Дүртөйлө Районы

Дүртөйлө районы (рус. Дюртюлинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район.

Административ үҙәге – Дүртөйлө ҡалаһы. Районда 33164 кеше йәшәй.

Дүртөйлө районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала биләмәһе и 14 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Дүртөйлө калаһы

Барлыҡҡа килеүе

20 август 1930 й

Халҡы (2010)

33 164 человек

Майҙаны

1 671 км² (43 урын)

Дүртөйлө районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 224 000 000

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1671 км². Халыҡ һаны (мең кеше) 1995 — 61,6, шул иҫәптән ҡала халҡы — 33,4 (Дүртөйлө ҡалаһы, Семилетка ҡасаба), 87 ауылда 28,2 мең кеше йәшәй. Улар араһында иң ҙурҙары Исмаилда — 2,0 мең, Әңгәсәктә 1,9 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 37, шул иҫәптән ауыл ерендә — 17 кеше. Күпселек — татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, ауыл халҡы араһында — татарҙар, башҡорттар, мариҙар.

Географияһы

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеген, көньяҡ урман-дала зонаһын, йылы, бик үк ҡоро булмаған агроклимат регионын биләй. Район территорияһы аша Ағиҙел йылғаһы аға. Күп урында — типик һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡ, көлһыу, һоро урман һәм һыубаҫар туғай тупраҡтары осрай. Район майҙанының 17,8%-да киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағас урманы.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 60 574
1959 45 454
1970 59 230
Йыл Халыҡ һаны
1979 54 965
1989 56 328
2002 32 988
Йыл Халыҡ һаны
2010 64 426
2018 60 877
2019 60 589

Иҡтисад

Районда нефть сығарыла: Арлан ятҡылығының Яңы Хажы һәм Йосоп майҙандары — «Южарланнефть», Таймырҙа һәм Сәйет ятҡылығы «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары тарафынан үҙләштерелә. Файҙалы ҡаҙылмалары кирбес сеймалы (Әсән ауылы, Яңы Баҙраҡ, Иҫке Балтас), ҡомлоҡ (Әсән ауылы), ҡырсынташ ҡатыш ҡом (Дүртөйлө, Иванай, Яңы Бейектау) ятҡылыҡтарынан торауылы төҙөлөш материалдары сығарыу буйынса предприятиелар Дүртөйлө ҡалаһында тупланған. Әсән ауылы кирбес заводы һәм ҡошсолоҡ фабрикаһы эшләй. Ауыл хужалығы производствоһы “Саҡмағошнефть” НГДУ-һының ярҙамсы хужалығынан һәм 61 фермер (крәҫтиән) хужалығынан тора.

Район һөт-ит етештереү һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Сусҡасылыҡ, шәкәр сөгөлдөрө етештереү, умартасылыҡ үҫешкән.

Транспорт

Район биләмәләре аша Өфө—Ҡазан, Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк һәм Нефтекама—Дүртөйлө—Бөрө автомобиль юлдары үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 56 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп бар. Дүртөйлө ҡалаһында крайҙы өйрәнеү музейы, Ш.Бабичтың музейы (Әсән ауылы), 27 дөйөм китапхана, 68 клуб учреждениеһы эшләй.

Урыҫ һәм татар телдәрендә аҙнаһына 3 һан «Юлдаш - вести» / «Юлдаш», айына 1 һан башҡорт телендә «Аҡ шишмә» газетаһы сығарыла. Тираж – 11 130.

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Дүртөйлө Районы ГеографияһыДүртөйлө Районы Халыҡ һаныДүртөйлө Районы ИҡтисадДүртөйлө Районы ТранспортДүртөйлө Районы Социаль-мәҙәни өлкәДүртөйлө Районы Билдәле шәхестәреДүртөйлө Районы ИҫкәрмәләрДүртөйлө Районы ҺылтанмаларДүртөйлө РайоныБашҡортостанДүртөйлө (ҡала)Рус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Оло ӘбешСайтЛатин телеҺарыҡты кем ашаған?Дауыт ЮлтыйИсем (һүҙ төркөмө)АҡмуллаБәйләүесБөтә Донъя СелтәреРус телеБеренсе донъя һуғышыБилл ГейтсДонъя финанс баҙарыГренландияГәрәев Муса Ғайса улыЫрыу (биология)БарабанҺыуКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыЗакир ҺаҙыйБызина Нина ИвановнаБаш битМетаболизмУльтрафиолет нурланышӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыСиләбе өлкәһеМаскатҠушма һөйләмИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙы12 сентябрьҺарытауЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыАрхеологияЫрымбур губернаһыБөтә донъя мираҫыQIWIАвстралияҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыГәзитНемецтар1990 йылАстрономияXVI быуатБанкнотаЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыБашҡортостанИнглиз телеМакроиҡтисадЭске тулайым продуктГазпром Нефтехим СалауатХәсән НазарҒарипов Рәми Йәғәфәр улыБашҡортостан байрамдарыГалилео ГалилейФашизмӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыСалауат ЮлаевТәкәләр (ырыу)Вашингтон МонументыПортугалияӘстәғәфируллаһМәғрифәтселек дәүереҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы🡆 More