Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше (түбәнге ағиҙел, түбәнге ағиҙел-ыҡ, ыҡ-түбәнге ағиҙел) — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләштәренең береһе.
түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше | |
Илдәр | |
---|---|
Регионы | Башҡортостан Республикаһының көнбайыш райондары, Татарстан Республикаһының көнсығыш райондары |
Классификация | |
Категория | Евразия телдәре |
Алтай телдәре (бәхәсле)
| |
Әлифба | кириллица |
Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондарында, шулай уҡ Татарстан Республикаһының көнсығыш райондарында (Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Баулы, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Туҡай, Әгерже, Әлмәт, Ютазы һ.б.) таралған. Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше байлар, бүләр, гәрә, йылан, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ, уран һ.б. ырыуы башҡорттарына хас.
1920—1930-се йылдарҙа башҡорт йәнле һөйләү телен планлы тикшереү башланған. 1934 йылда Ғ. Й. Дәүләтшин етәкселегендәге һәм составында Т. Ғ. Байышев, З. Ш. Шакиров һәм У.Хөсни ингән экспедиция 30-ға яҡын башҡорт ауылын тикшергән. Тикшеренеүселәр тикшерелгән һөйләштәр «бер ниндәй шикләнеүһеҙ башҡорт һөйләштәре булып тора» тигән һығымта яһай. 1940 йылда башҡорт теленең өс: көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ диалекттары бар тигән концепция тәҡдим ителгән. Башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалған Н. К. Дмитриев та был фекерҙе хуплаған.
1954 йылда Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнбайыш райондарына тағы бер экспедиция ойошторолған. Йомғаҡлау отчётында тикшеренеүселәр көнбайыш диалект башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлаған тигән һығымтаға килгән, ә «диалекттың һүҙлек фонды һәм морфологияһы уға бер бөтөн һәм дөйөм башҡорт теле тәьҫир иткәнен һәм тап ул өҫтөнлөклө роль уйнағанын күрһәтә» тип иҫбатлаған. Ғалимдар тикшерелгән регионда мәктәптәрҙә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсерергә кәрәк тигән тәҡдим индергән, әммә был тәҡдимде властар иғтибарға алмаған. Артабан экспедиция материалдары Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт диалекттары әҙәби телгә мөнәсәбәтендә» тигән монографияһында сағылыш тапҡан. Автор башҡорт телен фонетик билдәләре буйынса 7 наречиеға бүлгән, Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта йәшәгән башҡорттарҙың телен [ҙ] һәм [с] наречиеларына ҡарата. 1960—1970-се йылдарҙа был выдвинут тезис о том, что «Башҡортостандың көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар татар теленең урта диалектында һөйләшә» тигән фараз (тезис) алға сыға башлай. Тағы ла һуңғараҡ сыҡҡан баҫмаларҙа был диалект зонаһы «күсеү һөйләше» тип билдәләнгән.
1960—1970-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы, Пермь өлкәһенең көньяғында һәм Татар АССР-ы көнсығыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың йәнле һөйләшеү телен өйрәнеү эштәре дауам иткән. 1987 йылда башҡорт теленең көнбайыш диалектына бағышланған «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге»нең 3-сө томы баҫылып сыҡты. Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше С. Ф. Миржанованың «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты» монографияһында ентекләп өйрәнелгән.
Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенең характерлы үҙенсәлеге булып тора:
Һөйләштә [a]? фонемаһы көслө иренләшкән формала сығыш яһай һәм, [а] өнөнә лә оҡшағандай, [o]? кеүек ҡабул ителә(татарҙар ошолай һөйләшә): диал. б[о]ғана — әҙәби б[а]ғана (столб), диал. ҡ[о]уш[о]у — әҙәби ҡ[а]уш[а]у (волноваться), диал. б[о]ҡа — әҙәби б[а]ҡа (жаба) һ.б.
Көнсығыш диалектындағы һәм әҙәби телдәге һигеҙ вариативлы күплек ялғауы урынына —Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ диалектының башҡа һөйләштәре кеүек үк, түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше күплек ялғауҙарының дүрт вариативлы аффикстары системаһы менән ҡылыҡһырлана, йыйыу һәм эйәлек төшөнсәләре менән айырыла .
Һөйләштәге килеш ялғауҙарын ҡулланыуҙа һәм әҙәби телдә ҡулланылған килеш формаларында айырмалыҡтар күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта дим һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәрендәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреш парадигмаһы тап килә.
Килеш | Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшендә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше | Әҙәби телдә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше | ||
---|---|---|---|---|
Төп | боҙай (пшеница) | кеше (человек) | бойҙай | кеше |
Эйәлек | боҙайның/боҙайнын | кешенең/кешенен | бойҙайҙың | кешенең |
Төбәү | боҙайға | кешегә | бойҙайға | кешегә |
Төшөм | боҙайны | кешене | бойҙайҙы | кешене |
Урын-ваҡыт | боҙайҙа | кешеҙә | бойҙайҙа | кешелә |
Сығанаҡ | боҙайҙан | кешеҙән | бойҙайҙан | кешенән |
Килеш | Һөйләштә «мин» һәм «ул» алмаштарының килеш менән үҙгәреше | Әҙәби телдә «мин» һәм «ул» алмаштарының килеш менән үҙгәреше | ||
---|---|---|---|---|
Төп | мин (я) | ул/ал (он) | мин (я) | ул (он) |
Эйәлек | минең | аның | минең | аның |
Төбәү | миңә | аңа/аңар | миңә | уға |
Төшөм | мине | аны | мине | уны |
Урын-ваҡыт | миндә | анда | миндә | унда |
Сығанаҡ | минән/миннән | анан | минән | унан |
Көньяҡ диалектының урта һөйләшендәге кеүек, түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшендә -лыҡ/-лек аффиксына йыш ҡына -лауыҡ/-ләүек диалект аффиксы тап килә: диал. саҙ[лауыҡ] — әҙәби һаҙ[лыҡ] (болото), диал. яр[лауыҡ] — әҙәби яр, яр[лыҡ] (обрыв) һ.б.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.