Рамаҙан (ғәр.
رمضان [ra.ma.dˤaːn], йәки Рамаза́н (төр. Ramazan [ɾɑmɑˈzɑn]; рус. Рамазан) — мосолмандар өсөн исламдың биш нигеҙенең береһе булып торған мотлаҡ ураҙа (саум) тота торған ай.
Рамаҙан | |
Культура | ислам |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ураҙа байрамы |
Йылдың көнө | Рамаҙан |
Рамаҙан Викимилектә |
Рамаҙан айы дауамында хаҡ динле мосолмандар көндөҙгө ваҡытта аҙыҡ-түлек ҡабул итеүҙән, эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан һәм енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан баш тарта. Ай оҙонлоғо 30 көн тәшкил итә һәм ай календарына (ҡара.: ислам календары) бәйле. Ураҙа таң атҡандан (иртәнге аҙандан һуң) башлана һәм ҡояш байығас (киске аҙандан һуң) тамамлана.
Көн һайын мосолмандар ураҙа тоторға ниәт әйтеп, уны үтәй .
Төнгө намаҙҙан (йәстү, иша) һуң көн һайын мосолмандар күмәкләп 8 йәки 20 рәҡәғәттән торған тәрәүих намаҙы ҡыла. Айҙың һуңғы ун көнөндә Ҡәҙер кисәһе башлана.
Шәүүәл айының тәүге көнөндә, рамаҙан айының тамамланыуы хөрмәтенә Ураҙа байрамы уҙғарыла. Был көндө мосолмандар байрам намаҙы уҡый һәм мотлаҡ фытыр саҙаҡаһы тарата.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн физиологик сәбәптәр арҡаһында ураҙа тотоуҙың айырым шарттары бар: күрем ваҡытында ураҙа тоторға ярамай, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа ла шулай уҡ әсәнең мөмкинлегенә ҡарап рөхсәт бирелә. Айлығы башланыуын белеү ауыҙға ниҙер ҡабып, ураҙаны өҙәләр, сөнки был хәлдә ураҙа тотоу гонаһ һанала. Ифтар инеүгә әҙ генә ваҡыт ҡалған булһа ла ураҙа боҙолған иҫәпләнә.
Ураҙа тотолмаған көндәр һанунса улар башҡа ваҡытта ураҙа тотоп, ҡаза ҡылып ҡуялар. Хәйез (айлыҡ) ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар ҡаза ҡылынмай
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Рамаҙан, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.