Хризантема

Викитөрҙәрсистематикаһы

?
Хризантема
Хризантема
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Астра сәскәләр
Ғаилә: Астралар
Ырыу: Хризантема
Латинса исеме
Chrysanthemum L.
ITIS 35791
NCBI 13422

Хризанте́ма (лат. Chrysánthemum, грек. χρῡσανθής, «алтын сәскә» − Ойошма сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған әремдеке кеүек әскелтем еҫле, киртләс япраҡлы, ялбыр сәскәле декоратив емлек; алтын сәскә; ойошма сәскәлеләр ғаиләһендәге бер йыллыҡ, күп йыллыҡ үлән йә иһә ярымҡыуаҡсыҡ үҫемлек. 150 төрҙө уҙ эсенә алған үҫемлек ырыуы; башлыса, Европа, Азия, Африкала; БДБ илдәрендә 70-80 төрө үҫә.

Хризантеманың япраҡтары тоташ йә иһә киҫкәләнгән ситле, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәләре ябай һәм суҡлы, төрлө формалары (эре сәскәле, вак сәскәле) һәм төҫтәре (аҡ, алһыу, һары, алтынһыу-ҡыҙғылт, ҡыҙыл һ.б.) менән айырылалар. Емеше - орлоҡ. Эре сәскәле сорттары бер ботаҡлы, һирәгерәк 3-4 һабаҡлы ҡыуаҡ төрөндә, вак сәскәлеләре ҡыуаҡ формаһында була. Асылмалы, энәле, батынҡы, көпшә һамаҡ сорттары бик киң таралған. Шулай уҡ сәскәләре түбәнгә таба каскад һамаҡ урынлашҡан алтын сәскә үҫтерелә. Асыҡ грунтта үрсетелә, орлоҡтары көҙҙән, яҙ көнө йә иһә үренте түтәленә сәселә.

Сәскә түтәлдәренә, клумба һәм сүлмәктәргә күсереп ултыртыла һәм киҫелгән килеш сәскә бәйләмдәре яһау өсөн файҙаланыла. Грунтта үҫә торған күп йыллыҡ хризантеманың эре, асыҡ ҡыҙыл, киҫкәләнгән ситле япраҡлы төрҙәре киң таралған, уларҙы ҡыуаҡты айырыу һәм сыбыҡсалар ярҙамында үрсетәләр (орлоҡтан үрсетеү ысулы селекция максаттарында ҡулланыла). 10 меңләгән сорты сығарылған. Августтан декабрьгә тиклем сәскә ата, сәскә атыу ваҡыты буйынса иртә (август - октябрь уртаһы), уртаса (октябрь аҙағы - ноябрь), һуңғы (декабрь) сәскәләргә айырыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Киселёв Г.Е. Цветоводство. М., 1964; Энциклопедия цветовода. СПб., 2000.

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Tags:

Хризантема ИҫкәрмәләрХризантема ӘҙәбиәтХризантема ҺылтанмаларХризантема СығанаҡтарХризантема

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ГерманияСингапурКөньяҡ Африка РеспубликаһыКалининград өлкәһеКөҙәй кантоныПольшаПлацебо9 ноябрьХәбиров Фәрит Барый улы1854 йылДегәнәкАҡмуллаӘл-Фатиха сүрәһеНәғәтЗволлеҒәлиәкбәр мәктәбе29 ғинуарХалыҡтар Дуҫлығы орденыРибонуклеин кислотаһы (РНК)Магнит (тау)XiaomiҒәдир хәҙисеПарижЦин империяһыВалюта5 декабрьАҠШ долларыКөстөғолWinny Puhh (рок-төркөм)ШәхрезадаШүлгәнташҺыу1717 йылРациональ һанРәшит әд-ДинҠомарлы уйынВенесуэлаДеникин Антон Иванович1918 йылСәнғәтКалифорнияҮрге Нөгөш мәктәбеБашҡорт-мишәр ғәскәре1940 йылТөркмәнстанМәҡәлIKEAЛенин Владимир Ильич1937 йылИндира ГандиБаҡыӘлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улыБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы2016 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеИр енес ағзаһы1909 йылРейнБритания империяһы13 сентябрь«Әсәлек даны» миҙалы (Башҡортостан)1967 йылҒафуров Мадрил Абдрахман улыПасха2007 йылБохараБазидиомицеттарВенаВестминстер аббатлығыДжибутиКишинёв🡆 More