Әл-Мәлик ән-Насир Сәләх әд-Дунийа үә-д-Дин Әбү-л-Мозаффар Йософ ибн Әйүб (Салади́н) (ғәр.
Әйүбиҙәр династияһына баш һалған, улар заманында Мысырға, Сүриәгә, Ираҡҡа, Хижазға һәм Йәмәнгә идара иткән.
Сәләх әд-Дин Йософ ибн Әйүб | |||
ғәр. صلاح الدين يوسف ابن ايوب | |||
| |||
---|---|---|---|
1174 й. — 1193—1193, 4 март | |||
Алдан килеүсе: | титул барлыҡҡа килгән | ||
Дауамсы: | Әл-Әзиз Усман ибн Йософ | ||
| |||
1169, 23 март — 1174 | |||
Алдан килеүсе: | Әсәд әд-Дин Ширкух I ибн Шәди | ||
Дине: | Ислам, сөнни | ||
Тыуған: | 1137–1138 Тикрит, Ираҡ | ||
Үлгән: | 4 март 1193 Дамаск, Әйүбиҙәр Империяһы | ||
Ерләнгән: | Өмәйиҙәр, Дамаск, (Сүриә) | ||
Нәҫел: | Әйүбиҙәр | ||
Исеме: | ғәр. يُوسُف بن نجم الدين أيُّوب | ||
Атаһы: | Нәжм әд-Дин Әйүб ибн Шәди | ||
Әсәһе: | Ситт-аль-Мульк-хатун[d] | ||
Супруг: | Исмат ад-дин Хатун[d] | ||
Балалары: | Аль-Афдаль Али ибн Юсуф[d] Аль-Азиз Усман ибн Юсуф[d] Аз-Захир Гази[d] | ||
Европала, исеме улай булмаһа ла, Саладин булараҡ билдәле. Сәләх әд-Дин — ул лаҡап — тәҡүәлекте белдерә. Мәликтең ысын исеме — Йософ ибн Әйүб (Йософ,Әйүп улы).
Әйүб дәүләтенә нигеҙ һалыусы (хәҙерге Мысыр, Сирия, Ливан, Фәләстән, Урду ерҙәре) Сәләхетдин, "Раушания" кабиләһе шәйехе (рәйесе) Нәжметдин Әйүбтең улы, 1138 йылда тыуа. Үҙен бөтөнләйе менән ғилем дә фәнгә бағышлай, ләкин яҙмыш уны һуғыш майҙанына сығара.
Нуретдин Ҙәни исемле сәрғәскәр сиреүендә бик мөһим бурыс ала. Башлаған һәр бер эшен еренә еткереп үтәүҙе үҙенә ғәҙәт итеп алған Сәләхетдин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары мәртәбәләргә эйә була һәм батша титулын ала. Оҙаҡ та үтмәй, үҙ биләмәләренең бәйһеҙлеген иғлан итә, дәүләт сиктәрен көсәйтеү эшенә керешә. Шулай итеп, тарих хаслылар (тәре йөрөтөүселәр) ғәскәрҙәренә ҡаршы тау кеүек ныҡ тора алырлыҡ ҡаһарманын әҙерләй. Сәләхетдин хаслы сиреүҙәре менән беренсе тапҡыр 1160 йылдар аҙағында осраша. Шунан һуң вафатына тиклем яҙмыш уны бер ҙә хаслыларға ҡаршы көрәш майҙанына сығара ҡушыла. Ул, ярһыған диңгеҙҙең тулҡындары кеүек, Көнбайыштан бертуҡтауһыҙ әйтергә мөмкин ябырылып килгән христиан ғәскәренән изге ҡала Кодты (Иерусалимды) һәм үҙ дәүләтен һаҡлау э-э-эй яҡлауҙы Аллаһ тарафынан яҙылған бер бурыс кеүек ҡабул итә һәм уны бөтә булған ихласлығы менән үтә.
Бихисап хаслы һөжүмдәрен кире ҡаҡҡанда, хаталарҙы тап тар-мар иткән һуғыштарҙа беренсе Сәләхетдиндең аҡылы, белеме, алдан күрә белеүе, талантлы ғәскәр башлығы булыуы күп тапҡыр иҫбатлана. Германия, Франция, Англия һәм башҡа христиан дәүләттәре ни тиклем генә тапҡыр Кодты мосолмандар ҡулынан тартып алабыҙ тип килһәләр дә, алдарына еңеп булмай торған ғәскәр башлығы Сәләхетдин сыға. Һөҙөмтәлә хаслы рыцарҙарҙың еңелеп табан ялтыратыуҙар ғәҙәти хәлгә әйләнә.
Имад әд-дин һүҙҙәренә ярашлы, Сәләх әд-дин 1174 йылда Мысырҙы ташлап киткәнсе, биш улға атай булып өлгөрә. 1170 йылда тыуған Әл-Афҙал - уның өлкән улы һәм 1172 йылда тыуған Әл-Әзиз Усман ибн Йософ (Усман]) Сәләх әд-дин менән Сүриә бергә китә. Өсөнсө улы, Әл-Ғази Заһир, һуңынан Алеппо хакимы була. Әл-Афҙалдың әсәһе 1177 йылда йәнә бер бала таба.
Ҡалғашанди мәғлүмәтенә ярашлы, 1178 йылда Сәләх әд-диндең ун икенсе улы тыуа, шул уҡ ваҡытта Имад әд-дин исемлегендә уныһы етенсе бала тип күрһәтелә.
Сәләх әд-Диндең 17 улы һәм бер ҡыҙы булған тип һанала. Әйүбиҙәрҙең тарихсыһы Ибн Кәсирәҫәрендә бирелгән исемлектә күренгәнсә уның балаларының исемдәре ошолай булған
Сәләх әд-Дин, тәре йөрөтөүселәргә иң ҙур ҡаршылыҡ күрһәтеүсе, шул уҡ ваҡытта христиан Европаһында үҙенең рыцарь сифаттары өсөн ҙур хөрмәт ҡаҙана: яуҙа батырлығы һәм еңелгән дошмандарына ҡарата мәрхәмәтлелеге сифаты менән яулай ул ихтирамды. Тәре йөрөтөүселәрҙең төп юлбашсыларының береһе инглиз короле Ричард I Арыҫлан Йөрәк хатта уны дуҫ тиберәк тә атай.
Сәләх әд-Дин идара иткән осорҙа иң тәүге булып һүрәтләгән авторҙарҙың береһе - Әбү Шам әл-Мәҡдиси.
Сәләх әд-Дин Сәддам Хөсәйендең кумиры була, сөнки үҙе лә уның кеүек Тикритта, Тигр йылғаһы буйында донъяға килгән; Сәддаме осоронда Ираҡта Сәләх әд-Диндең шәхес культы хөкөм һөрә.
Сәләх әд-Динде хәҙерге киң масса мәҙәниәте лә ситтә ҡалдырмай, фильмдар һәм компьютер уйындары персонажы булып сығыш яһай. Киң йәмәғәт мәҙәниәтендә Сәләх әд-Дин полководец һәм Өсөнсө Тәре һуғышында сарациндар башлығы итеп күрһәтелә, шул уҡ ваҡытта уның башҡа данлы еңеүҙәре лә әҙ булмаған. Сәләх әд-Дин персонажы «Царство небесное» фильмында ла бар(2005, режиссёр Ридли Скотт, Саладина ролендә — Һәсән Массуд).
Саладин (Сәләх әд-Диндең заманса ҡушаматы) компьютер уйындарына ла йыш ҡына килеп инә: мәҫәлән, Age of Empires II һәм Stronghold Crusader, Stronghold Crusader. «Assassin’s Creed» компьютер уйынында Сәләх әд-Дин үҙе күренмәй, мәгәр урам һөрәнселәре уның исемен йыш телгә ала. Шулай уҡ Саладин Civilization IV, Civilization VI, Stronghold Crusader һәм Medieval II: Total War: Kingdoms уйындарында ла персонаж итеп алынған.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Сәләх әд-Дин, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.