Төньяҡ-көнбайыш диалект ареалында башҡорт һәм татар телдәре һөйләштәренең үҙ-ара тәьҫир итеү процесстары әүҙем барған — башҡорт һөйләштәре татар теленең урта диалекты һөйләштәренә яҡынлашҡан, ә татар һөйләштәре, атап әйткәндә фонетика һәм лексика өлкәһендә, башҡорт диалектологик һыҙаттары йоғонтоһона бирелгәндәр.
Таралыу ареалы
Башҡорт теленең диалекттары картаһы Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты Башҡортостан Республикаһының Асҡын , Баҡалы , Балтас , Благовар , Благовещен , Борай , Бөрө , Бүздәк , Дүртөйлө , Йәрмәкәй , Илеш , Краснокама , Кушнарен , Ҡариҙел , Саҡмағош , Туймазы , Тәтешле , Шаран һәм Яңауыл райондарында, Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай , Аҡтаныш , Баулы , Бөгөлмә , Минзәлә , Мөслим , Сарман , Әгерже , Әлмәт , Ютазы һәм башҡа райондарында, Пермь крайының Барҙы , Көйәҙе , Пермь , Уй , Чернушка һәм башҡа райондарында, һәм тағы ла Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшөндәге бер нисә торама пункттарҙа таралған.
Һөйләштәре
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 5 һөйләште айыралар:
Лингвистик ҡылыҡһырлама
Фонетика Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының төп фонетик билдәләре:
[с] тартынҡыһы урынына [щ] тартынҡыһын ҡулланыу (ҡариҙел һөйләшенән башҡа): әҙәби телдә «аҡсарлаҡ» (чайка) аҡ[с]арлаҡ — диал. аҡ[щ]арлаҡ һ. б.; [һ] тартынҡыһы урынына [с] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә «һарымһаҡ» (чеснок) [һ]арым[һ]аҡ — диал. [с]арым[с]аҡ һ. б.; һүҙ башында [й] тартынҡыһы урынына [ж] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә «йомғаҡ» (клубок) [й]омғак — диал. [ж]омғаҡ һ. б.; [өй] ҡушылмаһының [ү] һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәби телдә «өйрәнеү» (учиться) [өй]рәнеү — диал. [ү]рәнеү, әҙәби телдә «һөйләү» (рассказывать) һ[өй]ләү — диал. с[ү]ләү һ. б.; ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә [һ] тартынҡыһының төшөп ҡалыуы: әҙәби телдә «һауа» (воздух) [һауа] — диал. [ауа] һ. б. Башҡорт әҙәби телендә һымаҡ [ә] һуҙынҡыһы [к] һәм [т] тартынҡыларынан башланған беренсе ижектәрҙә ҡулланыла: әҙәби телдә «кәрәк» (надо) к[ә]р[ә]к — диал. к[ә]р[ә]к; әҙәби телдә «кәштә» (полка) к[ә]шт[ә] — диал. к[ә]шт[ә] һ. б.
Түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм ҡариҙел һөйләштәрендә, шулай уҡ минзәлә һәм бөгөлмә башҡорттарының телдәрендә, башҡорт әҙәби телендә [ҙ] тартынҡы хәрефе менән билдәләнгән ð өнө актив рәүештә ҡулланыла:
диал. бе[ҙ] — әҙәби телдә «беҙ» (мы) бе[ҙ]; диал. се[ҙ] — әҙәби телдә «һеҙ» (вы) һе[ҙ]; диал. ҡо[ҙ]а — әҙәби телдә «ҡоҙа» (сват) ҡо[ҙ]а; диал. И[ҙ]ел — әҙәби телдә «Иҙел» (гидроним, Волга ) И[ҙ]ел һ. б. Ҡариҙел һөйләшендә шулай уҡ артабанғылар таралған:
[рт], [лт], [мт], [нт], [мк], [мҡ], [нҡ], [ңҡ] диссимилятив ҡушылмалары (көньяҡ диалекттың урта һөйләшендәге кеүек) күҙәтелә: әҙәби телдә «бында» (здесь) бы[нд]а — диал. мы[нт]а, «барҙы» (ходил) ба[рҙ]ы — ба[рт]ы һ. б.; аффикстар һәм киҫәксәләр башындағы [л] , [н] , [д] урынына [ҙ] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә «ҡалала» (в городе) ҡала[л]а — диал. ҡала[ҙ]а, «барһа ла» (даже если пойдёт) барһа [л]а — барһа [ҙ]а һ. б.; [өй] ҡушылмаһының [и] һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәби телдә «төймә» (пуговица) т[өй]мә — диал. т[и]мә һ. б.; [ы] һәм [э] һуҙынҡыларының иренләшеүе: әҙәби телдә «шыма» (гладкий) ш[ы]ма — диал. ш[о°]ма, «сепрәк» (тряпка) с[æ]прәк — с[ө]прәк һ. б. Ғәйнә һөйләшендә шулай уҡ таралыу алғандар:
[а] , [ә] һуҙынҡылары урынына [ы] , [е] һуҙынҡыларын ҡулланыу: әҙәби телдә «ҡырау» (заморозки) ҡыр[а]у — диал. ҡыр[ы]у, әҙәби телдә «берәү» (один) бер[ә]ү — диал. бер[е]ү һ. б. Грамматика Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының төп грамматик билдәләре:
ҡылымдың үткән заманының -ғаныйы/-гәнейе аффикстарының әҙәби телдәге -ғайны/-гәйне варианты менән йәнәш ҡулланылыуы: әҙәби телдә «саҡырғайным» (я позвал) — диал. «чаҡырғаныйым» и «чаҡырғайным», «үҫтергәйнек» (мы вырастили) — «үстергәнейек» и «үҫтергәйнек» һ. б.; ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешенең -ың/-ең архаик формалағы аффиксы менән килеүе: әҙәби телдә «алығыҙ» (возьмите) — диал. «алың», әҙәби телдә «китегеҙ» (уходите) — диал. «китең» һ. б.; -ма/-мә, -ыҡ/-ек һүҙ яһаусы аффикстарының продуктивлығы: «болама» (беспорядок), «ҡатыҡ» (жёсткий) һ. б.; ҡылымдың 2-се затындағы парадигмаһында берлектәге (сың/-сең һәм -сын/-сен ) һәм күплектәге (-сыз/-сез һәм -сығыҙ/-сегеҙ ) аффикс варианттары: әҙәби телдә «һорайһың» (спрашиваешь) — диал. «сурайсың» и «сурайсын», әҙәби телдә «бараһығыҙ» (идёте) — диал. «барасыз» һәм «барасығыҙ» һ. б. Диалектты өйрәнеү тарихы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. — М., 1955. (рус.) Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7 . Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. Көнбайыш диалект. 3-сө том. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. Ғәләүетдинов И. Ғ. , Ишбирҙин Э. Ф. Башкирский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств: Энциклопедия в 3-х томах / Ред. коллегия: В. Н. Ярцева (предс.), В. А. Виноградов (зам. предс.), В. М. Солнцев, Э. Р. Тенишев, А. М. Шахнарович, Е. А. Поцелуевский (отв. секр.), Г. А. Давыдова; Институт языкознания РАН. — М .: Наука, 1997. — Т. 1. — С. 173—182. — 432 с. — ISBN 5-02-011237-2 . Галяутдинов И. Г. Два века башкирского литературного языка. — Уфа: Гилем, 2000. Ғәләүетдинов И. Ғ. , Ишбирҙин Э. Ф. , Халиҡова Р. Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 320 б. Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 234 с. Илишев И. Г. Язык и политика в многонациональном государстве. — Уфа, 2000. — 270 с. (рус.) Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0 . Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996. (рус.) Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкир. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4 . (рус.) Poppe N. N. Bashkir manual. Descriptive grammar and texts with a Bashkir-English glossary. Bloomington, 1964. (инг.) Северо-западный диалект башкирского языка. Научный отчет диалектологической экспедиции 1954 года. — Уфа: Гилем, 2008. — 372 с. (рус.) Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө, 2001. Һылтанмалар
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Төньяҡ-көнбайыш диалект , which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0") ; additional terms may apply (view authors ). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses. ®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.