күҙәнәктәре яңы организмға тормош биреү маҡсатында бергә ҡушылыр өсөн һәр төрлө генетик мәғлүмәт ярҙамында барлыҡҡа килә.  

Енси диморфизм

Енси диморфизм ( бор. грек. δι- ике, μορφήμορφή — форма) — бер үк биологик төргә ҡараған инә һәм ата енестәре араһындағы анатомик айырма. Енси диморфизм физик билгеләрҙә күренеүе ихтимал. Мәҫәлән:

  • Сәс ҡатламы. Ир-аттарҙың һаҡалы, арыҫландың йәки бабуиндың ялы бар.  
  • Төҫ. Ҡоштарҙың ҡанаттары, бигерәк тә өйрәктәрҙеке төҫтәргә бай.
  • Тире. Боландарҙың мөгөҙө, әтәстәрҙең кикреге кеүек өҫтәмә ҡатлам.
  • Тештәр. Ата һинд филенең  һуҡҡы теше, морж һәм ҡабандарҙың ҙур ҡаҙыҡ теше була. 

Енси диморфизм — дөйөм биологик күренеш. Ул төрлө енесле хайуандар һәм үҫемлектәр араҙында киң таралған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа енси диморфизм хужаларына асыҡтан-асыҡ зыян килтереүсе һәм йәшәү һәләтен кәметеүсе билдәләрҙең үҫешендә сағыла. Улар, мәҫәлән, күп ата ҡоштарҙың биҙәктәре һәм сағыу төҫө, ожмах ҡошоноң, лирағойроҡтоң осоуға ҡамасаулаусы оҙон ҡойроҡ ҡауырһындары. Көслө ҡысҡырыуҙар һәм йырлау, ата йәки инә ҡоштоң көслө еҫе йыртҡыстарҙың иғтибарын йәлеп итеп, уларҙы хәүефле хәлгә ҡуйырға мөмкин. Бындай һыҙаттарҙың үҫеше тәбиғи һайлаймыш күҙлегенән аңлайышһыҙ булып тойола. Уларҙы аңлатыу өсөн Дарвин 1871 йылда енси һайлап алыу теорияһын тәҡдим итә. Дарвин заманында уҡ был теория бәхәстәр тыуҙыра. Был дарвин тәғлимәтенең иң көсһөҙ нөктәһе, тигән фекерҙәр күп тапҡырҙар әйтелә.

    Енси диморфизм и популяцияның репродуктив структураһы

Енси диморфизм популяцияның репродуктив төҙөлөшө менән бәйле булырға тейеш: ҡәтғи моногамияларҙа ул минималь, сөнки моногамдар енестәрҙең махсуслашыуын организм кимәлендә генә ҡуллана, әммә популяцияла түгел, ә дифференциацияның өҫтөнлөктәрен тулыһынса файҙаланған панкмикт төрҙәрҙә һәм полигамияларҙа, полигамия дәрәжәһе менән арта.

    Полиандрияла енси диморфизмды кире ҡағыу

Инә заттар бер нисә ата зат менән парлашҡан полиандрия умыртҡаһыҙҙарҙа, балыҡтарҙа, ҡоштарҙа,һөтимәрҙәрҙә осрай. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына енси диморфизмдың кире яҡтары күҙәтелә (инә заттар аталарға ҡарағанда ҙурыраҡ, сағыуыраҡ төҫтә, ата заттар оя ҡора, йомортҡа баҫалар һәм балалар тураһында хәстәрлек күрә, инә зат өсөн көрәш юҡ). Был күренеш эму, төҫлө бекастарҙа бар.

Умыртҡалылар

Умыртҡалыларҙа енес билдәләү төрлө төрҙәрҙә төрлөсә була. Кешелә һәм күп хайуандарҙа енес генетик яҡтан билдәләнә, башҡа төрҙәрҙә уны тирә-яҡ мөхит факторҙары һәм инә ҡарынындағы үҫеш барышында гормональ кимәл менән билдәләргә мөмкин.

Эволюция барышында енес организмдарҙың төрлө төркөмдәрендә үҙ аллы барлыҡҡа килгән. Төрлө төрҙәрҙә енестәрҙең айырмаһы йыш ҡына көтөлмәгән булғанлыҡтан, енес киң таралған иң мөһим һыҙат — етештерелгән гаметаларҙың төрө менән билдәләнә (ата заттарҙа сперматозоидтар йәки инә заттарҙа түл күҙәнәк).

Ата зат

Ата зат — тере организм формаһы, ул ваҡ, хәрәкәтсән гаметалар — сперматозоидтар етештерә. Аталаныу процесында сперматозоидтар ҙурыраҡ инә гамета йәки түл күҙәнәге менән берләшә. Ҡайһы бер организмдар енси һәм енси булмаған юл менән үрсей алһа ла, күп ата заттар инә заттан кәм тигәндә бер түл күҙәнәге алмайынса үрсей алмай.

Ата заттың үҙ төрө эсендәге төп роле — репродуктив функция башҡарыу, йәғни енси күҙәнәктәрендәге (сперматозоид) генетик мәғлүмәтте инә зат формаһындағы енси күҙәнәктәренә (мәҫәлән, йомортҡаға) тапшырыу. Бынан тыш, тере организм төрөнә ҡарап, ата заттың роле: уның төрө вәкилдәрен яҡлау, биләмәне һаҡлау, төркөм менән етәкселек итеү, ресурстар табыу, тоҡомдарҙы тәрбиәләү һәм башҡалар.

Инә зат

Инә зат — тере организм формаһы, үҙ төрөнә инә енси характеристикаға эйә һәм ир-ат (ир-ат) формаһынан енси диморфизм (енес ағзалары төҙөлөшө айырмаһы, икенсел енси характеристика, һөлдә һ. б.) менән айырыла.

Популяцияла инә заттарҙың биологик роле бик күп төрлө. Тере организм төрөнә ҡарап, инә заттың роле: үҙ төрө вәкилдәрен яҡлау, биләмәне һаҡлау, төркөм менән етәкселек итеү, ресурстар табыу, тоҡомдарҙы тәрбиәләү һәм башҡалар. Бынан тыш, инә заттың үҙ төрө эсендәге бурыстарының береһе — репродуктив функция башҡарыу , йәғни ата заттың енси күҙәнәктәрендәге генетик мәғлүмәтте (сперматозоидтар) инә енси күҙәнәктәренә (мәҫәлән, түл күҙәнәге) алыу.

Бөжәктәр

Биология Енес 
Дрозофила: һул яҡтан — инә (XX), уң яҡта — ата (XY)

Бөжәктәр төрлө енесле.

Бал ҡорттары, күбәләк, талпан кеүек бөжәктәрҙә аталанған йомортҡанан инә, аталанмағандан ата енесле үҫешә. Инә заттың репродуктив органдары, ҡағиҙә булараҡ, парлы түллектәрҙән һәм ян-яғы буйлап һуҙылған түл юлынан тора, улар еңсәгә ҡушылған бер парһыҙ юлға берләшәләр. Инә заттарҙа орлоҡ алғыс һәм өҫтәмә енси биҙҙәре бар. Ата заттарҙың ян-яғынан һуҙылған орлоҡ юлы булған 2-шәр орлоҡ биҙе бар. Аҫҡы өлөшөндә орлоҡ юлдары киңәйә һәм сперматозоидтарҙы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән орлоҡ ҡыуыҡтары барлыҡҡа килә. Орлоҡ юлдары ҙурайтыуға йәки һуҙылыуға һәләтле дөйөм каналға берләштерелә. Өҫтәмә биҙҙәр аталыҡ орлоҡсаһын секрециялайҙар.

Бөжәктәрҙә аталанған йомортҡаларҙан (бал ҡорттарында һәм башҡаларҙа), талпандарҙа, өйрөлмәктәрҙә инә заттар (йәки инә заттар һәм ата заттар) барлыҡҡа килә, ә аталанмаған йомортҡаларҙан тик ата заттар ғына үҫешә.

Биология Енес 
Күбәләк.  Papilio androgeus.

Гинандроморфизм

Гинандроморфизм — организм үҫешендәге аномалия, организмдың ҙур өлөштәрендә генотип һәм төрлө енес билдәләре булыуы менән сағыла. Ул, мәҫәлән, күп бөжәктәрҙәге кеүек, енси хромосомалар йыйылмаһы организмдың ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ күҙәнәктәрендә булыу һөҙөмтәһе булып тора. Гинандроморфизм енси хромосомаларҙың күҙәнәктәр араһында йомортҡаның өлгөрөп етмәүе, уның аталаныуы йәки ваҡланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Гермафродитизм

Гермафродитизм ( Грек мифологияһындағы  Гермафродита исеменән, грек. Ερμαφρόδιτος) — бер юлы төрлө енестәрҙең билгеһе булыуы.

Тәбиғи гермафродитизм: ҡайһы бер  хайуандарға (балыҡтарға) һәм үҫемлектәргә хас күренеш.  Аномаль (патологик) гермафродитизм: төрлө енеслеләр төркөмөндә осрай торған генетик тайпылыш.

Биология Енес 
Coris julis, инә стадияһы
Биология Енес 
Coris julis, ата стадияһы

Үҫемлектәрҙең енесе

Үҙемлектәр араһында енесле һәм енесһеҙ юл менән үрсеүсе төрҙәр була. Юғары үҫемлектәрҙең енси үрсеүен тасуирлағанда йыш ҡына «бер өйлөлөк» һәм «ике өйлөлөк» терминдары ҡулланыла. Бер өйлө үҫемлектәрҙә сперматозоидтар һәм түл күҙәнәктәре (юғары үҫемлектәр өсөн, күп осраҡта оогамия) бер үҫемлектә, ике өйлөләрҙә — төрлө үҫемлектәрҙә барлыҡҡа килә.

Енестәр нисбәте

Заттар нисбәте — айырым енесле популяцияла ата заттарҙың һаны инә заттар һанына нисбәте.

Енестәр нисбәте, енси диморфизм менән бер рәттән, айырым енесле популяцияның мөһим характеристикаһы булып тора. Ғәҙәттә 100 инә затҡа күпме ирҙәр тура килгәне менән сағыла. Онтогенез стадияһына ҡарап беренсел, икенсел һәм өсөнсөл енес нисбәттәре айырыла. Беренсел — аталаныуҙан һуң зиготтарҙа енси нисбәт; икенсел — тыуғанда енси нисбәт һәм, ниһайәт, өсөнсөл— үрсергә һәләте булған организмдарҙың енси нисбәте.

 Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  1. Астауров. Б. Л., Генетика пола, [М], 1966
  2. Бреславец Л. П., Определение и наследственность пола у высших растений, Сер. 2", 1934, № 6
  3. Дерягин Г. Б. Криминальная сексология. Курс лекций для юридических факультетов. М., 2008. 552. с. ISBN 978-5-93004-274-0.
  4.  Лобышев М.Е., Генетика, 2 изд., Л., 1967.
  5.  Рыжков В. Л., Генетика пола, [Хар.], 1936.

Һылтанмалар

  • [ Пол] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Tags:

Биология Енес Енси диморфизмБиология Енес УмыртҡалыларБиология Енес БөжәктәрБиология Енес ГермафродитизмБиология Енес Үҫемлектәрҙең енесеБиология Енес Енестәр нисбәтеБиология Енес  ИҫкәрмәләрБиология Енес ӘҙәбиәтБиология Енес ҺылтанмаларБиология Енес

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Билл Гейтс1922 йыл2017 йылБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыКомиксБашҡортостан тарихыТау эшеБашҡорт дәүләт академия драма театры19 августДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыДжимми УэйлсБронза быуатыМиңлеханов Рөстәм Нурғәли улыЯпонияБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреТанзиматАнглияБәрәңгеДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыСыуаштарМәҙрәсәНилЯлан кантоныБашҡортостан байрамдарыXII быуатСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)МакроиҡтисадНаполеон IАмерика Ҡушма ШтаттарыИмам майҙаныРус телеХристианлыҡКәкүкБөйөк Ватан һуғышыИсламда фәрештәХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыТикеев Данис Солтан улыСәғитов Әхәт Ҡәйүм улыЭль-НиньоБашҡортостан РеспубликаһыСловакияҠошсоБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыАһалтәкә атыМакедон телеИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыОперацион системаБеляев Павел ИвановичМамыҡ ҡанатлыларХәсән НазарИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыТуйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы6 ноябрьҠадир ДаянЭякуляция2 августФредерик ШопенОкеанияЙондоҙҙарРостов Арена🡆 More