Wildberries Вайлдбериз

Wildberries (Вайлдбериз) (МФА:, (ингл.

«ҡырағай еләк») —кейем, аяҡ кейеме, электроника, балалар тауарҙары, йорт һәм башҡа тауарҙар халыҡ-ара интернет-магазины. Рәсәйҙә, АҠШ-та, Францияла, Италияла, Испанияла, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Әрмәнстанда, Польшала, Словакияла, Германияла, Израилдә һәм Молдовала эшләй.

Вайлдбериз
Тармаҡ Ваҡлап һатыу
Нигеҙләү датаһы 2001
Логотип
Нигеҙләүсе Татьяна Владимировна Бакальчук[d]
Дәүләт Wildberries Вайлдбериз Рәсәй
Ойошма ағзаһы Ассоциация компаний интернет-торговли[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы частная компания[d]
Совокупные активы 19 624 590 000 ₽ (2017)
Собственный капитал 1 697 147 000 ₽ (2017)
Дөйөм килем 118 700 000 000 ₽ (2018)
Чистая прибыль 428 253 000 ₽ (2017)
Операционная прибыль 1 558 183 000 ₽ (2017)
Рыночная капитализация 1 200 000 000 $ (февраль 2019)
Бойһонған ойошма (филиал) Wildberries[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мильково[d], Сельское поселение Развилковское[d], Ленин районы[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Мәскәү, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 20 000 кеше
Официальное приложение Wildberries[d]
Рәсми сайт wildberries.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 4290 һәм 29 900 ± 99
Wildberries Вайлдбериз Вайлдбериз Викимилектә

Күрһәткестәр

Компания мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Wildberries-та тауар әйләнеше 72 %-ҡа, 118,7 миллиард һумға күтәрелде. 2019 йылда әйләнеш 88 %-ҡа — 223,5 миллиард һумға тиклем. 2020 йылда әйләнеш 96 %-ҡа — 437,2 миллиард һумға тиклем үҫте.

2019 йылда рәсәй журналы Forbes компанияға нигеҙ һалыусы Татьяна Бакальчукты, эшен нулдән башлағандар һәм Рәсәй һәм донъя тормошон үҙгәрткән эшҡыуар-визионерҙар: «Рәсәйҙе аңлауҙы үҙгәрткән 15 бизнесмен» рейтингына индерҙе. Шул уҡ йылдың февралендә Forbes компания хаҡын 1,2 миллиард АҠШ доллары менән баһаланы (Рунетта 4-се урын). 2020 йылда Boston Consulting Group компанияһы WildBerries-ты халыҡ-ара технологик компанияларының — Mail.ru Group, Playrix, Яндекс, Тинькофф Банк һәм 1С менән бер рәттән, ИТ-ла донъя лидерына претенденттарының ТОП-100 рейтингына индерҙе. Apple компанияһы шулай уҡ Wildberries ҡушымтаһын, AppStore-ла 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, иң популяр ҡушымталар иҫәбенә индерҙе.

2016, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса, 2018, 2019 һәм 2020 йыл йомғаҡтары буйынса РФ-ның иң ҙур интернет-магазины рәтенә инде.

Тарихы

Wildberries Вайлдбериз 
Төмәндә компанияның офисы.

Интернет-магазинға 2004 йылда Владислав һәм Татьяна Владимировна Бакальчук н геҙ һала.

2012 йылда Wildberries Белоруссия рыногына сыға, 2014 йылда Ҡаҙағстандан заказдар ҡабул итә һәм тауар ташый башлай.

2015 йыл йомғаҡтары буйынса Wildberries рәсәйлеләрҙең популяр ватан интернет-магазины булып китә.

2016 йылдың беренсе яртыһында Wildberries РФ компаниялары араһында (интернет-магазиндары һәм офлайн-селтәрҙәр) онлайын-һатыу буйынса беренсе урынға сыға, һәм был уңышты компанияның тауарҙы сығара алырлыҡ үҙ пункттары һаны үҫеү менән бәйләйҙәр. Продажи интернет-магазина за весь 2016 год оценивались в 45,6 млрд рублей.

2017 йылдың сентябрендә Подольск янында компанияның Рәсәйҙә иң ҙур яңы бүлеү-таратыу үҙәген (145 мең кв. метрлыҡ).

2018 йылда интернет-магазин аҙыҡ-түлек һата башлай. Тогда же российский Forbes в очередном рейтинге самых дорогих компаний Рунета вновь определил ООО «Вайлдберриз» на четвёртое место, оценив его капитал в $602 млн. 2019 йылда Wildberries Рунеттың Forbes журанлы биттәрендә баҫылған иң ҡиммәтле компанияларының рейтингында дүртенсе урын алды. Эксперттар баһалауынса, 2019 йылда компанияның хаҡы 1,2 миллиард доллар тәшкил итте. Америка журналы Forbes 2019 йылда компанияға нигеҙ һалыусы Татьяна Бакальчукты «Иң күренекле яңы миллиардерҙар Топ-10 — 2019» рейтингына индерҙе. Компания мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Wildberries әйләнеше 72 %ҙа, 118,7 млрд һумға тиклем үҫте.

2019 йылдың 1 мартынан Wildberries голланд бренды Mexx-тың яңы коллекцияларын эксклюзив онлайн-һатыусы булды.

2019 йылда Рәсәйҙең иң ҙур мода һатыусыһы тип танылды.

2021 йылдың ғинуарында Wildberries-тың Германияла эшләй башлағаны билдәле булды. Был Wildberries эш башлаған унынсы ил ине — 2019 йылда маркетплейс Польшаға, Словакияға, Украинаға һәм Израилгә барып етте.

2021 йылдың июнендә сервис тауар һатып алыуҙы кисектереп түләү йәки кредитҡа алыу мөмкинлегенә юл асты.

2021 йылдың 23 июлендә Украина президенты Зеленский Владимир Александрович Wildberries-ҡа ҡарата Украинала өс йылға санкция индереү Бойороғона ҡул ҡуйҙы. Компанияға нигеҙ һалыусы Татьяны Бакальчук, уның ире Владиславҡа һәм компания хеҙмәткәрҙәре Андрей Ревяшко һәм Алексей Кузменкоға ҡарата персональ санкция индерелде. Украина мәҙәниәт һәм мәғлүмәт сәйәсәте министры Александр Ткаченко Wildberries-ҡа, рәсәй хәрби формаһын һәм формы и товаров, используемых для "рәсәй пропагандаһы"нда файҙаланылған тауарҙарҙы һатҡан өсөн, сакция индерелеүен иғлан итте. Wildberries, Украинала һатыу күләме барлығы 0,01 % ҡына тәшкил иткәнлектән, был компанияның бизнесына йоғонто яһамауын тәфсир итте.

2021 йылда Forbes журналы Рәсәйҙең иң бай ғаилә кланы рейтингын төҙөнө, һәм бында Wildberries интернет-магазины хужалары Татьяна һәм Владислав Бакальчуктар ғаиләһе тәүге юлды биләне. По данным издания, их имущество оценивается в 13,1 миллиарда долларов.

Бизнес-модель

Wildberries бизнес-моделен онлайн-гипермаркет, универсаль формат магазины йәки маркетплейс (компания-партнёрҙар тауарҙарынан торған сауҙа майҙансығы) тип ҡылыҡһырлайҙар. Компания кейем етештереүселәр һәм рәсми дистрибьюторҙар менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итә. Улар интернет-магазиндарында тауар ассортиментын һәм хаҡтарын үҙ аллы формалаштыра, ә Wildberries сауҙа йомғаҡтары буйынса комиссиянан килем ала, при этом с октября 2019 года минимальная комиссия для поставщиков составляет 15 %. 2019 йылдың декабрендә интернет-магазин аша көн һайын 750 мең заказ яһалған.

Милек формаһы буйынса компания хосуси милек — Бакальчуктар ғаиләһенеке; инвестициялар йәлеп итмәй, үҙ аҡсаһына һәм үтескә алынған (заём) аҡсаға үҫеш бара. Forbes билдәләгәнсә, Wildberries — рәсәй интернет-баҙарында иң ябыҡ компанияларҙың береһе: уға нигеҙ һалыусы генераль директор Татьяна Бакальчук матбуға менән бәйләнешкә инмәй һәм рынок өсөн профиль булған сараларҙа ҡатнашмай (позднее, в интервью 2018 года Владислав Бакальчук заявил об активизации общения со СМИ).

Ойоштороу структураһында директорҙар советы юҡ, шулай уҡ бүлек һәм подразделениелар етәкселәре лә күп түгел: идара итеү структураһы ябай, уның стилен демократик характерлы тип тасуирлайҙар. Компанияла 20 мең кеше эшләй, шуларҙан баш офиста — 500-гә яҡын (үҙташыу (самовывоз) пункттары менеджерҙары һәм курьерҙары шулай уҡ компания хеҙмәткәрҙәре тип һанала). Автопаркта 150 машина (2018 йылдың мартына). РФ буйлап алып барып ҡуйыу (достака) Мәскәү өлкәһендәге үҙ логистик үҙәгенән һәм ҙур ҡалаларҙағы келәттәрҙән тормошҡа ашырыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Ассоциация компаний интернет-торговли

Tags:

Wildberries Вайлдбериз КүрһәткестәрWildberries Вайлдбериз ТарихыWildberries Вайлдбериз Бизнес-модельWildberries Вайлдбериз ИҫкәрмәләрWildberries Вайлдбериз ҺылтанмаларWildberries Вайлдберизru:Международный фонетический алфавитАмерика Ҡушма ШтаттарыБеларусьГерманияИзраиль дәүләтеИспанияИталияКейемМолдоваПольшаРәсәй ФедерацияһыСловакияФранцияҠаҙағстанҠырғыҙстанӘрмәнстан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТырҡышПруссияБронза быуатыКола (үҫемлек)Салауат Юлаев1978 йылБакиров Урал Насир улыФарсы телеГерман ГессеДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыКойпер билбауыБәләкәй БашҡортостанРимВакуум20 сентябрьСояВладимир (ҡала)КарцинологияМарк ТвенҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИран телдәреТанганьикаФинляндияБеренсе донъя һуғышыНьюстед аббатлығыӨлкөндө21 июльЛевантҠытай тарихыЙәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙыМәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улыXX быуатАксум батшалығыИсемЧжэн Хэ«Әсәлек даны» орденыҠанҠамәтБойҙайШәхсей-вәхсей8 июньҮрге Нөгөш мәктәбе1909 йылБөрйән районында мәғарифтың үҫешеMicrosoftЯпонияның милли парламент китапханаһыБашҡорттарGoogleСенегалГонконгФән1940 йылРумынияҠаҙағстанСан-ФранцискоМәҙинәСалауат (доға)Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улыСиреналарМонголдарБөйөк БританияҠомарлы уйын2016 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеПарижЛинней, КарлҠытайABBA🡆 More