Пәйғәмбәр Мөхәммәт

Мөхәммәт, бине Ғәбдуллаһ бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр.

Мөхәммәт
ғәр. أَبُو الْقَاسِمِ مُحَمَّدُ بْنُ عَبْدِ اللهِ بْنِ عَبْدِ الْمُطَّلِبِ
Рәсем
Зат ир-ат
Ҡыҫҡаса атамаһы محمد, Muḥammad, Mohammadu һәм Mahoma
Тыуған көнө 20 апрель 571
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 8 июнь 632 (61 йәш)
Вафат булған урыны Мәҙинә
Ерләнгән урыны аль-Худжрату ан-Набавийя[d]
Атаһы Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Әсәһе Әминә бинт Үәһәб
Хәләл ефете Хәҙисә бинт Хүвәйлид, Сәүҙә бинт Зәмғә, Хафса бинт Ғүмәр, Йүвәйриә бинт әл-Харис, Ғәйшә бинт Әбү Бәкр, Зәйнәб бинт Йәһеш, Сафия бинт Һүәй, Зәйнәб бинт Һүзәймә, Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә, Рәмлә бинт Әбү Суфьян, Рәйхана бинт Зәйед, Мәрйәм (әл-Кибтия) һәм Мәймүнә бинт Харис
Балалары Ғабдулла ибн Мөхәммәт[d], Ҡасим ибн Мөхәммәт[d], Ибраһим ибн Мөхәммәт[d], Зәйнәб бинт Мөхәммәт[d], Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы, Өммөгөлсөм бинт Мөхәммәт[d] һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
Нәҫеле Бану Хашим[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө көтөүсе, экспедитор, сауҙагәр, Пәйғәмбәрҙәр, дин өндәүсе, сәйәсмән, полководец
Уҡыусылар Әнәс ибн Мәлик, Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс, Уҡба ибн Әмир[d] һәм Зәйет ибн Сабит
Хөрмәтләү суффиксы Салауат
Социаль синыф ҡол биләүсе[d]
Монограмма
Һуғыш/алыш Мөхәммәттең ғазауаттары
Хәрби подразделение Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәскәре[d]
Милке Мөхәммәт мөһөрө
Ҡайҙа өйрәнелә Хәҙис ғилеме
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе монотеизм, ислам, Ҡөрьән һәм ислам дәүләте[d]
Менге хайуан Ҡасуа[d] һәм Йәғфур
Хеҙмәттәре тупланмаһы диоцез Таррагон музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Йөҙ ҡылдары Һаҡал
Ҡәбилә ҡорайыштар
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Muhammad
Пәйғәмбәр Мөхәммәт Мөхәммәт Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Пәйғәмбәр Мөхәммәт
Мөхәммәт мөһөрө
Пәйғәмбәр Мөхәммәт
Мәккә. Әл-Хәрәм мәсете

Мөхәммәт Пәйғәмбәр — Рәсүл

Бер мәл Мөхәммәт ﷺ Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә — Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡыҫып: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт ﷺ: «Мин бит уҡый белмәйем» — тип яуап ҡайтара. Ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән була. Ябраил фәрештә тағы ла берҙе: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт ﷺ иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә уны йәнә ныҡ итеп ҡыҫа һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың — Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» (Ҡөрьән, әл-Ғәләҡ («Уҡмашҡан ҡан») сүрәһе, 96:1-5). Бөйөк Ҡөрьән Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары ошо.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә үҙенең яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙергә ебәрелеүен әйтә

Пәйғәмбәр Мөхәммәт  Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

Әлү Ғимран 3:65—67
Пәйғәмбәр Мөхәммәт 

Исеме

Пәйғәмбәр Мөхәммәт 
Каллиграфик һәм ябай яҙыуҙа Мөхәммәт исеме

Мөхәммәт ﷺ исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөрьәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә, шулай уҡ уны Нәби, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм» (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎, ﷺ) тип) әйтәләр.

Биографияһы

Тыуған йылы һәм урыны — 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы.

Үлгән йылы һәм урыны — 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһы мәсетендә ерләнгән.

Ҡыҫҡаса хронология

  • 571 йылдың апреле — Мөхәммәт ﷺ Мәккә ҡалаһында донъяға килә.
  • 595 йыл — Хәҙисәгә өйләнә.
  • 613 йыл — Мөхәммәт ﷺ халыҡ араһында дәғүәт башлай.
  • 615 йыл — Мөхәммәт ﷺ тарафдарҙарының мәжүсиҙәрҙең эҙәрлекләүҙәренән Эфиопия (Хәбәшстан) ға ҡасыуы (үҙе Әбү Талип ҡурсыуында ҡала).
  • 619 йыл — Хәҙисә һәм Әбү Талип вафат була.
  • 622 йыл — Һижрәт, Мәҙинәгә күсенеү.
  • 623 йыл — Мосолмандар Мәккә каруандарына һөжүм итә башлайҙар.
  • 624 йыл — Мосолмандар Бәҙр янындағы мәккәлеләр ғәскәрен ҡыйрата.
  • 625 йыл — Үхүд һуғышы. Мосолмандар еңелеүгә осрай.
  • 626 йыл — Мәккәлеләрҙең һөжүме уңышһыҙ тамамлана.
  • 628 йыл — Тыныслыҡ килешеүе төҙөлә.
  • 629 йыл — Мөхәммәт ﷺ менән мосолмандар тыныс хаж ҡылалар.
  • 630 йыл — Мәҙинә Мөхәммәт ﷺ яғына күсә, Ҡәғбәлә булған һындар (поттар) емерелә.
  • 632 йыл — Мәккәгә Мөхәммәттең ﷺ һуңғы хаж ҡылыуы, 8 июнь — Мөхәммәт ҙең вафат булыуы.

Исламда Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ тотҡан урын

Ислам дине Мөхәммәт ﷺ башҡа 124 (йәки 224) Пәйғәмбәр булыуын таный, мәгәр Мөхәммәт барса пәйғәмбәрҙәрҙең тажы — нәби һәм рәсүл тип таныла.

Ул башҡаларҙан айырмалы рауешта (шул иҫәптән Ғайса Пәйғәмбәрҙән дә), айырым ҡалаға, ауылға йәки халыҡҡа тип түгел, ә ер йөҙөндәге һәммә халыҡтар өсөн һәм заман ахырынаса ебәрелгән. Уның шәриғәте Ҡиәмәт көнөнәсә көсөндә ҡаласаҡ. Бүтән рәсүлдәрҙең шәриғәттәре ваҡытлыса бирелгән һәм Мөхәммәт ﷺ килеү менән көсөнән сығарылған. Шулай итеп, мосолмандар Изге Китаптарҙы — (Тәурат), Зәбур (Псалтырь), Инжил (Евангелие) — таныһа ла, уларҙы ғәмәлдә тип һанамай, бынан тыш, улар кешеләр тарафынан боҙолған тип белдерә (тәхриф).

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙәр ﷺ араһында иң юғары урында тора. Ислам буйынса иманлы булыу, йәғни Мөхәммәт ﷺ вәкәләтен таныу һәммә кешелеккә, шул иҫәптән нәсраниҙарға, йәһүдиҙәргә мотлаҡ тип белдерелә, һуңғылары уның шәриғәтен ҡабул итергә тейеш тип һанала.

Рамаҙан әл-Буты Мөхәммәт Исламда тотҡан урыны һәм уның шәриғәте тураһында ошолай яҙа: «Монотеик (бер илаһлы) диндәрҙә, боҙолмаған килеш булһа, бер айырма ла юҡ, сөнки улар барыһы ла бер Аллаһ сылбыры өлөштәре, Мөхәммәт рисаләте кешелектең барса дини үҫешенең иң юғары бейеклеге булып тора. Әммә пәйғәмбәрҙәрҙең шәриғәттәрендә генә айырма бар».

Мөхәммәт ﷺ ҡорайыш ҡәбиләһенән булған.

Пәйғәмбәрлек ﷺ вазифаһы уға һәм ғаиләһенә бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлде кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүгәләр, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлайҙар, таш бәрәләр. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Уның туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар.

Мәккә мөшриктәре һыйҙырмауы арҡаһында 622 йылда ул Мәккәнән Мәҙинәгә (элек Йәсриб) Һижрәт ҡыла (күсенә). Мосолман календары ошо йылдан иҫәп башлай. Үҙенең арҡалаштары менән ул Мәккәне яулап ала. Мөхәммәт вафат булған мәлгә тотош Ғәрәп ярымутрауы Ислам ҡабул иткән була. Уның вариҫтары — хәлифәләр Азия һәм Африкала, өлөшләтә Европала Ислам динен тарата. Улар ғәрәп теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә.

Мөхәммәт ﷺ — Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө, Пәйғәмбәрҙәр хужаһы һәм Ахырызаман Пәйғәмбәре тип тә атайҙар. Мосолмандар иман килтергәндә Шәһәҙәт әйтә, уны Аллаһ Рәсүле тип таный.

Ғаиләһе

Нәҫеле

Мөхәммәттең шәжәрәһе егерме беренсе быуында Ғәднәнгә - Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғилдең улына барып тоташа.Шуға күрә төньяҡ ғәрәптәрҙе исмәғилиҙәр йәки ғәднәниҙәр тип атап йөрөтәләр. Көньяҡ ғәрәптәр — ҡәхтәниҙәр. Мөхәммәттең шәжәрәһе бик аныҡ билдәләнгән: Мөхәммәт — Ғабдуллаһ — Ғәбдулмоталлиб (Шәйбә) — Хашим — Ғабдулманнаф — Күсәй — Киләб — Мурра — Ҡәғәб — Лүәй — Ғәлиб — Фихр — Мәлик — Нәдер — Кинәнә — Хүзәймә — Мудрикә — Илйас — Мүдар — Низар — Мәғәд — Ғәднән.

Шәжәрәнән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡорайыштарҙың Бәни Хашим ырыуынан, был ырыу әднәниҙәргә, Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғил пәйғәмбәргә туранан-тура барып тоташа .

Ата-әсәһе

Мөхәммәттең атаһы Ғабдулла - Ғәбд-әл-Моталлиб улы, йәштән үк ҡалала абруй ҡаҙанған шәхес булған. Уны ун һигеҙ йәшендә Мөхәммәттең буласаҡ әсәһе Ваһаб ҡыҙы Әминәгә өйләндергәндәр. Ул Мәҙинәнән булған.

Ҡатындары

Мөхәммәттең хәләл ефеттәре йәки өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) (ғәр. أمهات المؤمنين‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәргә хәләл ефет булған ҡатындар.Тарихсы Әл-Мәсуди «Муружуҙ-ҙәһәб» тигән китабында Пәйғәмбәребеҙҙең 15 ҡатыны булған, тип яҙа. «Сирейи-Ибн Һишам» китабында 11 ҡатын телгә алына, шулай уҡ копт Мәрйәм һәм Өммө-Шәрик Ғазийә исемдәре бар. Йософ Кардауи туғыҙ ҡатын тип яҙған, мәгәр Хәдижә (Хәдисә) әйтелмәгән; Ибн Һишам әйтеүенсә, былар Пәйғәмбәребеҙҙән һуң вафат булған. Уотт Монтгомери, күп ҡәбиләләр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туған булып күренергә тырышып, Уның ҡатындары һанын бик арттырып әйтелгән булыуы ла мөмкин, ти. Ул Хәҙисәне (р. ғ.) лә телгә алып, ике кәнизәкте лә әйтеп, 11 ҡатын һанай.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡатындарына Аллаһы тәғәләнән дүрттән артыҡ ҡатынға өйләнеүҙе тыйыу килгәнгә тиклем өйләнгән булған.. Ғиффәтле Ғәйшәнән (р. ғ) башҡа ҡатындары уға сыҡҡансы ирҙә булған. Һәммә ҡатындары ла өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) дәрәжәһенә эйә булған".

Балалары

Ҡасим — Мәккәлә тыуған, 17 айлыҡ сабый ғына сағында вафат булған.

Зәйнәб — Мәккәлә тыуған.

Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы (башҡ. {{{1}}} Раҡия, Орҡоя) — Мәккәлә тыуған

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы) — Мәккәлә тыуған

Үмм Күлсүм (башҡ. {{{1}}} Өммөгөлсөм) Ислам иңгәс донъяға килгән

‘ Абдуллаһ — атаһына рисаләт инә башлағас тыуған, сабый сағында үлеп ҡалған.

Ибраһим — Һижрәнең 9-сы йылында тыуған.

Мөхәммәттең ҡыҙы Фатима р.ғ. генә атаһынан ҡалып баҡыйлыҡҡа күскән.

Пәйғәмбәр Мөхәммәт 

  • Был фотола Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет ихатаһы эсендә Мөхәммәттең һәм яҡындарының ҡәберҙәре

Мөхәммәт Пәйғәмбәр башҡорттарҙың рухи донъяһында

Ислам дине тарихи Башҡортостанға VIII—IX быуаттарҙа уҡ үтеп инә башлай, быға башҡорттар һәм мосолман илдәре араһында урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә..

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) исеменән айырылғыһыҙ һәм әлбиттә шул ваҡыттан уҡ уның тормош юлын, уның аша кешелеккә иңдерелгән Ҡөрьән Кәримде, сөннәте (хәҙистәрҙе) өйрәнәләр. Хәҙистәр буйынса йәшәү иһә - ул Мөхәммәттең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) тормош өлгөһө буйынса йәшәү .

Ҡөрьән Кәримде башҡорттар иң Изге Китап һанап, ятҡа бикләгәндәр, бик ҙур аҡсалар түгеп, һатып алғандар. Ҡөрьән Кәрим мотивтары эпостарға ла инеп киткән

Ислам ҡабул иткән башҡорттар был изге исемде балаларына ла ҡуша башлайҙар. Үҙенең исемен генә түгел,Мөхәммәттең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға)Ҡөрьәнде, мосолман йәшәү рәүешен, ҡануниәтен аңлатып биргән һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре тупланмаһын аңлатҡан Хәҙис һүҙен дә, Пәйғәмбәрҙе (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ололап атаған ҡушаматтарҙы ла, уның ғаилә ағзаларының исемдәрен дә балаларына ҡушалар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Tags:

Пәйғәмбәр Мөхәммәт Мөхәммәт Пәйғәмбәр — РәсүлПәйғәмбәр Мөхәммәт ИсемеПәйғәмбәр Мөхәммәт БиографияһыПәйғәмбәр Мөхәммәт Исламда Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ тотҡан урынПәйғәмбәр Мөхәммәт ҒаиләһеПәйғәмбәр Мөхәммәт Ата-әсәһеПәйғәмбәр Мөхәммәт Мөхәммәт Пәйғәмбәр башҡорттарҙың рухи донъяһындаПәйғәмбәр Мөхәммәт ИҫкәрмәләрПәйғәмбәр Мөхәммәт ҺылтанмаларПәйғәмбәр Мөхәммәт8 июньAr-muhammad.oggАллаһИсламМосолмандарМәккәМәҙинәПәйғәмбәрҙәрФайл:Ar-muhammad.oggХалыҡ-ара фонетик алфавитҒәрәп телеҠөрьән

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Одри ХепбёрнБашҡорттарБиологик ҡоралБала1873 йылБельгия2000 йылМузыка25 февральДинамо (хоккей клубы, Минск)Абай Ҡонанбаев1917 йылУран (элемент)Гәрәев Муса Ғайса улыРомео һәм ДжульеттаГалилео ГалилейКеше потенциалы үҫеше индексыЕкатерина IIСиндбад-сәйәхәтсеСоветтар Союзы Коммунистар партияһыМечников Илья Ильич15 мартИҙелбаев Мирас Хәмзә улы12 июль16 июньИстанбулВикимедиа фондыБохараҒабдулла ТуҡайИҫке Собханғол мәктәбеНемец теле23 апрельКарфагенҺауа торошоСифат18 июньТанауМусин Ноғман Сөләймән улыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыСекундБостонБашҡортостан РеспубликаһыМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыНаурузПутин Владимир ВладимировичҠатнаш көрәш сәнғәте1988 йылНатрий карбонаты3 апрель1997 йылБайышев Фәнил Нафиҡ улыЛатин алфавитыКамалов Ринат Әлтәф улыУкраина5 июльКавказӘбүғәлисинаҺүҙбәйләнешӘхмәт (Әбйәлил районы)1937 йыл28 ғинуар🡆 More