Sony Corporation, «Со́ни» (япон.
Йорт һәм профессиональ электроника, уйын консолдәре һәм башҡа юғары технологиялы продукция сығарыуҙа махсуслаша. Бынан тыш, Sony, Sony Music Entertainment тауыш яҙҙырыу маркаһына, Columbia Pictures һәм TriStar Pictures киностудияларына, шулай уҡ MGM компанияһы фильмдарының бөтә архивына (Comcast компанияһы менән берлектә) эйә булып, донъялағы иң ҙур медиаконгломераттарҙың береһе булып тора; финанс хеҙмәттәре күрһәтә. Эшмәкәрлегенең төп төбәктәре — Япония, АҠШ, Ҡытай һәм Европа илдәре.
Sony корпорацияһы 1946 йылдың 7 майында Акио Морита һәм Масару Ибука тарафынан ойошторола. Тәүҙә ул «Токё цусин когё кабусики-гайся» (Токио телекоммуникация-сәнәғәт компанияһы), ҡыҫҡаса Тоцуко йә TTK тип атала, әммә Акио Морита был атаманы америкалыларҙың ауыр әйтеүен асыҡлай. Хәҙерге «Сони» атамаһы лат. sonus («тауыш») һәм ингл. sunny boys («ҡояш кеүек балалар» тигән һүҙҙәрҙән яһалған; ингл. sonny-boys варианты япон телендә «кескәй даһиҙар» тигән мәғәнәне бирә); Морита шулай уҡ донъяла бер телдә лә булмаған һүҙҙе табырға тырыша. Әммә «сон-ни» тигән яңы һүҙ япон телендә уңышһыҙ эшҡыуарлыҡты аңлатҡан һүҙгә тартым булғанлыҡтан (һүҙмә-һүҙ: «аҡса юғалтыу»), бер n хәрефен алып ташларға ҡарар ителә .
Морита оҙаҡ йылдар компанияға етәкселек итә, маркетинг менән һатыу итеү өсөн яуаплы була һәм баҙарҙағы уңышын тәьмин итә.
1950 йылда компания, әле TTK тип йөрөтөлгән сағында, Японияла беренсе магнитофонды сығара башлай. Норио Ога магнитофондың тауышын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй. 1950-се йылдар башында компания 25 000 АҠШ долларына Western Electric компанияһынан транзисторҙар етештереүгә лицензия һатып ала. 1955 йылда тәүге «TR-63» радиоалғысын сығара, был яңылыҡ компанияның уңышлы юлына башланғыс һала.
1958 йылда компания Sony Corporation тигән атама ала һәм уның акциялары — Токио фонд биржаһында, ә 1970 йылдан Нью-Йорк фонд биржаһында котировкалана башлай. 1960 йылда Sony үҙенең беренсе транзисторлы телевизорын тәҡдим итә. Ошо уҡ йылда АҠШ-та (Нью-Йорк) һәм Швейцарияла сауҙа вәкиллектәре асыла. 1962 йылда башҡа етештереүселәрҙән бойондороҡлолоҡто кәметеү маҡсатында пластмасса деталдәр эшләү өсөн Sony Chemicals бүлендек компанияһы асыла.
1968 йылда компания инженерҙары Sony Trinitron (инг.)баш. (инг.)баш. төҫлө телевизорҙары өсөн кинескоп эшләй, унда бер генә (ә өс түгел) электрон пушка ҡулланыла, был һүрәттең асыҡлығын арттыра. 1968 йылдың мартында CBS/Sony Records Inc. уртаҡ предприятиеһына нигеҙ һалына, Sony Corporation менән CBS Inc. (Си-Би-Эс) уның ойоштороусылары була. 1988 йылда Sony Corporation партнёрының өлөшөн һатып ала, ә 1991 йылда был компанияның исемен Sony Music Entertainment (Japan) Inc. тип үҙгәртә.
1971 йылда телекомпаниялар өсөн U-matic профессиональ видеомагнитофоны, 1975 йылда ҡулланыусылар өсөн Betamax стандартындағы видеомагнитофон сығарыла. 1979 йылда Walkman портатив аудиоплеерының тәжрибә өлгөһө барлыҡҡа килә.
1979 йылдың авгусында Sony Corporation страховкалау өлкәһендәге The Prudential Insurance Company of America тигән Америка компанияһы менән уртаҡ предприятие аса. Ул Sony Prudential Life Insurance Co., Ltd. тип атала, 1991 йылда исеме Sony Life Insurance Co., Ltd. тип үҙгәртелә, 1996 йылдан ул тулыһынса Sony Corporation ҡарамағына күсә, 2004 йылда яңы асылған Sony Financial Holdings Inc. финанс компанияһы ҡарамағына тапшырыла.
1983 йылда Sony Philips компанияһы менән бергә баҙарға тәүге компакт-дисктар сығара. 1984 йылда электрон комплектлаусылар етештереү подразделениеһы асыла. 1985 йылда 8 миллиметрлы видеокассеталы портатив видеокамералар етештерелә башлай.
1989 йылда Columbia Pictures Entertainment, Inc. компанияһы һатып алына, 1991 йылдан ул Sony Pictures Entertainment Inc. тип атала.
1993 йылда Sony Computer Entertainment Inc. бүлендек компанияһына нигеҙ һалына.
1994 йыл аҙағында корпорация япон баҙарына PlayStation уйын консолен сығара, киләһе йылына ул Америка баҙарына ла сыға. 1997 йылда Sony VAIO сауҙа маркалы DVD-плеерҙар, компьютерҙар һәм ноутбуктар етештерә башлай. 2000 йылда PlayStation 2 уйын консоле сығарыла.
2001 йылда корпорация Швецияның Ericsson компанияһы менән бергә кеҫә телефондары етештереүсе берлектәге предприятие ойоштора. 2002 йылда Sony Ericsson телефондары сығарыла башлай. Телефонға үҙ уйлап табыуҙарын да индерә барып, Sony Walkman һәм Cyber-shot серияларын хасил итә. Әммә 2011 йылда Ericsson был партнёрлыҡтағы өлөшөнән баш тарта. Киләһе йылынан кеҫә телефондары Sony бренды менән сыға башлай.
2002 йылда Aiwa Co., Ltd. компанияһы йотола.
2004 йылда Sony Financial Holdings Inc. төп финанс холдинг компанияһы (SFH) ойошторола, уға Sony Life Insurance Co. страховкалау компанияһы һәм Sony Bank Inc. банкы инә. 2004 йылда йәнә Samsung Electronics менән берлектә S-LCD Corporation нескә пленкалы транзисторҙарҙа эшләгән шыйыҡ кристаллы дисплейҙар етештереү предприятиеһы асыла, 2012 йылда Sony үҙ өлөшөн Корея партнёрҙарына һата. 2004 йылда Bertelsmann AG немец компанияһы менән берлектә тауыш яҙҙырыу өлкәһендәге уртаҡ предприятие төҙөлә, ул Sony BMG тип атала, 2008 йылда ул тулыһынса Sony ҡарамағына күсә, ә 2009 йылда атамаһы Sony Music Entertainment тип үҙгәртелә.
2012 йылда Японияның башҡа электроника етештереүселәре (Toshiba, Hitachi), шулай уҡ INCJ дәүләт-хосуси корпорацияһы менән бергә Japan Display предприятиеһы асыла, ул мобиль ҡоролмалар өсөн экрандар етештерә. Sony продукцияһы Android-смартфондар һәм планшеттар баҙарын әүҙем яулай башлай.
2013 йылда Японияның Olympus Corporation компанияһы менән берлектә Sony Olympus Medical Solutions Inc. предприятиеһы ойошторола. 2014 йылда VAIO сауҙа маркаһы аҫтында персональ компьютерҙар етештергән подразделение Japan Industrial Partners, Inc. тигән икенсе япон компанияһына һатыла.
Sony Corporation'дың төп операцион сегменттары:
Географик йәһәттән корпорация кеременең бүленеше 2016 йылда түбәндәгесә була:
Төп етештереү ҡеүәттәре Японияла урынлашҡан, АҠШ-та (Индиана), Ҡытайҙа (Хойчжоу, Гуанчжоу, Уси), Малайзияла (Пинанг һәм Банги), Сингапурҙа ла бар.
2011 йылдың июлендә Sony DADC Боровск ҡалаһындағы (Калуга өлкәһе) CD, DVD, Blu-Ray оптик дискылары заводын һатып ала.
2018 йылдың 20 февралендә компания яһалма интеллект ҡулланылған яңы платформа, ашығыс такси саҡыртыу системаһы эшләү тураһында белдерә.
Йыл | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Әйләнеш | 7,578 | 7,474 | 7,496 | 7,160 | 7,475 | 8,296 | 8,871 | 7,730 | 7,214 | 7,181 | 6,493 | 6,796 | 7,767 | 8,216 | 8,106 |
Саф табыш | 0,015 | 0,115 | 0,088 | 0,163 | 0,124 | 0,126 | 0,369 | -0,099 | -0,041 | -0,260 | -0,455 | 0,042 | -0,128 | -0,126 | 0,148 |
Актив | 8,186 | 8,371 | 9,091 | 9,499 | 10,61 | 11,72 | 12,55 | 12,01 | 12,87 | 12,92 | 13,30 | 14,21 | 15,33 | 15,83 | 16,67 |
Үҙ капиталы | 2,370 | 2,281 | 2,378 | 2,870 | 3,204 | 3,370 | 3,465 | 2,965 | 2,966 | 2,548 | 2,024 | 2,192 | 2,258 | 2,317 | 2,463 |
Иҫкәрмә. Японияла финанс йылының аҙағы булған 31 мартҡа ҡарата һәр йылдың мәғлүмәттәре.
Донъяның иң эре асыҡ компанияларынан торған Forbes Global 2000 исемлегендә 2016 йылда Sony 192-се урынды биләй, шул иҫәптән әйләнеш буйынса 96-сы, активтар буйынса 185-се, баҙар капиталлашыуы буйынса 300-сө, саф килем буйынса 593-сө була. Иң ҡиммәтле брендтар исемлегендә компания 76-сы урынды биләй.
Fortune Global 500 исемлегендә 2016 йылда Sony 113-сө урынға сыға (2015—116-сы, 2014—105-се).
Sony'ҙың төп идеологы Сигеру Кобаяси билдәләүенсә, корпорация «дзен-буддасы Му принцибына тайпылышһыҙ эйәреп» идара ителә, идаралыҡты был һөҙөмтәле итә. Кобаяси әйтеүенсә, дзэнда Му «предметлаштырмауҙы» йәки «әйберләштермәүҙе» күҙҙә тота. Sony'ҙа был принцип ҡәтғи пландарға эйәреүҙән баш тартыу өсөн ҡулланыла. Корпорация менеджерына, Му принцибына ярашлы, «максималь һығылмалылыҡ» күрһәтергә кәрәк, был менеджерҙы — бюрократлашыуҙан, ә корпорацияны «ҙур күләмле булыуына ҡарамаҫтан, ҡатып ҡалыуҙан» ҡотҡара.
2016 йылға ҡарата Sony Corporation акцияларын тотоусыларҙың иң эреләре:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Sony, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.