Берберҙар

Берберҙар (грек.

Imaziɣen) — төньяҡ Африканың VII быуатта ислам динен ҡабул иткән ерле халҡы. Улар йәшәгән биләмәләр көнсығышта Египеттың көнбайыш сиктәренән (Сива оазисынан) башланып, көнбайышта Атлантик океанға тиклем һуҙылһа, көньяҡта — Нигер йылғаһына саҡлы, төньяҡта иһәе Урта диңгеҙгә тиклем территорияны алып тора. Афрозия макроғаиләһенең бербер-ливан телдәрендә һөйләшәләр. Дин буйынса — күпселеге сөннәтле мосолмандар.

Берберҙар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: яҡынса 24 млн. кеше
* Алжир Алжир: 10 791 400

Тел

бербер, ғәрәп, француз

Дин

ислам

Раса тибы

европеоид

Туғандаш халыҡтар

ғәрәптәр, сонгай, фульбе

Төньяҡ Африканы мосолмандар баҫып алғандан һуң, Мәғриб халҡына ғәрәп мәҙәниәте ныҡ йоғонто яһай. Халыҡтың күпселеге мигриб — ғәрәп телен белә. Халыҡтың бер өлөшө XIX—XX быуаттарҙағы колониаль осорҙа таралған француз һәм испан телдәрен белә.

Шулай уҡ берберҙарҙың ҙур ғына диаспораһы Францияла бар. Был диаспоранан күренекле шәхестәр сыҡҡан. Берберҙар этник һәм лингвистик яҡтан бер төрлө түгел, улар ғәрәптәр менән аралашып йәшәйҙәр.

Телдәрен аңламаған өсөн «бербер» тигән исемде европалылар, варвар һүҙенә оҡшатып биргән. Был атама экзоним булып тора, йәғни бербер халҡы үҙе был атаманы ҡулланмай.

Халыҡтар

Күп һанлы бербер халҡы араһында төп халыҡтар:

  1. Амацирга — материктың төньяҡ-көнсығыш ярынан алып Атлас тауҙарына тиклем Телла провинцияһында йәшәгән Марокко халҡы. Диңгеҙ юлбаҫарҙары булараҡ Риф пираттары исеме менән билдәле халыҡ.
  2. Шилла — Ум-эр-Ребиа һәм Тензифт тигеҙлегендә, Атлас тауҙарынан көньяҡҡа табан Атлантик океанға тиклем ерҙәрҙә йәшәгән Марокко халҡы.
  3. Кабил — Алжирҙа йәшәгән халыҡ.
  4. Шауйя — Алжирҙа йәшәгән халыҡ.
  5. Сахара берберҙары — сүллектә йәшәгән, бик ҙур территориялар биләгән халыҡ. Иң билдәлеләре: туарегов, бени-мезаб, сокну, аудшилу, сива. Канар утрауҙарының испандар тарафынан өлөшләтә ассимиляцияланған Гуанчи халҡының берберҙарға инеүе асыҡланмаған.
улед-наиль[en] халынан бербер
Мароккола күскенсе бербер
Милли кейемдә бербер, Алжир

Тарихы

Египеттан көнбайышҡараҡ йәшәгән берберҙарҙың ливан ата-бабалары боронғо мысыр яҙмаларында телгә алына.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Бербер телдәре

Иҫкәрмәләр

Tags:

Берберҙар ХалыҡтарБерберҙар ТарихыБерберҙар Шулай уҡ ҡарағыҙБерберҙар ИҫкәрмәләрБерберҙарАтлантик океанАфрикаГрек телеИсламЛатин телеМысырНигер (йылға)Урта диңгеҙ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Аһалтәкә атыПортугалияКәкүкБүреләр (рок төркөмө)Төмән өлкәһеСиднейМетаболизмТау эшеЕвропа2012 йылФХәбиров Фәрит Барый улыНоябрь24 февральНидерланд телеБашҡортостан тарихыЗәғифлекИслам тарихыБарабанМарганецПрограммалау теле6 декабрьИсем (һүҙ төркөмө)Ҡадир ДаянАң фәлсәфәһеФредерик ШопенБаҙарға сыҡтымЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)1922 йыл17 сентябрь25 апрельАсыҡ контентСәлимов Ниязбай Булатбай улыТөркиәЙоһанн Вольфганг фон ГётеҠояшЭякуляцияHTMLIKEA2 августҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрХисамов Ғәлим Афзал улыКәбиров Артур Зиннур улы24 майLinuxБанкнотаХуннуҙар (Һуннуҙар)Операцион системаҠытайҙағы мәҙәни инҡилапОкеанияВикипедияМаскатБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыШаршамбыӨфө губернаһыМәккәАмерика Ҡушма Штаттары24 ғинуар2020 йыл3 октябрьБөжәктәрШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыЙәйәләрБашҡортостан байрамдарыФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыЭҙләүҙе оптималлаштырыу2006 йылYouTubeАнтарктидаФерменттарГордеев Михаил ВикторовичЕкатерина II🡆 More