Алтай Телдәре

Алтай телдәре — төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус манжур телдәрен, шулай уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе.

Алтай телдәре генетик ҡәрҙәшлеге тураһындағыдағы гипотеза Н.А. Баскаков, З.Гомбоц, М.З. Зәкиев, Ж.Ғ. Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н. Поппе, Г.И.Рамстедт,М. Рясянен һ.б. хеҙмәттәрендә урын алған. Был телдәрҙең дөйөм лексик, фонетик һәм морфологик оҡшашлыҡтары (сингармонизм, агглютинация), зат категорияларының, предлогтарҙың юҡлығы, затһыҙ ҡылым формаларының (сифат ҡылым,хәл ҡылым) ҡулланылышы, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы, эйәлек категорияһының булыуы, бәйләүестәрҙең ҡулланылыуы алда аталған телдәрҙе берләштереүгә нигеҙ булып һанала. Һөйләмдә һүҙ тәртибе дөйөм ҡағиҙәләргә нигеҙләнә: эйәрсән һүҙ эйәртеүсе һүҙҙең алдынан; эйә һөйләм башында, хәбәр һөйләм аҙағында килә һ.б. Тәү тел системаһы тулыһынса асыҡланмау сәбәпле,гипотеза иҫбатланмай ҡала килә.

Алтай
(бәхәсле)
Географик таралышы:

Көнсығыш, төньяҡ, үҙәк һәм көнбайыш Азия, шулай уҡ көнсығыш Европа

Лингвистик классификация:

Алтай

Тармаҡтары:
Монгол
Тунгус манжур
ISO 639-2 и 639-5:

tut

Алтай телдәре лексикаһында, һүҙҙең фонетик төҙөлөшөндә (сингармонизм) һәм күп кенә грамматик категорияларҙың (агглютинация, тартым, һөйләм төҙөлөшө) уртаҡлығында типологик оҡшаш билдәләр күҙәтелә. Алтай телдәрендә һүҙҙең тамыры тотороҡло ауаз составы һәм мөстәкиллеге менән айырылып тора. Һүҙ яһалышы һәм үҙгәреше тамырһа берҙәй ҡушымталар ялғау юлы менән (агглютинация) башҡарыла. Алтай телдәре өсөн ал ҡушымталар характерлы түгел. Барлыҡ алтай телдәренә дә тиәрлек сингармонизм хас. Алтай телдәрендә зат категорияһы юҡ, уларҙың күпселегендә тартым категорияһы бар. Затланышһыҙ ҡылым формалары (сифат ҡылым, хәл ҡылым һ.б.) йыш ҡулланыла. Алтай телдәрендә эйә - һөйләм башында, хәбәр һөйләм аҙағында килә. Һөйлемдә һүҙ тәртибе ғөмөми ҡағиҙәләргә нигеҙләнә: эйәреп килеүсе һүҙ алдағы һүҙгә бәйле. Шуға күрә алтай телдәрендә предлогтар түгел, ә бәйлектәр файҙаланыла. Алтай халыҡтарының телен, тарихын, этнографияһын һәм фольклорын өйрәнә торған фән тармағы алтаистика тип атала.

Әҙәбиәт

  • Рамстедт Г.И. Введение в алтайское языкознание. Морфология. М., 1957;
  • Котвич В.Л. Исследование по алтайскәм языкам. М., 1962;
  • Киекбаев Дж. Г. Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972;
  • Баскаков Н.А. Алтайская семья языков и её изучение. М., 1981.

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Tags:

Кейекбаев Йәлил Ғиниәт улы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Төрки халыҡтар2017 йылҠытай Халыҡ РеспубликаһыКонфуцианлыҡУрыҫ революцияһыИнстаграмАкулаXX быуатДонъяның иң эре авикомпанияларыЯңы СылатҡанЛинцФранклин РозалиндАтлантаМәҙһәбПоль ГогенКосоржаБал ҡорто ағыуыКатолицизмОперацион системаШәйбәков Ринат Гәрәй улыБөйөк БританияКомиксБашҡорт милли кейемеИҫәнғолӘл-Мүлк сүрәһеНгарка-Неро-ЯхаАстрономияӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыОн1981 йылОдиссейПарфенонАҫыл таштарҠаҙағстанӘһәмәниҙәр дәүләтеВуди АлленБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыОкеанияДональд ТрампБирмингем (Алабама)2005 йылНух (Ной)QueenПольшаҒайса (пәйғәмбәр)УЕФА1701 йылБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзыВЧКГеорг Вильгельм Фридрих ГегельОрфоэпияМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Ио (юлдаш)МузыкаЙыһат (ғазауат)Ҡояш системаһыГамеланСевилья28 мартБоронғо РимКурсор2 декабрьҒабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-СәғүдӨс тарлауыҡ ГЭС-ыДавид Бен-ГурионМилләтселек🡆 More