Мосолман Байрамдары

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мосолман байрамдары- мосолмандар байрам иткән байрамдар. Ислам динендә 13 байрам телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары — Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете. Улар Мөхәммәт СҒС ваҡытынан уҡ байрам ителә. Байрамдар ай календары буйынса үткәрелә.

Ураҙа байрамы

Ғәрәпсә Ғәйдел Фитыр көнө тип йөрөтөлә. Рамаҙан ураҙаһы тамам булғандан һуң өс көн байрам ителә. Байрамдың башы Шәүүәл айының беренсе көнөнә тура килә. Был көндә мосолмандар мәсеттәргә йыйылып ғәйет намаҙы башҡара. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап теләктәр теләйҙәр. Рамаҙан иң изге ай- сөнки был айҙа Ҡөрьән китабы иңдерелә башлаған. Мәтдт мөмкинселектәре булған мосолмандар ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә йәки мәсеткә фытыр саҙаҡаһы бирә. Рамаҙан айы барышында ураҙа тотоусы кешеләрҙе киска ашҡа, Ифтарға(ауыҙ асырға) йыйыу йолаһы бар.

Ҡорбан ғәйете

Ҡорбан байрамы зөлхизә айының 10-сы көнөнә тура килә. Ул ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс билдәләнә һәм өс көн дауам итә. Был көндө мөсолмандар иртүк тороп төркөм-төркөм йыйылып «Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр» тип тәҡбир әйтеп, юлда туҡтай — туҡтай мәсеткә йүнәлә. Унда ғәйет намаҙы уҡыйҙар. Аллаһы тәғәләнән ярлыҡау һорайҙар.

Мосолмандар был көндө махсус намаҙ уҡырға һәм күңелдәрен Аллаһыға йүнәлтергә тейештәр. Ҡәғбә храмын төҙөгән Ибраһим Пәйғәмбәр Ябраил фәрештәнән «ҡара ташты» алғас, үҙенең Аллаһыға бирелгәнен күрһәтеү өсөн, улы Исмәғилде Ҡорбан итмәксе була(37, 97-110 аяттар). Ләкин шәфҡәтле Аллаһы Тәғәлә, фәрештә аша бәрән ебәреп, уның улын ҡотҡара.

Ғәрәфә көнө

Ҡорбан байрамынан алдағы көн. Мосолмандар өсөн был изге һәм мөбәрәк көн иҫәпләнә. Был көндө, йәғни зөлхизә айының 9-сы көнөндә улар Мәккәгә Ғәрәфәт тауы итәгенә күмәкләшеп намаҙ уҡырға йөрөй торған булғандар.

Һижриәт көнө

Икенсе төрлө күсеү көнө тип йөрөтөлә. Был көн сәфәр айының 26-сы көнөндә билдәләнә. Ислам диненең сөнни мәзхәбендәге мосолмандар, 13 йыл буйы Мәккә кешеләрен ислам диненә өндәгәндән һуң, ошо кистә хәҙрәти Рәсүл СҒС, хәҙрәти Әбүбәкер менән бергәләшеп, Мәҙинәи Мөкәрәмәнәнән сығып, Мәҙинәи Мөнәүәрә ҡалаһына барып еткәндәр. Ошонан һуң Ислам дине тиҙ арала тарала башлай, көсәйеп китә. Шуға күрә мосолмандар был көндө мөбәрәк күрәләр. Әммә Шиғый мәзһәбендәге мосолмандар был көндө байрам итмәйҙәр.

Мәүлид байрамы

Ғәрәпсә тыуған көн мәғәнәһендә. Рәбиғүл әүәлдең 12-се кисендә ҡояш байыу менән башлана. Был бөтә мосолмандарының донъя һәм әхирәт сәғҙәттәренә сәбәп булған Мөхәммәт СҒС тыуған көнө. Ул миләди йылы менән 570 йылдың 27 апрелендә Мәккәи Мөкәрәмәлә Ҡорайыш ҡәбиләһенең ярлы шим ырыуында донъяға килә.632 йылда вафат була. Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә Пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр. Һәр кем салауат әйтә.

Миғраж кисәһе

Ғәрәпсәнән әйләндерһәк, Миғраж - юғарыға күтәрелеү, күккә ашыу тигәнде аңлата. Ҡөрьәндең 17-се сүрәһендә әйтелгәнсә Мөхәммәт с.ғ.с уяулы — йоҡоло килеш ятҡанда яҡтылыҡ баҫҡысы буйлап Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшергә күккә ашҡан. Шул ваҡиғаны иҫтә ҡалдырыу йөҙөнән мосолмандар рәжәб айының 27-се кисендә миғраж үткәреүҙе ғәҙәткә индергәндәр

Рәғәиб кисәһе

Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кискә тура килә. Ошо кисте Мөхәммәт с.ғ.с.-дең атаһы хәҙрәти Ғабдулла менән әсәһе хәҙрәти Әминә никахлашҡандар һәм беренсе тапҡыр күрешкәндәр.

Бәрәәт кисәһе

Шәғбан айының 15-се көнөнә тура килә. Изге кисә 14-се шәғбанда ҡояш байығас та башлана. Риүәйәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмышы, бәхете, тормошондағы уңышы, рәхәт, етеш йәшәүе ошо кистә билдәләнә.

Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә көнө мөхәррәм айының 10 көнөндә байрам ителә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡандар, изге ғәмәлдәр ҡылғандар.

Ҡәҙер кисе

Рамаҙан айының 26-сы көнөндә байрам ителә. МөхәммәткәСҒС Ҡөрьән аяттары Аллаһынан ошо кистә иңдерелә башлаған тип аңлатыла. Уның изгелеге шунан килә. Хәҙерәте Рәсүл СҒС,ҡәҙер кисендә тәүбә ҡылған кешенең барлыҡ гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ярлыҡар, тип әйтеп ҡалдырған. Сөнки был кистә изге ғәмәлдәрҙең сауабы башҡа кистәргә ҡарағанда артыҡ була. Шуға күрә мосолмандар был төндө йоҡламай үткәрәләр. Мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу, доға ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу ойошторола.

Тәшриҡ көндәре

Ҡорбан ғәйетенән һуңғы өс көндө, йәғни, зөлхизәнең 11, 12, 13-сө көндәрен Тәшриҡ көндәре тип атайҙар. Былар изге көндәр. Ғәрәфә көнөнөң иртә намаҙынан алып тәшриҡ көнөнөң икенде намаҙына ҡәҙәр, йәмәғәт намаҙынан һуң мосолмандар һәр урында ҡысҡырып «тәҡбир тәшриҡ» әйтәләр. Йәғни Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәрен ололайҙар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Мосолман Байрамдары Ураҙа байрамыМосолман Байрамдары Ҡорбан ғәйетеМосолман Байрамдары Ғәрәфә көнөМосолман Байрамдары Һижриәт көнөМосолман Байрамдары Мәүлид байрамыМосолман Байрамдары Миғраж кисәһеМосолман Байрамдары Рәғәиб кисәһеМосолман Байрамдары Бәрәәт кисәһеМосолман Байрамдары Ғәшүрә көнөМосолман Байрамдары Ҡәҙер кисеМосолман Байрамдары Тәшриҡ көндәреМосолман Байрамдары ИҫкәрмәләрМосолман Байрамдары ҺылтанмаларМосолман БайрамдарыИслам тарихы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ГамеланЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыАныҡлаусыРИА Новости2019 йылЛантаноидтарБабаев Юрий НиколаевичAkStarБаязит БикбайАҙнай (Бишбүләк районы)АнамнияларХисамов Ғәлим Афзал улыВикиАуыл хужалығыСалауат Юлаев музейыТаралған йондоҙҙар тупланмаһы1804 йылАсыҡ контентЮрий КохОперацион системаҺарыҡӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанЯрлылыҡРФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш идаралығыҠобағош сәсәнТөрки халыҡтарӘз-Зәлзәлә сүрәһеЙогаHTMLlzi5cШығай (Силәбе өлкәһе)Полина ВиардоСиднейЭякуляцияДжек НиколсонАнтонимЮл япрағыЭске яныулы двигательНурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улыТыныслыҡҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыЕңеш суҡыһыТатарҙарҺыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)Мәскәү дәүләт университетыЭлвис ПреслиA (латин хәрефе)Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыКарл ЛиннейЖан МареФутбол буйынса Польша йыйылма командаһыАдольф ГитлерУрал батырӘл-Харам мәсетеКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыЗекерЙоһанн КрюгерБәндәбикә кәшәнәһеБашҡорт халыҡ йырҙарыКөҙәйЕкатерина IIВаҡыт🡆 More