Тамм Игорь Евгеньевич

Тамм Игорь Евгеньевич (8 июль 1895 йыл— 12 апрель 1971 йыл) — совет физик-теоретигы, СССР фәндәр академияһы академигы (1953) физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (П. А. Черенков һәм И. М. Франк менән берлектә, 1958).

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1954). Ике Сталин премияһы лауреаты.

Тамм Игорь Евгеньевич
рус. Игорь Евгеньевич Тамм
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Тамм Игорь Евгеньевич Рәсәй империяһы
Тамм Игорь Евгеньевич СССР
Тыуған көнө 8 июль 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Владивосток, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе боковой амиотрофический склероз[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Nataliya Shuyskaya[d]
Балалары Тамм, Евгений Игоревич[d]
Һөнәр төрө физик-теоретик, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы, физик
Эшмәкәрлек төрө теоретическая физика[d]
Эш урыны Мәскәү физика-техник институты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Эдинбург университеты[d]
МДУ-ның физика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме академик АН СССР[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Леонид Исаакович Мандельштам[d]
Аспиранттар Гинзбург Виталий Лазаревич, Сахаров Андрей Дмитриевич, Герш Ицкович Будкер[d], Моисеев, Никита Николаевич[d] һәм Александр Сергеевич Давыдов[d]
Уҡыусылар Кадышевский, Владимир Георгиевич[d], Леонид Вениаминович Келдыш[d], Марков Моисей Александрович[d], Анри Амвросьевич Рухадзе[d], Виктор Павлович Силин[d], Тер-Микаелян, Михаил Леонович[d], Евгений Львович Фейнберг[d], Семён Петрович Шубин[d], Дмитрий Иванович Блохинцев[d], Гинзбург Виталий Лазаревич, Сахаров Андрей Дмитриевич һәм Александр Сергеевич Давыдов[d]
Кемдә уҡыған Леонид Исаакович Мандельштам[d]
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Польша фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 8
Тамм Игорь Евгеньевич Тамм Игорь Евгеньевич Викимилектә

Биографияһы

Игорь Евгеньевич Тамм 1895 йылдың 26 июнендә (8 июль) Владивосток ҡалаһында инженеры Евгений Федорович Таммдың (милләте буйынса немец) һәм Давыдова Ольга Михайловна ғаиләһендә тыуған. 1898 йылда ғаилә Елисавет ҡалаһына (хәҙер Кировоград, Украина) күсенә, унда атаһы күп йылдар «ҡала инженеры» булып эшләй: ҡала электр станцияһын төҙөү һәм һыу менән тәьмин итеү менән етәкселек итә.

1901 йылда ҡустыһы Леонид тыуа, һуңынан ул СССР ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының азот сәнәғәте баш идаралығының баш инженеры урынбаҫары була (1937 йылдың 28 майында контрреволюцион троцкист-зиновьев террористик ойошмаһында ҡатнашҡан өсөн атып үлтерелә).

Елисаветградта гимназияны тамамлағандан һуң Игорь Тамм Эдинбург университетына уҡырға инә. Беренсе донъя һуғышы алдынан Мәскәү университетының физика-математика факультетына күсә, уны ул 1918 йылда физик дипломы менән тамамлай.

Фронтҡа ирекле рәүештә «мәрхәмәт браты» булараҡ китә. Бер аҙ сәйәсәт менән мауығып алғандан һуң (меньшевик-интернационалист, Елисаветградтан Советтарҙың 1-се съезы депутаты), академик карьераһын башлай. Төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыта: Таврия университеты (Симферополь) (1919—1920 йылдарҙа), 1920 йылдан алып Л. И. Мандельштам менән хеҙмәттәшлек итә, Одесса политехник институтында (1993 йылдан — милли Одесса политехник университеты) (1921—1922) эшләй, унда Л. И. Мандельштам кафедра мөдире була.

1922 йылдан башлап (ике ҡыҫҡа өҙлөктән тыш) һәм карьераһының аҙағына тиклем И. Е. Таммдың эшмәкәрлеге Мәскәүҙә үҙә. К үп йылдар дауамында МДУ-ның физика кафедраһы менән етәкселек итә, шунда ул доцент һәм профессор булып китә. Факультет кафедралары араһында әлеге кафедра иң мөһиме була, сөнки кафедрала дөйөм курстар уҡытыла: теоретик механика, электродинамика, квант механикаһы, статистик физика. 1934 йылдаү өҫтәмә рәүештә П. Н. Лебедев исемендәге Физик институтында эшләй, унда ул теоретик бүлеген булдыра һәм уны етәкләй.

1933 йылдың 1 февралендә И. Е. Таммды математика һәм тәбииғи фәндәр бүлеге буйынса РФА ағза-корреспонденты итеп һайлайҙар. Был Ифрат йылдам үҫешкән карьераһы 1939 йылда — уның ҡустыһы һәм яҡын дуҫы Б. М. Мессен атып үлтерелгәндән һуң — туҡтатыла. Физик институты етәкселеге яғынан баҫым башлана, кафедра мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп В. С. Фурсов һайлана.

1943 йылда Мәскәү дәүләт университетының теоретик физика кафедраһы мөдире вазифаһына кандидат була. Уның оппоненты А. А. Власовты декан А. С. Предводителев һәм факультеттың Фәнни советы яҡлай. һөҙөмтәлә Тамм һайланмай, әммә фәнни йәмәғәтселек ҡаршы сыға, 14 академик тарафынан хат яҙыла. Партия етәкселеге кафедра мөдире итеп В. А. Фокты тәғәйенләй.

1946—1949 йылдарҙа — Мәсәкәү инженер-физика институтында теоретик ядро физикаһы кафедраһының тәүге мөдире. 1946 йылда тамм Сталин премияһына лайыҡ була. Шул уҡ йылда ул тәүге совет атом бомбаһын булдырыу проектына йәлеп ителә һәм теоретик тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша.

1949 йылда Игорь Евгеньевич Мәскәү дәүләт университетына әйләнеп ҡайта һәм квант теорияһы һәм электр-динамика кафедраһын етәкләй.

И. В. Курчатов тәҡдиме буйынса Тамм 1948 йылда термойәҙрә ҡоралын булдырыу мөмкинлеге мәсьәләһен өйрәнеү өсөн төркөм ойоштора. 1950 йылда ФИАН-дың бер төркөм хеҙмәткәре менән Тамм ФИАН а Арзамас-16-ға (Саров) КБ-11-гә күсерелә, унда ул бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә 1952 йылдың майында — сектор начальнигы. Таммдың төркөмө (төркөмгә А. Д. Махаров һәм В. Л. Гинзбург инә) тәүге термойәҙрә бомбаһын булдырырға мөмкинлек биргән бер нисә принцип эшкәртә, бомба 1953 йылдың 12 авгусында уңышлы һһынау үтә.

1953 йылдың 23 октябрендә И. Е. Тамм СССР фәндәр академияһының физика-математика дәре буйынса академик ите һайлана һәм тағы ла бер Сталин премияһына лайыҡ була. СССР Юғары Советы Президиумының йәшерен указы менән 1954 йылдың 4 ғинуарында Таммға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

1954 йыл башынан Тамм Мәскәүгә ҡайта һәм ФИАН-да эшен дауам итә. Ошо институтта ул ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй.

1955 йылда "Өс йөҙҙөң хат"ына ҡул ҡуя. 1960-сы йылдарҙа Тамм Пагуош ғалимдар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. 1966 йылда Л. И. Брежневҡа Сталиндың реабилитацияһына ҡаршы 25 мәҙәниәт эшмәкәре яҙған хатҡа ҡул ҡуя.

И. Е. Тамм1971 йылдың 12 апрелендә Шарко ауырыуынан вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

Тамм Игорь Евгеньевич 
Тамм 1963 йылда

Фәнни ижадының төп йүнәлештәре — квант механикаһы, ҡаты есемдәр физикаһы, нурланыш теорияһы, йәҙрә физикаһы, элементар өлөшсәләре физикаһы, шулай уҡ бер нисә ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү.

1932 йылда теоретик рәүештә ҡаты есемдәрҙең өҫкө ҡатлам торошо булыуын күҙаллай (хәҙерге ваҡытта өҫкө ҡатлам торошоноң был төрө Тамм торошо тип исемләнә).

И. М. Франк менән берлектә 1937 йылда киҫәксәләрҙең яҡтылыҡ тиҙлеген арттырған тиҙлек менән хәрәкәт итеүен тасуирлай. Әлеге эш алдан алынған (Вавилов-Черенков эффекты) эксперименталь мәғлүмәттәрҙе аңлата һәм 1958 йылда Черенков, Франк һәм Тамм физика буйынса Нобель премияһына лайыҡ булалар. 1945 йылдың квант теорияһы мәсьәләләрҙең сиселеше ысулы эшкәртә, ысул Тамм — Данков исемен йөрөт.

А. Д. Сахаров менән берлектә токамакта плазманы тотоп ҡалыу принциптарын эшкәртә.

Уның уҡыусылары араһында — С. П. Шубин, Е. Л. Фейнберг, В. Л. Гинзбург, Л.. В. Келдыш, Д. И. Блохинцев, М.. А. Марков, А Д. Сахаров, В Г. Кадышевский, С А. Альтшулер, Д. А. Киржниц, А А. Власов.

Ғаиләһе һәм хоббиҙары

  • ҡыҙы Ирина (1921 йылғы), шарталауҙар буйынса белгес, физик- химик.
    • ейәне Леонид Верещинский (Бабайлов), археолог, олатаһы мираҫын һаҡлаусы.
  • улы Евгений (1926—2008), альпинист, СССР-ҙың спорт мастеры, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, беренсе совет гималай экспедицияһы (Эверест, 1982) етәксеһе, физика-математика фәндәре докторы (юғары энергия физикаһы).
    • ейәнсәре Марина М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында органик булмаған химияны уҡыта.

И. Е. Таммдың физиканан тыш төп мауығыуы — альпинизм, спорттың был төрө менән ул 1926 йылда шөғөлләнә башлай. СССР-ҙың спорт мастеры, етмеш йәшкә тиклем альпинизм менән шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (04.01.1954)
  • 4 Ленин ордены (19.09.1953; 04.01.1954; 11.09.1956; 07.07.1965)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
  • миҙал
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) —
  • Сталин премияһы (1953)
  • Физика буйынса Нобель премияһы (Черенков А. П. һәм Франк И. М. менән берлектә, 1958)
  • СССР фәндәр академияһының ағза-корреспонденты(1933)
  • СССР фәндәр академияһы академигы (1953)
  • Швед Короле фәндәр академияһы ағзаһы (1959)
  • Польша фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1959)
  • Америка фән һәм сәнғәт академияһының сит ил почетлы ағзаһы (1961)
  • Леопольд Академияһы ағзаһы, (ГДР, 1964)
  • М. В. Ломоносов исемендәге Ҙур алтын миҙалы (1967)

Хәтер

  • Академик Тамм исемен Мәскәүҙәге майҙан йөрөтә.
  • Владивостокта Алыҫ көнсығыш федераль университетының Физика һәм информацион технологиялар институты корпусы алдында Таммға һәйкәл ҡуйылған.
  • И. Е. Таммдың исеме РФА П. Н. Лебедев исемендәге Физик институтының (ФИАН) Теоретик бүлегенә бирелгән.
  • И. Е. Таммдың исемен РФА премияһы йөрөтә (1995 йылдан) .
  • Кировоградта (элекке Елисаветград) «Радий» Фәнни-производство предприятиеһы алдында И. Е. Таммдың һәйкәле урынлашҡан (2012 йылдың 12 сентябрендә ҡуйылды)Шул уҡ көндө уға «Кировоград ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде.
  • Академик Тамм исеме менән Кировоградтың бер урамы атала (элекке Сталинград Ҡаһармандары урамы).
  • Тамм хөрмәтенә A320 320 VP-BID самолетҡа исеме бирелгән.
  • Тамм плазмонына уның исеме бирелгән.
  • 1976 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың кире яғындағы бер кратерға уның исемен биргән.

Ҡайһы бер хеҙмәттәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Великая Отечественная война, 1941—1945 : энциклопедия / под ред. м. трудах позднего. — М. : советская энциклопедия, 1985. — С. 703. — 500 000 дана
  • Тамм Игорь Евгеньевич / В. Л. Гинзбург // Струнино — Тихорецк. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — С. 246. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 25).
  • Храмов Ю. А. Таммай Игорь Евгеньевич // Физика: Биографик белешмә / под ред. и. а. Физики. — Изд. 2, добролюбов. һәм дополна. — М.: Наука, 1983. — С 257. — 400 с. — 200 000 дана (в пер)

Һылтанмалар

Tags:

Тамм Игорь Евгеньевич БиографияһыТамм Игорь Евгеньевич Фәнни эшмәкәрлегеТамм Игорь Евгеньевич Ғаиләһе һәм хоббиҙарыТамм Игорь Евгеньевич Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреТамм Игорь Евгеньевич ХәтерТамм Игорь Евгеньевич Ҡайһы бер хеҙмәттәреТамм Игорь Евгеньевич ИҫкәрмәләрТамм Игорь Евгеньевич ӘҙәбиәтТамм Игорь Евгеньевич ҺылтанмаларТамм Игорь Евгеньевич12 апрель1895 йыл1971 йыл8 июльСоциалистик Хеҙмәт Геройы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

10 апрельАпартеидЖанна д’АркРәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы28 мартТел (лингвистика)Баш ҡалаБашҡорт эпосыБалыҡтарҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүКөньяҡ АзияMicrosoftСыуашстанЕлизавета I29 июль1961 йылКавказЛатин теле9 сентябрьҠарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусыларБөйөк Ватан һуғышы2 мартЕвлоева Рая Әхмәт ҡыҙыMain PageПрагаАхун (Учалы районы)РадиоМөхәммәттең ғазауаттарыSony9 декабрьБМО-ның Халыҡ-ара судыӨрәкГеографияЭфиопияТәржемәЙәһүдилекӘҙәбиәтҠушма һөйләмИпподромКузеев Рөстәм Ғүмәр улыГерманияРәсәй ФедерацияһыСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыЭлектрон ҡултамғаТарих2016 йылӘл-Фатиха сүрәһеКидандарӘхмәтов Сафа Әхмәт улыБотаникаТөҫЭлектроникаТултырыусыАҠШ-тағы граждандар һуғышыКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыЦинхайИранXiaomiМәлики мәҙһәбЕте ырыу бағанаһы (Бөрйән районы)ТехнологияЯпонияның милли парламент китапханаһыХалыҡтар Дуҫлығы орденыСалауат ЮлаевКлермон-Ферран🡆 More