Юпи́тер (лат. Iupiter) — боронғо рим мифологияһында рим мифологияһында иң юғары илаһ, бар илаһтарҙың атаһы, күккә, көндөҙгө яҡтылыҡҡа, йәшенгә идара итә.
Сатурн һәм Опаның өсөнсө улы. Ағаһы Плутон, Нептун, Церера һәм Вести. Ҡатыны Юнона алиһә, үҙенең ҡыҙ туғаны. Боронғо грек мифологияһына ярашлы - Зевс; өлөшләтә шулай уҡ боронғо этруск мифологияһындағы Тинияға тап килә. Юпитерҙы убалар, тауҙар түбәһендәге таш рәүешендә күреп табынғандар. Тулы ай ваҡыты көндәре уға арналған — ид.
Юпитер | |
лат. Iuppiter | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Атаһы | Сатурн (мифология) |
Әсәһе | Опа[d] |
Бер туғандары | Юнона, Веста[d], Плутон, Нептун[d] һәм Церера[d] |
Хәләл ефете | Юнона |
Внебрачный партнёр | Латона[d] һәм Ютурна[d] |
Балалары | Вулкан, Диана, Геркулес[d], Бахус[d], Ювента[d], Марс[d], Беллона[d], Минерва, Аполлон[d], Иарбант[d], Меркурий[d] һәм Прозерпина |
Иконографический атрибут | Молния Зевса[d], Бөркөт[d] һәм гаста[d] |
Алла ... ҡарай | древнеримская религия[d] |
Юпитер Викимилектә |
Юпитер ҡорамы Капитолий убаһында торған, унда Юпитер менән бергә, Римдең өс төп илаһы Юнона һәм Минерва ла (Капитолий триадаһы) булған.
«Юпитер» (лат. Iupiter Iovi-/Iove-) архаик латин теленән килеп сыҡҡан (Iovis pater/Diēspiter), праиндоевропа мифологияһына барып тоташа, ул көндөҙгө яҡтылыҡ илаһы булып һаналған. Һинд-европа халыҡтары илаһтары : гректа Зевс (Ζεύς), боронғо һиндтә Дьяус пита (санскр. Dyáus Pitā, иллирий телендә Dei-pátrous һәм башҡалар
Юпитер функциялары күп төрлө булып, урындағы италий илаһтарының бер нисә үҙ аллы һыҙаттар бергә йыйған.
M. Volteius осоронда Капитолий Юпитеры ҡорамы һүрәте беҙҙең эраға тиклем 75 йыл элек денарий аҡсаһында төшөрөлгән
Юпитер илаһ исеме менән Ҡояш системаһындағы бишенсе планета аталған.
Юпитер Викиһүҙлектә | |
Юпитер Викиөҙөмтәлә | |
Юпитер Викикитапханала | |
Юпитер Викимилектә |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Юпитер (мифология), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.