Сталин Премияһы

Сталин премияһы (Сталин исемендәге премия) (рус. Ста́линская пре́мия (Пре́мия имени Ста́лина)) — 1940—1955 йылдарҙа фән һәм техника, хәрби белем, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары, етештереү эше алымдарын камиллаштырыу өсөн СССР граждандарын дәртләндереүҙең юғары формаларының береһе.

Сталин премияһы
Нигеҙләү датаһы 1941
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Сталин Иосиф Виссарионович
Дәүләт Сталин Премияһы СССР
Алмаштырылған СССР дәүләт премияһы
Ил Сталин Премияһы СССР
Тамамланыу датаһы 1954
Пиктограмма
Относящийся к категории список Сталинская премия за выдающиеся изобретения и коренные усовершенствования методов производственной работы (1950)[d]
Лауреаттар категорияһы Категория:Сталин премияһы лауреаттары
Сталин Премияһы Сталин премияһы Викимилектә

1966 йылда булдырылған СССР дәүләт премияһына тиңләштерелгән.

Сталин Премияһы
Сталин премияһы лауреаты миҙалы (почта маркаһында)
Сталин Премияһы
«Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Сталин премияһы лауреаты миҙалы почта маркаһында

Премия булдырыу

Сталин премиялары (тәүҙә улар Сталин исемендәге Премиялар тип аталған) СССР Халыҡ комиссарҙары советының (СНК СССР) ике ҡарары менән булдырыла:

  1. «Сталин исемендәге премия һәм стипендия булдырыу тураһында» ҡарар 1939 йылдың 20 декабрендә И. В. Сталиндың 60 йәшен билдәләү айҡанлы ҡабул ителә. Унда былай тиелә: «Иосиф Виссарионовичтың алтмыш йәшен билдәләү айҡанлы СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарар итә: фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә йыл һайын бирелә торған Сталин исемендәге 16 премия (һәр береһе 100 мең һум күләмендә) булдырырға: 1) физика-математика фәндәре, 2) техник фәндәр, 3) химия фәндәре, 4) биология фәндәре, 5) ауыл хужалығы фәндәре, 6) медицина фәндәре, 7) философия фәндәре, 8) иҡтисад фәндәре, 9) тарих-филология фәндәре, 10) юридик фәндәр, 11) музыка, 12) һынлы сәнғәт, 13) скульптура, 14) архитектура, 15) театр сәнғәте, 16) кинематография». Шул уҡ ҡарар менән йыл һайын иң яҡшы уйлап табыу, шулай уҡ хәрби белемдәр өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштар өсөн (ҙурлығы буйынса ошондай уҡ күләмдә) бирелә торған ун — беренсе дәрәжә (100 мең һум), егерме — икенсе (50 мең һум) һәм утыҙ өсөнсө дәрәжә (25 мең һум күләмендә) премия ғәмәлгә индерелә.
  2. «Әҙәбиәт буйынса Сталин исемендәге премияларҙы булдырыу тураһында» ҡарар 1940 йылдың 1 февралендә ҡабул ителә. Унда «Әҙәбиәт өлкәһендә күренекле әҫәрҙәр өсөн йыл һайын тапшырыла торған һәр береһе 100-әр мең һум күләмендә Сталин исемендәге 4 премия булдырыу тураһында» ҡарар ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта дүрт премия шиғриәт, проза, драматургия һәм әҙәби тәнҡит өлкәләрендә бирелә тип билдәләнелә.

Тапшырылған премиялар һаны һәм уларҙың күләме һуңынан бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. Тәүге тапҡыр ул 1940 йылдың 20 декабрендә була, ул ваҡытта СССР Халыҡ комиссарҙары советы «Фән, уйлап табыу, әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса Сталин премияларын биреү тәртибен үҙгәртеү тураһында» ҡарар ҡабул итә, уға ярашлы фән һәм сәнғәт өлкәһендәге премиялар һаны 100-әр мең һумлыҡ өс премияға һәм 50-шәр мең һумлыҡ биш премияға тиклем арттырыла (әҙәбиәт өлкәһендәге дүрт номинацияла һәр береһе буйынса 100 мең һумлыҡ өс премия билдәләнә).

Өҫтәүенә, 1949 йылда «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» Халыҡ-ара Сталин премияһы булдырыла.

Премия тапшырыу тәртибе

Сталин премияларын тапшырыу тәртибе 1940 йылдың 20 мартында ВКП (б) Үҙәк Комитетының Политбюроһы ултырышында раҫланған "Фән, хәрби белем, уйлап табыу, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә күренекле эштәр өсөн Сталин исемендәге премиялар тапшырыу тәртибе тураһында " СССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән билдәләнә. Уға ярашлы премия биреү СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан башҡарыла. Лауреаттар кандидатураһы СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы ике махсус комитет тәҡдим итә:

  • Сталин премиялары буйынса фән, хәрби белем һәм уйлап табыу өлкәһендәге комитет
  • Сталин премиялары буйынса әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге комитет.

Ҡарарға ярашлы, комитеттар 15 октябргә тиклем Сталин премияһына дәғүә иткән эштәрҙе ҡабул итеүҙе тамамларға һәм 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советына үҙ тәҡдимдәрен тапшырырға тейеш була.

Премияларға дәғүә итеүгә шул йылда тамамланған яңы эштәр генә күрһәтелергә тейеш, тип билдәләнә. Ағымдағы йылдың 15 октябренән 1 декабренә тиклем тамамланған эш йәки уйлап табыу киләһе йылда премияға дәғүә итеүгә рөхсәт ала. СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советының 1940 йылдың 20 декабрендәге ҡарары был тәртипте үҙгәртә, премияны һуңғы йылдағы эштәргә генә түгел, һуңғы 6-7 йылдағыларға ла бирергә рөхсәт ителә, бер үк ваҡытта премиялар күләме арттырыла. Сталин премиялары буйынса комитеттарҙан тәҡдим индереү ваҡыты 1941 йылдың 15 ғинуарына тиклем оҙайтыла.

Фән һәм хәрби белем өлкәһендәге эштәр, шулай уҡ уйлап сығарылған әйберҙәрҙе тасуирлау машинкала йәки типография ысулы менән баҫылған 3 данала, әҙәби, музыкаль әҫәрҙәр һәм архитектура ҡоролмалары проекттары — бер данала, ә ҡалған сәнғәт әҫәрҙәре төп нөсхәлә тәҡдим ителергә тейеш була. Театр сәнғәте һәм кинематография өлкәһендә эштәр өсөн премияларҙы баһалау һәм тапшырыу, 1940 йылдың 30 мартындағы ҡарарға ярашлы, тәҡдим ителгән материалдар (пьесалар, сценарийҙар, макеттар һәм башҡалар) нигеҙендә, шулай уҡ кинофильмдар һәм театр постановкалары күрһәтеү нигеҙендә баһаланған.

Сталин премияһы йыл һайын бирелә һәм был лауреат тарафынан индерелгән юғары ғилми, мәҙәни, инженер йәки ойоштороу-техник өлөштө таныу билдәһе була. 1941 йылда иғлан ителгән премия лауреаттары кандидатураларын һайлап алыу айырыуса ентекле башҡарылған. Күптәр әйтеүенсә, И. В. Сталин кандидаттарҙы үҙенең исемендәге премияға һайлап алыуға һәм раҫлауға ныҡлы иғтибар бүлгән, йыш ҡына уны биреү тураһында мәсьәләне үҙе генә хәл иткән.

Премия тарихы

Сталин премияһы фонды уның гонорарҙарынан һәм эш хаҡынан финансланыуы тураһындағы хәбәрҙәр бер нисек тә раҫланмай, ә киң таралған «миф» булып тора. Сталин нәшриәттәрҙән гонорар алмаған — улар туранан-тура дәүләт бюджетына китеп торған.

1942—1943 йылдарҙа лауреаттар барыһы ла тиерлек (бәлки бөтәһе лә) премияға алған аҡсаны Оборона фондына Фонд обороны күсерә. Шуға күрә 1944—1945 йылдарҙа Сталин премиялары бирелмәй, сөнки ул матди ярҙам өсөн тип тәғәйенләнгән булған. 1943 йылдың 8 сентябрендә Сталин премияһы лауреаты тигән Почёт билдәһе булдырылған.

Ҡайһы берәүҙәр премияны хәйриә маҡсаттарына тотонған.

Халыҡ комиссарҙары советының (МС) 13.03.1941; 14.03.1941; 15.03.1941; 10.04.1942; 11.04.1942; 19.03.1943; 23.03.1943; 26.01.1946; 26.06.1946; 6.06.1947; 1.04.1948; 20.04.1948; 29.05.1948; 2.06.1948; 8.04.1949; 9.04.1949; 3.03.1950; 8.03.1950; 1951; 1952 ҡабул ителгән Сталин премияһына лайыҡ булғандар тураһындағы ҡарарҙары аҡса суммаһын күрһәтеп, төрлө өлкәләге ваҡытлы матбуғат баҫмаһында баҫылған. 1951—1952 йылдарҙа уларҙың аныҡ датаһы күрһәтелмәй. 1953—1955 йылдарҙағы ҡарарҙар, күрәһең, дәүләт сере булараҡ, баҫылмағандыр. Шулай уҡ баҫылып сыҡҡан исемлектәрҙә улар тураһында башҡа сығанаҡтарҙа булған лауреаттар күрһәтелмәгән.

Премия үҙенсәлеге

Премия ҡаҙаныштар тупланмаһы буйынса түгел, ә аныҡ эш һәм ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Ул тап матди стимул кеүек уйланылған булғанлыҡтан, башлыса урта йәштәгеләргә йә хатта йәштәргә бирелгән. Премияға награда сифатында, ғәҙәттә, орден бирелгән.

Сталин премияһы лауреаттарына билдәле бер күләмдә: транспортта бушлай йөрөү, балаларын юғары уҡыу йортонда бушлай уҡытыу кеүек ташламалар ҡаралған булған.

Премия менән күп тапҡыр бүләкләнеүселәр

Сталин премиялары һаны буйынса абсолют рекорд ҡуйыусы — 7 премия алған авиаконструктор С. Ильюшин С. В. Ильюшин.

Алты тапҡыр лауреаттар — кинорежиссерҙар А. Пырьев һәм Ю. Я. Райзман, кинорежиссёр-документалист И. П. Копалин, актёр һәм режиссёр П. Охлопков, яҙыусы һәм шағир К. М. Симонов, композитор С. С. Прокофьев, артист Н. И. Боголюбов, авиаконструкторҙар А. С. Яковлев, А И. Микоян, М. И. Гуревич.

Премияны бөтөрөү

1953 йылдың мартында И. В. Сталин вафат булған, 1955 йылдан Сталин премияһы бирелмәй башлай. СССР Министрҙар Советының ҡайһы бер инженерҙарға һәм конструкторҙарға беренсе совет водород бомбаһын төҙөү менән бәйле Сталин премияларын биреү тураһында һуңғы ҡарары 1955 йылдың 24 февралендә сыҡҡан (ул бөтөнләй йәшерен була, 2009 йылда баҫылып сыҡҡан).

Әммә был йылдан һуң да бик йәшерен ҡарар сығарылған булыуы мөмкин, сөнки ҡарарҙа телгә алынмаған бер нисә ғалим һәм инженерҙың биографияһында 1955 йыл өсөн Сталин премияларын алыу тураһында әйтелә.

КПСС-тың XX съезынан һуң башланған Сталиндың шәхес культын бөтөрөү буйынса кампания барышында 1956 йылда Сталин премияһын алмаштырған Ленин премияһы булдырыла.

1966 йылда булдырылған СССР Дәүләт премияһы Сталин премияһына тиңләштерелә. 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Сталин премияһы лауреаттары дипломдарын һәм билдәләрен СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты дипломдары һәм почёт билдәләренә алмаштыра ала.

2-се баҫма Ҙур совет энциклопедияһының 40-сы томында (1955 йылдың 20 июлендә нәшер итеүгә ҡултамға ҡуйылған) «Сталин премияһы» мәҡәләһе юҡ, ә алдараҡ сыҡҡан томдарҙа уға һылтанма бар.

Фәнни, белешмә әҙәбиәттә һәм дәреслектәрҙә Сталин премияһы исемен СССР Дәүләт премияһына алмаштыралар, уның һәм уның лауреаттары тураһында мәғлүмәт әҙ генә һәм ситләтеп бирелә.

Бындай күренеш йыш ҡына хәҙерге баҫмаларҙа ла осрай.

Лауреаттар

Фән өлкәһендәге лауреаттар (1941—1943)

Фән өлкәһендәге лауреаттар (1946—1952)

Ифрат ҙур кимәлдәге уйлап табыу һәм етештереү эше алымдарын камиллаштырыу өлкәһендәге лауреаттар

Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премия лауреаттары

Ҡыҙыҡлы факт

Лауреаттар араһында һуңынан репрессияланған Н. Вознесенский, П. Я. Мешик, В. Л. Зускин һәм премия бирелгәнгә тиклем репрессияланған яҙыусы А. Рыбаков (Аронов), архиепископ Лука (Войно-Ясенецкий) һәм башҡалар була.

Сталин премияһы лауреаты исеменән мәхрүм ителгәндәр: Серго Берия, Лаврентий Берия, Андрей Сахаров һәм башҡа лауреаттар.

Әҙәбиәттә

Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы менән Всеволод Кочетовтың «Журбины» повесы персонажы — модельщик Виктор Журбин «Жускив-1» станогын уйлап сығарған өсөн бүләкләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Сталин Премияһы Премия булдырыуСталин Премияһы Премия тапшырыу тәртибеСталин Премияһы Премия тарихыСталин Премияһы Премия үҙенсәлегеСталин Премияһы Премия менән күп тапҡыр бүләкләнеүселәрСталин Премияһы Премияны бөтөрөүСталин Премияһы ЛауреаттарСталин Премияһы Ҡыҙыҡлы фактСталин Премияһы ӘҙәбиәттәСталин Премияһы Шулай уҡ ҡарағыҙСталин Премияһы ИҫкәрмәләрСталин Премияһы ӘҙәбиәтСталин Премияһы ҺылтанмаларСталин Премияһы1940 йыл1955 йылРус телеСССРСәнғәтТехникаФәнӘҙәбиәт

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хәсән Назар1975 йылКәкүк (мифологияла)Беляев Павел ИвановичАлмаш (һүҙ төркөмө)1732 йылҒаләмЭнциклопедияНефтьӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыУкраинаСифатИлОло Алаҡай күленең таш палаткаларыБейсбол1959 йылОкеанияХалыҡ-ара фонетик алфавитӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улы«Аждаһа» (шиғыр)Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы1873 йылГәрәев Муса Ғайса улыSkypeГригориан стилеСловакияСүриә телеОло ӘбешМайИр енес ағзаһыАһалтәкә аты7 апрельАҠШ долларыНаполеон IТанзания24 апрельДиего ВеласкесБарабанЫрымбур губернаһыҠылымISO 3166-1Балыҡсы турғайЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыНидерланд телеТөркиәБахрейнТуйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыГлобаль йылыныуЧернов Иван ЛогиновичКесаҙнаӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанМәжүсилекМоро ислам азат итеү фронтыБашҡорт балыНоябрьОктябрь (Ҡарасай)СәсәнМаскатБөтә Донъя СелтәреБашҡорт ВикипедияһыТау эшеСәғитов Ирек Хаммат улы19 августФлоридаТултырыусы24 ғинуарРун яҙмаһыИсламда фәрештәИт🡆 More