Башҡорт Эпосы

Башҡорт эпосы — башҡорт халҡының төрлө этник ҡатламдарын һәм мәҙәни традицияларын сағылдырыусы эпик әҫәрҙәр репертуары.

Тәүтормош-община ҡоролошонда барлыҡҡа килеп, эпос башҡорт халҡының һәр тарихи дәүерен оҙата килгән.

Эпик әҫәрҙәрҙең төрҙәре

Башҡорт эпосына хас булған түбәндәге сюжеттарҙы билдәләргә мөмкин:

Башҡорт эпосының төп жанрҙары:

  • ҡобайыр («Урал батыр», «Аҡбуҙат» һ. б.);
  • хикәйәт («Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Алдар менән Зөһрә» һ. б.);
  • иртәк («Заятуләк менән Һыуһылыу», «Алпамыша менән Барсынһылыу» һ. б.);
  • ҡисса («Таһир менән Зөһрә», «Йософ менән Зөләйха» һ. б.).

Башҡорт эпик әҫәрҙәренең традициялары

Боронғо башҡорттар өсөн Ватан һәм Урал төшөнсәләре айырылғыһыҙ булған, уларһыҙ был донъяла йәшәү мәғәнәһен дә күрмәйенсә, башҡорт халҡы был ике төшөнсәне бер бөтөн итеп ҡабул иткәндәр. Уралға арнап башҡорт халҡы тарафынан иң мөҡәддәс йырҙар, легендалар, ҡобайырҙар һ.б. сығарылған. Миҫалға, «Урал батыр» ҡобайыры поэтик тел аша башҡорт халҡының Урал, Тыуған ер менән берлеге, айырылғыһыҙ икәнлеге тураһында бәйән итә.

Трилогия

Башҡорт халҡының эпик традициялары «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ һәм Күсәк» исемле әҫәрҙәрҙә сағылдырыла. Уларҙа башҡорттарҙың тарихи үткәне ҙур өс дәүергә бүленә:

  • 1) ғүмерҙең башланғыс алыуы, йәшәү мәғәнәһе һәм Көньяҡ Уралда беренсе башҡорт ҡәбиләләренең барлыҡҡа килеүе;
  • 2) металдан эш ҡорамалдары етештереү, атты ҡулға өйрәтеү;
  • 3) Көньяҡ Уралды биләгән төрлө ҡәбиләләрҙән башҡорт халҡының формалашыуы.

Башҡарыусылар

Эпик әҫәрҙәрҙе ижад итеүселәр һәм халыҡҡа еткереүселәр — халыҡ сәсәндәре. Тап улар беҙҙең көндәргә рухи мәҙәниәтебеҙҙең шиңмәҫ ҡомартҡыларын килтереп еткергәндәр. Сәсәндәр — ысын-ысындан халыҡ массаларының уй-кисерештәрен, теләк-хыялдарын сағылдырыусылар. Сәсәндәрҙең маҡсаты халыҡ тормошон, уларҙың идеалдарын художестволы кәүҙәләндереүҙән ғибарәт. Нәҡ ошо миссия уларға популярлыҡ һәм халыҡ һөйөүен алып килә.

Эпик әҫәрҙәр

«Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ менән Күсәк», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡуңыр буға», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Алпамыша менән Барсынһылыу», «Тарғын менән Ҡужаҡ», «Ек Мәргән», «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу», «Алдар менән Зөһрә», «Йософ менән Зөләйха», «Байрамбикә менән Татлыбай», «Ҡарас менән Аҡса», «Ҡараһаҡал» һ.б.

Һылтанмалар

Tags:

Башҡорт Эпосы Эпик әҫәрҙәрҙең төрҙәреБашҡорт Эпосы Башҡорт эпик әҫәрҙәренең традицияларыБашҡорт Эпосы БашҡарыусыларБашҡорт Эпосы Эпик әҫәрҙәрБашҡорт Эпосы ҺылтанмаларБашҡорт ЭпосыБашҡорттар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СтатистикаЯпония тарихыМонголия тарихыВьентьянМөхәммәттең рисаләтеБеренсе донъя һуғышыХоккейНьюстед аббатлығыКорей телеТырҡышШарль де Монтескьё2012 йылQR-кодЛатвия20 сентябрьҠораллы КөстәрҺүҙ төркөмдәреБәләкәй БашҡортостанСырКаспий диңгеҙеЙомаҡ29 ғинуар2016 йылРух (ҡош)ҠыйкисеүҒәлиәкбәрАнархизмБрунейШүлгәнташАхун (Учалы районы)ҠоштарOK Computer2 мартВестминстер аббатлығы18 августБашҡорт алфавитыЭлектр конденсаторыТәржемә1919 йылКраснодар крайыДамир ДжумһурИнфляцияЛиванТемператураЦин империяһыПоляктарКофеКойпер билбауыВелосипедБарбадосКөстөғолШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыПруссияСапсанГеографияРәшит әд-ДинИҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһыАҠШ долларыБөйөк Ватан һуғышы1869 йылБөйөк күлдәрҠарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусыларНәғәтОкеанКапитализмҠатайИран телдәре🡆 More