Нобелий

Нобелий (лат. Nobelium, No) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы.

Тәртип номеры — 102.

Нобелий
Кем хөрмәтенә аталған Альфред Нобель
Асыусы йәки уйлап табыусы Гленн Теодор Сиборг[d]
Асыу датаһы 1958
Элемент символы No
Химик формула No
Каноническая формула SMILES [No]
Атом һаны 102
Электр кирелеге 1,3
Схематичная иллюстрация
Нобелий Нобелий Викимилектә

Яһалма рәүештә алынған трансфермий химик элемент, актиноидтар төркөмөнән. Бер нисә тотороҡһоҙ изотобы бар, шуларҙың иң оҙайлы ваҡыт һаҡлана торғаны 259 No, ярым тарҡалыу осоро — 58 минут.

Символы

Нобелий элементының символы — No (Нобелий тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

102-се элементты табыу тураһында тәүге булып 1957 йылда Стокгольмда (Швеция) эшләгән ғалимдар төркөмө тарафынан иғлан ителә. Улар шулай уҡ Альфред Нобелдең хөрмәтенә элементты нобелий тип атарға тәҡдим итәләр. Ләкин һуңғараҡ был мәғлүмәттәр башҡа лабораториялар эше менән раҫланмай. 102-се элемент беренсе тапҡыр 19631967 йылдарҙа эксперименттар барышында Г. Н. Флеров төркөмө тарафынан Дубналағы Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты тиҙләткесендә алынған. Уларҙан башҡа, шул уҡ ваҡытта элемент Берклиҙағы (АҠШ) Калифорния Университетында алынған. 1992 йылда халыҡ-ара фәнни йәмәғәтселек Дубна физиктарының 102-се элемент асыу өҫтөнлөгөн таный. СССР-ҙа был уңыш ғилми асыш тип таныла һәм 1963 йылдың 9 июлендә 34-се № өҫтөнлөгө менән СССР Дәүләт асыштары реестрына индерелә.

Совет тикшереүселәре Фредерик Жолио-Кюри хөрмәтенә яңы элементты жолиотий (Jl) тип атарға тәҡдим итәләр, ә америкалылар уға Нобелий (No) исемен бирәләр. Был исемдәрҙең икеһе лә (No һәм Jl) төрлө йылдарҙа, ИЮПАК ҡарары буйынса, 102-се элементҡа Альфред Нобелдең хөрмәтенә нобелий исеме билдәләнгәнсе, Элементтарҙың периодик таблицаһында баҫылып йөрөй.

Сығарып алыу

Төрлө ваҡытта төрлө нобелий изотоптары циклотрондарҙа ауыр элементтар сәптәрен еңел иондар менән аттырыу арҡаһында алынған. Сәп булып уран изотоптары, бер нисә трансуран элементтары (америций, кюрий, эйнштейний, плутоний, калифорния) йәки ҡурғаш ҡулланылырға мөмкин. Сәпкә аттырыр өсөн неон 22Ne, кислород 18O, углерод 12С, кальций 48Ca һәм башҡалар алына. Түбәндә изотоп 257No барлыҡҡа килтерә торған ядро реакцияһының миҫалы күрһәтелгән:

    Нобелий 

Әйтергә кәрәк, һәр бер изотоп бер нисә пар сәп -киҫәксә комбинацияһы менән алынырға мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

Tags:

Нобелий СимволыНобелий Тарихы һәм атаманың килеп сығышыНобелий Сығарып алыуНобелий Шулай уҡ ҡарағыҙНобелий ИҫкәрмәНобелий ҺылтанмаларНобелийЛатин телеМенделеевтың периодик таблицаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабыСәҙе буйы (йыр)ЛондонАдольф ГитлерБашҡортостан1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыМәхмүт (Салауат районы)Сергей Ковалёв (йүнсел)Марко ПолоКваме НкрумаРәсәйҙең дәүләт символдарыРИА НовостиЭлвис ПреслиҠорбанғәлиевҠырғыҙстан райондарыБайрамСан-ФранцискоГәрәев Муса Ғайса улыБатанов Бәхетғәлей НиколаевичВикимилекАнтонимФлагПавел РомановИр енес ағзаһыБал ҡорттарыМайкл ДжексонБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеҠылымТицианЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыБашҡортостан архитектураһыAkStarХәрби антЙосопов Тимербай Йосоп улыБаймаҡ районыАнамнияларБесәйИхтиандрКарл ЛиннейСөнниҙәр2004 йылЖан МареХанлыҡБөйөк Ватан һуғышыЙен ЗигмундАбдуллина Лариса Хашим ҡыҙыУльтрафиолет нурланышЕңеү көнөҺунарсы башҡортЛатин алфавитыУльева Иоланта Евгеньевна1893 йылЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыГрецияЕвграфов Алексей РомановичИсмәғилев Заһир Ғариф улыҠаҙағстанСәпсекНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)МарксизмАнгелина Прасковья НикитичнаЯнцзы🡆 More