Әл-Аҡса Мәсете

Әл-Аҡса мәсете — алыҫтағы мәсет) — Иерусалимда, әл-Харам әл-Ҡудс әш-Шәриф (ғәр.

Мәсет
Әл-Аҡса
ғәр. المسجد الاقصى
Әл-Аҡса Мәсете
Әл-Аҡса мәсете күренеше
Ил Фәләстин Дәүләте Фәләстин Дәүләте
Регион Иордан йылғаһының көнбайыш яры
Ҡала Иерусалим
Адресы Иҫке ҡала
Мәсет төрө таш
Архитектура стиле Ислам архитектураһы
Төҙөлөштө башлаусы Ғүмәр ибн Хаттаб
Төҙөлөү датаһы 705
Төп даталары:
619 йыл — Исра һәм Мирадж
754 йыл — хәлиф әл-Мансур яңыртып төҙөй
780 йыл — хәлиф әл-Махди яңыртып төҙөй
1033 йыл — Али аз-Зиһир яңыртып төҙөй
1969 йылмәсет яндырыла
Статус исламдың өсөнсө изге урыны
Вместимость 5 000 артығыраҡ
Көмбәҙҙәр һаны 1
Манаралар һаны 1
Материал Эзбизташ (тышҡы стеналары, манараһы, фасады) сталактит (манараһы), алтын, ак ҡурғаш һәм таш (көмбәҙ), аҡ мәрмәр (эске колонналары) һәм мозаика
Торошо ғәмәлдә

Мәккәләге Мәсджид әл-Харам мәсетенән һәм Мәҙинәләге Мәсжид ән-Нәбәүи мәсетенән ҡала, Исламдың өсөнсө иң изге урыны. Мәсеттә бер юлы 5000 кеше ғибәҙәт ҡыла ала.

Әл-Аҡса Мәсете
Әл-Аҡса мәсете

Миғраж кисе

Исламда был урын Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әл-Ҡудсиҙа булып, күккә ашыуы, төнгө сәйәхәте менән бәйле. Был Уның Мәккәләге осоронда миләди 619 йыл тирәһендә булған.

Әл-Аҡса Мәсете
Миғраж көмбәҙе, Әл-Ҡудс (Иерусалим).

Бер төндә Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмгә Ябраил фәрештә килә һәм Бураҡ тигән атта Әл-Ҡудсиға (Иерусалимға) барырға ҡуша. Бураҡ Пәйғәмбәрҙе Фәләстингә Әл-Ҡудсиға килтерә. Бында Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса һәм Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша һәм уларҙ менән йәмәғәт намаҙы уҡый, шунда имам була. Ҡөрьәндә әйтелгән кәрәмәт ошо хаҡта тип фараз итәләр (17:60) әйтеүҙәренсә, Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмгә Ҡәғбәтулла янында Уға Аллаһ Әл-Ҡудсины күрһәткән. Был ваҡиғаны Ҡөрьәндәге сүрә лә раҫлай.

әл-Исра сүрәһе:

« Үҙ ҡолон төндә «Харам мәсет»тән Беҙ аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә-яғын бәрәкәтле иткән «Йыраҡ мәсет»кә күсергән затҡа дан! Ул, ысынлап та, ишетеүсе, күреүсе!
Әл-Исра 17:1
»

Тәфсирҙәрҙә аңлатылыуынса, бында һүҙ Мәккәләге Харам-Мәсет — Әл-Харам мәсете, ә «Йыраҡ мәсет» тигәне Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете тураһында бара.

Ошо төнгө сәфәренән Мөхәммәт Пәйғәмбәр намаҙ тураһында үәхи алып ҡайта

Тәре һуғыштары

Тәре йөрөтөүселәр Иерусалимды 1099 йылда баҫып алғас, мәсетте сиркәү һәм һарай итеп файҙаланғандар, әммә Сәләх әд-Дин уны азат иткәндән һуң мәсет яңынан эшләй башлаған.Тамплиер ордены тәре йөрөтөүселәренең штаб-квартираһы та ошонда урынлашҡан булған. .

Мәсет тарихынан

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб төҙөткән ғибәҙәтхана башта бәләкәй генә булған. Яйлап ҙурайтыла барған. 746, 1033 йылдарҙа мәсет ер тетрәү арҡаһында тулыһынса емерелгән, мәгәр яңынан аяҡҡа баҫтырылған. 1035 йылда Али әз-Зиһир икенсе мәсет төҙөткән, һәм әле лә шул мәсет һаҡлана, ваҡыт-ваҡыт реконструкция кисерә тора.

Бөгөн Иерусалимдың боронғо өлөшө Израилгә инә, әммә 1994 йылда Израиль менән Иордания араһында мәсет (бары тик мәсет кенә, ер аҫты коммуникациялары һәм ҡоролмалары инмәй) Иордания ҡарамағында һәм ҡурсыуында ҡала тип килешеү төҙөлгән.

Мәсет менән бәйле даими рәүештә йәһүдтәр менән фәләстиндәр араһында һуңғы ваҡыттарға тиклем низағтар сығып тора.

    1969 йылғы янғын

1969 йылдың 21 авгусында Австралияның бер протестант сектанты Майкл Деннис Рохэн әл-Аҡса мәсетенә күп итеп яғыулыҡ индереп, янғын сығара һәм ҡаса. Израиль янғын һүндереүселәре килеп етһә лә, мәсеткә ныҡ зыян килә. Сәләх әд-Диндең 800 йыллыҡ мөнбәре юҡҡа сыға, бинаның башҡа урындарында ла етди емереклектәр хасил була. М. Рохэнды тоталар һәм Израиль медиктары уны психик ауырыу тип таба 1974 йылда ул « гуманитар сәбәптәр» арҡаһында Австралияға оҙатыла, ул шунда психиатрик хастаханала үлә.

Мосолман донъяһында шау-шыу китә, быны йәһүдтәр ойошторған тип һанаусылар күп була, бәрелештәр, ҡан ҡойоштар булып ала.

Сәғүд Ғәрәбстаны короле Фейсал был ваҡиға менән файҙаланып 25 мосолман иленең башлыҡтарын Рабатта (Марокко) кәңәшмәгә йыя 1980 йылдың майында һәм 1981 йылдың апрелендә лә экстермистик төркөмдәр мәсетте яндырырға маташып ҡарай.

Буталсыҡ

Йыш ҡына туристар алтын көмбәҙле Ҡая көмбәҙе мәсетен (Куббат әс-Сәхрә) мәсетен әл-Аҡса менән бутап яҙып ҡуялар.Мәгәр тап ябай күренешле әл-Аҡса мәсете әһәмиәте буйынса Ислам донъяһында өсөнсө урында тора.

Әл-Аҡса мәсете. Иерусалим (әл-Ҡудс). Израиль

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Исра и Мирадж |[2] 2011 йыл 1 октябрь архивланған.
  • Пиотровский М. Б. Ал-Исра ва-л-Мирадж
  • Schrieke B.Isrāʾ|brillonline=isra-SIM_3251
  • Grabar O.al-Masd̲j̲id al-Ạkṣā.том=6

Tags:

Әл-Аҡса Мәсете Миғраж кисеӘл-Аҡса Мәсете Тәре һуғыштарыӘл-Аҡса Мәсете Мәсет тарихынанӘл-Аҡса Мәсете БуталсыҡӘл-Аҡса Мәсете ИҫкәрмәләрӘл-Аҡса Мәсете ӘҙәбиәтӘл-Аҡса МәсетеИерусалимҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Халыҡ-ара стандарт китап номерыГрейс Келли1799 йылИләкшиҙеДонъяға ҡарашҒосман империяһыБенджамин Франклин9 октябрьАвгустусбургНью-ЙоркМузыкаБранденбургНачальничевскаяБөйөк Британия (утрау)Башҡорт милли кейемеАҠШ долларыАлғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙыНатюрмортГордеев Михаил ВикторовичПермь крайыДонъя илдәре һәм территорияларыОдри ХепбёрнЕвропа берлегеМанилаМалакологияYouTubeВильсдруфСитдиҡ-МуллаМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Изге КитаптарНгахэды-ЯхаКитапханаМартин Лютер КингБөйөк француз инҡилабыСербияСиғандарФутбол буйынса Бразилия йыйылма командаһыАҙыҡБрахмапутраМарганецЯҡын Көнсығыш тарихыГаврило ПринципКалендарьҠолошев Урал Фәләх улыФизика2017 йылЧикагоМәскәү ҡунаҡханаһы (Сербия)Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улыДорис ЛессингОрхусАфродитаБашҡорт ВикипедияһыБухарин Николай ИвановичГеометрияГеорг Вильгельм Фридрих ГегельАнимизмСамоаАмазонкаЭдгар ПоАварҙар1836 йылМедведев Дмитрий АнатольевичСанскритМеңРәсәйҙең дәүләт символдарыНорвегияВайлдбериз (Wildberries)🡆 More